02.10.2018 Тәрән тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй
йәки Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Әминевтарҙың татыу ғаилә сере ниҙә?
Минең менән барыһы ла килешер – ғаилә һәм бәхет һүҙҙәре синонимдар. Кеше үҙенең ғаиләһен телгә алғанда, йөрәгендә яғымлы, йылы хистәр уянырға тейеш. Эйе, ер йөҙөндә һәр кемдең быға хаҡы бар. Бөгөнгө геройҙарым – Гөлсәсәк һәм Хәйбулла Әминевтар ҙа бәхетлеләр иҫәбендә. Ғөмүмән, уларҙы ғәҙәти ғаилә тип әйтмәҫ инем. Бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәре, тормош фәлсәфәләре үҙенсәлекле. Булдыҡлы, тырыш, ғүмер буйы сит өлкәлә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, балаларында милли рух тәрбиәләй белгән, туғандары өсөн өҙөлөп торған үрнәк ғаилә менән һеҙҙе лә таныштырып үтмәксемен.
Парлы булыуға ни етә?!
Гөлсәсәк Ғизитдин ҡыҙы һәм Хәйбулла Хәсән улының бергә ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙарына дүрт тиҫтә йыл уҙған. Сығышы менән Баймаҡ районының Һәмән ауылынан булған егет 1971 йылда ҡорос ҡойоусылар ҡалаһына килә. Һөнәри училищела белем алып, артабан әрме хеҙмәтен үтәп, Хәйбулла тағы Магнитогорскиға юллана. Тирә-яҡ райондарҙан йыйылған бихисап йәш егет-ҡыҙ кеүек, ул да хеҙмәт юлын тап Магнитогорск металлургия комбинатында иретеп-йәбештереүсе булып башлай. Әлбиттә, ул заманда илдәге иң ҡеүәтле комбинаттарҙың береһе булып һаналған ерҙә эшләүе еңел түгел, тик йәшлек романтикаһы менән хеҙмәт ауырлығы тойолмай.
Ҡәйнеш-бикәстәренә пар күҙләү – еңгәйҙәрҙең боронғонан ҡалған изге бурысы. Хәйбуллаға ла еңгә тейешле кешеһе, әлеге лә баяғы комбинатта, үҙе менән бер цехта эшләгән эмалләүсе ҡыҙҙы димләй башлай: «Төҫ-башы бына тигән, эшкә уңған, тыныс холоҡло, ҡыҫҡаһы, килмәгән ере юҡ!» Ҡәйнешен башлы-күҙле итергә маҡсат ҡуйған сос ҡатын Гөлсәсәккә лә егеттең нәҫелен, эшһөйәрлеген маҡтай, фотоһүрәтен дә күрһәтә.
Тормошондағы иң бәхетле миҙгелдәренең береһен – буласаҡ кәләше менән танышыу көнөн Хәйбулла Хәсән улы бөгөнгөләй хәтерләй:
– Еңгәйем беҙҙе алдан уҡ ситтән тороп таныштырып бөткәнгә күрә, тәүге күрешеүгә тулҡынланып килдем. Мәҙәниәт йортондағы тамаша алдынан осраштыҡ, урамда март айы ине. Ҡара сәсле, ҡара күҙле һылыуҡай бер күреүҙән үк күңелемдең түрен яуланы. Гөлсәсәк тә мине оҡшатты һәм беҙ дуҫлаша башланыҡ. Көҙгә матур итеп туй яһап ебәрҙек.
Шулай итеп, Әбйәлил районының Айыуһаҙы ауылы ҡыҙы Гөлсәсәк Баймаҡ килене булып китә.
Ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт
Әминевтар Магнитогорскиҙа төпләнеп ҡала. Тиҙҙән ата-әсәнең оло шатлығы булып, донъяны йәмләп, бер-бер артлы балалар донъяға килә. Балаға матур тәрбиә биреп, уны күркәм холоҡло кеше итеп үҫтереү – ата-әсәнең оло яуаплылығы, изге бурысы. Ир менән ҡатын өс ҡыҙын да лайыҡлы шәхес итеп, наҙ һәм хәстәрлек менән солғап алынған мөхиттә тәрбиәләүгә барлыҡ көсөн һала. Өс ҡыҙҙың өс төрлө холоҡ: береһенә лидерлыҡ хас булһа, икенсеһе – сабыр һәм тыныс, өсөнсөһө иһә, бөтәһенә лә ярҙамсы булып, апайҙарынан күргәнде ҡабатлай. Хәҙер инде үҙҙәре әсәй булған, йәмғиәттә лайыҡлы урынын тапҡан, тирә-йүндәгеләргә өлгөлө йәшәү рәүеше күрһәткән ҡатындар.
–Ҡыҙҙарым артыҡ мәшәҡәт тыуҙырҙы, тип әйтә алмайым. Һәр ваҡыт тәртипле, аҡыллы булып, бер-бер артлы буй еткерҙеләр. Бала саҡтан, йәй буйы ауылда, олатай-өләсәй ҡарамағында үҫкәнгә күрәме, уларға туғанлыҡ хистәре хас, – тип һөйләй Гөлсәсәк апай.
Металлургия сәнәғәте кеше һаулығын йәлләп тормай. Зарарлы предприятиела оҙаҡ йылдар тир түккән Гөлсәсәк Ғизитдин ҡыҙы – 50, Хәйбулла Хәсән улы 55 йәштән үк хаҡлы ялға сыға. Был парҙың өлгөлө хеҙмәт юлын дәлилләгән Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны юҡ, Хәйбулла ағай «Почетлы пенсионер» исеменә лә лайыҡ булып ҡыуана.
– Йәйгеһен ҡала янындағы баҡсала, көҙ етеү менән ейән-ейәнсәрҙәр менән мәж киләбеҙ, – ти олатай менән өләсәй. –Береһен түңәрәккә оҙатабыҙ, икенсеһен ҡаршы алабыҙ, тигәндәй. Әлегә ике ейән, өс ейәнсәрҙе һөйөп туя алмайбыҙ.
Ҡайһы бер йәштәр өсөн ата-әсәләр аҡса янсығы, икенселәр өсөн шәхси тормошона һәр саҡ ҡамасаулап, кәрәкмәгән кәңәштәр биреп, аҡыл өйрәтеп тороусылар булһа, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараусылар һәр миҙгелдең ҡәҙерен белеп, ата-әсәһенә барыһы өсөн дә рәхмәтле булып йәшәй – ундай ғаиләләр бик бәхетле. Бөгөн Әминевтарҙың ҡыҙҙары – Рәйсә, Римма һәм Әлиә лә, кейәүҙәре лә ата-әсәләренә оло ихтирам, мәрхәмәт һәм шәфҡәт күрһәтә.
Туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп
2016 йылда Әминевтар ғаиләһе телевизор экрандары аша танылыу яуланы. Әсәле-ҡыҙлы улар «Һеҙҙең өсөн йырыбыҙ» тигән клип төшөрҙө. Иҫ китмәле матур тәбиғәт ҡосағында төрлө быуын ҡатын-ҡыҙы – сабый, үҫмер, йәш ҡыҙ, ҡатын һәм өләсәй – сылбырҙа, нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, бөтәһе лә гүзәл, һоҡланғыс . Иң һуңында йомғаҡтар – туғанлыҡ ептәре барыһын да Әсәгә алып килеп тоташтыра. Был клиптың авторы Рәйсә Иҙрисова – Әминева, ул үҙенең күптән йөрөткән хыялын тормошҡа ашырған.
Әйткәндәй, декоратор – биҙәүсе Рәйсәнең ҡулдарынан күркәмлек, йылылыҡ бөркөлөп тора. Үҙенең шәхси салонын асҡан ҡатындың эштәренә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ул төрлө витрина, фотозоналарҙы биҙәкләү буйынса ҡалала иң яҡшы, креатив белгестәрҙең береһе һанала. Туй, тыуған көн мәжлестәрен йәмләү буйынса «Ирис» декор салонына етеүселәр һирәк.
Клипҡа әйләнеп ҡайтҡанда, Рәйсә уны төшөрәсәк урындарҙы төшөндә күрә. Был илаһи ерҙәрҙе интернетта эҙләп тапҡас, ғәжәпләнеүенең иге-сиге булмай. Баҡтиһәң, башҡорттарҙың мөғжизәле көскә эйә булған, тәбиғәт һәйкәлдәренә тиң урындары – Сыбарҡая һәм Ҡорғаҙаҡ мәмерйәһе икән! Тора-бара буласаҡ йырҙың һүҙҙәре лә (авторы – Г. Ҡыуатова), аранжировкалаусы ла (Р. Агишев), уны башҡарасаҡ йырсы ла һайлана. Рәфис Ишбаев, йәш булыуына ҡарамаҫтан, алдына ҡуйылған бурысты еренә еткереп үтәй. Моңло, бәрхәт тауышлы йырсы тәүге куплеттан уҡ йөрәктәрҙе йылы, рәхмәтле хистәргә сорнай.
– Әсәй – һәр кем өсөн иң ҡәҙерле һәм изге зат. Ул беҙҙең тормошобоҙға йәм, йән биреүсе иң ҡәҙерле, мәрхәмәтле кешебеҙ. Әсәй балаһына йәшәү бүләк итә, күкрәк һөтө менән туйындыра, һулышы менән йылыта, наҙы менән иркәләй, ғүмере буйы ғәзиз балаһы өсөн борсола. Балаһы ысын кеше булып үҫһә, сикһеҙ ғорурлана. Беҙҙең әсәйебеҙ – идеаль ҡатын, һәр беребеҙгә үҙенең яҡшы сифаттарын һеңдерергә тырышты, бала рәхмәте йөҙөнән клип төшөрөү бурысын ҡуйҙым. Барлыҡ эштәремдә уң ҡулым булараҡ, был юлы ла Римма һеңлем тәүге ярҙамсым булды, – тип һөйләй Рәйсә. Әйткәндәй, оператор ҙа, режиссер ҙа, монтажлаусы ла клип авторының теләгенән сығып эш итә.
Рәйсә Иҙрисованың тағы бер оло проектын телгә алып үтмәү яҙыҡ булыр. Һәр саҡ ижади эҙләнеүҙәр юлында булған, тырыш, һәр шөғөлдән йәм табып йәшәй белгән ҡатын нәҫел-нәсәбен барлау буйынса маҡсатлы эш алып бара. 2014 йылда атаһы яҡлап Әминевтарҙың, ә 2017 йылда әсәһе яҡлап ҡарт олатаһы Иҙристән таралған тармаҡтың Шәжәрә байрамын ойоштора. Ҡаракөсөк тоҡомоноң Һәлберҙәр араһының генеалогияһын өйрәнеү бушҡа китмәй, Рәйсә Хәйбулла ҡыҙы 1100 (!) исемдән торған шәжәрә төҙөй! Үҙ тарихына битараф булмаған киләсәк быуын вәкилдәре өсөн ысын хазина бит был!
Барлығы 450 туған-тыумаса осрашҡан (саҡырыу ҡағыҙы 650 кешегә таратыла) оло йыйында быуындар араһында бәйләнеш булдырылған һәм нығытылған, туғанлыҡты танытып, нәҫел тармаҡтары барланған. Туған ҡәҙерен белгән, тарихтың әһәмиәтен тәрәндән аңлаған бер кеше башҡаларҙың киләсәге өсөн күпме эш башҡарһын әле, афарин!
***
Татыу, берҙәм, дуҫ ғаиләле булыуың – һанап бөткөһөҙ бәхет бит ул. Бер-берең өсөн йәнеңде бирерҙәй булып, уңыштары өсөн ысын күңелдән ҡыуанып, барлыҡ эштәреңде бергә башҡарып, бергәләшеп ял итәһең. Гөлсәсәк һәм Хәйбулла Әминевтар тормошон барлыҡ күркәм йола һәм күңелле ял минуттары менән аралаштыра белә. «Икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләнән сыҡҡанбыҙ. Бер-беребеҙҙе тыуған көн менән ҡотларға тип барһаҡ, 70 самаһы туған йыйылабыҙ ҙа ҡуябыҙ», – тип көлөшә улар. Кейәүҙәре Фәрит менән Рөстәм дә ышаныслы терәк-таянысҡа әүерелгән. Баланың балаһы балдан татлыраҡ, тиҙәр. Ейәндәрен бик ярата, күҙ ҡараһылай күрә олатай менән өләсәй. Әминевтарҙың рухлы йорттарының нигеҙе ҡотло, ырыҫлы. Ә бәхетле ғаилә сере яҡындарыңа ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙа, дуҫлыҡ-туғанлыҡ хистәрен бала саҡтан тәрбиәләй белеүҙәлер. Тәрән тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй, ә тамырһыҙы ҡорой, тиҙәр бит беҙҙең халыҡта.
Лилиә ХӘЛИТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»