20.10.2018 «Bashkort 2.0» китабы донъя күрҙе
Интернет киңлектәрендә «Bashkort 2.0» проектын башлап ебәреүсе Эльвира Моталова сығышы менән Баймаҡ районынан. Ул бөгөн Санкт -Петербургта юрист булып уңышлы эшләп йөрөй. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ баш ҡалалағы «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы учредителе һәм рәйес урынбаҫары.
2014 йылдан, «Bashkort 2.0» проекты асылғандан алып, Башҡортостанда ғына түгел, ә Австралия, Бразилия, АҠШ, Мексика, Уганда, Германия, Чехия, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙә, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа мегаполистарында йәшәүсе башҡорт егет-ҡыҙҙары тураһында йөҙгә яҡын әңгәмә баҫылған. Сағыу, талантлы башҡорт йәштәренең төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙаныуы хаҡындағы мәҡәләләр беҙҙең гәзиттә лә донъя күрҙе. Бөгөн улар тупланып, йыйынтыҡ булып сыҡты.
– Китап уҡырға яратҡанға күрә барлыҡ жанрҙағы мәҡәләләр менән танышып сыҡтым. Тора-бара интервью жанры менән ҡыҙыҡһынып киттем. Әлегә ҙур шәхес булмаған, ә үҙ маҡсатына табан тырышып юл ярған йәштәр менән аңлайышлы, мәғәнәле һәм заманса интервью эшләү идеяһы башҡа килде, – тип һөйләй проект авторы Эльвира Моталова.
Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, грамматик яҡтан белемле ҡыҙ өсөн мәҡәлә яҙыу ауырлыҡ тыуҙырмай. Сифатлы белем алған, бөтә донъяға билдәле уҡыу йортонда уҡыған һәм стажировка үткән, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡан, үҙ ижады менән шөғөлләнгән, карьера буйынса үҫкән, абруйлы компанияларҙа юғары вазифа биләгән йәштәр тураһында материалдар алтынға торошло. Ысынлап та, интервью үҙ-үҙеңде үҫтереү өсөн ялҡаулыҡты һәм төшөнкөлөктө еңергә этәргес көс бирә. Ҡайҙа беҙҙең айыҡ, аҡыллы һәм көслө йәштәр, тип баш сайҡай ҡайһы берәүҙәр. Аллаға шөкөр, бар ундайҙар, йәп-йәш көйөнсә миллионер булып киткән башҡорттар ҙа бар. Дәртле, даланлы йәштәр тураһында уҡып, башҡалар өлгө алһын, тигән маҡсат ҡуя Эльвира. Бөгөн Гүзәлиә Тулыбаева, Фатима Янбаева, Фаягөл Юнысова, Азат Бикбулатов, Марина Бикбова, Айзилә Хәмитова, Ләйсән Ғилманова, Мәрйәм Вилданова, Әлиә һәм Гөлфирә Исхаҡоваларҙан торған авторҙар төркөмө геройҙарға ҡыҙыҡлы һорауҙар бирә.
Кемдер, тегене йәки быны яҙығыҙ, тип тәҡдим итә. Үҙен яҙыуҙы һораусылар ҙа бар. Берәүҙәр хатта аҡса түләп, үҙҙәрен популяр проектта күрергә теләй. Тик бындай пиар яратҡан геройҙарҙан баш тарталар. Проект авторҙары әйтеүенсә, улар үҙҙәрен илһамландырған лайыҡлы кешеләр тураһында ғына яҙа.
Сит илдә уңыш ҡаҙанған һәм юғары квалификациялы белгес, ғалим йәки эшҡыуар булып киткән милләттәштәребеҙҙең нисек итеп үҙ-үҙеңде табыу буйынса кәңәштәре, тормош фәлсәфәһе, минеңсә, төрлө йәштәгеләр өсөн дә фәһемле. Донъя практикаһында билдәле булыуынса, һәр миллионер, уңыш һәм байлыҡ сере китап аша асыла, ти. Йәғни, хеҙмәт графигы ни тиклем көсөргәнешле булмаһын, аҡыллы китаптар уҡырға ваҡыт табырға кәрәк.
Э. Моталова, мәктәп китапханаларында «Bashkort 2.0» китабы мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләй. Һис шикһеҙ, ул маҡсатлы үҫмерҙәрҙең әсбабына әйләнәсәк.
15 октябрҙә «Президент Отель» ҡунаҡханаһында китаптың исем туйы ойошторола. Программала әңгәмә геройҙарының сығышы, уларға «Bashkort 2.0» премияһын тапшырыу тантанаһы көтөлә. Шулай уҡ проект партнеры Төркиә һауа юлдары компанияһынан «Өфө – Истанбул – Өфө» йүнәлешенә билеттар һәм китап уйнатыласаҡ. Сара киске сәғәт етелә башлана.
Лилиә ХӘЛИТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»