21.10.2018 «Мөхәббәттән йырҙар ҡала»
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Юлдаш” радиоһында йырҙар һәм көйҙәр эфир ваҡытының 60 – 70 процентын алып тора. Ана шул йырҙарҙың тарихын беләбеҙме? “Мөхәббәттән йырҙар ҡала” сығарылышы ошо һорауға яуап эҙләй.
Өфө ҡалаһының үҙенсәлекле гимнына әйләнгән “Өфө йүкәләре” йырын Назар Нәжми ҡайҙа ижад иткән тип уйлайһығыҙ? Баш ҡала йүкәләренә ҡарап һоҡланыуҙан тыуғанмы ул йыр? Юҡ икән шул. Назар ағай Берлиндың Унтер-ден-Линден урамы буйлап китеп барғанда, йүкәләрҙең күплегенә хайран ҡала. Унтер-ден-Линден Берлиндың төп бульварҙарының береһе һанала. Атамаһын “Йүкәләр янында” тип тәржемә итергә мөмкин. Назар Нәжми үҙен Өфө урамдары буйлап атлаған кеүек хис итә, күңелендә шунда уҡ шиғыр юлдары тыуа. “Өфө йүкәләре”н әллә нисәмә быуын йырлай. Күпме генә яңғыраһа ла, бер кемде лә ялҡытмай, киреһенсә, танһыҡ булып тора.
Башҡорт һәм татар йырсылары яратып башҡарған “Күҙ нурым” йыры кемгә бағышланған? Билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышева уны йәшлек мөхәббәтенә арнап яҙған. “Бер мәл радионы асып ебәрһәм, минең шиғырға яҙылған йыр яңғырап тора. Аптырап киттем. Салауатты ул ваҡытта белмәй ҙә инем. Композитор Айрат Ҡобағошов шылтырата. Таңһылыу, һинең тексыңа йәш композитор Салауат Низаметдинов йыр ижад иткән, әйҙә һеҙҙе таныштырайыҡ, ти. Беҙҙең ижади дуҫлыҡ шулай башланып китте”, – тип хәтерләй Таңһылыу Ҡарамышева. Композитор Салауат Низаметдиновтың ҡәбер ташына тап ошо йырҙың ноталары уйылған...
Зәңгәр күлдәк кейгән,
Зәңгәр гөлдәр һөйгән
Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам, –
тип йырлай Радик Динәхмәтов. Күптәр халыҡ йыры тип ҡабул иткән был йыр – Риф Арыҫландың тәүге әҫәре. Һүҙҙәрен Дилә Булгакова ижад иткән. “1989 йыл. Ауылда ял итәм. Велосипедта китеп барһам, ерҙә йоҡа ғына бер китап ята. Шиғырҙар икән. Дилә апайҙың зәңгәр күлдәкле ҡыҙ тураһындағы шиғырын оҡшаттым. Шул уҡ мәлдә күңелемдә уға көй тыуҙы. Йырҙы Радик Динәхмәтовҡа бирҙек. Бик халыҡсан итеп башҡарҙы. Әйткәндәй, Дилә апайҙың ошо шиғырына алты композитор көй яҙған икән”, – тип хәтерләй Риф Арыҫлан.
Беҙҙең ғүмер мәңгелектә
Бер күҙ асып йомған ара,
Шул арала шатлыҡтарым булған,
Һағыштарҙан йырҙар, моңдар ҡала,
Йырҙарым һеҙгә, дуҫтар, ҡала.
Шулай тип яҙған шағир Ғилман Иҙрисов.
Мөхәббәттән матур йырҙар тыуа, улар халыҡ күңеленә инеп китә. “Юлдаш” радиоһы иһә уларҙың яҙылыу тарихын, геройҙарын эҙләй. Мәҫәлән, Уран Кинйәбулатов һүҙҙәренә Феликс Әбдрәшитов яҙған “Гөлдәриә” йырының геройы билдәле журналист Гөлдәриә Йосопова икән.
“Юлдаш”ты тыңлағыҙ. Беҙҙең йырҙар һеҙҙе изге эштәргә әйҙәһен. Интернеттағы адресыбыҙ – юлдашфм.ру.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»