13.03.2019 Республика байрамына оло бүләк
18 мартта “Беренсе республика” фильмы прокатҡа сыға
Башҡортостан республикаһының 100 йыллығы уңайынан Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы һәм “Тере лента” кинокомпанияһы тулы метражлы “Беренсе республика” тарихи-нәфис фильмын төшөрҙө. Ул тамашасылар хөкөмөнә 18 мартта сығасаҡ. Фильмдың режиссеры – Булат Йосопов, сценарий авторҙары – Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова, операторы – Илья Пономаренко. Сценарий авторҙары, хәтирәләрҙән тыш, бик күп архив документын өйрәнә, тарихи хеҙмәттәр менән таныша, тарихсылар менән кәңәшләшә.
Фильм билдәле журналист, сәйәси золом ҡорбаны Ҡасим Аҙнабаев хәтирәләренә таянып төшөрөлгән. Унда Башҡортостандың профессиональ сәнғәте һәм әҙәбиәте башланғысында торған билдәле шәхестәрҙең яҙмышы бер теҙмәлә бәйән ителә. Яҡты хыялдар менән республика киләсәге өсөн янып йөрөгән яҙыусылар, артистар, журналистар һәм бик күп һөнәр эйәһе 1937 йылда нахаҡ бәләләр менән ҡулға алынып, “халыҡ дошманы”на әүерелә. Күптәре үлем язаһына тарттырыла, байтағы һөргөнгә оҙатыла. Уларҙың ғаиләләре лә ауыр яҙмышҡа дусар була.
Актерҙар составы бик уңышлы һайланған. Яратҡан артистар беҙҙе үткән быуаттың 30-сы йылдарына алып китте. Роберт Йылҡыбаев (Ҡасим Аҙнабаев), Фәнил Толонғужин (Ғабдулла Амантай), Рафиҡ Хәсәнов (Ғәзиз Әлмөхәмәтов), Рәмзил Сәлмәнов (Дауыт Юлтый), Руслан Хайсаров (Вәлиулла Мортазин-Иманский), Артур Ҡунаҡбаев (Мәкәрим Мәһәҙиев), Илгиз Миңләхмәтов (Ғөбәй Дәүләтшин), Рушана Бабич (Зәйтүнә Бикбулатова), Лилиә Исҡужина (Һәҙиә Дәүләтшина) – уларҙың барыһы ла үҙ ролдәрен юғары кимәлдә башҡарҙы. Башҡа ролдәрҙә һәм күмәк сәхнәлә – республика театрҙары артистары, йәш ижадсылар. Фильмда шулай уҡ Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы, мәшһүр балерина Нинель Юлтыеваның да бала сағы һүрәтләнә.
Әҙәби башҡорт теле буйынса бәхәс, профессиональ театр артистары әҙерләү, Мәскәү ҡалаһына белем алырға ебәрелгән тәүге опера йырсылары, Ленинград хореография училищеһына уҡырға алынған балет артистары, тәүге матбуғат һәм Яҙыусылар союзының беренсе ултырышы – был мөһим тарихи ваҡиғаларҙың барыһы ла фильмда күрһәтелә.
“Беренсе республика” фильмының премьераһына Дауыт Юлтыйҙың ейәнсәре Наилә, Ғабдулла Амантайҙың ейәне, бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев һәм Ҡасим Аҙнабаевтың ҡыҙҙары, ейәнсәре килгәйне.
“Беренсе республика” фильмы беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Ундағы шәхестәрҙең һәр береһе айырым фильм төшөрөүгә лайыҡ. Үҙ тарихына битараф булмаған һәр кем уны ҡарап, күңеленә һеңдерәсәк. Киләсәккә барған саҡта тарихты онотмайыҡ. Оло республика өсөн башҡарылған тәүге эштәрҙе, уларҙы атҡарыусы тәүге шәхестәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Тарихи фильм төшөрөүе ауыр һәм бәхәсле. Тарихсылар, бәлки, ҡайһы бер факттар буйынса бәхәс тә ҡорор. Әммә тамашасылар өсөн бындай фильмдар кәрәк.
P.S. Фильм Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың данлыҡлы “Сайҡалалар кәмәләр” йыры мотивы оҙатыуында бара. Был да юҡҡа түгел: үлеме алдынан композитор ошо йырын йырлап, күңел әрнеүҙәрен баҫҡан, көрәштәштәренең зарын йыуатҡан. Шағирә Лариса Абдуллинаның йөрәк һүҙе лә шул турала:
ҺУҢҒЫ ЙЫР
Мәшһүр йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә
"Буранбай"ҙы һуҙа ғына берәү.
Тертләп ҡуя хатта таш бина.
"Айға ҡарап һағышлана..." – тине
Ни әйтерен белмәй диуана.
Йырым илдә тороп ҡалһын тиеп,
Моңландымы икән әсенеп?
Ҡәҙерлеһе ерҙә ғүмер, тиҙәр.
Бөйөк хаҡтар халыҡ өсөн ул!
Бөйөк хаҡтар...
Бөйөк заттар мәле.
Башҡорт рухы башын күтәрә.
Ҡатил заты йәнә ҡорбан көҫәй:
Айбалтаһын һелтәй ҡантүрә?
Әй, ҡантүрә, минең белгем килә,
Ошо һорау борсой күптәрҙе:
"Ни өсөн һуң? Әйтсе, ни өсөн һуң?
Ҡанға мандың йырлы был ерҙе?"
... Ә ул йырлай, ә ул һаман йырлай,
Үтеп булмай ошо урамдан.
Әйтерһең дә, уның моңо бында
Һәр бер йортто, ташты сорнаған.
Әле булһа Гоголь тыҡрығында
Тоҫҡалғандай беҙгә көбәктәр.
Арынырмы ватан кешеләргә
Бәндә хөкөм ҡылған был йөктән?!.
Ә ул йырлай, уның моңо һаман
Быуаттарҙы айҡап, Ер гиҙҙе.
Таң да атып килә, ваҡыт етте:
Июль, 10-ы утыҙ һигеҙҙең...
Тап ошо көндө Башҡортостанда 43 дәүләт эшмәкәре үлем язаһына хөкөм ителә...
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»