23.11.2018 «Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»
Шиғырҙарым минең үҙем
кеүек:
Сәхнәләргә сыға торған түгел,
Улар ихлас итеп өндәшәләр
Бары яңғыҙ ҡалған саҡта
күңел.
Йомабикә Ильясова.
Шиғриәт ул ижадсы өсөн – күңелен, уның тәрәнлеген, үҙ тәбиғәтен байҡауға юл асҡан серле лә, мөғжизәле лә донъя. «Юлдаш» радиоһы – башҡорт шиғриәтенең гүзәл өлгөләре менән таныштырыусы, тимәк, әҙиптәребеҙҙең күңел даръяларын иңләүсе, уй-кисерештәрен, ғәм-сәмдәрен еткереүсе сығанаҡ. Төрлө эш-мәшәҡәт менән ҡайнап йәшен тиҙлегендәй уҙған аҙна аҙағында, йәкшәмбе иртәһендә беҙҙең тулҡындарға «Шиғриәт минуттары» сыға. Әҙиптәребеҙҙең тыуған көндәре, юбилейҙары айҡанлы үҙҙәре уҡыуында шиғырҙарын тапшырыу – мотлаҡ ҡағиҙәләрҙең береһе. Яңы йыйынтыҡтар сығыу ҙа – шиғри ҡумтабыҙҙы байытыуға етди сәбәп. Бының менән генә сикләнеү юҡ, маҡсатыбыҙ – шиғриәтебеҙҙең йөҙөн билдәләгән, бәҫен күтәргән һәр әҙиптең ижад емештәре менән ваҡытында таныштырыу, халыҡҡа ысын шиғриәтте еткереү. Артабан был яҙмалар фондыбыҙ хазинаһын байытып, эфирҙа ҡабат-ҡабат тапшырыла, нәфис һүҙҙе баһалаусыларҙың танһығын ҡандыра.
Быйыл юбиляр шағирәләребеҙ Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлнур Яҡупова һәм Тамара Юлдашеваның яңы шәлкемдәре авторҙар уҡыуында яңғыраны. Салауат Әбүзәр, Риф Әхмәҙиев, Хисмәт Юлдашев студияға килеп, шиғырҙарын уҡыны. Был йәкшәмбелә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның тауышын ишетерһегеҙ. Ә 25 ноябрҙә һәләтле йәш әҙибә Рәзилә Ырыҫҡужинаның илһамлы шиғри теҙмәһен тыңларға саҡырабыҙ.
«Шиғриәт минуттары»на һәр йәкшәмбе 8 сәғәт 10 минутта көйләнегеҙ. Интернеттағы адресыбыҙ – юлдашфм.ру.
Ф. МӘЖИТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»