12.03.2011 Лайыҡлы әҙибәгә – лайыҡлы баһа!
Үткән көҙ өлкән әҙибәбеҙ Кәтибә Кинйәбулатованан 90 йәшлек юбилейын билдәләгәндә: «Дуҫтарығыҙҙан бигерәк тә кемде һағынаһығыҙ?» – тип һорай ҡуйҙыҡ.
– Бик тә Һәҙиә апайҙы юҡһынам. Ул мине бигерәк яратты. Килеп инә лә йомшаҡ итеп ҡосаҡлап ала ине. Яғымлы, наҙлы итеп. Шул йылыһын һағынам. Үҙе ниндәй генә ауырлыҡтар күреп йәшәмәһен, ана шул йылылығын, кешеләргә, донъяға булған йылылығын юғалтманы ул. Тик иртәрәк үлде. Бик үкенесле шуныһы. Ул бөтәһенән дә юғары! – тип яуаплағайны арҙаҡлы шағирәбеҙ.
Бөгөн яҙ ҡояшы һөйөнөслө хәбәр алып килде: «ҡолонсаҡ» һәм «Турғайҙар рәхмәте» китаптары өсөн профессиональ яҙыусы Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Был хаҡта Президент Рөстәм Хәмитов үҙ Указын сығарҙы.
Оло әҙибәбеҙҙе яратҡан апаһы исемендәге абруйлы премия алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Данлыҡлы башҡорт ҡыҙҙарының береһе булған Һәҙиә Дәүләтшина кеүек, һеҙҙең дә башҡорт халҡы тарихына, әҙәбиәтенә индергән өлөшөгөҙ тос, һаулыҡта, мәртәбәле һәм даими иғтибарҙа ғүмер кисерегеҙ, тибеҙ, Кәтибә апай!
«Йәшлек»тәр.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»