22.02.2011 Талантлы ҡурайсы
Лицейҙың тамаша залы балалар менән тулы. Тып-тын… Бына танһыҡ ҡурай моңо таралып, күңелдәрҙе арбаны…Берсә сәңгелдәктә бәүелтә, берсә һауаларҙа осороп йөрөтә, ҡайҙалыр ҡанатландыра, йөрәктәрҙе елкендерә, илһамландыра, рухландыра. ҡурай моңона сорналғанда, Башҡортостандың мәғрур тауҙары, ҡыйып үткеһеҙ ҡуйы урмандары, бормаланып-бормаланып аҡҡан мул һыулы йылғалары, йәйрәп ятҡан күлдәре, гөл-сәскәгә күмелгән яландары, тыныс күк йөҙөн иңләп осҡан ҡоштары, гүзәл илде төйәк иткән кейек-януарҙары – барыһы ла күҙ алдынан үтә.
Бына шулай уйландырҙы ла, моңландырҙы ла Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыларын, уҡыусыларын ҡурай моңонда тирбәткән талантлы ҡурайсы Роберт Юлдашев. Ул осрашыуға үҙенең “ҡурайсы” төркөмө менән килгәйне. Үҙенсәлекле төркөм егеттәре бик оҫта итеп, ҡурай моңона ҡушылып, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны, өзләп тә ишеттерҙе. Балаларға бигерәк тә егеттәрҙең бирелеп китеп һуҡма инструменттарҙа уйнауы оҡшаны. Ә инде Роберт ағайҙың дәртле лә, моңло ла итеп ҡурайҙа төрлө көйҙәр башҡарыуын айырыуса яратып ҡабул иттеләр. Хатта “Афарин!”, “Бис!” һүҙҙәрен туҡтауһыҙ хуплап ҡысҡырып ултырҙылар, рәхәтләнеп алҡышланылар, бейеп тә алдылар. Роберт Юлдашев үҙе лә балалар менән алсаҡ, ысын күңелдән аралашты, фәһемле лә, кәрәкле лә фекерҙәрен әйтте. Роберт ағайҙың шулай яғымлы аралашыуы, бөтөн йөрәктән ҡурайҙа уйнауы һәр кемдең күңеленә үтеп инде, балалар бик ҡәнәғәт ҡалды.
Концерт-осрашыу тамамланһа ла, таралышырға ашыҡманылар. ҡурайсыға ял да бирмәйенсә, олоһо ла, кесеһе лә уратып алды. ҡайһыһы автограф ала, ҡайһыһы ҡурай тураһында һораша, ҡайһыһы Роберт ағайҙы яҡындан күреп һөйләшеп ҡалғыһы килә. Концерттан һуң ҡурайсының тағы бер һоҡланғыс сифаты асыҡланды. Ул сәғәттән ашыу һәр баланы тыңланы, көндәлектәренә матур һүҙҙәр яҙҙы, һәр береһенә иғтибар бүлеп әңгәмәләште, кәңәштәрен бирҙе. ҡыйыуыраҡтарына ҡурай буйынса ул алып барған өҫтәмә дәрестәргә йөрөү бәхете лә эләкте.
Һәләтле ҡурайсыға һоҡланғыс концерты, милли байлығыбыҙ ҡурайҙы, уның моңон халыҡҡа еткергәне, аҡыллы һүҙҙәре өсөн бөтә лицей уҡытыусылары, уҡыусылары исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай бай йөкмәткеле концерт-осрашыуҙы ойоштороп уҙғарғаны өсөн яратҡан уҡытыусыбыҙ Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллинаға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА,
М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының XI А синыфы уҡыусыһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»