RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамы

12.03.2011 Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамы

Мәсетле районында үткән бәйгелә ағас ҡумыҙҙа ла уйнанылар
Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамыҡумыҙ – башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең ошо тылсымлы инструментты ҡулына алып күңелде иретерлек матур көйҙәр сығарыуы йәнгә рәхәтлек, күңел тыныслығы бирә. Шуға ла республикабыҙҙа ҡумыҙҙа уйнаусылар сәңғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә.
Ошо көндәрҙә бәрәкәтле Мәсетле ере өсөнсө төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ике көн буйы ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барған конкурс республиканың төрлө район-ҡалаларынан, ҡурған, Һамар, Пермь өлкәләренән килгән ике йөҙҙән ашыу бәйгесене берләштер­ҙе, һәр кемгә үҙ көсөн һынап ҡарау, оҫталығын сағылдырыу мөмкинлеген бирҙе. Ике турҙан торған ярышта «иң-иң»дәр генә һайлап алынды һәм улар сараның йомғаҡлау өлөшөндә ойошторолған гала-концертта ҙур залға йыйылған тамашасыларға матур ял бүләк итте.
Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамыҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһенең тик был төбәктә үткәрелеүе осраҡлы түгел. Ул халҡыбыҙға билдәле ҡумыҙсылар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Са­лауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” халыҡ-ара конкурсы лауреаты Роберт Заһретдинов менән Шәйех­зада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты биргән. Уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә ҡумыҙҙың үҙенсәлекле моңо Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә яңғыраны һәм ыңғай баһа алды.
– Тәүге тапҡыр 2007 йылда республика кимәлендә уҙғарылған байрам тиҙ арала күрше төбәктәр­ҙең дә бәйгеселәрен берләштерҙе, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты жюри рәйесе Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы. – ҡумыҙ һәм өзләү сәнғәте йылдан-йыл үҫә. ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле күтәрелә, география ла киңәйә. Ошо ваҡыт арауығында тағы ла бик оҫта яңы ҡумыҙсылар үҫеп сыҡҡан. 16 йәшкә тиклемге балалар­ҙа ла, өлкәндәрҙә лә уйнау алымдары үҫешкән. Мәсетле районында яҡшы һаҡланып ҡалған ағас ҡумыҙ ҙа конкурс һөҙөмтәһендә бүтән төбәктәргә тарала башланы. Киләсәктә бәйге халыҡ-ара кимәлгә күтәрелер, тигән ышаныстамын. Ә иң мөһиме – ҡумыҙ балаларға яҡшы рухи һәм мәҙәни тәрбиә бирә.
Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамыХалҡыбыҙҙың быуаттарҙан-быуаттарға тапшырылып килгән музыка ҡоралында оҫта уйнаусы йәшен дә, ҡартын да йыйҙы. Мәсетле райо­нынан килгән иң йәш уйынсы Арыҫлан Диновҡа ни бары 7 йәш булһа, иң оло ҡатнашыу­сыға Мәғзүмә Галинаға (ҡыйғы райо­ны) 82 йәш ине. Уларҙың барыһы ла сәмләнеп көс һынашты. Бәйгеселәр араһында сәнғәткә, халыҡ ижадына ғашиҡ балаларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Улар яңғыҙ ҙа, ансамбль менән дә сығыш яһаны. Киләсәк балалар ҡулында, тиҙәр. Тимәк, ҡумыҙ моңо быуындан-быуынға тапшырылып килә һәм ул һис ҡасан ағылыуҙан туҡтамаясаҡ.
Еңеүселәрҙе билдәләүгә арнал­ған гала-концерт айыу артынан күҙәткән һунарсының нисек ағас ҡумыҙына тәү тапҡыр осрауын, был серле уйын ҡоралының моңон бишектәге сабыйына еткереүен сәхнәләштергән матур күренеш менән башланды. Артабан призлы урындар яулаусылар тамашасыларға сығыштарын бүләк итте. Еңеүселәр биш номинацияла билдәләнде. 16 йәшкә тиклемге яңғыҙ уйнаусылар араһында 1-се урын Ләйсән Зәйнетдинова (Өфө ҡалаһы), 2-се урын Илназ Дуҫ­мөхәмәтов (Дыуан районы), 3-сө урын Азамат Зәйнетдинов (Өфө ҡалаһы), 16 йәшкә тиклем ҡумыҙсылар ансамблдәре араһында 1-се урын Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатының ҡумыҙсылар ансамбле (Өфө ҡалаһы), 2-се урын “Өмөт” ҡумыҙсылар ансамбленә (Мәсетле райо­ны), 3-сө урын “Урмансы” ҡумыҙ ансамбле (Салауат районы), өлкән башҡарыусылар араһында 1-се урын Рәғиҙә Сәхәүетдинова (Мәсетле райо­ны), 2-се урын Сәлим Йә­шелбаев (Учалы районы), 3-сө урын Данис Ғәлимов (Мәсетле районы), өлкән ҡумыҙсылар ансамблдәре араһында 1-се урын “Саҡматаш” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбленә (Баймаҡ районы), “Уралтау” ҡумыҙсылар ансамбленә (Ейәнсура райо­ны), “Яугөл” ҡумыҙсылар ансамбленә (Сибай ҡалаһы), өзләүселәр бәйгеһендә 1-се урын Баязит Ғәйнуллин (Иглин районы), 2-се урын Ринат Рамаҙановҡа (Өфө районы), 3-сө урын “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнә (Өфө районы) бирелде. Ә сараның төп бүләге – гран-приға Ейәнсура районы егете Артур Ғайсаров лайыҡ булды.
“2007 йылда тәүге тапҡыр үткән конкурстан бик илһамланып ҡайт­ҡайным. Мин бында еңеү эҙләп түгел, ә тәү сиратта кешеләр менән аралашырға, кемдәндер үрнәк алып, кемгәлер үрнәк булыу маҡсаты менән килгәйнем”, – ти Артур Ғайсаров. Өзләп, ҡумыҙҙа төрлө көйҙәр башҡарыусы Иҫәнғол ауылы егетенең сығышы күңелдәр­ҙе тетрәтерлек булды. Әйткәндәй, ул Ейәнсура районы мәҙәниәт йортонда Нәжметдин Хәсәнов исемендәге ҡурайсылар ансамблен етәкләй икән. “Уралтау” вокаль-инструменталь ансамбле менән Мәскәүҙә лә булып ҡайтҡан.
Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамыИке көн дауам иткән конкурста ҡатнашыусылар Мәсетле районы, уның йәшәйеше менән дә яҡынданыраҡ танышыуға иреште. Ярыш барған мәҙәниәт йортонда район пионерҙар йорто түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәрҙең күргәҙмәләре ойошторолдо. Мәҫәлән, Ләмәҙтамаҡ ауылы мәктәбенең хеҙмәт уҡытыусыһы Нурания Ғилметдино­ва һуҡҡан төрлө балаҫтар, япмалар, баҫҡан кейеҙҙәр һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Ә ошо уҡ мәктәптең умартасылар түңәрәге етәксеһе Әхмәтнур Хафизов төрлө бал менән таныштырҙы.

Самат ҡОТЛОЕВ.
Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы