04.01.2019 Тормошто гөрләтә тырыштар
Һәр саҡ тере ҡуҙҙай баҙрап торған мәҙәниәт усағы Яңы Мөсәттең йөрәге кеүек
...Рәмзилә Кәримова, Бөрйән районының Исламбай ауылы ҡыҙы, мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына уҡырға барырға ниәтләгәс, атаһы ҡаршы төшә:
– Бармайһың да, йөрөмәйһең дә. Йүнле эшме ни: төндә эшләргә кәрәк, бер туҡтауһыҙ кешене әүрәтергә кәрәк...
Күңеле йыр-моңға тартылып ҡына торһа ла, Рәмзиләгә фермаға эшкә инеүҙән башҡа сара ҡалмай: тәүҙә башмаҡ ҡарай, һуңынан бейә һауып, ҡымыҙ бешә. Бер нисә йылдан ул иптәш ҡыҙы менән Өфөгә юллана, почтальон булып эшкә урынлаша. Баш ҡалала яҡташы, Яңы Мөсәт ауылы егете Дамир Уразаев менән танышып, дуҫлашып, өйләнешәләр. Йәштәр ауылға ҡайтып төпләнә, бер-бер артлы балалары тыуа. Эшһеҙ тороуҙы һөймәгән Рәмзилә көнкүреш йортонда йыйыштырыусы, мәктәптә пионервожатый булып эшләй, йыр дәрестәрен дә уҡытырға өлгөрә. Ҡыҙы Әлфинәгә – 8, Данияр улына 6 йәш тигәндә, ниһайәт, теләге тормошҡа аша: бала саҡтан хыялланған Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына уҡырға инә һәм ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып эшкә урынлаша. Бар күңелен һалып, илһамланып эшләй Рәмзилә Батыр ҡыҙы. Шул ижад осҡоно һаманғаса күңелендә гөлтләп янып тора. Мәҙәниәт йортон етәкләгәс, үҙ бурыстарына тағы ла дәртләнеберәк, ең һыҙғанып тотона уңған, һәләтле ҡатын. Ун йыл элек үҙе кеүек янып торған Гөлназ Сәйәхова художество етәксеһе булып эшкә ингәс, Яңы Мөсәт мәҙәниәт йорто айырым үҫеш ала, гүйә уның икенсе һулышы асыла. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, мәҙәниәт усағы иртәле-кисле гөрләй. Балалар өсөн бында йыр, бейеү, театр, ҡумыҙ түңәрәктәре эшләй. Һәр концертты биҙәгән “Айгүзәл” бейеү ансамбле биш йыл район бейеү конкурсында беренселекте биргәне юҡ, “Байыҡ” телевизион конкурсында ла көсөн һынап өлгөрҙө. Йәш артистар яңыраҡ ҡына Сөләймән һәм Хәмдиә Латиповтарҙың “Мыяубай этлеге” спектаклен ҡуйып, ауылдаштарын, ата-әсәләрен һөйөндөрҙө. Өлкәндәр “Тамсыгөл” вокаль ансамблендә, “Ҡарасәс” фольклор ансамблендә, “Гүзәлем” ҡумыҙ ансамблендә ихлас шөғөлләнә. Ошо ижади коллективтар менән бергәләшеп Яңы Мөсәт мәҙәниәт йортонда бик бай йөкмәткеле байрам концерттары ойошторола. Бынан тыш, викториналар, төрлө уйын, “ритайым” үткәрелә. Ошо арала ғына Халыҡтар берҙәмлеге һәм сәнғәт төнөнә арналған акция, Мәүлит байрамы, “Биҙәктәрҙә – башҡорт тарихы” исемле мәҙәни сара уҙғарылған.
Әсә көнө уңайынан ойошторолған концерттан һуң телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, иғтибар уятыу маҡсатында балалар өсөн “Әлләсе” уйыны үткәрелде. Беренсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, һәр команда ихлас, дәртле итеп уйнаны, бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Балаларҙың уйнағанын ҡарап ултырып, ағинәйҙәр ҙә дәртләнеп китте, беҙҙе лә өйрәтегеҙ, Янһары ауылы клубына ҡунаҡҡа барһаҡ, белмәй, оятҡа ҡалып ҡуймайыҡ, тиеште. Бына шундай ул беҙҙә ауылдаштар: сәмлеләр, талантлылар, әүҙемдәр! Форсаттан файҙаланып, бергә эшләгән Гөлназға, “Тамсыгөл”, “Ҡарасәс” ансамблдәре ағзаларына, ҡумыҙсыларға, “Айгүзәл” ансамбле ҡыҙҙарының ата-әсәһенә оло рәхмәтемде әйтеп үтәйем. Ауылда эш булмағас, күптәр ситтә эшләй, артистарыбыҙҙы репетицияларға йыйып алыуы ҡыйын. Шуға ҡарамаҫтан, интернет заманы бит, социаль селтәрҙәр аша йырҙарҙың һүҙҙәрен яҙып таратып, ятлауҙарын һорайбыҙ, аҙаҡ тамаша йә берәй ижади бәйге алдынан йәһәт кенә йыйылышып, репетиция үткәрәбеҙ ҙә, геүләтеп сығыш яһайбыҙ. Һәр ваҡыт кәңәштәре менән дә, сценарий яҙып, гармун уйнап та ярҙам иткән Гүзәл апай Сырлыбаева ансамблдәрҙең йөҙөк ҡашы кеүек. Зәлиә Уразаева үҙе лә йырлай, улдары Сыңғыҙ менән Рәзиф тә йырға мөкиббән киткән. Земфира менән Мөнир Ғәфүровтар ҙа йырлы-моңло ғаилә: ата-әсә лә, ҡыҙҙары ла сәхнә күрке. Әйткәндәй, Мөнир “Тауыш. Бөрйән” проектының финалына үтеп, беҙҙе ифрат ҡыуандырҙы. Йырлы күңелле Светлана менән Әғләм Ишкининдарҙың да балалары Таңсулпан, Гөлзидә, Ҡәҙим, Нәркәс, Ҡәҙриә сәнғәт һөйгән заттар булып үҫә. Ғөмүмән, ауылда халыҡ йыр-бейеүгә әүәҫ, концерттарға әүҙем йөрөй. Таланттарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Мәҫәлән, Гүзәл апай Сырлыбаева, Мөхәррәм Ҡасҡынбаев, Дамир Ғүмәров, Марат Зәйнәғәбдинов үҙҙәре шиғыр ҙа, көй ҙә яҙа, йырҙары йыш ҡына радио, телевидение аша яңғырай.
Яңы Мөсәт мәҙәниәт йорто район кимәлендә үткән сараларҙан да ситтә ҡалмай: йыр-бейеүҙәрен дә тамашасыларға бүләк итә, бай күргәҙмә лә ойоштора, аш-һыуға ла оҫталыҡтарын күрһәтә. “Матур ТВ”-ның тапшырыуында ла төшә, йырсы Илнур Юламановтың клибында ла ҡатнаша яңы мөсәттәр. Һәм бөтә сараның уртаһында, әлбиттә, Рәмзилә Уразаева ҡайнап йөрөй. Эшенән генә түгел, иренән, балаларынан да уңған ул. Дамир ағай – ағастан төрлө һын яһап, даны таралған оҫта, егәрле хужа, хәстәрлекле ир һәм һөйөклө атай, олатай. Әлфинә ҡыҙҙары Дамир атлы егет менән сәсен-сәскә бәйләп, Иҫке Собханғолда оя ҡорған. Улар Әлмира, Вадим, Батыр исемле балалар үҫтерһә, Өфөлә йәшәүсе Данияр кәләше Зәлифә менән Зөлхизә исемле ҡыҙ бала һөйә. Ошо бәхетенән бик тә риза Рәмзилә апай.
– Шулай, ауыл мәҙәниәт усағы һүнмәһен-һүрелмәһен тип, балаларҙа бәләкәйҙән сәнғәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерергә тырышабыҙ, юғары мәҙәниле, рухлы булһындар өсөн көстө йәлләмәйбеҙ. Тырышлығыбыҙ һәм хеҙмәт емешебеҙ сәнғәткә ғашиҡ ауылдаштарыбыҙҙа, яуланған уңыштарыбыҙҙа күренә.
Һәр саҡ тере ҡуҙҙай баҙрап торған мәҙәниәт усағы берсә Яңы Мөсәттең йөрәге кеүек тойола, берсә дәртле, берҙәм, әүҙем халҡының йөҙөн сағылдырған һымаҡ. Ҡалай булһа ла, тик яҡшы яҡтан ғына ауылды ҡылыҡһырлай. Һәм ошо усаҡты гөрләткән тынғыһыҙ заттарҙың да ыңғай сифаттарын асып һала.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»