22.01.2019 Сибай сәнғәт колледжы табыштырған пар
йәки Талантлы Ҡарасуриндар Нефтекама ҡалаһын йәмләп йәшәй
Борон-борон заманда түгел, ә үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында ғына Баймаҡ районының Ишей ауылында йәшәүсе Ҡарасуриндар ғаиләһендә Иршат исемле ир бала донъяға килә. Ул шул тиклем йыр ярата, хатта теле лә асылмаҫ борон “Бер минут”, “Моңдар ҡайтһын ауылға” йырҙарын көйләп йөрөр була. Ә мәктәпкә уҡырға барғас, инде сәхнәнән төшмәй. Олатаһы мәрхүм булғас, уларҙың ғаиләһе данлыҡлы Буранбай ауылына күсеп ҡайта. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгән әсәһе Рәхимә апайҙың юлын дауам итеп, уҡытыусы булырға ҡарар иткән егеттең сәнғәт юлынан китеүенә бабаһы Әхиәт Ғәйетбаев сәбәпсе була. Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, данлыҡлы ҡурайсы, уның йырлауын ишеткәс, үҙҙәренә уҡырға саҡыра. Ә Әбйәлил районының Туйыш ауылында донъяға килгән Рита исемле ҡыҙ бала театр тураһында хыяллана. 1-се кластан уҡ Байым ауылының театр түңәрәгендә уйнай, мәктәптә үткән бер генә кисәнән дә ситтә ҡалмай. Мәктәпте тамамлағас, ул Сибай ҡалаһына, сәнғәт колледжының театр факультетына юллана.
Рита уҡырға килгәндә Иршат 4-се курсҡа күскән була. Улар бер-береһенә 1 сентябрь көнөндә үк иғтибар итә. Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән студенттар араһындағы оҙон буйлы егетте күреп, ҡыҙ һоҡланһа, ата-әсәһе ҡурсалап ҡына дөйөм ятаҡ бүлмәһенә урынлаштырып йөрөгән (иркә генә төпсөк ҡыҙҙары бит ни тиһәң дә!) Ритаға иһә Иршат йылмайып ҡарап ҡуя. Егеттәр “перваш” ҡыҙҙар менән кис һайын сиратлап бүлмәнән бүлмәгә йөрөй. 4 сентябрҙә Иршатҡа тап Рита йәшәгән бүлмәнең ишеген шаҡырға насип була. Шәкәр һорап ингән егетте ҡыҙҙар ихласлап сәй эсергә саҡыра, шулай итеп, яҡындан танышырға ла насип була уларға. Илшат, ҡыҙҙың йөрәген нығыраҡ яулау өсөн, үҙен Азамат Тимеровтың ҡустыһы тип таныта. “Бигерәк оҡшағанһығыҙ шул! Һин дә уның кеүек матур йырлайһыңмы?” – тип һорауҙарына егет йырлап та күрһәтә. Шулай итеп, ул ҡыҙҙарҙың, айырыуса Ританың йөрәген яулай.
Ял көнөндә тыуған ауылына ҡайтып киткән ҡыҙҙы Иршат дуҫ егеттәре менән тимер юл вокзалына ҡаршы алырға килә лә, сумкаларҙы дуҫтарына тоттороп, үҙҙәре парк буйлап сығып китә. Тап шул көндә ул дуҫлыҡ тәҡдим итә. 2005 йылда колледж директоры Камил Абдрахман улы улы Вәлиевтың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы студенттар ҙур концерт программаһы әҙерләй. Тамаша ҡарарға килгән әсәйҙәр, йәғни буласаҡ ҡоҙағыйҙар, бер-береһе менән дә, буласаҡ кейәү-килене менән дә таныша. Аҙаҡ инде йәштәр бер-береһенең тыуған яғына ла ҡунаҡҡа ҡайта. Тыныс холоҡло, артыҡ һүҙ һөйләп бармаған Иршатты Рәйлә апай бигерәк ныҡ оҡшата. “Һинең яныңда шундай егет булғас, күңелем тыныс. Бик һәйбәт егет, ҡәҙерен бел!”– тип кәңәш бирә ул ҡыҙына.
Сәнғәт колледжын тамамлағас, Иршат ике йыл Өфө дәүләт сәнғәт академияһының әҙерлек курстарында уҡый. Тик 2007 йылда уны Нефтекама филармонияһына эшкә саҡырғас, имтихандарын тапшырып тормай, хеҙмәт юлын башлай. Был йылдар арауығында йәштәр һирәк осраша, әммә дуҫлыҡтары өҙөлмәй. Тура һүҙле егет күп һөйләп тормай, Рита уҡыуын тамамлап, диплом алыуға ҡыҙ йортона яусылар ебәрә. “Сулпан” балалар театрында эш башларға тейеш йәш актриса аптырауға ҡала. Яратҡан һөнәрен һайларғамы, әллә яратҡан кешеһенме? Ул мөхәббәтте бала саҡ хыялдарынан, алған белеменән өҫтөн ҡуйып, ғаилә ҡора һәм һөйгәне артынан, декабрист ҡатындары кеүек, бер тапҡыр ҙа күрмәгән, бер генә танышы ла, туғаны ла булмаған Нефтекама ҡалаһына юллана. Ул мәлдә хатта эш табырына ла ышанысы булмай. Ун сәғәткә һуҙылған Баймаҡ – Өфө – Нефтекама юлын йәш кәләш күҙ йәштәре менән үтә. “Бер генә йыл йәшәйек тә, кире үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтайыҡ, йәме”, – тип һамаҡлаған һөйгәнен Иршат: “Ярай, ярай”, – тип йыуата. Был ваҡиғаларға инде ун йылдан ашыу ваҡыт үткән.
– Иршаттың үҙен генә түгел, моңло тауышын да өҙөлөп яратам. Шуға күрә уның үҫеүен теләнем. Әгәр мин: “Театрҙа эшләгем килә!” – тигән талап ҡуйһам, ул, бәлки, Сибайҙы йәки башҡа ҡаланы һайлар ине. Тик уның алдында үҙемде өҫтөн ҡуйырға теләмәнем. Аллаға шөкөр, Нефтекама ҡалаһын һайлауыма үкенергә тура килмәне. Килеү менән филармонияның башҡорт бригадаһына алып барыусы итеп эш тәҡдим иттеләр. Әлбиттә, һүҙ жанры артисы менән театр артисы араһында – ер менән күк айырмаһы. Етмәһә, тәүге эш урыны булғас, тәжрибә лә юҡ ине. Башҡа концерттарҙы ҡарап, эшкә өйрәнһәм, кәңәшселәрем Айбулат Рәхмәтуллин, Гөлсәсәк Саламатова, Ләлә Килсенбаева булды. Юғары белем алдым: ситтән тороп Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтын тамамланым. Бөгөн үҙ фатирыбыҙ бар, уның өсөн филармония директоры Рәйес Абдрахман улы Исмәғилевҡа рәхмәтлебеҙ. Хеҙмәт юлыбыҙ башҡорт бригадаһында башланһа ла, беҙ хәҙер балалар лекторийы артистарыбыҙ, – ти Рита Зәйнетдин ҡыҙы. – Режиссер концерттарҙы интермедиялар, монологтар менән биҙәгәс, театрлаштырылған тамашалар күпләп ҡуйылғас, миңә үҙемдең талантымды тулы ҡеүәттә ҡулланыу мөмкинлеге күп. Шулай ҙа тәү сиратта Иршаттың ҡатыны, таянысы булып ҡалам. Ул репертуар һайлағанда ла, сәхнә костюмдары тектергәндә лә иң тәүҙә минең менән кәңәшләшә. Ә кеше булараҡ, уның юморҙы аңлауын, үҙ һүҙендә тора белеүен яратам. Ауырлыҡтарҙы ла йылмайып үткәреп ебәрә белә, шул уҡ ваҡытта ул – ышаныслы тормош иптәше.
Илшат иһә ҡатынының уңған хужабикә булыуын, ихласлығын, тырышлығын ихтирам итә. “Уға барыһы ла бер юлы һәм хәҙер үк кәрәк. Ошо холҡо менән мине лә тәртипкә өйрәтеп алды. Шуға күрә хәҙер мин дә уңған, булдыҡлы хужаға әйләндем”, – ти ғаилә башлығы уйынлы-ысынлы. Ҡарасуриндар ғаиләһен хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә. “Беҙҙең филармонияның иң матур пары, талантлы артистары!”– тиҙәр улар хаҡында.
Бына шундай таланттар йәмләй ҙә инде Нефтекама филармонияһын. Әйткәндәй, танышыуҙарына ике йыл үткәс, Рита Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров менән осрашҡанында: “Һеҙҙең ҡустығыҙҙы беләм!” – тиеүенә йырсы, аптырап: “Минең ундай ҡустым юҡсы...” – тип яуаплай. Әммә был кескәй генә шаяртыу ике йәш йөрәк араһында дуҫлыҡҡа күпер һалған икән, бик мәслихәт. Эйеме, дуҫтар?
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»