24.08.2019 Туйҙарҙа яралған мөхәббәт
Данлыҡлы, талантлы һәм зыялы нәҫелдәрҙең туғанлашыуы
Улар бер-береһенә туған кеүек оҡшаш. Йылмайыуҙары ла, ҡараштары ла, хатта ихласлап хәбәр һөйләүҙәре лә. Фекерҙәре – бер, хыялдары, маҡсаттары уртаҡ. Аллаһы Тәғәлә буласаҡ ғаилә ағзаларын шулай алдан уҡ пар, иш итеп яралтҡан, күрәһең. Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләп йөрөүсе Азат Ҡарасурин менән Розалия Иҙелбаева тураһында һүҙем. Бер булып ижад итеүсе, ғаилә йөгөн тартыусы ике таланттың тарихы хаҡында. Уларҙың береһе – Иҙелбаевтар менән Хәсәновтар, икенсеһе – Ҡарасуриндар менән Ғәйетбаевтар нәҫеленән.
Сәхнәнән төшмәгән Розалия бала саҡтан уҡ башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялыҡты, ҡыйыулыҡты үҙенә һеңдерә. Шул уҡ ваҡытта әҙәп, уңғанлыҡ һәм тәрбиә төшөнсәләрен дә онотмай. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инеүенә ҡарамаҫтан, сәхнәне ташламай. “Гәлсәр һандуғас” фестивалендә ҡатнашып, үҙен йырсы булараҡ таныта. Ҡалала үткән мәҙәни сараларҙа ла ихлас ҡатнаша. Диплом алғас, ҡыҙ йүнәлтмә буйынса Нефтекама ҡалаһына эшкә китергә тейеш була. Әммә ул тыуған яғынан, ата-әсәһенән айырылырға теләмәй, район мәҙәниәт йортонда эш башлай.
Бер көн Балалар ижады үҙәгендә эшләүсе Рәшиҙә апай төшкө ашҡа ҡайтҡанында ҡыҙына:
– Ҡарасурин районға ҡайтҡан икән. Бергә эшләйһегеҙ инде, – тип, яңылыҡ әйтә. Нефтекама филармонияһында эшләгән Иршатты ғына белгәс, Розалия: “Ниңә ҡаланы ташлап, районға ҡайтты икән?” – тип уйлап ҡуя. Бер нисә көн үткәс, эшкә барып инеү менән ул мәҙәниәт йортонда итәғәтле, һылыу, тәү ҡарамаҡҡа оялсан ғына күренгән егетте күрә. Ул Буранбай ауылында үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамларға, әрме хеҙмәтен үтергә өлгөргән Азат була. “Зәңгәр экран” аша ғына күреп өйрәнгән яҡташын мәҙәниәт йортонда күреп, бер аҙ ҡаушап та китә. Юҡҡа ғына Розалияның ике туған апаһынан: “Ниндәй матур ҡыҙ! Дуҫлашҡан егете бармы?” – тип һорашып йөрөмәне бит. Ә бына ул сибәркәй ҡаршыһында тора! Яҡынданыраҡ танышыу өсөн егет ҡыҙ артынан эйәрә...
Йәштәр күңелле итеп бергә эшләй башлай. Бер-береһенә ынтылғанын һиҙепме, әллә осраҡлы ғынамы, хеҙмәттәштәре уларҙы гел бергә гастролгә ебәрә, сығыш яһарға ҡуша. Шуға ла тиҙ арала айырылмаҫ дуҫтарға әүереләләр. Бер аҙҙан Розалия менән Азат өҫтәмә килем булһын өсөн ял көндәрендә бергәләшеп туйҙар, юбилейҙар үткәрә башлай.
Оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөүгә ҡарамаҫтан, йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Шулай ҙа Баймаҡҡа ҡайтҡан саҡтарында Азат Розалияны бергәләп Сибайға барып ҡайтырға саҡыра. Нимәлер һиҙенгән апаһы өй эштәре менән булып йөрөгән туғанына: “Ул, моғайын, һиңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһайҙыр, матур күлдәк кейеп бар!” – ти. Ҡыҙ ышанып етмәй. Ә Азат уны, ысынлап та, ресторанға саҡырған була. Ошо кистә ул һөйгәненә мәңге бергә булырға тәҡдим яһап, алтын йөҙөк менән гөлләмә бүләк итә. Ҡыҙҙар күңеле – ҡара урман, тиҙәр бит. Розалия студент йылдарында уҡ үҙенә: “28 йәштә кейәүгә сығам, туйым йәй айында буласаҡ”, – тигән маҡсат ҡуйған булған. Хыялдар тормошҡа аша: никахтан һуң йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Туй шаулап-гөрләп, 150-гә яҡын ҡунаҡ менән июль айында үтә.
Бәндә берҙе уйлар, Алла тәғәйен өлөшөн бирер, тиҙәр. Ҡайһы саҡ тырышып-тырышып та ала алмаған бәхет уйламаған ерҙән килә бит. Хәсәновтарҙың ғаилә ансамблендә йырлап та, бейеп тә йөрөгән Розалия мәктәп йылдарында уҡ артист булырға теләй. Әммә төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, һәйбәт уҡыған һәм бер туған өс ҡустыһына ла һәйбәт “няня” булған ҡыҙҙы уҡытыусы һөнәрен алырға өгөтләйҙәр. Азатты ла ғаиләлә йырсы булыр тип уйлаусы булмай. Әммә ундағы талантты класс етәксеһе күрә һәм конкурста сығыш яһарға үҙе әҙерләй. Еңеү яулаған малай артабан да йырҙан айырылмай. Яҙмыштары сәхнә булғас, ике йәш йөрәк табышып, ҡауышып, рәхәтләнеп ижад итә. Уларҙың хыялдары яҡты һәм изге: бәхетле атай-әсәй булып, балалар һөйөнөсөндә йәшәү. Һәм, әлбиттә, йыр менән сәхнә.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»