15.11.2018 Йырҙан да шәп бүләк юҡ
Ҡәҙерле дуҫтар!
Беҙҙең халыҡҡа хис-тойғоларҙы йыр-моң аша әйтеп биреү хас. Тап йыр-моң аша күңел ҡылдарының иң нескәләрен сиртергә, йөрәктә булып та, телгә килеп етә алмағанды аңлатырға мөмкин.
"Юлдаш" радиоһы алып барыусылары көн һайын һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ғүмер байрамдары уңайынан ҡотлай, изге теләктәргә ҡушып, йырлы бүләк тә тапшыра. Көн һайын көндөҙгө сәғәт икенән өскә тиклем башҡорт телендә, дүрттән алтыға тиклем – татар телендә "Ҡәҙерле кешемә" тип аталған музыкаль ҡотлауҙар программаһы эфирға сыға. Ҡотлау заказдары бер ай алдан ҡабул ителә башлай.
Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлауҙы Телеүҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге эш көндәрендә иртәнге сәғәт туғыҙҙан бишенсе яртыға тиклем тәнәфесһеҙ эшләй.
Район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә йәшәүселәргә ҡотлау хатын банк бүлексәләре аша, иҫәпкә тейешле сумманы күсереп, электрон почтаға ебәрергә була. Ҡотлау биреү тәртибен һәм реквизиттарҙы беҙҙең рәсми сайтта yuldashfm.ru адресы буйынса һәм радионың "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә лә ҡарарға мөмкин. Заказ эшләү өсөн ҡотлаған кешегеҙ тураһында тулы мәғлүмәтле хат кәрәк булыр. Яҡын кешегеҙҙең тыуып-үҫкән, йәшәгән ере, эшләгән урыны, ғаилә хәле, яратҡан шөғөлдәре, шәхси һыҙаттары тураһында мәғлүмәттәр яҙыуығыҙ һорала. Һеҙҙең хат нигеҙендә мөхәррирҙәр ҡотлауға йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр өҫтәп, тыңлаусы күңеленә еткерә. Исем-шәрифтәрҙе, ауыл-ҡасаба атамаларын баҫма хәрефтәр менән яҙыуығыҙ мотлаҡ.
Ҡотлауҙы ниндәй көнгә, ниндәй телдә тапшырыуығыҙҙы ла күрһәтергә кәрәк. Элемтә өсөн телефонығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ. Эфирҙа йырҙар ҡабатланмаһын өсөн заказ биреүсегә ҡағылған төп талаптарҙың береһе – йырҙарҙың ике вариантта булыуы. Беҙҙең реквизиттарға үҙегеҙгә уңайлы банк бүлексәһендә йә онлайн тәртиптә аҡса күсереп, хатты компьютерҙа баҫтырып йә иһә ҡулдан аңлайышлы яҙып, квитанция күсермәһе менән бергә ебәрегеҙ. Электрон почтаның адресы: radioufa2013@yandex.ru.
Ҡотлау хаты – 700 һум, диск менән 750 һум.
Ленария ЯМАЛЕТДИНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»