RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Бер һүнерҙән алда, төңөлмәйсә мең янырға яҙһын киренән!»

10.10.2018 «Бер һүнерҙән алда, төңөлмәйсә мең янырға яҙһын киренән!»

«Бер һүнерҙән алда, төңөлмәйсә  мең янырға яҙһын киренән!»
Кем хәҙерге заманда китап уҡып ултырһын, шиғыр уҡыусылар ҙа юҡ ул, тиһәләр, ҡырҡа ҡаршы төшәм: “Ә мин?! Мин “юҡ”тар иҫәбендәме ни? Ә минең ише гүзәл әҙәби әҫәр уҡыуҙан хыялыйланып, йоҡонан ҡалып йөрөгәндәр әҙме? Уларҙы нисек иҫәптән һыҙып ташлайһың?!” Элекке дәүер­ҙәгесә барса халыҡ китапҡа ҡапланып ятмаһа ла, әҙәбиәттең һоҡлан­ғыс өлгөләре үҙ уҡыусыларын таба, тимәк, һүҙ ҡәҙерен, һүҙ тәмен белеүселәр арабыҙҙа етерлек. Уйлы кешегә рухи аҙыҡһыҙ йәшәүе мөмкин дә түгел. Рухиәтең бөйөклөккә сарсағанда, һыуһыныңды ҡандырырлыҡ ауаздаш тылсымлы юлдарға юлыҡһаң, оло хазина тапҡандай ҡыуанаһың, үҙеңде бәхеттең етенсе күгенә күтәрелгәндәй тояһың. Һәм шул рухи байлыҡты булдырған, мөғжизә-тылсымды тыуҙырған кешеләр арабыҙҙа йәшәй, эшләй, ижад итә. Һүҙ ҡеүәһен йәне менән тойоп, шиғри мәрйендәргә теҙеүселәрҙең береһе – Айгөл Йәмилева тормошома “Атайһыҙҙар” шиғыры менән килеп инде:
Уларҙың бит донъялары теүәл,
Ҡараштары ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙҙар.
Беҙҙең күҙҙәр моңһоу,
Беҙ баҫалҡы.
Яҙмыш беҙҙе баҫҡан.
Атайһыҙҙар...
Йәнде әрнетеп, әсе һағыш менән күңел ишеген туҡылдатҡан Айгөл булды ул. Ҡояш, ай, йондоҙ нурҙары түгелгән шиғырҙарында берсә диңгеҙ шауы, берсә күк күкрәүе, берсә ҡыҙ баланың көлгәне ишетелә, улар­ҙан ҡай саҡ әллә йүкә балы тәме килгәндәй, әллә – әрем, һәм бөркөт саңҡылдауы урынына аҡсарлаҡтар­ҙың өҙгөләнеп ҡысҡырыуы йөрәкте урынынан ҡуҙғытып, болоҡһота... Диңгеҙҙе һөйгән, киң даръяға туҡтау­һыҙ мәҙхиә йырлаған Айгөл Илгиз ҡыҙы Йәмилева (Ғәбитова) диңгеҙ буйында түгел, үҙебеҙҙә, Ағиҙел яры буйында, Бөрйән районының Янһары (Яңы Собханғол) ауылында тыуған. Башҡортса ла, русса ла берҙәй шиғыр ижад иткән, мәҡәләләр яҙған, тәржемәлә, йырҙа көсөн һынап ҡараған йәш шағирә 2014 йылда “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивалендә шиғри бәйгелә еңеү яулап, һуңынан “Төнгө ултырыш” проектында сағыу сығыш яһап, шиғриәттә үҙенең осраҡлы кеше түгеллеген раҫланы.
– Бәләкәйҙән шиғыр яҙҙым, улар ыҙаһыҙ, үҙенән-үҙе тыуҙы, – тип һөйләй шағирә. – “Һөт һалғансы әсәйем, килеп етте бесәйем...” тип тәүге шиғырымды дүрт йәшемдә ижад иткәнемде хәтерләйем. Өсөнсөлә уҡығанда апайымдың туйына “Яҙ айы – ғишыҡ айы” тип, эссе кеүегерәк нәмә яҙғас, бөтәһе лә көлдө. Ниңә көлгәндәренә аптыраным. Бразилия сериалдарына сценарий яҙғайным, унда ла ауыҙ йырҙылар. Кескәй баланың шулай етди фәлсәфә йөрөтөүе өлкәндәргә мәрәкә тойолғандыр инде. Үҙем “шиғыр” тип ҡабул иткән ысын шиғырымды ун ете йәшемдә яҙҙым. Күңелдең аҫтын-өҫкә әйләндереп, тетрәндергән хәлдәр, ваҡиғалар кисергәндән, тормошомда мө­һим осрашыуҙарҙан һуң тыуҙы шиғыр­ҙарым. Тәүге мәлдәрҙә хистәр дауылында яҙылған шиғырымды уҡып сығам да, күңелем булып, ҙур ҡәнәғәтлек кисерә торғайным. Сөнки өр-яңы шиғыр ҙа тыуа, күңел дә бушап ҡала. Хәҙер уларҙы уҡыһам, етешһеҙлектәрен табам, ритм, ижектәргә иғтибар итәм. Ә шулай ҙа хистәр тулҡынында тыуған шиғырҙар иң яҡшылары, тим.
Мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Бер көндө Сибайҙағы сәсәндәр бәйгеһенән үк таныш булған журналист әхирәтем Миңзәлә Асҡарова, Азамат Юлдашбаев “Шоңҡар”ға йәштәрҙе эҙләй, тигәс, шиғырҙарымды алдым да, тулҡынланып, редакцияға киттем. Азамат ағай, шиғырҙарым менән танышҡас, улар тетрәндермәй, үҙ юлыңды тап, тип кәңәш итеп, мәҡәлә яҙып килтерергә ҡушты. “Шоңҡар”ға яҙышыуым, Азамат Юлдашбаев менән танышлығым шунан башланды. Шағирә булараҡ мине Азамат ағай асты, тип иҫәпләйем. Уның арҡылы Маяковскийға тартым үҙ стилем килеп сыҡты.
Атайым һөнәре буйынса уҡытыу­сы ине. Миңә дүрт йәш саҡта йөрәк сиренән китеп барҙы. Әсәйем Гөлшат дүрт бала менән тороп ҡалды. Уның ныҡлығына, сабырлығына, уңғанлығына һоҡланып бөтөрлөк түгел. Ул оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләне. Оҫта ойоштороусы, дәртле әсәйем менән төрлө сара ойоштороуыбыҙ һаман да иҫтә (“ойоштороуыбыҙ” тип, ҡыҫылып йө­рөгәнмендер аяҡ-ҡул араһында). Үҙемде белгәндән алып, ғаиләбеҙҙә ижади мөхит хөкөм һөрҙө. Мәҫәлән, Илүзә апайым да, минең кеүек, шиғыр­ҙар яҙа. Илшат ағайым – йырсы, МС Яҙмыш исеме аҫтында ул йәштәргә таныш, Ринат ағайым иһә рәссам. Әсәйемә беҙҙең менән бер ҙә еңел түгелдер. Хисле кешеләр күңел төшөнкөлөгөнә йыш бирелә бит инде. Ләкин ул беҙҙе әүәлдән аңлай һәм хәленән килгәнсе ярҙам итә. Талантығыҙҙы үҫтерегеҙ, тип ҡанатландырып, дәртләндереп тора. Элек, уға ҡарап, бөтә әсәйҙәр ҙә шулай икән, тип уйланым. Балаларының һәләттәренә, киләсәгенә битарафыраҡ әсәйҙәрҙең дә булыуын белгәс, ныҡ аптырағайным. Мине әсәйем хатта 2009 йылда Бәләбәйҙә үткән “Урал батыр” конкурсына ла оҙата барҙы. Унда бер туған Динар ағаһы йәшәй, гимназияла уҡытып йөрөй. Әлбиттә, уның эшләгән еренә инеп сыҡтыҡ. Тәү күреүҙән Бәләбәй ҡалаһы ла, гимназия ла күңелгә ятты ла ҡуйҙы. Ошонда уҡығым килә, мине ҡалдыр, тип әсәй­ҙе өгөтләргә тотондом. Кинйә ҡыҙын ситтә ҡалдырғыһы килмәгән әсәйем, бигерәк алыҫ бит, автобус­тан автобусҡа йөрөүе лә яйһыҙ, ти. Булһын, тип ныҡыша торғас, уны күндерҙем. Һуңынан, бер аҙ уҡығас, өйҙө һағынып, кире ҡайтам, тигәйнем дә, әсәйем, бында ҡайтып нимә бар, башлағас, уҡып бөтөр, тип ҡырт киҫте. Шулай итеп, ике йыл Бәләбәй башҡорт гимназияһында уҡып, өлгөргәнлек аттестатын алдым. Әсәйем эске һиҙемләүе менән урынымдың гимназияла икәнен тойғандыр, алдынғы уҡыу йортоноң үҫешемә ыңғай йоғонто яһауын аңлағандыр.
Бәләбәйҙә мине бер кем дә белмәй, тип гимназияға барып инһәм дә, башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфирә Ғайса ҡыҙы Шириязданова (ул хәҙер хаҡлы ялда), һинең шиғыр яҙғаныңды беләм, тип, барыу менән олимпиадаға әҙерләй ҙә башланы. Йәғни шым, боҫоп ҡына, беленмәй генә йөрөү эләкмәне, шунда уҡ сараларға ылыҡтырылдым. Бәләбәйҙә тел буйынса олимпиадаларҙа беренсе урындар алдым, “Илһам шишмәләре”ндә “Йыл асышы” булдым. Шағирә булып китеүемдә Башҡор­тостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ғайса ҡыҙының туранан-тура йоғонтоһо бар, ул ғүмер юлында осрамаһа, мин, бәлки, әллә ни артыҡ үҫә лә алмаҫ инем. Шулай осраҡлы кеүек күренгән ваҡиғалар, кешеләр, ысынында иһә, бер ҙә осраҡлы түгел икән. Яҙмыш үҙе кәрәкле ерҙәргә алып бара, кәрәкле кешеләрен алдыңа сығарып баҫтыра.
Шул уҡ Бәләбәй гимназияһында рок төркөмөн ойошторорға йөрьәт итеүемә үҫмер саҡтан рок, бард йырҙары менән мауығыуым сәбәпсе. Туғыҙынсы синыфта рок тыңларға ныҡ әүәҫләнгәйнем: “ДДТ”, “Машина времени”... Иртән уянһам, ағайым “Lumen” төркөмөн аҡыртып йырлатып ҡуйһа, йәнем көйә, оҡшатмай инем, тора-бара ул да оҡшай башланы. Рок төркөмөндә йырлап, гитарала уйнап, йырҙарға һүҙҙәр яҙып, кисәләрҙә сығыш яһауыбыҙ ғүмеремдең иң ҡыҙыҡлы мәлдәренең береһе булып ҡалды. Гитарала уйнарға яратам ул. Элек, билдәле яҡташыбыҙ Земфираның бер интервьюһында, гитарала уйнарға өйрәнгәнсе бармаҡтарым ҡанап бөттө, тигәнен уҡығас, ҡыллы музыка ҡоралына тотонорға ла ҡурҡҡайным. Шулай ҙа ынтылыш көслө булғас, ҡурҡыуҙы еңеп, Бәләбәйҙә гитарала уйнау түңәрәгенә яҙылдым. Йәйге каникул мәлендә әсәй янында ашханала эшләп, тәүге эш хаҡына гитара һатып алғас, ҡыуаныстан башым күккә тейгәйне...
Хәҙер минең яңы шөғөл – видеомонтаж. Апайымдың ғаиләһендә дүрт малай үҫә, шулар менән видеолар төшөрөп, мәж киләбеҙ. Сәхнә лә үҙенә тарта. Бөтә ерҙә лә ҡатнашып йөрөгәс, мине асыҡ-ярыҡ экстраверт тип уйлайҙар, әммә мин интроверт, булмышым менән йомоҡ, кеше менән һайлап ҡына аралашам, таныш­ҡас та, тиҙ генә асылып китеп һөйләшә алмайым. Шул уҡ ваҡытта, кеше нимә әйтер, тип тормайым, теләгәнемде эшләйем. Сөнки ирек һөйөүсәнмен. Үҙемде шулай тотам да. Заманында ирек һөйөүсәнлегем арҡаһында ғәрселлегем дә хаттин ашҡайны. Һәр ваҡыт “үҙем беләм” тигән һүҙем минән дә алдараҡ йөрөнө. Һуңғы йылдарҙа үҙемдең үҙгәреүемде, йомшарыуымды тоям. Наҙгөл тыуғас, был айырыуса һиҙелә. Ғаиләлә гел дә компромистарға барырға тура килә. Ир ҡатыны, әсә булыуың шуны талап итә. Әммә миңә ошо торошом бик оҡшай.
Ирем Наил менән ун ете йәштән алып бергәбеҙ. Ул һөнәре буйынса рәссам-биҙәүсе. Ысын ир-егеттәргә хас сабыр, төплө аҡыллы, бик һәләтле кеше. Минең кисерештәремде унан да яҡшыраҡ тойған кеше юҡ. Ул мине нисек бармын, шул килеш ҡабул итә. Яныуҙарым, ярһыуҙарым – уның өсөн тәбиғи хәл. 2015 йылдың ноябрь айында “Төнгө ултырыш” булғайны. Унда Наил тәүҙә, бармайым, тигәйне, ләкин ялы тура килеп, уға билет таптым. Залда һөйгәнем ултырғас, тулҡынланғанымды белһәгеҙ! Сы­ғышымды күргәс, мине ташлап сығып китер кеүек ине. Ә ул, киреһенсә, миңә ҡарата иғтибарын, наҙын, һөйөүен күпкә арттырҙы. Шул мәлдә, ахыры, минең шағирә икәнемде бөтөн тулылығында күңеле менән тойғандыр. “Китап” нәшриәтендә ятҡан китабымда “Һалдат ҡатыны” һәм “Бөтә донъя яңғыҙ миктәгәндә, табылғанбыҙ бит икәү меңдәрҙән” тигән бүлектәр тотошлай Наилгә арналған. Ирем менән ҡапма-ҡаршы холоҡло кешеләрбеҙ. Мин күктән осоп йөрөһәм, ул ерҙән ышаныслы атлай, һәм ошо ныҡлыҡ, ышыҡ миңә бик ныҡ кәрәк. Оҫта тегенсе лә, тел йоторлоҡ итеп бешеренгән дә әсәйем (китапхананан һуң ул ашханала эшләп, хаҡлы ялға сыҡты), ижад кешеһе булғанға, донъя көтөргә артыҡ барымың юҡ, шикелле, ти торғайны. Ләкин иремде, Наҙгөл ҡыҙыбыҙҙы тәмлекәстәр менән һөйөндөрөргә теләүем бешеренергә лә өйрәтте. Нимәгә тотонһаң да, ижади ҡараш, ҙур теләк кәрәк, шул ваҡытта бар нәмә лә килеп сыға. Наҙгөлгә лә аш-һыу серҙәрен асам, ҡул араһында йөрөүенә ризамын. Мин дә бит шулай әсәй менән бергә үҫкәнмен. Ҡайһы берәүҙәр, бала­ғыҙҙы артыҡ иркәләтәһегеҙ, ти. Әммә баланы бәләкәй сағында ата-әсәһе иркәләтмәһә, уны тағы кем иркәләтһен? Алда ниндәй яҙмыш көткәнен беребеҙ ҙә белмәй, шуға ла балаларҙы мөмкин тиклем күберәк яратып-һөйөр кәрәк, тип уйлайым.
Үҙ-үҙемде белгәндән алып тик бер генә һөнәр – журналистика ҡыҙыҡ­һын­дыра ине мине. “Бәләкәй сағыңда ҡурсаҡ уйнар урынға барыһынан интервью алыр ҙа йөрөр инең”, – ти әсәй ҙә. Мәктәптә башланғыс клас­тар­ҙа уҡыған китаптар, ҡараған фильмдар буйынса оҙон-оҙон итеп яҙыуым, үҙемсә анализларға тырышыуым һаман хәтерҙә. Шуға ла әлеге ваҡытта “Башҡортостан” гәзитендә хәбәрсе булып эшләп йөрөүемде осраҡлыҡ, тип әйтеп булмайҙыр.
Бына шундай ул тыштан тыныс күренеп тә, эсендә хистәр айҡашҡан Айгөл Йәмилева. Күңелендә ялғанлыҡтың эҙе лә булмаған шағирә ихласлыҡтың үҙе ул. Булмышы менән яҡты, нурлы кеше. Әҙәбиәтебеҙҙең талантлы бөгөнгөһө һәм киләсәге.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Һаумы, минең февраль.
Туған, рухташ...
Инде нисәмә йыл
иңгә-иң терәп
Китеп барабыҙ
тормош тигәненең
ҡырлы баҫҡысынан тәгәрәп.
Һуҡранабыҙ, мин абынам
йәнә.
Торғоҙаһың, һөйрәп елкәнән.
Оялтаһың.
“Һин түгелме, – тиһең
сикһеҙ офоҡтарға елкенгән?!”
Уйнатаһың буран, йәнең көйөп,
Ҡабатлайһың бер үк һорауҙы:
“Ҡараштарыңды кем һүндерҙе?
Ҡанаттарыңды кемдәр ҡайырҙы?!”
Йылдар уҙған һайын
февралемә
әйтер һүҙем кәмей,
ҡороғандай
ағыр юлын тапмай, тау шишмәһе.
Ә ул гөрләй! Тормоштоң ялынан
шыҡырайтып тота, иҫ китмәле!
Һаумы, февраль!
Мине тыуҙырған ай.
Туған, рухташ...
Иңгә-иң терәп
киләбеҙ әле
тормош тигәненең
ҡырлы баҫҡысынан тәгәрәп...
* * *
НАЗАР НӘЖМИҘЕҢ ТЫУЫУЫНА
100 ЙЫЛ АЙҠАНЛЫ
“Беҙ – мең янып, тик бер һүнгән-
дәр!”
(Н. Нәжми).
Гүйә, минең йәшлегемдәһең һин,
Бөгөнгөмдө тораһың һин тойоп.
Өфө буйлап йүкә сәскә атҡан,
Бал еҫенә урам тултырып.
Шул урамдар буйлап хыялыйҙар,
Хәсрәт белмәй әйҙә гиҙәбеҙ.
Кисә генә тыуған ояларҙан
Осоп сыҡҡан ҡошсоҡ үҙебеҙ.
Алда күпме яуланмаған үрҙәр,
Киң офоҡтар беҙгә асылған!
Татылмаған әрнеү, һыҙланыуҙар,
Ә сәстәргә ҡырау ҡунмаған.
Аяҡтарҙа нисек ныҡ баҫабыҙ,
Ышанысыбыҙ ҙа тоғ(о)ро.
...Ваҡыт, тигәнең эй тиҙ үтә,
Шул саҡтарҙы артта ҡалдырып.
Бер ишетеү етә был дан йырҙы –
Барыһы ла урай киренән.
Бына миңә йәнә тик ун ете,
Һәм илерәм йүкә еҫенән.
Күпме янып, күпме һүрелгәнде
Үҙем генә һанап беләмен.
Шунда, шағир, һинең бөйөклөгөң –
Ҡуҙға ҡалып быҫҡып ятҡанда ла
Күңелемә сыраҡ эләһең.
Гүйә һинең йәшлек – минең
йәшлек,
Һәм бал тама, ана, йүкәнән.
Бер һүнерҙән алда, төңөлмәйсә
Мең янырға яҙһын киренән!
Диңгеҙ менән һөйләшеү
Түп-түңәрәк ай
һиндә һуҙған
көмөш келәм.
Төн булһа ла
һиңә киләм,
үҙем көләм.
Теҙләнәм дә еүеш ҡомға,
устарымды
терәп торам,
көтөп торам
мин тулҡынды.
– Һаумы?
Тулҡын ялмай ҡулды.
– Килдем бына...
Тағы тулҡын.
– Килдем. Төштә түгел.
Вәғәҙә – иман.
– Килгәнемсә әллә ниҙәр
булып бөттө.
Тулҡын йәнә
ҡул йөҙлөгөн һыйпап үтте.
– Кемдер өсөн һин бары тик һыу,
ял урыны...
Тулҡын тағы ярға һуғып,
кире ураны.
– Әммә миңә һин тере йән эйәһе,
иҫлә шуны!..
Көслө тулҡын ярға ҡағып,
үпте ҡулды.
Түп-түңәрәк мөләйем ай
һуҙған келәм.
Был төндә
беҙ бер бөтөнбөҙ
диңгеҙ менән...
Китәһеңме
Китәһеңме?
Кит, оҙаҡҡа һуҙма,
ҡырҡ ҡат тапап ишек тупһаһын.
Бер асылып, бер кире ябылып
ишек шығырлауҙан туҡтаһын.
Китәһеңме?
Юлдың хәйерлеһен,
ә юлдаштың теләйем тоғроһон.
Күңелемдә тамыр йәйеп үҫкән
хистәрем, тим, тиҙерәк ҡороһон.
Китәһеңме?
Кит!
Тик яраларға
туҡта услап тоҙҙар һибеүҙән!
Хәтеремдә элеккесә ҡалһын
изге һының.
Ул аралар мине
һағыштарҙан
ҡырҡҡа бөгөлөп, һарғайып
кибеүҙән.
Китәһеңме?
Нимәгә өмөт итеп,
һаман тораһың һуң ишектә?!
Араларҙа – күптән ерләү маршы...
Уны күптән, күптән ишетәм.
Китәһеңме?
Бер асып, бер ябып
ишекте ошо, ҡәһәр һуҡҡыры,
хистәребеҙ өйөн һыуыттың һин,
ана, һүнә һуңғы осҡоно.
Китәһеңме?
Кит!
Ни ҡыҙығы
күҙҙәреңде миңә төбәүҙән?
...Көскә тыйылып торам бына үҙем
“Әллә... яратаһыңмы?” – тиеүҙән...










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы