RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

25.09.2019 Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

Уның тормошо ла, ижады ла борғаланып-борғаланып аҡҡан йылғаны хәтерләтә. Яҙмыш һалған һынауҙарҙан ҡаҡҡыланып-һуҡҡыланып торһа ла, тауҙай ҡаршылыҡтарға осраһа ла, ул һаман да алға, оло даръяларға ашыға. Бөгөн шағирә, бик күп популяр йыр авторы, продюсер, төрлө мәҙәни саралар ойоштороусы Светлана ШӘРИПОВА фотоһүрәттәр аша тормош юлына бер аҙ байҡау яһай.




1. Беренсе баланан һуң мине атайым менән әсәйем 16 йыл буйы көткән. Иркәләп, наҙлап, ел-ямғыр тейҙермәй генә үҫтерергә тырыштылар. Үҙ һүҙлелек, ныҡышмаллыҡ кеүек холҡом бәлки шунан киләлер. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгәс, балалар күңелен аңлай белдеме икән, мин атайым менән нығыраҡ дуҫ булдым. Барлыҡ серемде, хәлмде атайыма һөйләнем. Аллаға шөкөр, ҡәҙерле кешеләрем бөгөн дә иҫән, тик әсәйемдең генә һаулығы маҡтанырлыҡ түгел.

Ауылда тик башланғыс мәктәп кенә ине, 4-се класта асфальт түгел хатта таш та түшәлмәгән юлдан, көн торошона ҡарамайынса күрше ауылға йөрөп уҡырға тура килде. Түҙемлегем бер генә йылға етте, уҡыу йылы тамамланыу менән: “5-се класҡа Өфөгә уҡырға барам!”– тип һалдырҙым. Музыка гимназияһына имтихан тапшырырға тип юлға сыҡҡан ерҙән, ҡоҙасама эйәреп, 1-се республика башҡортгимназия-интернатына уҡырға килдем.



2. Шиғриәттә миңә тәүге юл күрһәтеүсе Зөлфиә Ханнанова булды. Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта уҡығанда ул беҙҙең пионервожатый ине. Шиғыр яҙғанын белгәс, батырлығымды йыйып, дәфтәргә теркәлгән тәүге ижад емештәремде күрһәттем. Матур итеп шиғыр төҙөлөшө, формаһы, ритм-рифма кеүек тәүге әҙәби талаптарҙы аңлатып бирҙе. Һуңыраҡ инде шағир Рәмил ағай Йәнбәк менән аралашырға тура килде.

Гимназия күңелемдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр менән һаман да аралашып йәшәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн яҡты донъяларҙа юҡ. Класташтар менән осрашҡанда уларҙың барыһын да иҫкә алабыҙ. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында миңә был уҡыу йортон тамамларға насип булманы, аттестатты Өфө ҡала мәктәбендә алдым.



3. Улдарыма ҡарайым да, әлдә генә холоҡтары менән миңә оҡшамағандар, тип шатланам. Сөнки бала саҡтан тәртибем маҡтанырлыҡ түгел ине. Бунтарь холҡом да булды. Гимназияла уҡығанда Республика дауаханаһына эләктем. Хәлем арыуланғас, тик ятыу ялҡытҡайны, ҡасып, ауылға ҡайтып киттем. Автобус менән дә түгел, юлаусы машиналарға ултырҙым. Мине табиптар менән уҡытыусыларым милиция аша эҙләп бөткәндәр.

Уйланмаған ҡылыҡтар хәҙер ҙә булып тора. Мәҫәлән, күптән түгел бер асарбаҡты кафеға алып инеп, ашатып сығарҙым. Йәлләү хисе көслө булдымы, изгелек эшләгем килдеме – аңлата алмайым.




4. Йырлы-бейеүле һинд киноларын, актерҙар Митхун Чакроборти менән Мандакиниҙы ярата инем. Ошо һөйөү мине Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына алып килде. Имтихандарҙы еңел генә үтеп, Рифҡәт Исрафиловтың Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн йыйған махсус курсында уҡый башланым. Йәшлек йылдары, тәүге мөхәббәт хистәре, туй күлдәге, ғаилә һәм бала – һуңғы курста уҡығанда академик ял алырға тура килде. Һөҙөмтәлә бер-нисә йылдан бала менән дипломһыҙ, эшһеҙ һәм ирһеҙ урамда тороп ҡалдым.

Өс йылдан ғына “Нур” татар дәүләт театры курсы менән бергә диплом алып, шунда эш башланым. Биш йылдан китеүемде һоранылар – ғәҙеллек даулап йөрөүсе актер театрҙарға кәрәкмәй ине. Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” комедияһында Шәрғиә ролен уйнап, сәхнә менән хушлаштым. Ул мәлдә сәхнәлә тыйыла алмайынса илаһам да, бөгөн актер булмауым өсөн яҙмышыма рәхмәт әйтәм.



5. Ирем Илдар ғүмере буйы Эшке эстәр министрлығында эшләгән кеше, өс юғары белеме бар. Һәр эшкә ижади ҡарай, шуға ла хәҙер минең менән бергә сәнғәт донъяһында ҡайнай. Танышыу эш буйынса булды. Ул мине тормошта нисек бармын – шулай ҡабул итте. Бәхәстәр йыш һәм ҡыҙыу була, әммә уртаҡ хыялдар, маҡсаттар, идеялар беҙҙе ныҡлы бәйләгән.

Улдарымдың өсөһө лә йырларға ярата. Хансура сәхнәлә үҫһә лә, сәнғәт юлын һайламаны. Сит телдәрҙе өйрәнә, ике йыл Ҡытайҙа эшләп ҡайтты. Туймазы ҡыҙы Рита менән ғаилә ҡорҙо, уға килен тип өндәшкәнем юҡ, балам, тип йөрөтәм. Уртансы улым Даниль компьютерҙар менән дуҫ. Афишалар эшләй, дизайн менән ҡыҙыҡһына. Төпсөк малай Равиль бешеренергә ярата, киләсәктә табип булырға хыяллана.



6. Ижад шул тиклем ҡыҙыҡ нәмә: шиғыр юлдары күңелдән уйламағанда урғыла башлай. Йыш ҡына юлда, руль артында барғанда тыуа. Туҡтап, блокнотыма теркәп ҡуям.

Тормошомдоң ауыр мәлдәрендә яҙылған шиғырҙар үтә лә ғазаплы һәм һағышлы ине. Йырҙар тураһында уйланманым. Төрлө йырсылар, композиторҙар менән аралаша башлағас, улар йыр өсөн һорай башланылар. Тик мин һаман да заказ буйынса, тиҙ генә яҙа алмайым. Күңелде ярып сыҡмаһа, шиғырҙың йәне булмаған кеүек тойола.




7. Мин һаман да тормошта үҙ юлымды эҙләйем. Яңылышыуҙар, ғазаптар, шатлыҡ-ҡыуаныстар, финанс юғалтыуҙар аша күп нәмәгә өйрәнәм. Ниндәй генә хәлдәр булһа ла, күңелем төшмәй, кешеләргә ышанысым кәмемәй. Уңышһыҙлыҡтарға осраһам: “Тимәк, был юл минеке түгел,” – тим дә, икенсе идеялар, маҡсаттар менән яна балшайым. Тормош дауам итә, тимәк, иртәгә яңы көн буласаҡ!


Әйткәндәй, 26 сентябрҙә Светлана Шәрипова үҙенең сираттағы ижад кисәһенә үҙенең тамашасыларын саҡыра. “Йәшәйек бөгөн” исемле концертта Башҡортостандың һәм Татарстандың иң популяр артистары ҡатнаша. Шулай уҡ, Мари Иле һәм Сыуаш Республикаһынан да ҡунаҡтар килә. Тамаша УМПО мәҙәниәт һарайында, киске сәғәт 7-лә башлана.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа