05.09.2019 Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!
Йәш быуын ғына түгел, урта һәм оло йәштәгеләр ҙә вайн ҡарарға ярата. Бөгөн вайн ҡарап, рәхәтләнеп көлөп алырға теләмәгән кеше һирәктер. Интернетта, тәү сиратта Инстаграм социаль селтәрендә үҫешкән ҡыҫҡа роликтар юморға ҡоролған булыуы менән арбай. Сама менән 20 секундтан алып бер минут тирәһе ваҡытҡа һуҙылған видеола кешенең етешһеҙлектәре йәки төрлө тормош ваҡиғаһы көлкөлө итеп күрһәтелә. Был жанрҙы үҙ итеүселәр, йәғни төшөрөүселәр вайнер тип атала. Был модалы күренештән башҡорт йәштәре лә ситтә ҡалманы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кешене көлдөрә алыу һәләтенә эйә булыусылар үҙҙәренең ҡыҙыҡлы видеояҙмаларын интернет ҡулланыусыға тәҡдим итә.
Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт академия театры актеры Фәнил Ҡарасурин да – башҡорт вайнерҙарының береһе. Ул үҙенсәлекле геройын – “өләсәй” характерын – ҡыҙыҡлы итеп аса белеүе менән башҡаларҙан айырылып тора. Фәнилдең профессиональ актер булыуы арҡаһындамы, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт позитивы сағыуыраҡ балҡыны.
Тәүҙә репетициялар, спектаклдәр араһында театр коллективы йәштәре менән бергәләп төрлө вайн төшөрә башлай. Тик күпмелер ваҡыттан был эш һүнеп ҡала. Яҙғыһын Фәнил вайн жанрында яңғыҙын ғына һынап ҡарарға була. Үҙе сюжет уйлап таба, барлыҡ ролде үҙе башҡара һәм камераға штатив ярҙамында төшөрә. Сценарий яҙыусы ла, режиссер ҙа, оператор ҙа, ҡораусы ла булыу егеткә һис ауырлыҡ тыуҙырмай. Камералы телефондар барлыҡҡа килеү менән улар ярҙамында күргән бөтә нәмәһен кадрға төшөрөргә яратҡан егеттең “тәжрибәһе” ярап ҡала. Тәүге эше үк уңышлы килеп сыға. Бик күптәр “лайк” ҡуя, дәртләндереү һүҙҙәрен яҙа, тағы ролик төшөрөүҙе һорай. Беренсенән, кеше бер нәмәгә лә ҡарамай ҡыуанырға һәм күңел асырға ярата, икенсенән, өләсәй образы барыһына ла яҡын һәм ғәзиз. Бөгөн Фәнилдең “өләсәһен” меңәрләгән кеше яратып ҡарай. Актер ҡыланыуы, ололарса телмәре менән халыҡты көлдөрөп кенә ҡалмай, ә уйланыу өсөн урын да ҡалдыра. Өләсәй – ейән мөнәсәбәттәренә ҡоролған барлыҡ видео тормоштан алынған хәлдәрҙе һүрәтләй. Сюжеттарҙа артыҡ хәрәкәттәр ҙә юҡ, ә бер урында һөйләп тороп ҡына характерҙы аса Фәнил.
– Минең “өләсәйем” – йыйылма образ. Юмористик характерға эйә, алсаҡ, ҡайһы саҡта артыҡ шикләнеүсән, тиҙ ышаныусан, ҡабалан һәм башҡа. Күптәр, үҙ өләсәйеңде үсекләп күрһәтәһеңдер, моғайын, тип һорай. Юҡ, минең ҡәҙерле кешем Хәҙисә Ҡыуатоваға ул бөтөнләй оҡшамаған. Мәҫәлән, минең бер видеола өләсәй ейәнен таң менән уята. “Иртә бит, йоҡла әле, балаҡайым”, – тип тупылдатып һөйә һәм дөбөр-шатыр ҡоймаҡ ҡойорға тотона. Хәҙисә өләсәйем бер ҡасан да улай итмәйәсәк, киреһенсә, уға ҡунаҡҡа барһам, рәхәтләнеп йоҡомдо туйҙырыу форсаты тыуа, – ти көлөп Фәнил. – Уның бесәй кеүек баҫып шым ғына йөрөүенән мин бер ни ҙә белмәй, төшкә ҡәҙәр йоҡо һимерткәнем булды. Иҫ белгәндән алып өләсәйем намаҙ уҡыны.
Күптәр “тапалған” мәҙәктәрҙе ярата. Егеткә лә “теге”не йәки “быны” төшөр, тип элекке көләмәстәрҙе һорап яҙыусылар бихисап. Ләкин егет сюжет һәм видео сифаты ғына түгел, ә вайндарҙың ҡабатланмаған булыуы тураһында ла ҡайғырта. Шәхси битенә яҙылыусылар араһында видеоларҙы көтөп алыусылар менән бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләне: “Яңы роликты ҡасан һәм сәғәт нисәлә ҡуясағым хаҡында анонс яҙам. Ғәҙәттә, ул киске етелә була. Бер мәл, техник сәбәптәр арҡаһында, вайнды урынлаштырып булманы. Сибайҙан бер апай миңә, ҡасан видео була, тип һорап яҙа. Баҡтиһәң, балалары менән яңы мәҙәк көтөп ултыра икән. Мәйтәм, берәй сәғәттән, саҡ ҡына сабыр итегеҙ. Ҡыҫҡаһы, ул көндө эште һуң ғына тамамлай алдым. Ә Инстаграм ҡағиҙәләре буйынса, төнгө ваҡытта ҡуйылған пост ҡулланыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡаласаҡ. Теге апай тағы яҙа: “Балаларым йоҡламай бит – улар һинең вайнды көтә”. Ҡалай итәһең, ҡатындың номерын алып, әлегә бер ҡайҙа ла ҡуйылмаған роликты уға ғына ватсап аша ебәрергә тура килде. Балаларым эй ҡыуанды, тип рәхмәт әйтте һуңынан. Әгәр ҙә минең яратҡан шөғөлөм кешеләрҙең тормошона аҙ ғына булһа ла шатлыҡ өҫтәй икән, артабан да был йүнәлештә эшләргә һәм тәжрибә тупларға иҫәп тотам”.
Быйыл Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәйҙе шаҡ ҡатырған хәл – банкты талау тураһында ла вайндар төшөрә егет. Фәнилде Луиза Хәйруллина ролендә аудитория ҡул сабып ҡаршы алды. Ул көндәрҙә блогына яҙылыусылар һаны ла кинәт артып китә. Күрәһең, бөгөнгө халыҡ юморҙа ла криминалды күрергә теләй. Сөнки үҙебеҙҙең гәзиттең интернеттағы сайты һәм төркөмө күрһәткестәренән сығып әйтәм: урлашыу, енәйәт һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәл менән халыҡ күберәк ҡыҙыҡһына һәм уҡый.
Вайнер әйтеүенсә, бер минутлыҡ видеоны төшөрөү өсөн 1 сәғәт тирәһе ваҡыт китә, ә уны монтажлау өсөн – 3 – 4 сәғәт самаһы. Ошо ваҡытты кемдер буш хәбәр һөйләп йәки интернетта ултырып уҙғарһа, Фәнил Ҡарасурин интернеттағы башҡорт контентын үҫтереүгә арнай.
Уйлап ҡараһаң, туған телендә видео яҙҙырған вайнерҙар телде таратыу һәм уны үҫтереү өҫтөндә ҙур эш башҡара. Башҡорт вайнерҙары бик күп түгел, уларға берләшергә, үҙ-ара аралашып ижад итергә кәрәк, тигән фекерҙә геройым.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»