RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бейеүҙе йәнле иткән Ләлә

03.10.2018 Бейеүҙе йәнле иткән Ләлә

Бейеүҙе йәнле иткән Ләлә
Алты йәштән сәхнәгә сыҡҡан талантлы Әбйәлил ҡыҙы заманында Фәйзи Ғәскәров ансамбленә барыуҙан баш тартып, тыуған яғына ҡайтып, өс тиҫтә йылдан ашыу инде балаларҙы серле бейеү донъяһына ылыҡтыра

Хеҙмәттәшем, курсташым Зөһрә Йәһүҙина менән журналистика, уның нескәлектәре, яуаплылыҡ, остаздарыбыҙ тураһында һөйләшкәндә, мәҡәлә геройҙары хаҡында ла һүҙ сыҡты. Уйламай һис ҡасан хәбәр һөйләмәгән, төплө аҡыллы Зөһрә:
– Элек бергә эшләгән, беҙҙе, йәштәрҙе, оҫталыҡ серҙәренә өйрәткән Мөнир Ҡунафин, Гөлсимә Ризуанова, Рәшиҙә Мәһә­ҙиева­ларҙың кәңәштәрен тотоп геройҙар һайлайым, – тине. – Мәҫәлән, кемде яҙам, тиһәң дә, Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы: “Ә ул кеше республика кимәлендәге гәзиткә яҙырға лайыҡлымы?” – тигән һорау ҡуя торғайны. “Йәшлек”тең абруйын шулай һаҡланы элекке журналистар, кимәлен юғары тотто.
Хаҡлы Зөһрә. Үкенескә күрә, ҡайсаҡ әле үҙҙәрен бер ни менән дә күрһәтмәгән, тормош һурпаһын эсеп өлгөрмәгән, һынауҙар үтмәгән осраҡлы кешеләр ҙә гәзит битенә эләгеп ҡуя. Ә бына сираттағы һүрәтләмәнең геройы тураһында: “Ә ул кеше лайыҡлымы?” – тип һораһалар, унлата-йөҙләтә лайыҡлы, тип яуап­ларға мөмкин булыр ине. Сөнки Әбйәлил районының талантлы ҡыҙы, уҡытыу­сы, хореограф-балетмейстер Ләлә Йәнекәйева бына өс тиҫтәнән ашыу йыл малай һәм ҡыҙҙарҙы бейеү сәнғәтенә ылыҡтыра, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерә, рухи байлығыбыҙҙы һаҡлап, арттырып, халҡыбыҙға фиҙакәр хеҙмәт итә. Ул үҙе ошо йәһәттән башҡарған эшенә әллә ни ҙур әһәмиәт бирмәй, бына ниндәй уңыштарға өлгәшәбеҙ, тип күкрәк ҡаҡмаһа ла, эш һөҙөмтәләре һәр саҡ һоҡландыра – бейеүселәре сәхнәләрҙе дер һелкетеп тә, талғын, йомшаҡ баҫып бейегәндә лә алҡыштарға күмелә, тамашасы һөйөүен яулай, ижади бәйгеләрҙә призлы урындар яулай. Әлбиттә, һөйөнә уҡытыусы йәш бейеүселәренең уңыштарына, хас та ҡасандыр уның сәхнәләге тәүге аҙымдарына остаздары ҡыуанған кеүек.
– Сәхнәгә тәүге тапҡыр алты йәштә сыҡтым, – тип һөйләй тыйнаҡ ҡына көлөп Ләлә апай. – Ул за­мандар­ҙа әле үк урам менән урам ярышып, концерттар ҡуйҙылар. Клуб директоры Гөлшат Кәримова, һәләтем барлығын күреп, сығыш яһарға сығарҙы. Хәҙер, анау ҡәҙәрем ғәм алдында бейергә нисек ҡурҡмағанмын икән, тип аптырайым. Гөлшат апайҙың, йәш кенә ҡыҙыҡайҙың, эшкә килгән генә сағы, ул беҙҙе гел агитбригадаларға ойоштороп, концерттарға алып сығып китә торғайны. Киләсәктә “әртис” булам, тип хыялланып, уйымда гел бейеү ине. Мәктәп пионервожатыйы Рәйлә апай Вилданова алып барған бейеү түңәрәгендә теләп шөғөлләндем, үҙем дә балаларҙы бейергә ихласлап өйрәттем. Туғыҙынсыла уҡығанда, Гөлшат апай Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль тураһында һөйләп ҡыҙыҡтырҙы ла, кәүҙәң килешеп тора, матур, тип, мәҙәниәт-ағартыу техникумына барырға күндерҙе. Буласаҡ һөнәрем буйынса имтиханды “бишле”гә тапшырып, башҡа райондарҙан бейеү өйрәнмәйенсә килгән ҡыҙҙарҙы бейергә өйрәтә һалып, уҡырға инеп киттем. Уҡып бөткәс, Фәйзи Ғәскәровтың ансамбленән Риф Ғәбитов менән Гүзәл Әсәҙуллина егет һәм ҡыҙҙар­ҙы һайлап алырға килгәйне. Шунда барырмын, тип хыялланғайным да, ағайҙарым ебәрмәне. Артист тормошо – тормош түгел, тинеләр. Ә атай-ағайҙарҙың һүҙен нисек йығаһың?! Мин дә уларға ҡаршы сыҡманым, хыялым менән хушлаштым. Риф ағай, Гүзәл апайҙар осрағанда, бына беҙгә килгән булһаң, күптән хаҡлы ялға сығыр инең, тип мәрәкәләй. Ләкин мин тыуған районыма ҡайтҡан­ға үкенмәйем, сөнки шул тиклем эшемде яратам. Асҡарҙың 1-се һанлы һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә күңел һалып эшләйем.
Репертуарыбыҙҙа башҡорт, рус, татар, испан һәм башҡа халыҡтар­ҙың бейеүҙәре бар. Ә “Байыҡ” телевизион конкурсы барлыҡҡа килгәс, башҡорт бейеүҙәренә, фольклорға иғтибарҙы бермә-бер арттырҙыҡ. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа башҡорт бейеүҙәренә Кавказ, татар бейеүҙәре элементтары ҡушылып китә ине. Ә беҙҙең алда киләһе быуындарға үҙебеҙҙең халыҡ бейеүҙәрен шул килеш кенә һаҡлап тапшырыу бурысы тора.
Башҡорт бейеүенә мөкиббән киткән Ләлә апайҙы, ул саҡтағы райондың “Йәшлек” бейеү ансамбле солисын, йәштәр һабантуйында сәхнәлә күреп, Хөрмәт Үтәшев та театр бүлегенә уҡырға инергә өндәй. Минән ниндәй артист сыҡһын инде, матур итеп һөйләшә лә белмәйем, тип саҡырыуҙы кире ҡаға һылыу, талантлы бейеүсе. Унда һине “һә” тигәнсе һөйләшергә лә, үҙеңде сәхнәлә тоторға ла өйрәтерҙәр ине, тип баш сайҡай танылған артист.
– Хәйер, ҡайһы ваҡыт үкендереп тә ҡуя, әллә бармай, мөмкинлектәр­ҙе файҙаланмай хаталандыммы икән, тип, – Ләлә апай уйға ҡала. – Ярай, үткәндәргә – салауат. Ул саҡта “Йәшлек”тең солисы инем, районда ғына түгел, тотош республикала танылғайныҡ, күрше төбәктәр буйлап та сығыш яһаныҡ, сит илдәргә лә гастролгә барҙыҡ. Хәҙер уҡыусыларым менән йөрөйөм. Былтыр Төркиәгә фестивалгә барып ҡайттыҡ. Атай-әсәйҙәр ярҙамы менән, әлбиттә. Яңыраҡ Мәскәүгә, Грузияға саҡырыу килде. Ҡайҙа барам тиһәң дә, аҡса кәрәк. Ә бейеү ҡуям тиһәң – кейем кәрәк. Кейемең булмаһа, эшең күренмәй ул. Мин эшләгән мәктәп директорҙары Миләүшә Ямалова менән Гүзәл Ниязғоловаға был йәһәттән бер һүҙем юҡ – бейеүҙәргә матур-матур костюмдар тектерҙеләр. Беҙгә уңыш килтергән “Ете ҡыҙ” бейеүе өсөн кейемдәрҙе иһә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдән алып ҡайтып, таҫма, уҡа, тәңкәләрен алмаштырғайныҡ, төҫөн ташлаған әйберҙәр күҙ алдында яңырҙы ла ҡуйҙы! “Ете ҡыҙ” менән “Байыҡ”та гран-при алғас, Юрий Энтиндың ижади үҙәге ойошторған “Һин йәшәгән төбәк” исемле Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк ярышына барып, унда ла гран-при яуланыҡ, фестивалдең финалына саҡырыу ҙа алдыҡ. Һәм Мәскәүҙә, фестивалдең йомғаҡлау этабында ла, иң-иң юғары баһаға лайыҡ булдыҡ. Сит ерҙә сығыш яһағанда, барыһын да “Ете ҡыҙ” бейеүенең легендаһы ла, кейемдәребеҙ, биҙәүестәребеҙ ҙә һоҡландыра, ҡыҙыҡһыныу уята, хайран итә. Шул мәлдә халҡыбыҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһон кисерәбеҙ.
Ләлә Дамир ҡыҙы етәкләгән ике өлгөлө балалар бейеү ансамблдәренең дә еңеүҙәрен барлай башлаһаҡ, гәзит бите етмәҫ! “Алтынай” ҙа, “Йондоҙ” ҙа “Еҙ үксә”, “Байыҡ”, “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне”, “Һин йәшәгән төбәк” кеүек конкурс-фестивалдәрҙә геүләтеп сығыш яһай. Балаларҙы ғына бейетеп ҡалмай, Ләлә апай үҙе лә “Әбйәлил биҙәктәре” фольклор ансамбле составында “Байыҡ”та гран-при яуланы, “Ауаз” башҡорт халыҡ мәҙәниәте фестиваленең I дәрәжә дипломы лауреаты булды! Рәсәй һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары, Республика халыҡ ижады үҙәге, Силәбе өлкәһе, Илеш, Күгәрсен, Әбйәлил райондары хакимиәте, “Байыҡ” проектының, мәҙәниәт, мәғариф бүлектәренең рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары ла – Ләлә Йәнекәйеваның эшенә баһа.
Иртәле-кисле балаларҙы бейергә өйрәткән Ләлә апайҙы кескәй генә орлоҡ итеп күҙ алдына баҫтырғанда, уның уҡыусылары – бер төптән сыҡҡан ҡыяҡтар ул, һәм шул һабаҡтарҙа ла орлоҡ-емештәр өлгөрөп, донъяны йәмләр өсөн бар тирә-яҡҡа сәселә. Эйе-эйе, уның һәләтле бер нисә быуын уҡыусыһы бөгөн төрлө тарафта хореограф булып уңышлы эшләп йөрөй.
– Улар өсөн бик һөйөнәм, – ти уҡытыусы. – Бейеүҙә быуындар бәйләнеше өҙөлмәүенә лә, уҡыусыларымдың тормошта үҙ юлын табыуға ла ҡыуанам. Әле беренсе синыф уҡыу­сыларын һайлап алып, бейергә өйрәтә башланым. Әбйәлилдә бит балаларҙың һәр береһе бейеп кенә тора! Ата-әсәләр ҙә, бейеһен, тип хуплай шөғөлдәрен. Беҙҙә бейеү ныҡ үҫешкән, бейемәгән кеше һирәк. Шуға эшләүе лә күңелле.
Ләлә Йәнекәйеваның өйөндә лә бейеүселәр иҙән таҡтаһын ныҡлыҡҡа һынай. Ире Айбулат Сабур улы менән өс ҡыҙ үҫтергән әсә балалары менән ысын күңелдән ғорурлана. БДПУ-ны тамамлаған өлкән ҡыҙҙары Ләйсән уҡыған сағында үҙ факультетында – “Ете ырыу” тигән ансамбль, гимназияла бейеү түңәрәге ойоштороп, юғары уҡыу йортоноң Ольга Андреева етәкләгән “Селтәрҙәр” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә бейергә өлгөрөп, төрлө конкурста призлы урындар алып йөрөй. Унынсы синыфта белем алған Гөлназдары “Алтынай”ҙа ла бейей, ат-спорт мәктәбендә лә уңышлы шөғөлләнеп, уңыштар һандығын миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары менән тултыра. Дүртенселә уҡыған Линараға ла бейеү ене ҡағылған.
– Ҡыҙҙарым – ярҙамсыларым, кәңәшселәрем минең, – тип киң йылмая әңгәмәсем. – Улар менән бергә репертуар һайлайбыҙ, бейеүҙәр ҡуйғанда элементтарын тикшерәбеҙ, башҡарып ҡарайбыҙ. Ҡыҙҙарым бейеүсе булғас, рәхәт, еңел.
Йәшлегендә ҡайһы бер йондоҙло форсатты ҡулынан ысҡындырһа ла, Ләлә Йәнекәйева тормошонан ҡәнәғәт: ихтирам-хөрмәткә, юғары исемдәргә лайыҡ уҡытыусы яратҡан эшенә ҡанатланып бара, ғаиләһен һағынып, өйөнә осоп ҡайта. Һәм көнөн-төнөн тиерлек күңелендә, уйында көсөргәнешле лә, сихри ҙә, тулҡынландырғыс та эш бара уның – яңы бейеүҙәр тыуа...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы