06.12.2018 Әҙәби уҡыуҙар
Китап уҡырға ваҡыт ҡалдырмаған етеҙ заманда ла тыңлаусыларын әҙәби юҫыҡтан айырмаҫҡа тырышҡан «Юлдаш» радиоһында даими рәүештә уҡымлы әҫәрҙәр тыңлаусыларға еткерелеп килә. Декабрь айында эфир тулҡындарына сығасаҡ исемлеккә иғтибар итәйек.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай, шулай уҡ танылған әҙиптәр Флүр Ғәлимов, Әнисә Таһирова һәм башҡа яҙыусылар тап ошо айҙа тыуған. Быны иҫтә тотоп, атап үтелгән авторҙарҙың «Хәтирәләр», «Хазина», «Аҙғын тәүбәһе», «Арҡайым фәрештәһе» кеүек әҫәрҙәре программаға индерелде. Радио фондынан алынған әҫәрҙәр танылған сәнғәт әһелдәре һәм әҙиптәрҙең үҙҙәре уҡыуында яңғыраясаҡ.
Белеүебеҙсә, радио хеҙмәткәрҙәре уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып яҙыусыларҙың тауышын ҡәҙерләп һаҡлай-туплай барған. Был күркәм традиция әле лә дауам итә. «Әҙип әҫәрен уҡый» тигән шәлкемдә Мансур Һиҙиәтовтың «Ҡыу ҡарағас», Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ун өс йәштә орден таҡтым» һ.б әҫәрҙәрҙе ишетерһегеҙ.
Ҡыш миҙгелен күптәр һағынып көтөп ала. Әҙиптәрҙең дә тап ошо миҙгел ваҡиғаларын һүрәтләгән әҫәрҙәре бихисап. Өҫтәүенә, халыҡ Яңы йыл мәшәҡәттәренә сума, тирә-йүнгә байрам төҫө инә. Тимәк, радио тыңлаусыларға эфир аша күңелле әҫәрҙәр ҡуйыу ҙа фарыз. Был йәһәттән Мансаф Ғиләжев, Зөлфәр Хисмәтуллин, Юнир Салауатов, Марсель Сәлимовтың сатирик-юмористик әҫәрҙәре, Сабир Шәриповтың уймаҡ хикәйәләре, ҡыҙыҡлы юлъяҙмалар, Фәрзәнә Аҡбулатованың «Ҡыш бабай ҡасан килә?», Хәйҙәр Тапаҡовтың «Зарница», Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Ҡыш бабай бүләге» кеүек новеллистик һыҙаттар менән һуғарылған хикәйәләре халыҡ зауҡына тап килер, тигән өмөттәбеҙ. Уларҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе режиссерҙарыбыҙ – Гөлнур Моталлапова һәм Рәмилә Ҡужина. Нәфис әҫәрҙәр эфирға дүшәмбенән алып кесе йомаға тиклем киске сәғәт 9-сы 15 минутта сыға. Ҡышҡы һалҡын кистәрҙә әҙиптәребеҙҙең ижад емештәрен татып кинәнегеҙ, дуҫтар!
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»