RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рөстәм Шаһыбалов ниңә концерт ҡарамай?

01.02.2019 Рөстәм Шаһыбалов ниңә концерт ҡарамай?

йәки Халыҡ йырҙарының киләсәге бармы?

Рөстәм ШАҺЫБАЛОВ – башҡорт эстрадаһындағы әүҙем йырсыларҙың береһе. Ул Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Каруан” төркөмөндә эшләй, яңғыҙ йырсы булараҡ та тамашасыларҙы ҡыуандыра, баш ҡалала үткән концерттарҙа ла йыш сығыш яһай. Бөгөн Әбйәлил егете үҙенең тамашасыларын филармонияның Ҙур залына йыйып, шәхси концерты менән ҡыуандыра. Мәшәҡәтле мәл булыуына ҡарамаҫтан, ул бер аҙ ижад хаҡында әңгәмәләшеп алырға ваҡытын бүлде.


– Рөстәм, һинең тамашасың булараҡ, матур репертуарыңды билдәләп үтер инем. Йырҙарың мәғәнәле, моңло, күңелгә яҡын булыуы менән айырылып тора.
– Оҡшамаған йырҙарҙы йырлай алмайым. Һәр йырсы, репертуарына алырҙан алда, йырҙы күңеленә һеңдерергә тейеш. Әгәр ундағы хистәр, фекерҙәр үҙеңә тап килмәй икән, нисек итеп уны тамашасыға еткерергә?! Әлбиттә, сценарий буйынса ҡуйылған ҡайһы бер концерттарҙа кәрәк булған өсөн генә ниндәйҙер йырҙарҙы башҡарырға тура килә. Әммә уларҙы репертуарыма алмайым, кәрәк урында ғына йырлайым. Һәр кем репертуарҙы үҙ мөмкинлегенә һәм зауығына ҡарап һайлай. Минең күңелемә моңло йырҙар ауаздаш.
– Хәҙер интернет селтәре тәнҡит ояһына әүерелде. Күберәк түрәләргә һәм ижад кешеләренә “эләгә”. Һине, йырҙарыңды юҡҡа тәнҡитләһәләр, яуап яҙаһыңмы?
– Бөтә кешегә лә оҡшап бөтөп булмай. Шуға күрә интернет киңлектәрендәге кире хәбәрҙәргә, фекерҙәргә иғтибар итмәйем. Мәҫәлән, яңы йырымды йөҙ кеше яратҡан осраҡта ла, оҡшатмаған кеше лә табыласаҡ.
– Башҡа йырсыларҙың концертына йөрөйһөңмө?
– Барам, тик ҡарамайым. Ышана­һығыҙмы, юҡмы, тыныс ҡына залда ултыра алмайым. Сәхнә арты тормошона ныҡ өйрәнгәнмен, хатта ҡатнашмаһам да, концерт мәлендә артистар араһында йөрөйөм.
– Һин – халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарған артист. Башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай алмаған йырсы йырсы түгел, тигән фекер менән килешәһеңме?
– Килешеп етмәйем. Әгәр халыҡ йырын йырлай алмайһың икән, рәхим ит – эстрада йүнәлештәре бик күп. Үҙ стилеңде табып, башҡарырға мөмкин. Әлбиттә, йырсының халыҡ йырҙарын йырларлыҡ моңо, тауышы, таланты бар икән, ул йәне теләгән әҫәрҙе йырлай аласаҡ. Хәҙер заман үҙгәрҙе, артистар күп, эстрада сәнғәте бай. Махсус белеме булмаған йырсылар ҙа бар.
– Тимәк, һинең йырсыларға та­лап­тарың ҡаты түгел...
– Йырсыларҙың да төрлөһө бар. Әле әйтелгән фекерем, ауыл мәжлесендә йырлаған һәр кем ҙур сәхнәгә сығырға тейеш, тигәнде аңлатмай. Һәр эштә профессионализм кәрәк. Шулай ҙа ҡайһы саҡ шундай таланттар осрай, хатта 4 – 5 йыл махсус белем алған йырсыларҙы ла уҙҙыра. Исемләп әйткем килмәй, әммә фонограммаға ғына йырлаған артистар ҙа күп. Ниндәй генә концертты алып ҡарама, мотлаҡ “фанерщик”тар сығыш яһай. Әгәр һин үҙеңде йырсы тип һанайһың икән, тамашасыны алдама. Ярай, ул бер-бер артлы 6 – 7 йыр йырлаһа, уның бер нисәһенә ташлама яһарға булыр ине. Ҡайһы бер концерттар баштан алып аҙағына тиклем тамашасыны алдауға ҡоролған.
– Был күренеш нимәнән килә: йырсының тауышы юҡмы, әллә үҙ-үҙенә ышанмаймы?
– Йырлай белмәгәндәр ҙә осрай. Шулай ҙа был башлыса үҙ-үҙеңә ышанмауҙан килә. “Плюс”ҡа йырлау зарарлы ғәҙәт ул. 2 – 3 мәртәбә шулай сығыш яһанымы, ғәҙәтенә инеп китә. Ҡаушау, ҡурҡыу барлыҡҡа килә, ышаныс юғала, шунлыҡтан тағы-тағы “плюс” менән сыға. Берәй ваҡыт тере тауышҡа йырлағыһы килһә лә, йырлай алмаясаҡ. Уның менән бик һаҡ булырға кәрәк. Мин үҙем дә, “Каруан” төркөмө менән дә концерттарҙы тотошлай тере тауышҡа йырлайым. Күптән “фанера”ны туҡтатыу тураһында һүҙ бара, әммә дәүләт кимәлендә хәл итмәй тороп, был күренеште бөтөрөп булмаясаҡ.
– Ә һин сәхнәлә ҡаушайһыңмы? Тере тауыш менән тулҡынланыу ныҡ һиҙелә бит...
– Артист кеше һәр саҡ тулҡынлана, ни тиһәң дә, йөҙәрләгән кеше алдына сығып баҫаһың бит. Йырсы булыу еңел түгел: тауыш матур яңғыраһын, һүҙҙәр онотолмаһын, сәхнәлә үҙеңде матур тоторға – быларҙың береһен дә хәтер­ҙән сығарырға ярамай. Эшләй-эшләй ҡаушауҙы еңергә өйрәндем. Тәүге йылдарҙағы кеүек, тубыҡтар ҡалтырап, баш эйергә лә онотоп, сәхнә артына сапмайым (көлә – авт.). Көтөлмәгән хәлдәрҙе лә үткәрә беләм. Йыш ҡына, айырыуса яңы йырҙың өсөнсө куплетын онота торған холҡом бар. Был осраҡта тәүгеһен ҡабат йырлайым.
Йырсылар тауышын һаҡлар өсөн туңдырма ашамаҫҡа, тәмәке тартмаҫҡа тейеш, тиҙәр...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин ул яҡтан гонаһлымын. Тәмәкене ташларға көс етмәй. Улым Илдан балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡан һайын туңдырма һорай, уға алғанда үҙемде лә онотмайым. Рәхәтләнеп, тәм­ләп ашайбыҙ. Ә бына көнбағыш ашамайым, ул, ысынлап та, тауышҡа кире йоғонто яһай. Һалҡын көн­дәрҙә мотлаҡ башыма бүрек кейеп, муйынға шарф урап йөрөйөм. Һалҡын алдырырға ярамай.
– Ә ауырыған килеш сәхнәгә сығырға тура киләме?
– Эйе. Тауыш бөтөнләй бөтмәһә, йырып сығырға була. Йырсыларҙы бит шуның өсөн уҡыталар. Тымау, ангина, тамаҡ шешеүе бер нисә йырҙы баш­ҡарырға ҡамасауламай. Һау саҡтағылай рәхәтләнеп, кинә­неп йырлап булмай, әлбиттә, шулай ҙа оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп сығыш яһай алам.
– Йырсы булыу һинең бала саҡ хыялың инеме?
– Бала саҡта хыялдар күп була бит ул. Атайым мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләгәс, ғаиләбеҙ менән концерттарҙа, кисәләрҙә һәр ваҡыт ҡатнашып йөрөнөк. Әсәйем дә, атайым да йырланы. Халыҡ йырҙарын атайымдан өйрән­дем. Махсус ултырып өйрәт­мәне ул. Көн һайын уның йырлағанын ишеткәс, күңелгә һеңде, үҙем дә уларҙы йырлай башланым. Ә әсәйем композиторҙарҙың йырҙарын өйрәтте. Сәхнәгә ылыҡтым: бейеү ан­самбленә, ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм. “Әбйәлил йондоҙсоҡтары” тигән кон­курс­та ҡатнашып, йыр буйынса 2-се урын алып ҡайтыуым иҫтә ҡалған. Мәктәпте тамамлап, ҡайҙа барырға, тигән һорау алдында торғанда, әсәйем Өфө сәнғәт училищеһына барып ҡа­рарға тәҡдим итте. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, вокал бүлегендә, Вәхит Хызыров класында уҡый башланым.
– Профессиональ йырсыларҙы классик йырҙар, опера ариялары йырлатып әҙерләйҙәр. Ябай ауыл малайы булараҡ, уларҙы нисек ҡабул иттең?
– “Ҡайҙа килеп эләктем мин?” – тип аптыранған ваҡыттар күп булды. Опера сәнғәте минең өсөн түгел, уға һаман да битарафмын. Башҡорт халыҡ йырҙарын яратам. Юғары сәнғәт өлгөһөн ситтән эҙләргә кәрәкмәй, улар үҙебеҙҙә бар. Училищеның академик йырлау бүлеген тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем. Беренсе курстан һуң, уҡытыусым Миләүшә Мортазина менән һөйләшеп, халыҡ йырҙары йүнәлешендә уҡыуҙы дауам иттем.
– Тик халыҡ йырҙарын ғына йырларға теләгең юҡмы?
– Бик теләп йырлар инем, әммә замандың үҙ талабы. Башҡортостандың баш ҡалаһында бит халыҡ йырҙарынан ғына торған концерттар ҡуйылмай, сөнки тамашасы йөрөмәй. Был – бөгөнгө көндөң оло проблемаһы. Киләсәктә ул йырҙарҙы тыңлар кеше булырмы? Халыҡ йыры юғала икән, ғөрөф-ғәҙәттәр, тел, тарих онотоласаҡ. Декабрь айында данлыҡлы йырсы Абдулла Солтановтың юбилей кисәһе шул тиклем матур үтте, унда бик теләп ҡатнаштым.
– Шулай ҙа төрлө конкурста халыҡ йырҙары менән йәштәр ҡатнашып тора...
– Былтыр, 2002 йыл еңеүсеһе булараҡ, мине “Ирәндек моңдары” конкурсына сығыш яһарға саҡырҙылар. Йәш таланттар менән танышыу маҡсатында, конкурс программаһын ҡараным. Унда бәйгеселәр башлыса бер үк йырҙарҙы башҡара. Эҙләнеү, һирәк башҡарылған йырҙарҙы өйрәнеү юҡ. Бәйге өсөн, тип кенә халыҡ йырын йырларға ярамай. Мин концерттарыма һирәк башҡарылған йырҙарҙы алырға тырышам. Халҡыбыҙ мираҫы ҙур, уны тамашасыға еткереү – беҙҙең бурыс.
– Репертуарың тураһында һөй­ләшеүгә әйләнеп ҡайтҡанда, йыр­ҙарыңды тыңлап, һине донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған, етди кеше тип уйларға була.
– Шаяртырға ла яратам, кеше шаяртыуҙарын да аңлайым, тик сама тигән нәмәне оноторға ярамай. Тормош ауырлығы күрелмәне, Аллаға шөкөр, бәхетле кешемен. Шулай ҙа йәшләй генә Өфөгә килеп, үҙ урыныңды табыу еңел булманы. Ғаилә, үҙ донъяңды ҡороу, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү– мәшәҡәттәр етерлек. Училищела уҡы­ғанда ғына атай-әсәйҙән ярҙам алдым, артабан, ир-егет булараҡ, үҙемде үҙем ҡарарға тейешмен, тигән маҡсат ҡуйҙым. Был мәшәҡәттәрҙән тыш ижад итергә, үҙ тамашасыларыңды табырға, танылыу яуларға ла кәрәк ине. Булдыра алған тиклемен атҡарып сыҡтым. Артабан да тура юлдан тайпылмай, ауырлыҡтар булһа, бирешмәй йәшәргә насип итһен.
Артист тормошо ла еңелдән түгел. Һөнәремде яратам ул, тик юл йөрөү мәшәҡәттәре бер аҙ йонсотто. Тәгәр­мәстә йүгергән тейен кеүек тойолоп китә. План буйынса концерттар күп, улар араһында – репетициялар, гастролдәр, сығыштар. Кешеләр ял иткәндә эшләйбеҙ. Ярай беҙ, йәштәр, киләсәккә өмөт итеп йәшәйбеҙ. Ә бит ғүмерҙәрен сәхнәгә арнап, атҡаҙанған исемен ала алмайынса, хаҡлы ялға китеүселәр бар. Уларҙың яҙмышы бына, ысынлап та, аяныслы.
– Тыуған яҡтарыңа концерт менән ҡайтҡаның бармы?
– Теләк ҙур, әлегә мөмкинлек юҡ. Эш графигы тығыҙ булғас, үҙебеҙ теләгән яҡтарға гастролгә сыға алмайбыҙ. Ауылдаштарым атайымды хаҡлы ялға бик ҙурлап оҙатты. Мәҙәниәт йортонда ма­тур кисә ойошторолдо. Һуңғы тапҡыр ауыл халҡы алдында шунда сығыш яһа­ғайным. Алла бирһә, булыр, тип ышанам. Бәлки, бөгөнгө концерт програм­маһы менән Әбйәлил яҡтарына юл төшөр...
– Уй-ниәттәрең тормошҡа ашһын, Рөстәм. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы