17.08.2019 “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”
йәки Айгиз Баймөхәмәтов ниңә өйләнмәй?
Кеше тураһында имеш-мимештәр ҡайҙан барлыҡҡа килә? Ирекле ижадсы бөгөн гонорар аҡсаһына йәшәй аламы? “Йондоҙ ауырыуы”нан нисек ҡотолорға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында башҡорт әҙәбиәтенең йәш вәкиле, танылған яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Айгиз, бала саҡта йәиһә тәүге әҫәреңде яҙғанда, билдәле кеше булырмын, тигән уй бар инеме һиндә?
– Юҡтыр... Сермән балалар йортонан сығып киткәндә, юғары белем алып, тыуған ауылыма уҡытыусы булып эшкә ҡайтыу тураһында хыялландым. Ә китап яҙыу күңел талабы ине. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең тормошон, кисерештәрен, трагедияһын уҡыусыларға еткергем килде. Билдәлелек яулау, уҡыусыларға оҡшау-оҡшамау тураһында уйланманым. Яҙыуы эмоциональ яҡтан ауыр булды: үҙ тормошомдо халыҡҡа асыҡтан-асыҡ һөйләргә тейеш инем. Ә уға тиклем сит кешеләргә үҙемдең етем икәнемде бик һөйләп барманым.
– Тормош һынауҙары алдында баҙап ҡалмай, белемгә ынтылыу көслө характерың тураһында һөйләй. Ҡайһы бер йәштәр, ярҙам иткән ата-әсәһе була тороп та, уҡыуға илке-һалҡы ҡарай...
– Мин үҫкән мөхиттең – балалар йортоноң үҙ ҡанундары бар ине. 12 йәштә барып эләктем. Етлегеү осоро, донъяны саҡ танып белгән мәл. Һәр ваҡыт талаш-тартыш, һуғыш. Ә мин физик йәһәттән көслө түгел. Барлыҡ фәндәрҙән яҡшы билдәләргә генә уҡыһам да, физкультураға барым булманы. Йоҙроҡ менән дөрөҫлөк яулай алмаҫ инем. Шуға ла белемгә ынтылдым. “Мин булдыра аламмы?” – тигән һорау биреп, тирә-йүнгә түгел, ә үҙемә нимәлер иҫбатлағым килде шикелле. Ярҙамға килгәндә, күптәр яҙмышыма битараф булманы, уларға рәхмәтлемен. Шулай ҙа барыһы ла кешенең үҙенән тора. Ете балалы ғаиләлә үҫтем. Атай-әсәй иҫән булған хәлдә лә, улар беҙҙе гел иркәләп, наҙлап ҡына тормаҫ ине.
– 12 йәштән ғаилә мөхитенән айырылыу, балалар йортонда тәрбиәләнеү күңелеңдә яра ҡалдырманымы? Быға тиклем өйләнмәүеңдең сәбәбе шунда түгелме?
– Аҙ булһа ла атай-әсәй тәрбиәһен алып өлгөрҙөм. Күңелемдә ғаиләбеҙҙең матур хәтирәләре һаҡлана. Алла бирһә, ғаилә ҡорһам, матур тормош көтөрбөҙ, балалар тәрбиәләрбеҙ, тип хыялланам. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым бар, мөнәсәбәттәр етди. Тик “ҡамыт кейергә” әлегә әҙер түгелмен шикелле.
– Бөгөн яҙыусы ижад менән генә йәшәй аламы? Белеүемсә, һин эш урынына “бәйле” түгел.
– Бөгөн мин – ирекле ижадсы. Биш йыл “Башҡортостан” гәзитендә журналист булып эшләгәндән һуң китергә тура килде. Сәбәптәр төрлө. Беренсенән, эш хаҡының түбән булыуы. Гәзит эше бик күп физик һәм аҡыл көсөн ала. Милли матбуғатты шахтер эше менән сағыштырыр инем. Икенсенән, яҙыусы булараҡ, мине йыш ҡына төрлө осрашыуға, кисәгә саҡыра башланылар. Эшләгәс, китә алмайым. Барған осраҡта ризаһыҙлыҡ белдереүселәр табылды. Журналда эшләргә теләк бар ине, алырға теләүсе табылманы. Бәлки, баш мөхәррирҙәр мине үҙҙәренә конкурент итеп күргәндер.
Йәшермәйем, олигарх булмаһам да, гонорар аҡсаһына йәшәрлек мөмкинлек бар. Хатта журналист булып алған эш хаҡымдан бер нисә тапҡырға артып та китә.
– Ә дәүләт эшмәкәре булараҡ карьера эшләргә уйламайһыңмы? Хәҙер бит эстрада “йондоҙ”ҙары ла, яҙыусылар ҙа, моделдәр ҙә власҡа ынтыла.
– Тәҡдим булды, баш тарттым. Мин – ижад кешеһе, үҙемде дәүләт эшендә күрмәйем. Идара итеү өсөн характер, талант булыуы мөһим. Йырлай белмәгән кешене йырсы итеп булмағандай, был эштә лә һәләт кәрәк. Рәсәйҙең һәләкәте шунда: һәр кем етәксе булырға теләй. Ә идара итә белмәгән кеше халыҡ өсөн оло фажиғәгә әүерелә.
Вазифа булғанда барыһы ла ярата, ихтирам итә кеүек, ә аҙаҡ оноталар. Ә бына ябай кеше булараҡ кешенең ихтирамын яулай алаһыңмы? Эйе икән, тимәк, һин – булдыҡлы ижадсы.
– Үҙәктәргә үтерлек яҙмыштарҙы һүрәтләгән әҫәрҙәреңдән һуң “Ҡыҙыҡ был тормош” китабың көтөлмәгәнерәк булды. Уның дауамы буласаҡмы һәм яҙғандарың өсөн билдәле шәхестәр үпкәләмәнеме?
– Дауамы булыр, тип уйлайым. Сәфәр йөрөгәндә булған ҡыҙыҡтарҙы гел генә блокнотыма теркәп бара инем. Байтаҡ йыйылғас, айырым китап сығарыу идеяһы барлыҡҡа килде. Уҡыусылар менән осрашыуҙар мәлендә, ошондай хәлдәрҙе һөйләп, бер аҙ юмор өҫтәп ебәрергә була. Шағирҙарға ул йәһәттән еңелерәк: шиғыр уҡыйҙар. Яҙыусылар иһә ошондай ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы һөйләй. Үпкәләүселәр булманы, һәр кем юморҙы аңлап ҡабул итте.
– Бөгөнгө йәштәр араһында ике күрһәткес бар: эстрадала – Элвин Грей, әҙәбиәттә – һин. Уның менән танышһыңмы? Ижадына ҡарашың нисек?
– Беҙ күптәнге таныштар, хатта бер нисә тапҡыр байрамдарҙа ла бергә булырға тура килде. Тик һуңғы йылдарҙа аралашҡан юҡ, уның тығыҙ эш графигына ҡамасаулағым килмәй. Ижады оҡшай, концерттарына ла барғаным бар. Башҡорт егетенең Рәсәй кимәлендә танылыу яулауына шатланам. Һәр йырсы уның кеүек эстрадаға яңы һулыш өҫтәһә ине, тигән теләктәмен.
– Билдәлелек һиңә яуаплылыҡ өҫтәйме?
– Эйе, үҙемдә әҙәбиәт һәм башҡорт милләте вәкиле булараҡ яуаплылыҡ тоям. Ымһындырғыс ялтырауыҡтар күп, бәйҙән ысҡыныуы еңел. Ниндәй фекер ҡалдырыуым тик үҙемдән тора. Мәҫәлән, Әзербайжанда үткән халыҡ-ара фестиваль мәлендә милли мәжлескә саҡырҙылар. Табында шарап шешәләрен минең яныма ҡуя башланылар. Минең аптырағанды күргәс: “Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Иран илдәренән килгән яҙыусыларҙың эсмәүен беләбеҙ. Ә Рәсәй вәкилдәре баш тартмай”, – тип яуап бирҙеләр. Үҙемдең мосолман халҡы вәкиле булыуымды аңлатырға тура килде. Бер генә кешенең ҡылығы менән тотош милләт тураһында фекер тыуҙырырға мөмкин.
– Билдәлелектең насар яғы – төрлө имеш-мимеш, хатта туҙға яҙмаған хәбәрҙәрҙең күп булыуы. Улар һине лә урап үтмәне. Ғәйбәтте ауыр кисерәһеңме?
– Тәүге осорҙа ауыр ине, күңелем төшкән ваҡыттар ҙа булды. Хәҙер инде өйрәндем, ундай хәбәрҙәрҙе йылмайыу аша ҡабул итәм. Халыҡ телендәмен икән, тимәк, ҡыҙыҡһыналар. “Һин ул китапты үҙең яҙмағанһың!” – тип үҙемә әйткәндәре лә булды. Был – көнсөллөктөң бер күренеше. Нимәһе ҡыҙыҡ: ул хәбәрҙәрҙе минең менән аралашмаған, бер зыяным да теймәгән билдәле шәхестәр тарата. Был яла яғыуҙарға үҙ фекерен Таңсулпан Ғарипова “Башҡортостан” гәзитендә яҙып сыҡты. Әлбиттә, брендлы исем аҫтында бер нисә автор яҙған осраҡтар сит ил, Рәсәй әҙәбиәтендә бар. Әммә беҙ ундай көнгә төшмәгәнбеҙ. Икенсенән, “Ҡалдырма, әсәй!” китабын икенсе берәйһе яҙған булһа, гонорар өсөн генә лә күптән: “Мин яҙҙым!”– тип яу һалыр ине. Нисәмә телгә тәржемә ителде, спектаклдәр ҡуйыла, уҡыу программаһына инде. Хәбәр таратыусылар, күрәһең, был турала уйламай.
– Һинең уҡытыусылар тормошон һүрәтләгән күләмле әҫәр өҫтөндә эш башлағаныңды беләбеҙ. Ни өсөн был теманы һайланың?
– Кешене кеше иткән, тәрбиә биргән – уҡытыусы. Уға, ата-әсәнән ҡала, оло яуаплылыҡ һалынған. Ә һуңғы йылдарҙа уларҙың дәрәжәһе, абруйы бермә-бер төштө. Балалар, ата-әсәләр генә түгел, хатта дәүләт тә был һөнәр эйәләрен ихтирам итмәй кеүек. Субботниктар, ниндәйҙер саралар булһа, иң тәүҙә уларҙы сығаралар. Ә эш хаҡы тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Шул турала оҙаҡ уйландым. Ниндәй йәмғиәт ул уҡытыусыны ихтирам итмәгән? Ни өсөн улар шундай көнгә төштө? Әҫәр яҙыу идеяһы шулай тыуҙы.
– Ә икенсе жанрҙа, мәҫәлән, пьеса йәки юмористик повесть яҙырға теләгең бармы?
– Мине йыш ҡына драматург тип яҙалар, иғлан итәләр. Әммә сәхнә әҫәре яҙғаным юҡ. Әҫәрҙәрем нигеҙендә үҙебеҙҙә, Бүрәт республикаһында, Ҡаҙағстанда спектаклдәр ҡуйылды. Киләһе ижад миҙгелендә Татарстанда ла сәхнәләштереләсәк. 20-ләп халыҡ һәм балалар театры ла ҡуйҙы. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев менән дә пьеса яҙыу тураһында һөйләшкән булды, әммә тәжрибә булмағас, бер аҙ ҡурҡам. Сатирик әҫәргә идея бар.
– Ижадыңды күҙәтеп барыусы булараҡ, һине сит яҡтарҙа нығыраҡ баһалауҙарын аңланым.
– Ул яҡтарҙа әҙәбиәткә ҡараш икенсе төрлөрәк. Мәҫәлән, өс повесымды ла Башҡортостанда сыҡҡан журналдар баҫтырырға теләмәне. Ә улар Ҡаҙағстан журналдарында, башҡа республикалар баҫмаларында ла донъя күрҙе. Мин бит ул милләт вәкиле түгел. Яманмы-яҡшымы, нисек бармын, шулай – башҡорт кешеһемен. Үҙ ижадым менән Башҡортостанға хеҙмәт итәм.
– Һин 24 йәштә ярайһы ғына күләмле әҫәр менән башҡорт әҙәбиәтендә үҙ урыныңды яуланың. Ә бөгөн һинең артыңдан килерлек йәш ижадсылар бармы?
– Яҙыусылар союзына ингәнемдә бер юлы 14 кешене ҡабул иткәйнеләр. Улар араһынан мин һәм татар телендә ижад итеүсе Айҙар Зәкиев ҡына проза яҙабыҙ. Ҡалғандар барыһы ла – шағир. Йәғни беҙҙә прозаиктарға ҡытлыҡ.
– Үҙең кемдәрҙе уҡыйһың?
– Кемде генә атаһам да, 50 йәштән уҙған буласаҡ. Ғөмүмән, яңы китаптарҙы, ваҡытлы матбуғатта донъя күргән әҫәрҙәрҙе уҡып барам. Сабит Фазлыевтың “Ҡара этап” романын яратып уҡыным. Автор менән осрашырға тура килһә, шуны ғына әйтеп үтер инем: һөргөнгә барған юл йөҙ бит итеп һүрәтләнә. Был бик күп, минеңсә.
Татар әҙәбиәте менән ныҡ ҡыҙыҡһынам. Унда әҙәбиәткә тулҡын-тулҡын булып йәштәр килә.
– Яҙған әҫәрҙәрен уҡытып, кәңәш һораусылар бармы?
– Эйе, тик мин үҙ фекеремде, бигерәк тә “һай” булғандарына, әйтеп бармайым. “Оло яҙыусыларға йәки редакцияларға тәҡдим итеп ҡарағыҙ”, – тип яуаплайым. Беренсенән, мин бит кәңәш бирерлек тәжрибәле әҙип түгел. Икенсенән, кешенең күңелен ҡалдырғым килмәй.
– “Йондоҙ ауырыуы” һиңә йоҡманымы әле?
– Беренсе китабым сыҡҡас, ярты йыл тирәһе эйфорияла йөрөп алдым. Тик ул мәл тиҙ генә үтеп китте. Яҡындан белмәгән кешеләр, бәлки, эре, танауы күккә тейгән кеше, тип уйлайҙыр. Әммә тәбиғәтем менән ябай кешемен. Бала саҡтан ауырлыҡтарҙы күп күргәнгәме, тормоштоң асылын иртә аңланым. Дан – ваҡытлыса күренеш. Күңелем үҙ-үҙемә һоҡланыу менән түгел, ә кешене уйландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ әҫәр сюжеттарын эҙләү менән мәшғүл. Ауыр саҡта кешегә йәшәү көсө бирерлек әҫәр яҙғым килә. Булғанына маҡтанып түгел, ә киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙе хуп күрәм.
– Һиңә йыш ҡына ауыр тормош һынауҙарын кисергән балалар, үҫмерҙәр мөрәжәғәт иткәнен беләм.
– Эйе. Кемеһелер кәңәш көтә, кемеһелер ярҙам һорай. Әлбиттә, ҙур урында эшләмәйем, мөмкинлектәрем сикле. Шулай ҙа ҡулымдан килгәнсә булышлыҡ итәм, белгәндәремде өйрәтәм. Таныш булһам, кәрәкле кешеләргә үтенестәрен еткерәм. Тик уларҙы исемләп һөйләп, маҡтанғым килмәй.
– Төрки донъя халыҡтары һинең ижадыңды бик йылы ҡабул итте. Европаны яулау тураһында уйланаһыңмы?
– Уй юҡ ине, яңыраҡ Төркиәнән швед теленә тәржемәләү тураһында шылтыратыу булды. Ул турала көҙ айҙарында теүәл яуап бирә аласаҡмын.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милли әҙәбиәт вәкилдәре һәйбәт әҫәр яҙа алмай, тигән стереотип йәшәй. Ә беҙҙең иҫ киткес әҫәрҙәр бар. Бары тик уларҙы тәржемәләү яйға һалынмаған. Мәктәптә лә күбеһенсә әҙәбиәттең боронғо тарихы һәм совет осоро өйрәнелә. Шуға ла балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы юҡ. Беҙҙең бурыс: Башҡортостанда һәйбәт яҙыусылар, әҫәрҙәр барлығын танытыу.
– Балалар йорттарына осрашыуҙарға саҡыралармы?
– Һуңғы тапҡыр балалар хоҡуғы буйынса вәкил Татьяна Вижевич саҡырыуы буйынса Бүрәт республикаһында булғайным. Бик ауыр тойғолар кисерҙем, унда тәрбиәләнеүселәрҙең билдәһеҙ яҙмышы күңелемде әрнетте. Ярай, мин тормошта үҙ урынымды таба алдым, ә улар менән нимә булыр? Шул турала уйланып, күңелем һыҡранды һәм башҡаса балалар йортона саҡырыуҙарҙы ҡабул итмәҫкә булдым.
Мине Сермән балалар йортон яптырыуҙа ғәйепләүселәр ҙә күп булды. “Россия без сирот” программаһына ярашлы ябылған ойошмаларға минең бер генә лә ҡыҫылышым юҡ. Шәхсән фекеремде еткерҙем, әлбиттә. Мин патронат тәрбиә, уллыҡҡа алыу сәйәсәте яҡлымын.
– 23 йәштә яҙмаған булһаң, бөгөнгө Айгиз “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәрен яҙа алыр инеме?
– Юҡтыр. Ул хистәр, кисерештәр ҡайнар саҡта яҙылды. Ә хәҙер ул һынауҙарға, шулай тейеш булған, тип ҡарайым. Был тормошта бер нәмә лә юҡҡа ғына бирелмәй. Тимәк, миңә ошо юлды үтеп, ҡулыма ҡәләм алыу яҙылған булған.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айгиз. Һинән “Йәшлек” гәзитенә яңы хикәйәләр көтөп ҡалабыҙ!
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»