RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

Бик күп һәләтле кешенең көсө һалынған “Байыҡ” телевизион конкурсының гала-концерты гөрләп үтте

“Байыҡ” телевизион конкурсында өс йәшлек балаларҙың да ҡатнашҡаны тураһында ҡат-ҡат ишеткәнегеҙ булғандыр. Ә быйылғы гала-концертта хатта ун айлыҡ бәпес тә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһендә бейене! Әлегә әсәһенең ҡосағында, сөнки тап етенсе декабрҙә ун айы тулған Регина Ғәйфуллина тәпәй баҫырға өйрәнә генә. Яҡындарын тамсы ла йонсотманы, ҡулдан-ҡулға тыныс ҡына йөрөп, өләсәһе, әсәһе һәм апаһы бейегәндә шым ғына олатаһының алдында ултырҙы ул (олатаһы иһә беҙҙең гәзит геройы – Хәлфәт Ниғәмәтйәнов).


Әлүктән кескәй генә ҡулдары менән бейеү хәрәкәттәрен яһарға маташҡан сабыйҙы Әбйәлилдән Өфөгә килтереп, юлда интектереп тә йөрөтмәҫтәр ине, ләкин Ғаилә йылына арналған гала-концерттың иң сағыу, төп өлөшөн конкурста төрлө йылда еңеү яулаған бейеүсе ғаиләләр тәшкил итте. Шуға ла Регина өләсәһе Рәйлә Ниғә­мәтйәнова, әсәһе Хәлиҙә Ғәй­фуллина, апаһы Карина менән сәхнәгә сыҡты ла инде. Шул уҡ Әбйәлилдән һоҡланғыс Үҙән­баевтар ғаиләһе сәхнәне бер итеп, тултырып бейене лә ҡуйҙы. Үҙән­баевтар нәҫеленең иң йәш бейеүселәре Азалия менән Радик булһа, Вәлиулла ағай етенсе тиҫтәне ҡыуалай. Улар быйыл “Ғаилә ан­самбле” номинацияһында гран-приға лайыҡ булды. 1-се дәрәжә диплом менән иһә Учалынан Йомағужиндар ғаиләһе бүләкләнде: Айсар, Гөлфинә, Аделия, Амелия, Айгөл. Был ғаилә ансамблендә иң өлкән бейеүсегә 36 йәш булһа, иң бәләкәскә ике генә йәш. Береһенән-береһе һәләтлерәк ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләнгән ошондай бейеүсе ғаиләләр араһында, “Ғаилә ансамбле” номинацияһында, Хәйбулла районынан Била­ловтарҙың ғаиләһе 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде: Фәр­зәнә апай килене Гөлдәриә һәм ейәнсәрҙәре Айгүзәл, Әминә менән эй йәтеш, һалмаҡ итеп, ойотоп ҡына бейене. Ғаилә йылына арнал­ған гала-концертты ҡарарға килеүселәргә шулай уҡ Ниғәмәтул­линдарҙың да ғаиләһе гүзәллек өләште: 2014 йылда “дуэт” номинацияһында гран-при яулаған талантлы Илүзә менән Илгизгә алмашҡа алты йәшлек Камелия менән өс йәшлек Иделия үҫеп килә, ҡыҙҙар­ҙың ата-әсәләренән ҡалышмаҫҡа иҫәптәре бар, буғай. Әсәле-ҡыҙлы Гүзәл менән Нәркәс Юл­дашевалар ҙа, ике тамсы һыу кеүек бер-береһенә оҡшаған һылыуҙар, зифа буй-һындары, талғын хәрәкәттәре менән әсир итте, бейеүҙәре күңелде йәмгә күмде. Алтын­баевтар ғаиләһе ысынлап “алтын”­ға бай: Әлиә 2010 йылда гран-при яулаһа, Салауат 2011 йылда гран-приға эйә булған. Бейемәйем, сәхнәгә сыҡмайым, тип ҡарышҡан өс йәшлек Рамазан улдары ла бер заман башҡа балаларҙың тыпырлауына ҡыҙығып китеп, бейергә төштө. Тәтәй бүләк итәм, кәнфит бирәм, кафеға алып барам, тип алдаштырып сығар­ҙылар инде ҡайһы бер балаларҙы. Гоно­рарҙары әле­гә шулай, кәнфиткә алданалар, тип көлдө өлкәндәр. “Байыҡ” бәйгеһе еңеүсеһе Фәнис Кәримовтың кәләше Гөлиә һәм алты йәшлек улы Инсаф, өс йәшлек ҡыҙы Сафия менән бергәләп бейеп йөрөүен киноға төшөрөрлөк ине. Бигерәк матур баҫалар, үҙҙәре килеп тороп һөйкөмлөләр!
“Байыҡ” бәйгеһе еңеүселәре Ли­лиә менән Радик, 2015 йылда балалар “Байыҡ” конкурсында гран-при яулаған Искәндәр Хә­лиловтар ҙа маҡтауға лайыҡ. Ис­кәндәр тура­һында айырым мәҡәлә яҙырлыҡ, шул тиклем дә зирәк, һәләтле егет үҫеп килә. Хо­реографтың яңы бейеүҙең ҡатмарлы хәрәкәттәрен бер тапҡыр ғына күрһәтеүе етте, ул шуны отоп та алды, бейеп тә китте.
Шулай уҡ 2016 йылда ансамбль составында гран-при яулаған Ли­лиә, проекттың алмаштырғыһыҙ режиссеры, жюри ағзаһы Рәис һәм балалар “Байыҡ” конкурсында гран-приға эйә булған Айназ менән Айгөл Низаметдиновтар ҙа, Туймазы ҡалаһынан “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле лә (етәкселәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар), төрлө тарафтан килгән ҡунаҡтар – “Илемби”, “Варенька”, “Андан”, “Ас­са” коллективтары ла тамашаның мәртәбәһен арттырҙы.
Бик матур бейеүҙәрҙән тыш, башҡорт халыҡ кейемен тергеҙеү хәрәкәтен алып барыусы, “Селтәр” студияһы етәксеһе Гөлгөнә Бай­мырҙинаның, башҡорт милли кейемен тергеҙеүсе рәссам Илдар Ға­тауллиндың, Зилә Лираның, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының, ауыл оҫтабикәләренең кейем өлгөләре, мәргән уҡсыларҙың сығышы быйылғы “Байыҡ”тың үҙенсәлеге булып торҙо.
Һәр ваҡыттағыса, юғары кимәлдә үткән сараға тамашасыларҙың да “иң-иң”дәре йыйылғайны, һәр сығышты ҡеүәтләп, ҡул сапҡанда устарын йәлләмәнеләр. Бигерәк тә лауреаттарҙы, тәбрикләп, алҡыштарға күмделәр. “Дуэт” номинацияһында 1-се дәрәжә дипломға эйә булған Ауырғазы районы бейеүселәре Аделина Йәлилова менән Азалия Йомағолованың етәксеһе Альбина Йәлилова ҡыуанысын йәшермәне:
– Минең өсөн дә, йәш бейеүселәрем өсөн дә “Байыҡ” сираттағы имтихан булды, һәр этабында дерелдәп, тулҡынланып, көйәләндек кенә. Гала-концертҡа эләгеүебеҙгә ныҡ һөйөнәбеҙ, беҙҙе юғары баһалағандары өсөн жюри ағзаларына рәхмәтлебеҙ. Кейемдәр теккән Надежда Ефимоваға, “Әхирәт­тәр” бейеүен ҡуйған Йәмилә Бикбаеваға, көй яҙған Илшат Яхинға, беҙҙе илһамландырған Рита Өмөтбаеваға, “Байыҡ”та ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәт! Шул тиклем шәп булды гала-концерт!
Һүҙ ҙә юҡ, “Байыҡ” проекты командаһы, әйткәндәй, һәр ваҡыттағыса, юғары әҙерлек өлгөһөн күрһәтте. Проект авторы, оҫта ойоштороусы, даланлы етәксе Рита Өмөтбаеваның командаһы тел тейҙергеһеҙ, һәр кем үҙ урынында, шуға ла репетициялар ҙа һис бер тотҡарлыҡһыҙ ойошторолдо, концерт та бер тында үтте. Бөтәһен бер таҡтаға баҫтырған, айырым сығыштарҙан сәхнәлә аныҡ, сағыу биҙәктәр төҙөп килтереп сығарған, ни эшләп Хашим Мостаевтың РСФСР кимәлендәге исеме юҡ, тип минән күренекле балетмейстерға исем таптырған режиссер Рәис Низамет­диновтың үҙенә, һис шикһеҙ, бөгөндән Рәсәй кимәлендәге юғары исем бирерлек. Уның уҡыусыһы (хәйер, Учалыла ҡайһы ғына талантлы бейеүсегә төртмә, бөтәһе лә Рәис ағай­ҙың ҡарлуғасы була ла ҡуя) Фәнис Кәримов “Байыҡ”та тәүге тапҡыр хореограф булараҡ сығыш яһаһа ла, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына танытты, уның менән эшләгәндәр бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тойманы. Тауыш операторы Вәсил Ғафа­ровтың да оҫталығы маҡтауға лайыҡ, уға ҡат-ҡат әйтеү кәрәкмәй, эшен белеп башҡара. Ғөмүмән, “Байыҡ”ты әҙерләгән Лилиә Иш­муллина, Айзилә Ҡотошева, Гөл­ниса Сафина, Фидалиә Баймө­хәмәтова, Альбина Ғәлекәева, Рөс­тәм Баһаув, Айназ Низа­метдинов, Юлиә Вәлиева, Айҙар Йомағужин кеүек егеттәр һәм ҡыҙҙар менән эшләүе рәхәт, сөнки белдеклеләр, уңғандар, ихластар.
Концертты алып барыусы Римма Ҡаһарманова менән Артур Иш­мөхәмәтовҡа тамашасылар ҙа, бәйгелә ҡатнашыусылар ҙа һоҡланып, ғашиҡ булып бөтә – талантлы, аралашыуҙа ябай артистарҙың тартыу, арбау көсө ҡеүәтле. Көн оҙоно барған репетицияларҙа, дүрт сә­ғәтлек концерт барышында сабыр ғына үҙ сиратын көтөп, режиссер, хореограф нимә әйтә, шуны теүәл генә үтәргә тырышып йөрөгән оло, урта йәштәге һәм йәш бейеүселәр­ҙең тәртиплелегенә, түҙемлегенә һоҡланырлыҡ. Ҡарап туйғыһыҙ ма­тур, һәләтле үҙҙәре! Уларҙы быйыл биш йөҙҙән ашыу бәйгесе араһынан Башҡортостан Респуб­ли­каһының халыҡ артистары Рад­мир Бәҙретдинов менән Ишморат Илбәков, Башҡортос­тандың атҡа­ҙанған артистары Сулпан Асҡарова менән Фәнил Әсәҙуллин, Баш­ҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре Вилүрә Иҫәндәүләтова, Башҡортостан Рес­публикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, проект етәксеһе Рита Өмөт­баева һайлап алып, сәхнәгә сығар­ҙы. Лауреаттар, номинанттар исемлегендә – Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәре, Баймаҡтан “Ынйы” уҡытыусылар бейеү ансамбле (етәксеһе Дилара Әхмәтова), Әбйәлилдән “Гөлнәзирә” уҡытыусылар ансамбле (Ринат Моратов, Миләүшә Хашимова, Наилә Ғибәҙәтова) һәм “Cерҙәштәр” фольклор ансамбле (Нәзифә Солтанова), Мәсетленән “Ҡабырсаҡ” ансамбле (Рәсимә Әхмәтйәнова), Баймаҡ районынан “Йәшлек” бейеү ансамбле (Рәсимә Халиҡова), Өфө урман-техник техникумының “Алтын Урҙа” бейеү студияһы егеттәре Вилдан Мәғәфүров, Буранбай Аралбаев, Салауат Мө­хәмәҙиев (Марат Солтанов), Өфө­нөң “Осҡон” ансамбле егеттәре Фәдис Иҙрисов, Илнар Бай­булов, Зиннур Харрасов (Марат Ғил­манов), “Красноусол” шифаханаһының бейеүсе ҡыҙҙары Гөлдәр Әбел­ғужина, Юлиә Сәғәҙәтова, Альбина Әсфәндиәрова (Замир Тайсин), Дәүләкәндән “Дим ҡарлуғастары”, Сибай педагогия колледжының “Аҡйондоҙ” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары (Нияз Байегетов), Архангел райо­нынан “Хазина” ансамбле. Шулай уҡ БДУ-ның Сибай институтынан Фәиз Үҙән­баев, “Ҡарағай” шифаханаһы бейеүсеһе Наилә Сәлимова, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Аде­лина Мағазова, Бөрйән районынан Рәфилә Сәғи­това менән Розалия Зарипова, Ишембай ҡалаһынан Гөлназ Ильясова, Сибайҙан Аэлита Буранбаева, Баймаҡтан Гөлсирен Үтәғолова менән Яҙгөл Зөбәйҙул­лина, Салауаттан Вилиә Ғәлиева, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡыусыһы Ынйы Әхмәтова, Өфө ҡалаһынан Гөлдәр Ишкинина, Мәскәү өлкәһенән Зәбиҙә Хажиева, Учалынан Юлиә Зәйнишева, Йылайырҙан Рәмилә Мостафина менән Лилиә Ураҡова, Ишембайҙан Елена Сәфәрова менән Фәйзелғаян Ғималетдинов та – “Байыҡ”тың төрлө дәрәжә дипломдарына лайыҡ булған бейеүселәр.
Ә инде “Йәйғор” (Муравленко ҡалаһы, Ямал-Ненец автономиялы округы, етәксеһе Ләлә Дәминова), “Ялҡын” (Туймазы, Химиә Нәзи­пова), Нияз Байегетов, Ынйы Ман­сурова (етәксеһе Зилә Лира), Фатима Хәйретдинова, Марсель Мөхәмәтғәлин менән Вадим Ҡо­тоев, Әҙилә Ғайсина, Гөлназ Ишбу­латова, Розалия Шәғәлина (Учалы, Юлиә Зайнишева), “Ҡалҡан” бейеү ансамбле (Фәнис Кәримов), Үҙән­баевтар ғаиләһе – быйылғы гран-приҙы яулаусылар. Уларҙың сы­ғыштары ла, башҡа лауреаттарҙың, номинанттарҙың да бейеүҙәре шәп булды! Теләһә кем сыҡмай инде ул гала-концертҡа, иң лайыҡлылар ғына саҡырыла. Шуға ла күркәм тамашала ҡатнашҡан һәр кемде еңеүсе тип атарға, ҡотларға була.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.








Автор: Б.Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы