31.10.2018 Композитор, автор-башҡарыусы, рәссам Флера ШӘРИПОВА: “Мин – тәбиғәт балаһы”
Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең булмышы менән ерҙе биҙәп йәшәй. Шағирә, композитор, йырсы Флера Ғабдулхай ҡыҙы ШӘРИПОВА үҙенең күп яҡлы таланты менән Башҡортостан ғына түгел, ә барлыҡ Рәсәй халҡына хеҙмәт итә. Уның йырҙарын илдең һәр төбәгендә яратып тыңлайҙар. Бөгөн талантлы шәхес үҙенең тормош юлына фотоһүрәттәр аша байҡау яһай. Уларҙы "Бәйләнештә" селтәрендәге гәзитебеҙҙең төркөмөндә ҡарағыҙ.
1) Йыр-моң яратҡан ғаиләлә үҫтем. Әсәйемде «икенсе Зыкина» тип йөрөтәләр ине, ҡасандыр уны Ленинград сәнғәт училищеһына уҡырға алған булғандар, тик ҡартатайым: “Йырсы ла булдымы һөнәр!”– тип бер ни тиклем ваҡыттан барып, уны кире алып ҡайтҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйемдең көслө тауышы өс ҡыҙының береһенә лә күсмәгән. Мин атайыма ныҡ оҡшағанмын, ауылда “бәләкәй Ғабдулхай” тип йөрөтә. Малайға оҡшаталар, тип үпкәләй торғайным. Етмәһә, сәсемде лә ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡып ебәрәләр. Шуғалырмы, оялсан, баҫалҡы бала булдым.
Ағастар шаулауында, йылғалар ағышында моң ишетә инем. Әллә шуға, әллә гел генә кешеләр менән аралашыуҙан китап уҡыуҙы, йырҙарҙы өҫтөн күргәнгәме, сәйер бала тип һаналдым. Радионан классик концерт яңғырай башлаһа, эшемде онотоп тыңлайым да, ҡайһы саҡ әрләнеп тә ҡуя инем. Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Винера һеңлем Мәләүез ҡалаһында йәшәй, шиғырҙар ижад итә. Флорида апайым ойоштороу эшенә шәп, Сибай ҡалаһында донъя көтә. Икеһе лә иҡтисад белгесе, холоҡтарыбыҙ буйынса улар минән тәүәккәл, ныҡышмал булыуҙары менән айырылып тора. Аллаға шөкөр, туғанлыҡ хистәре беҙҙә ныҡ, тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ.
2) Ҡыҙ баламды ҡулыма алыу менән, донъям түп-түңәрәк булды. Бәхетемдең бөтөн мәлен сәхнәлә һәм уның янында тоям. Донъяның байтаҡ ауырлығын ҡыҙым Эльза менән бергәләп кисерҙек. Яратылып үҫте, әммә иркә булманы. Йәше лә тулмағайны, шәхси йортобоҙ янды. 90-сы йылдар, магазин кәштәләре буш, ә беҙҙең кейергә лә, ашарға ла юҡ. Туғандар ярҙамында аяҡҡа баҫтыҡ. Ул 6-сы класта уҡығанда ғына фатирлы булдыҡ. Уға тиклем дөйөм ятаҡтарҙа, ҡуртымға алынған фатирҙарҙа йәшәнек. Хатта үҙем эшләгән балалар баҡсаһында йоҡлап йөрөргә лә тура килде.
Ауырлыҡтарҙы күргәнгәме, етди, аҡыллы бала булып үҫте. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк бысраҡ урамдарҙы күреп: “Ҙур үҫкәс, сүп-сарҙы урамға ташларға ярамай, тип гәзиткә яҙам,”– тип хәбәр һөйләй ине. Йырға ла, һүрәт төшөрөүгә лә таланты бар, сәнғәт мәктәбендә уҡыны. Әммә юғары уҡыу йортоноң юридик факультетын һайланы. Әлеге ваҡытта һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Роберт исемле мосолман егете менән ғаилә ҡорҙолар. Кейәүем дә итәғәтле бала, әсәй, тип өҙөлөп тора. Шундай иғтибарлы, аҡыллы балаларым менән бәхетлемен.
3) Тормош юлын үткәндә ышаныслы, ҡайғыларҙы ғына түгел, шатлыҡтарҙы ла ихлас бүлешкән дуҫтар кәрәк. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминева менән бер-беребеҙҙе 30 йыллап беләбеҙ, Бөрйән ҡыҙы күптән инде яҡын дуҫыма әүерелде. Ул сәнғәт училищеһын тамамлағас, агрегат заводының мәҙәниәт һарайында ансамбль ойошторҙо. Мин шунда йөрөй башланым, төрлө сарала, концертта сығыш яһаныҡ. Тауыштарыбыҙ тап килгәс, йыш ҡына икәүләп дуэттар йырланыҡ. Бер дөйөм ятаҡта йәшәгән саҡта “ҡыҙыл мөйөш”тәге пианинола уйнап, репетициялар яһай башлаһаҡ, беҙҙе тыңларға байтаҡ кеше йыйылып китә торғайны. Мин Баймаҡ ҡалаһына күсеп киткәс, аралар бер аҙға өҙөлдө. Йылдар үткәс, кире табыштыҡ, яҡын әхирәттәр булып киттек. Фәрүәз Урманшин менән гастролдәргә йөрөйҙәр, йыш ҡына үҙҙәре менән мине лә саҡыра башланылар. Фәрүәз дә, Резеда ла миңә әҙәпле, тыйнаҡ булыуы менән оҡшай. Телдәренә ни килә шуны һөйләп йөрөмәйҙәр, кешеләр менән дә ипле аралашалар. Күңелдәр яҡын: һүҙгә килешкән юҡ, серҙәр берегә. Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышып торабыҙ. Резеда сәхнәгә сығарҙы. Байтаҡ йырымды халыҡҡа еткергәне өсөн дә уға рәхмәтлемен.
4) 2000 йылда Надежда һәм Володя тигән ғаилә дуҫтарым үҙҙәре менән Нөгөш йылғаһы буйлап сәйәхәткә саҡырҙы. Яңы эмоцияларға, яңы эштәргә ашҡынып торған кеше булараҡ, шатланып риза булдым. Һәм шул көндән бирле йылғалар буйлап сәйәхәт итеү – минең яратҡан шөғөлөм. Башҡортостандан тыш, Кавказда булдым, Һиндостанда Ганг йылғаһында йөҙөргә насип булды. Әммә күңелемә барыбер ҙә Нөгөш һәм Инйәр буйҙары яҡын.
Йылайыр районында, тау-урмандар араһында тыуып үҫкәнгәме, тәбиғәтте ифрат яратам. Тауға менһәм йә урман эсенә инһәм, тыным иркенәйеп китә, күңел ишектәрем асыла.
5) Йыр-моңдо яратһам да, бала саҡтан педагог булырға хыялландым. Тәүҙә – Өфө педагогия училищеһының мәктәпкәсә тәрбиә биреү бүлеген, аҙаҡ Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамланым. Хеҙмәт юлымдың байтағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, өлкән тәрбиәсе вазифаларында үтте. Эшемде яратып башҡарҙым, бар күңелемде һалдым. Башҡорт төркөмдәре асыу, уларға программалар төҙөү, асыҡ дәрестәр үткәреү, байрамдар ойоштороу – быларҙың барыһын да ҙур теләк менән башҡарҙым.
Ғөмүмән, балалар баҡсаһы – тәрбиәнең иң кәрәкле, мөһим һәм төп звеноһы, тип уйлайым. Сөнки нигеҙ нәҡ бала саҡта һалына. Кеше булыуҙың ерлеге тыуыу менән ғаиләлә һәм балалар баҡсаһында төҙөлә, мәктәптә ул өҫтәлә һәм үҫә генә. Ҡулымдан килһә, балалар баҡсаһына, мәктәпкә иң талантлы, белемле һәм үҙҙәренә кешелек сифаттарын йыйған кешеләрҙе ҙур конкурс нигеҙендә һайлап алып, юғары эш хаҡтары билдәләп эшләтер инем. Етәкселәр ҙә, атай-әсәйҙәр ҙә, тәрбиәселәр ҙә шуны аңлаһын ине: беҙҙең илдең киләсәге – кескәй быуын ҡулында. Кемде тәрбиәләйбеҙ, алмашҡа шулар килә. Киләсәк тураһында бөгөн ҡайғыртыу – бик мөһим эш.
6) Рәссамлыҡ һәләте миңә атайымдан күскән: ул шул тиклем матур төшөрә ине. Ҡулыма ҡәләм алырға тәбиғәт матурлығы илһам бирә, шуға ла картиналарымда гел генә тәбиғәт күренештәре һынлана.
Йәш саҡта Баймаҡта үткән “Урал аръяғы рәссамдары” конкурсында 2-се урын яулауымды иҫәпкә алмағанда, был шөғөлөмә етди ҡараманым, баһа ла көтмәнем. Әммә эштәремдән күргәҙмә ойоштороп, халыҡҡа күрһәтергә ине, тигән хыялым булды. Бер саҡ шулай еҙнәйем Айҙар Әхәт улы Мусин, сәнғәт мәктәбе директоры, “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” тигән конкурста ҡатнашырға тәҡдим итте. Оялып, бер аҙ ҡыйынһынып ҡына ризалаштым, һәм көтмәгәндә “Аҫылташтар” номинацияһында (махсус белеме булмаған рәссамдар) беренсе урын яуланым. Күңелдәге шатлыҡ хистәрен һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ә иң мөһиме эштәремдән күргәҙмә ойошторолоп, минең һүрәттәремде күп кеше күрә алды – хыялым тормошҡа ашты.
7) Рәссамлыҡ һәләте миңә атайымдан күскән: ул шул тиклем матур төшөрә ине. Ҡулыма ҡәләм алырға тәбиғәт матурлығы илһам бирә, шуға ла картиналарымда гел генә тәбиғәт күренештәре һынлана.
Йәш саҡта Баймаҡта үткән “Урал аръяғы рәссамдары” конкурсында 2-се урын яулауымды иҫәпкә алмағанда, был шөғөлөмә етди ҡараманым, баһа ла көтмәнем. Әммә эштәремдән күргәҙмә ойоштороп, халыҡҡа күрһәтергә ине, тигән хыялым булды. Бер саҡ шулай еҙнәйем Айҙар Әхәт улы Мусин, сәнғәт мәктәбе директоры, “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” тигән конкурста ҡатнашырға тәҡдим итте. Оялып, бер аҙ ҡыйынһынып ҡына ризалаштым, һәм көтмәгәндә “Аҫылташтар” номинацияһында (махсус белеме булмаған рәссамдар) беренсе урын яуланым. Күңелдәге шатлыҡ хистәрен һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ә иң мөһиме эштәремдән күргәҙмә ойошторолоп, минең һүрәттәремде күп кеше күрә алды – хыялым тормошҡа ашты.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»