RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 Аҡыл менән хистәр береккәндә

Баймаҡ районының Темәс мәҙәниәт йорто сәхнәһендә һөнәрселек училищеһының агитбригадаһы әҙерләгән концерт бара. Бер егет гармунда уйнай-уйнай йыр һуҙа. Уның моңло, саф тауышы тамаша залын ғына түгел, бар бинаны иңләп, тыңлаусыларҙың күңеленә, булмышына һеңә, тетрәндерә. Ололар, уны хуплап: “Атаҡлы йырсы булыр, моғайын!” – тип яҡты киләсәк юраһа, йәш ҡыҙҙар егеттең кем булыуын бер-береһенән һораша башлай. Бары тик оҙон толомло, үҙе лә йырларға, бейергә яратҡан ҡыҙ ғына бер кемгә лә иғтибар итмәй, иҫе китеп йыр тыңлай. Был ваҡиғала моңло йырсы – Азамат Тимеров, йырға ғашиҡ булыусы ҡыҙ – Нәсимә. Егет ул саҡта район һөнәрселек училищеһында иретеп-йәбештереүсегә уҡып йөрөй, ә ҡыҙ бары тик Темәс мәктәбенең 7-се класында белем ала. Был уларҙың беренсе осрашыуы була. Танышыу, аралашыу тураһында уй ҙа юҡ әле. Әммә Аллаһы Тәғәлә бер-береһенә тейеш әҙәмдәрҙе барыбер ҙә осраштыра, ҡауыштыра. Мең сәбәпте юҡ итеп, айҙар-йылдарҙы айҡап...

Бейеүсе булырға хыялланған ҡыҙҙары Нәсимәне Морат ағай менән Ишбикә апай артист булмаҫҡа оҙаҡ өгөтләй. Аяҡтарың һыҙлаясаҡ, сиған тормошонда йәшәйәсәкһең, тигән һүҙҙәр бала күңелен бер аҙ төшөрә. Асыуынан оҙон толомдарын ҡырҡа ла, Баймаҡ ҡалаһына барып, хисапсылар курсына уҡырға инә. Уны тамамлағас, бер йыл эшләп ҡарай. Тик һөнәре һис кенә лә күңеленә ятмай. “Үкенерлек булмаһын, бер генә һынап ҡарайым да...” – тип, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихандар бирергә юллана. Был юлы ул ата-әсәһенә уй-ниәттәрен белдермәй, юлға: “Юғары уҡыу йортона барып ҡарайым”, – тип сыға. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студенттар исемлегенә ингәс кенә шатлығын яҡын кешеләре менән бүлешә. Ата-әсәгә ныҡышмал ҡыҙҙарына фатиха биреүҙән башҡа сара ҡалмай.
Яңы дуҫтар, таныштар, уҡыу мәшәҡәттәре менән бер йыл “һә” тигәнсе үтеп тә китә. 2-се курсҡа килгәндә уларҙы: “Һеҙҙең курсҡа бик матур йырлаған Баймаҡ егетен алғандар!” – тигән яңылыҡ ҡаршы ала. Бер нисә көндән бүлмәһенә ҡайтып ингән ҡыҙҙы Азамат ҡаршылай. “Бында яҡташың йәшәй, тигәйнеләр. Танышып китергә булдым. Бер курста уҡыясаҡбыҙ икән”, – тип һүҙ ҡуша ул. Йәштәр шулай таныша. Бер нисә көндән егет гармунын күтәреп килеп инә. Ҡыҙҙарға ул башҡорт халыҡ йыры “Ильяс”ты йырлап ишеттерә һәм тарихын һөйләй. Нәсимә күңеленә тулышҡан моңға сыҙай алмай, илап ебәрә. Күҙ йәштәрен йәшерер өсөн йыуыныу бүлмәһенә инеп китә. Егеттең талантына, моңона ғашиҡ була ул.

Әрме хеҙмәтен үтеп, бер нисә йыл эшләп өлгөргән Азамат сәнғәт училищеһына инер өсөн Нәсимә менән бер йылда имтихан бирергә тейеш була. Тик Өфөлә документтарының теүәл булмауы асыҡланғас, ул: “Икенсе йыл килермен әле!” – тип ҡайтып китә. Икенсе йылына иһә уны тыңлап ҡарағас, тура икенсе курсҡа уҡырға алырға ҡарар итәләр. Шулай итеп, ике Баймаҡ таланты бергә уҡый башлай.
– Тәүге көн күрешкән саҡта, ниңәлер башымдан: “Ҡалай атайыма оҡшаған был егет!” – тигән уй үтте. Башын ҡырыныраҡ ҡуйып ултырыуҙары, хәбәр һөйләүҙәре, атлап китештәре бер иш уларҙың. Азамат бик аралашыусан, кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел табыусы, ихлас, йор һүҙле егет булып сыҡты. Уҡыуға ла, мәҙәни сараларға ла гел бергә йөрөнөк, Баймаҡҡа ла бергә ҡайта инек. Тәү ҡараштан мөхәббәт булманы, тәүҙә дуҫтарса ғына аралаштыҡ. Киреһенсә, был талантлы егет бәхетенә һәйбәт кенә башҡорт ҡыҙы тап булһа ине, тип теләй инем. Ҡышҡы каникулдан һуң уҡырға килгәс, Азамат миңә хистәрен белдереп, дуҫлыҡ тәҡдиме яһаны. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Мөнәсәбәттәрҙе икенсе күҙлектән ҡарап, үҙемдең дә уға битараф түгеллегемде аңланым, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Нәсимә Морат ҡыҙы.
Егет эште ҡыҙыу тота. 2-се курсты тамамлап, йәйге каникулға таралышҡас, ул ҡыҙҙың ата-әсәһе менән танышыр өсөн Әмин ауылына юллана. Уны Ишбикә апай ҡаршы ала. Бер аҙҙан туғандарына киткән Нәсимә, көн кискә ауышыуға урман эшенән биш улын эйәрткән Морат ағай ҡайтып инә. “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейегән Рәфҡәт менән Азамат таныш булып сыға, улар ихлас һөйләшә башлай:
– Әллә концерт менән килдегеҙме?
– Юҡ, бына Нәсимә янына килдем.

Әсәй менән атай тәүҙә аптырап ҡала, шым ғына егетте һынай. Азамат ҡайтып киткәс, атай кеше һүҙ башлай:
– Был егет бик телдәр күренә. Арыу кешеме икән? Беҙҙең заманда ҡыҙ йортона барыу тигән нәмә булманы. Кейәү булғас та, шым ғына ултыра торғайныҡ. Күп һөйләп, аҙ эшләй торған булмағайы...
Рәфҡәт танышын яҡлап сыға:
– Мин уны күптән беләм: бик һәйбәт егет. Нәсимә уның менән хур булмаҫ!



Бер ни тиклем ваҡыттан Азамат, ата-әсәһен эйәртеп, никах тураһында һөйләшергә килә. Шулай итеп, 1992 йылдың 21 авгусында йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Уларға дөйөм ятаҡтан бүлмә бирелә. Башҡа бер ни ҙә үҙгәрмәй: үткән йылдағы кеүек, уҡыу ҙа, ял да, юл да бергә. 1993 йылда иһә йәштәрҙе Сибай филармонияһын асыу идеяһы менән янып йөрөгән Фәтих Хөснөтдинов менән Әлмира Ҡыуатова килеп таба. Яңы фатир, йәш коллектив, гастролдәр һәм яңынан-яңы концерт программалары менән ылыҡтырыу бушҡа булмай. Йәштәрҙең тормошо ҡырҡа боролош яһап, Сибай ҡалаһына бәйләнә. Улар үҙҙәренең ижад юлын тап ошо филармонияла башлай. 1994 йыл Азамат өсөн үтә һөҙөмтәле була: ҡулына диплом ала, улы Урал тыуа, яңы фатир асҡысы тапшыралар. Декрет ялында булыу сәбәпле, бер йылға һуңлап, Нәсимә лә диплом ала. Филармония етәкселеге һүҙендә тора: Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың даны бар республикаға тарала. Береһенән-береһе шәп концерт программалары, йырҙары тупланған альбомдар сыға, бөтә Башҡортостан буйлап гастролдәр ойошторола. “Ғәлиәбаныу” музыкаль спектакле, “Евровидение”, “Заман заңы – халҡым йыры”, “Исемдәре Нәсимә, моңло йыры нисәмә!” һ.б. – һәр ижад миҙгеле тиерлек репертуар байый, тәжрибә арта. “Бер йырлап уҙам әле” программаһы менән ғаилә Ҡазан сәхнәһендә сығыш яһай. Францияға ла 40 көнлөк сәфәргә бара Сибай артистары. Гастролдәр мәлендә кескәй Урал алмаш-тилмәш ике өләсәй-олатай ҡарамағында ҡала. Уға ун йәш тулыуға, ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, Арыҫлан тыуа. Азамат Камил улына “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелә.

14 йыл ғүмер “һә” тигәнсе үтеп тә китә. Нәсимә менән Азамат Өфө ҡалаһына күсеү тураһында уйлана башлай. Тап шул мәлдә уларҙы “Мираҫ” ансамбленә эшкә саҡыралар. Ғаилә, тәүәккәлләп, баш ҡалаға юллана. Ә бер йылдан Тимеровтар ғаиләһе Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. Ғаилә башлығы бөгөн дә шунда эшләй. Ә Нәсимә Морат ҡыҙы, хаҡлы ялға сыҡҡас, “Ауаз” исемле фольклор ансамбле төҙөп ебәрә. Унда бөгөн төрлө таланттарға эйә булған 40-ҡа яҡын кеше шөғөлләнә, байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа даими сығыш яһайҙар. Шулай ҙа ул ғаиләһе өсөн йәшәүен йәшермәй.

– Нәсимә кеүек ҡатын-ҡыҙҙар бик һирәк була! – тип һоҡлана Азамат ағай. – Ул үҙе ижад менән шөғөлләнһә лә, һәр ваҡыт минең өсөн борсолдо. Ауырып китһәм, нисек дауаларға белә. Репертуар буйынса беренсе кәңәшсем, концерт ҡуйыр булһам, бөтә мәшәҡәтте үҙ иңенә алып, миңә тик йырлар өсөн генә мөмкинлек бирә. Ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында ғына була торған сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ, ғаиләһенә ҡарата ихтирам хистәре хас уға. Бер ваҡытта ла юҡ-барға тауыш ҡуптармаҫ, өйҙәге сүп-сарҙы тышҡа сығармаҫ. Уның ошо холҡо менән ғаиләбеҙ имен, тормошобоҙ матур. Балалар өсөн өҙөлөп тора, артыҡ иркәләп тә ебәрә. Шуға күрә миңә талапсаныраҡ булырға тура килә.
Бала саҡта ата-әсәһенең йыш гастролдә йөрөүен, төнгә тиклем эшләүен күреп үҫкән Урал артист булырға теләмәй. Шуға ла ул тәүҙә Башҡорт дәүләт аграр университетын, аҙаҡ педагогия университетын тамамлай. Әммә, алма ағасынан алыҫ төшмәй, бейеүгә һөйөүе көслөрәк булып сыға. Йәш егет туплаған “Ырыу” заманса бейеү төркөмө йәштәр араһында көндән-көн популярлыҡ яулай бара. Урал холҡо менән әсәһенә оҡшаған. Етди, һәр һүҙе төплө, аҙымы уйланылған. Ҡустыһы Арыҫлан иһә тормошон сәхнә менән бәйләүҙән ҡурҡмай. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында белем ала, саксофонда уйнарға ярата, матур йырлай. “Атаһының балаһы!” – тиҙәр уны яратып. Дин менән ҡыҙыҡһына.

Ике йыл һайын тамашасыларын яңы концерт программаһы менән ҡыуандырып торған Тимеровтар ғаиләһе быйыл да матур традицияны дауам итә. Азамат Камил улы өсөн икеләтә байрам: үҙенең алтын юбилейы, ижад юлын башлауына ла сирек быуат үткән. Ошо уңайҙан дуҫтарын 25 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында йыя. Әйткәндәй, концертта ҡатыны Нәсимә лә, улдары Урал менән Арыҫлан да сығыш яһай. 28 йыл элек башланған матур мөхәббәт тарихының дауамы менән шунда танышырһығыҙ.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа