RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 «Төрлө сағым була минең дә...»

Тәүге тапҡыр осрашҡанда, Миләүшә Муса ҡыҙы Ғәйфул­линанан, һеҙ уҡытыусымы, тип һорағас, ул йылмайҙы:
– Эйе. Әллә уҡытыусы булыуым маңлайыма яҙылғанмы икән, тип үҙем дә аптырап ҡуям, сөнки бөтәһе лә мәктәптә эшләүемде шунда уҡ тоя.

Күҙгә бәрелеп торған һылыу апайҙың, әйткәндәй, уҡытыу­сылығы төҫ-килбәтенә, үҙ-үҙен тотошона сыҡҡан, һөйләшеүендә, кейенеүендә, хатта сәсен өйөп ҡуйыуында ла был сағыла. Өлкән быуын педагогтары үҙҙәре бер айырым төркөм кешеләр, уларҙы башҡалар менән бутауы ауыр. Уларҙан эске ныҡлыҡ, дәрәжә һаҡлау, тотанаҡлылыҡ һәм тәр­биәлелек бөркөлөп тора. Үҙенең һәр әңгәмәсеһен, хас та таҡта янына сыҡҡан уҡыусыны тыңла­ғандай, бүлдермәй, оло иғтибар менән тыңлап, төп фекерҙе ишетә белеүҙәре, юғары идеалдарға тоғро хеҙмәт итеүҙәре менән хайран иткән уҡытыусыларҙың береһе ул Миләүшә Муса ҡыҙы. Хаҡлы ялға сығып, икенсе эштә эшләп йөрөһә лә, уҡытыусылығы бер ҡайҙа ла юғалмай – булмышына һеңгән. Ә бит беҙ уны үҙ һөнәрен яратҡан уҡытыусы итеп белмәүебеҙ ҙә ихтимал ине. Сөнки мәктәпте, уңышлы тамам­лаған Миләүшә, юғары уҡыу йортона барыр урынға, документтарын һөнәрселек училищеһына тапшыра һәм бәйләүсегә уҡып сыға...
– Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында ҙур ғаиләлә тыуҙым, – тип бала сағына күҙ һала ул. – Әсәйем Рәшиҙә уҡы­тыусы булып эшләне, ә атайым – шофер. Ғаиләбеҙҙә биш ҡыҙ һәм бер малай. Мин – дүртенсе бала. Йөрәгемә татыу ғаиләбеҙҙең йылыһы һалынған. Әсәй көндәр буйы эштә, директор булып эшләгәс, буш ваҡыты юҡ. Ә атайым ҡышын өйҙә ята, уның менән бергәләп донъя көтәбеҙ. Әсәйҙең ҡайтыуына аш бешереп, концерт номерҙары әҙерләп ҡуябыҙ ҙа, ул ҡапҡала күренеү менән, атай беҙҙе ишеккә ҡаратып теҙә. Ни тиклем арып, йонсоп ҡайтһа ла, әсәйем беҙҙе күреү менән йылмайып ебәрә. Уҙыш­маҡтан хәбәр­ҙә­ребеҙ­ҙе һөйләй-һөйләй, тәм­ләп тороп аш ашайбыҙ, сәй эсәбеҙ. Ә яңылыҡтар көн оҙонона донъя йыйылып китә! Шунан ике командаға бүленеп, уйындар уйнайбыҙ. Юҡ ваҡытын бар итеп, әсәй ҙә беҙгә ҡушыла. Мин, әлбиттә, атай ҡыҙы булараҡ, йышыраҡ атай яғында уйнайым. Атай санаға фләгә ҡуйып, һыуға йыйынһа, кемуҙарҙан фләгә өҫтөнә менеп ҡунаҡлайбыҙ – кем алдан өлгөрә, шул ат менгәндәй рәхәтләнеп йөрөп килә. Атай менән бергәләп мал ҡарайбыҙ... Ә йәйгеһен “власть” алмашына: хәҙер инде донъя көтөү көсө әсәйгә төшә, сөнки атай көнөн-төнөн эштән бушамай. Бигерәк тә уңыш йыйыу осоронда беҙ уны күрмәйбеҙ ҙә тиерлек: иртән эшкә сығып киткәндә йоҡлап ҡалабыҙ, эштән ҡайтыуына күптән әүен баҙарына киткән булабыҙ.

Азамат ҡустым тыуғанға тиклем атайымдан ҡалмай йөрөнөм: машина ремонтлағанда ла, утын бысҡанда ла эргәһендәмен, хәлемдән килгәнсә ярҙамлашам. Атайым, ҡыҙыҡ күреп, мине ултырғысҡа баҫтырып йырлата ла, үҫкәс, кем булаһың, тип һорай. Шартлатып, шофер булам, тип яуаплайым. Һуңынан мине түгел, ә ҡустымды үҙе менән йөрөтә башлағас, миңә ныҡ ҡыйын булды. Ләкин зарланып улты­рырға ирек юҡ, Күмертауҙа уҡыған өлкән апайым Рәфилә йәйгеһен ҡайтһа, беҙҙең менән оҫта етәкселек итә – эштәрҙе лә эшләтә, тәртипте лә күҙәтә. Бер көндө ул кер йыуғанда, миңә һыуға барырға ҡушты. Мин Мохтар Ауэзовтың “Абай юлы” китабын тотоп алдым да, бушамайым, китап уҡыйым, тим. Ҡасан уҡып бөтәһең, тип һорай. Әле генә түгел, тип, ятып уҡырға керештем. Китап ҡалын бит инде. Уҡытып бөтөрҙө, ҡаңғыртманы. Китап уҡыуға бына шундай ихтирам булды беҙҙең өйҙә.

Ғәйфуллиндар ғаиләһендә тәүге балаларға – Рәфиләгә, Рәмиләгә һәм Рәлиҙәгә – исем­дәр әсәйҙәренекенә оҡшаш булһын тип ҡушыла. Дүртенсе бала тыуғас, ғаилә башлығы Муса, әйҙә, быныһына минекенә ярашлы “М” хәрефенә башланған исем бирәйек, тип, Миләүшә исемен һайлайҙар. Бишенсе балаларына, Флоридаға, яратҡан әҙип­тәре Рәшит Ниғмәтиҙең ҡыҙының исемен бирәләр. Азамат исе­менең иһә матур мәғәнәһен оҡшата ата-әсә.
– Атай-әсәйем дә юҡ хәҙер, Рәфилә апайым да китте... Моңһоу... Һағындырталар, – тип һағышлы йылмая Миләүшә апай. – Атай-әсәйем иҫән саҡтар иң бәхетле мәлдәрем булһа, бынамын тигән ике ҡыҙым, уларҙың балалары – иң оло ҡыуанысым. Иң мөһим мәлдәр – мәктәпте, унан һуң юғары уҡыу йортон тамамлау, кейәүгә сығып, бала һөйөү, эшләү – быларҙың бөтәһе лә бөтһә, олоғайыу башлана икән. Тик бына бит ғәләмәт: ғүмер көҙө яҡынлашһа ла, күңел һәр саҡ йәш ҡала – шул да үҙенә күрә асылмаҫ оло бер сер икән. Был ғилләнең ҡыуанысынан һағышы күберәк.
Миләүшә апайҙы ауыр уйҙарҙан арындыртыу өсөн, әңгәмә ебен икенсе яҡҡа бороп ебәрә һалам:
– Һеҙ матур шиғырҙар ҙа яҙаһығыҙ, тәүге шиғырығыҙҙы ҡасан яҙғанығыҙҙы иҫләй­һегеҙме?

Теләгемә ирешәм: Миләүшә апай ҡулы менән маңлайына таянып, күңеле менән яңынан иң бәхетле осорона әйләнеп ҡайта:
– Башланғыс синыфтарҙа ижади өйгә эш бирәләр бит, шунда яҙа башланым да инде. Беренсе шиғырымды әсәйемә бағышланым, икенсеһен – апайыма, шунан береһен Азаматҡа арнаным, һуңынан атайға һәм башҡаларға. Әсәйем иртән уҡыта, ә мин төштән һуң уҡыйым. Шиғыр сыймаҡлайым да, ҡыуанып, мәктәпкә сабам. Әсәйемде коридорға саҡырып сығарып, мин шиғыр яҙҙым, тип ижад эшемде уға күрһәтәм. Ул мине, үәт, маладис, тип маҡтаһа, башым күккә тейә. Кисен өйҙә, беҙҙең ҡыҙыбыҙ шиғыр яҙған, тип тағы маҡтай, ғорурлана. Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә ижади һәләтле ул. Әсәйҙән – аҡыл, атайҙан хислелек, нескә күңеллелек, моңлолоҡ күскән. Атайым яратып башҡарған “Азамат”, “Былбылым” йырҙарын радионан, телевизорҙан ишет­һәм, ҡыйын булып китә... Атайым бит флотта хеҙмәт иткән, өс йыл буйына әсәйемә табаҡ-табаҡ шиғри хаттар яҙған. Береһе лә һаҡланмаған шул, үкенескә күрә. Армиянан ҡайтҡас, ул моторҙар эшләү заводына рәссам булып эшкә ингән. Әсәйем шул ваҡытта “Китап” нәшриәтендә эшләгән. Кеше мөйөшөндә йәшәп ялҡҡас, атайым комсомол путевкаһы буйынса үҙ колхозына шофер булып ҡайтҡан. Беҙ ауылда тыуғанбыҙ. Мин шаян, шуҡ, малай холоҡло булдым. Шаяра башлаһам, тыйып тота алмайҙар ине. Ә бит уҡытыусы балаһы булыу бик яуаплы йөк. Бер көн әсәйем мине алдына ултыртып, арҡамдан тупылдатып һөйөп: “Ҡыҙым, үҙемдең балам насар билдәләр алып, тәртипһеҙ булһа, мин ниндәй йөҙ менән уҡыусыларымдан яҡшы булыуҙарын талап итәйем. Һин үрнәк булырға тейешһең, сөнки һин – уҡытыусы ҡыҙы, минең ҡыҙым”, тине. Әсәйемде тыңлап, үҙгәрҙем. Ауыр булды инде. Мәктәптә миңә ныҡ оҡшай торғайны! Саңғы ярыштарына оло теләк менән йөрөнөм, “Тимур командаһы”нда ла әүҙемлек күрһәттем, бәләкәстәргә вожатый ҙа булып йөрөнөм. Үҙемде өлкән, яуаплы кеше итеп тойҙом. Ҡыҙҙарҙың яғалары бысраҡ күренһә, һүтеп алам да йыуып, киптереп, килтереп тегәм. Бигерәк күңелле, ҡыҙыҡлы осор!

Ғәйфуллиндарҙың бөтәһе лә унынсынан һуң юғары уҡыу йортона инә, Миләүшәгә лә әсәһе, БДУ-ға барырһың, ти. Әммә үҙ һүҙле ҡыҙ Өфөгә юлланһа ла, 59-сы ҡала һөнәрселек-техник училищеһына инә лә ҡайта. Өйҙәгеләр уның был ҡылығына аптыраһа ла, асыуланмайҙар. Бәйләүсегә уҡып сығып, кизе-мамыҡ комбинатына эшкә төшкән Миләүшә Ғәйфуллина бәләкәйҙән өйрәнгәнсә, баш баҫып, тырышып эшләй. Алдынғы эшсегә “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исемен бирәләр. Иваново ҡала­һына курстарға ла ебәреп уҡы­талар. Шиғырҙар яҙыуын, әҙәби китаптар уҡыуын дауам итһә лә, һылыу ҡыҙ юғары белем алырға, тормошон ҡырҡа үҙгәртергә уйламай ҙа. Ә бер көндө комбинаттың ятағына эшселәр менән осрашыуға Рәшит Солтангәрәев, Рәшит Шәкүр килә. Сара тамам­ланғас, Миләүшә баҙнатһыҙ ғына Рәшит Шәкүргә яҡын килеп, үҙенең дә шиғырҙар яҙып маташыуын әйтә: “Хеҙмәт даны” тигән район гәзитендә бер нисәүһе донъя ла күрҙе...” Шағир бер ҙә, һинең кеүектәр быуа быуырлыҡ, тип уның һүҙҙәренә ҡул һелтәмәй, мотлаҡ шиғырҙарыңды Яҙыу­сылар союзына килтер, тип, адресты яҙып ҡалдыра. Миләүшә, әйтерһең дә, мәктәпкә әсәһенә тәүге шиғырҙарын күрһәтергә барғандай, ҡанатланып, Союзға килә. Йәш ижадсыларға ҡарата оло хәстәрлек күрһәткән Рәшит Шәкүр уның әҫәрҙәрен туплап, “Башҡортостан” гәзитенә баҫырға бирә. Нескә тойғоларға бай шиғырҙар ижад иткән Миләүшә Ғәйфуллинаны күреп ҡалып, телевидениеға ла саҡыралар, шиғриәт фестивалендә лә ҡат­наша ул. Әҙиптәрҙең фатихаһы менән, ниһайәт, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә.
– Әсәйем шул саҡта, һине аңлауы ҡыйын, йә уҡығың килә, йә килмәй, тине, – ти Миләүшә апай. – Ә мин, кешене яҙмыш йөрөтә, тип уйлайым. Тимәк, ул саҡта шулай кәрәк булған. Кизе-мамыҡ комбинатына рәхмәтлемен: шунан бушлай фатир бирҙеләр, кейәүгә сығып, ҡыҙҙарыбыҙ тыуғас, балалар баҡсаһында урын булды, юғары уҡыу йортонда түләп уҡыттылар... Әсәйем, беҙгә бер нәмә лә бушҡа килмәй, көс түгеп алырға кәрәк, тип әйткәйне, был ысынлап хаҡҡа сыҡты. Бөтә нәмәне хәләл көсөм менән таптым. Сабырлыҡ төбө – һары алтын, тигән мәҡәлдең дә айышына йәшәй-йәшәй төшөндөм. Тормошто яратыу ҙа, яҡында­рыңды нисек бар, шулай ҡабул итеү ҙә, кешеләр менән килешеп йәшәү ҙә, йән тыныслығы ла оло хазина – сабырлыҡтан килә.

Миләүшә Муса ҡыҙы икенсе балаһы тыуғас, 136-сы лицейға эшкә бара. Ижадҡа ваҡыты ла ҡалмай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ижад итергә лә була, тип өмөтләнә:
– Пенсияға сығыу менән иркенләп ял итермен, йоҡо туйҙырырмын, тип тә хыялланғайным, баҡтиһәң, эшләп күнеккән кешегә ялы ла килешмәй икән. Йоҡоно туйҙырып ал­ғайным, өйҙә шундай күңелһеҙ, бер толҡа тапмайым, ҡулыма эш бармай. Ваҡыт күп булыу менән дә, бер эш тә эшләнмәйсе! Ә яңынан эшкә сыҡҡайным, тыным иркенәйеп киттеме ни! Ғәжәп: илеңә кәрәгең бөтһә, үҙеңде бөтөнләй кәрәкһеҙ кеүек тояһың. Был бик ауыр кисерелә. Байҙың бисәһе пенсияға сыҡһа, круизға юллана, хәйерсенеке эшкә сыға, тиҙәр бит, шул ысынға тартым.
Шәп ҡыҙҙар үҫтереп, маҡтауға лайыҡлы матур ғүмер юлы үткән, социаль селтәрҙә беҙҙе гүзәл шиғырҙары, аҡыллы уй-фекерҙәре менән даими рәүештә һөйөндөргән Миләүшә Ғәйфул­лина-Вәлиева, эштән арып ҡайтып, арығанлыҡтан башым мендәргә тейеү менән йоҡлап китәм, инде башҡаса пенсияға сыҡмайым, тип шаяртып һүҙен тамамланы: “Һаулыҡ булһын – эшләргә күңел атлығып ҡына тора!”




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа