10.10.2018 Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт НӘҘЕРШИН: “Самай йәшәр саҡ ҡына!”
Талантлы, төҫкә матур, мөләйем, тыйнаҡ һәм көләс был егет күп ҡатын-ҡыҙҙы йоҡоһонан яҙҙырған, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Башҡорт эстрадаһына алтын хәрефтәр менән яҙылыр “Каруанһарай” төркөмөнә нигеҙ һалыусы, рухлы йырҙар ижад итеүсе Мәхмүт НӘҘЕРШИН үҙ тормошона фотоһүрәттәр менән бер аҙ байҡау яһай.
1) Бәләкәй саҡтан уҡырға атлығып торҙом. Биш йәштән апайымдарға эйәреп, мәктәпкә бара инем. Уҡыу еңел бирелде, спорт менән ныҡ мауыҡтым. Кластан класҡа йөрөтөп, шиғыр һөйләтә, йырлата торғайнылар. Тәртипкә килгәндә, малайҙарға хас шуҡлыҡтар булһа ла, артыҡ эш боҙоп йөрөмәнем. 8-се класҡа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика интернат-мәктәбенә уҡырға барғас, уҡыу кимәле юғары, талаптар ҡаты булғанғалыр, бер аҙ ауырлыҡтар булды. Шулай ҙа бирешмәнем, химия, физика кеүек фәндәрҙән артта һөйрәлһәм дә, үҙемде шәп спортсы, талантлы “артист” итеп күрһәткәс, гел маҡталып килдем.
Атайым менән әсәйем беҙҙе хеҙмәт менән тәрбиәләне. Эшләп үҫтем, тип әйтә алам: көтөү ҙә көттөм, бесән дә сабыштым, механизатор ярҙамсыһы ла булдым, һарыҡ фермаһында ла эшләнем. Йәй буйы мәктәпкә кейем-һалым, кәрәк-яраҡ алырлыҡ аҡса эшләй торғайным. Хеҙмәт тәмен шул саҡтан уҡ беләм.
2) Атайым ауылдың беренсе гармунсыһы булды, ҡурайҙа ла уйнаны. Ике туғандарым араһында ла музыканттар күп. Ә әсәйем матур йырланы. Уларҙың таланты, һәләте миңә лә бирелгән: музыка һәм вокал буйынса махсус белемем булмаһа ла, гел сәхнәгә тартылдым. Интернатта уҡығанда Сәфәрғәле ағай Йәнтүрин етәкләгән ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм. Концерттарҙа йыш ҡатнаштыҡ. Комсомол корпусындағы бер бүлмәлә гитаралар ҡуйылғайны. Ә беҙҙе, пионерҙарҙы, ул корпусҡа индермәйҙәр. Еңмешлек, ныҡышмалылыҡ менән шунда үтеп, ҙурыраҡ малайҙарҙың уйнағанын ҡарап ултыра торғас, яйлап үҙем дә ярайһы ғына уйнай башланым. Аҙаҡ инде, өлкән кластарҙа талантлы егет-ҡыҙҙар менән берләшеп, “Йәйғор” төркөмөн ойоштороп ебәрҙек.
Беҙҙең үҫмерлек, йәшлек йылдарында “Машина времени”, “ДДТ”, “Земляне” төркөмдәре ныҡ популяр булды. Хәтеремдә, Өфөлә үткән концерттарына аҡса йыйып, йөҙ бәлә менән билет алып, бара инем. Уларҙың гитарала уйнап йырлауын күреп, мин дә шулар кеүек музыкант булырға, йырҙар ижад итергә хыялланғанмындыр. Әйткәндәй, гитарала уйнай белгәс, милли музыка ҡоралы думбыраны өйрәнеү еңел булды.
3) 10-сы класты тамамлағанда үҙемә, спорт техникумына йәки хәрби училищеға уҡырға барырға, тигән маҡсат ҡуйҙым. Шул саҡта тәрбиәсем Нәсимә апай Ғәлләмова: “Мәхмүт, һин бит талантлы егет, сәнғәт юлын һайларға кәрәк. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына имтихандар тапшырып ҡара”, – тип тәҡдим итте. Хәрби училищела имтихандар август айында ғына ине. Ваҡыт бар әле, тип театр факультетына юл тоттом. Етди ҡабул итмәнем был аҙымды, хатта шиғыр ҙа ятламағайным. Бала саҡта кластан-класҡа һөйләп йөрөгән Пушкиндың “У лукоморья дуб зелёный...” шиғырын һөйләгәс, режиссер, педагог Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев аптырап ҡалды. Этюд күрһәтергә ҡушты. Талантым булғандыр, күрәһең, имтихандар тамамланыуға студенттар исемлегендә үҙемдең исем-шәрифтәрҙе күреп ҡыуандым.
Тик миңә, студент йылдарында күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашыуҙы иҫәпкә алмағанда, театрҙа эшләргә насип булманы. Диплом спектакле булған “Ташлама утты, Прометей!” драмаһында Зевс роле менән актерлыҡ карьераһы тамамланды. Шулай ҙа курс етәксем Рифҡәт Вәкил улы Исрафиловҡа ғүмер буйы рәхмәтлемен. Тап уның һабаҡтары менән тормошта ла, сәхнәлә лә үҙ урынымды таптым.
4) Институтта уҡығанда уҡ Артур Туҡтағолов, яҡташым Вилдан Яруллин менән гастролдәргә сығып, аҡса эшләп ала инек. Шулай йөрөй торғас, төркөм төҙөргә тигән уй барлыҡҡа килде. Тәүге идея булғанғамы, институт етәкселеге уны күтәреп алды. Дөйөм ятаҡтан репетиция өсөн зал бүленде, сәхнә костюмдары, музыка ҡоралдары алынды. Халыҡ һәм патриотик йырҙарҙан торған репертуар тупланды. Ҡурайсы Рәсүл Ҡарабулатов, музыкант Әмир Тойғонов беҙгә ҡушылды. Шулай итеп, “Каруанһарай” барлыҡҡа килде.
Төрлө хәл булды, айырыуса 1994 йылда проблемалар күбәйҙе. Хатта тарҡалыу хәленә еткәйнек, Мәҙәниәт министрлығы беҙҙе филармония ҡарамағына күсерҙе. Яңы музыканттар менән эшләй башланыҡ, идеялар барлыҡҡа килде. Яңы һулыш менән рәхәтләнеп ижад иттек. Йылдар үтте, йәшлек артта ҡалды, яйлап олпатландыҡ. Төркөм егеттәре төрлө вазифаға тәғәйенләнде, айырым ижад менән ҡыҙыҡһына башланы. 2007 йылда мин филармонияның йәш таланттарынан яңы “Каруанһарай” тупланым. Алты йыл улар менән эшләгәс, административ эшкә күстем.
Хәҙер сәхнәгә бик һирәк сығам. Шулай ҙа 50 йәшлек юбилейымды билдәләп үтергә булдым. Тамаша 12 октябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Ижадташ дуҫтарым, яҡташтарым, йәш һәм элекке “Каруанһарай”ҙар менән Өфөнө бер гөрләтеп алайым әле, тип ниәт ҡылдым.
5) Ҡатыным Зәлиә менән “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында таныштым. Тыумышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан, аҙыҡ-түлек сәнәғәте белгесе. Ижад кешеһе булмаһа ла, минең йырҙарымды ярата, сәхнәнән ситләшергә ирек бирмәй. 22 йыл бергәбеҙ, ауыр һәм күңелле мәлдәрҙә гел янымда булды.
Тәүге никахым уңышлы булманы, күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелдем. Бер бешһәң, һалҡын ҡатыҡты ла өрөп ҡабаһың, тиҙәр. Әммә мин Зәлиәгә тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Интуициям менән минең кешем тап ул икәнен дә, дөрөҫ юл менән барғанымды ла һиҙҙем. Аллаға шөкөр, яңылышманым.
6) Институттың беренсе курсын тамамлағас, әрме сафына алындым. Саҡырыу пунктында үткән төндәрҙең береһендә апайымдарға ҡасып киткәйнем, тәүге командамдан тороп ҡалдым. Улар ракета ғәскәренә эләкте. Ә мин ике йыл Свердловск өлкәһендә, төҙөлөш батальонында хеҙмәт иттем.
Алдан әйтеүемсә, мәктәп йылдарынан уҡ спорт менән дуҫ булғас, әрме хеҙмәтенең ауырлығын күрмәнем. Күңелле бер мәл булып иҫтә ҡалды. Уҡыуҙы, дуҫтарҙы һағынып ҡайтҡайным, ныҡлап ижадҡа тотондом.
7) Элек тормошомдан ҡәнәғәт түгел инем, йылдар үтеү менән шөкөр итеп йәшәргә өйрәндем. Ауыр мәлдәрҙе тыныс ҡына үткәрә беләм. Кешеләргә ышана торған холҡом арҡаһында йыш ҡына “тишек кәмәлә” ултырып ҡалырға тура килә. Йәшлек дыуамаллығы, ҡыҙыулығы булғанда, йыш ҡына ышанысты аҡламағандар менән һүҙгә килешә торғайным. Хәҙер яйлап ғәфү итергә лә өйрәнелде.
Кемделер, бәлки, 50 йәш ҡурҡыталыр, ә мин үҙемде, алтын урталыҡта, тип хис итәм. Йәшәй-йәшәй аҡыл тупланған мәл. Тормошҡа ҡарашым үҙгәрә, күберәк позитивты күрәм. Ир-егет өсөн 50 йәш ул самай йәшәр саҡ ҡына!
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»