RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сорғотта башҡорт дискотекаһы

11.01.2011 Сорғотта башҡорт дискотекаһы

Һәүәҫкәр йырсы Венер Ишмырҙин башҡорт, татар йәштәренең ялын файҙалы итеп үткәрә
Төмән өлкәһенең Сорғот райо­нында Башҡортостандан эшкә ки­леү­селәр генә түгел, бында тыуып үҫкән башҡорт, татар йәштәре лә бихисап. Урамдан үткәндә йыш ҡына туған телебеҙҙә һөйләшкән яҡташтарыбыҙҙы осратыу күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һөйөнөс бирә. Артҡы тәҙрәләренә «Алла һаҡлаһын» тигән яҙыу, алғы яҡлап сүрәләр элгән еңел машиналар күп елдерә ҡала урамдары буйлап. ҡаланың күпселек өлөшөн башҡорт, татар халҡы тәшкил итеү сәбәпле Өфө һәм ҡаҙан артистары беҙгә юлды һис тә һыуытмай. Себер тамашасылары яҡташтарын һәр саҡ шығырым тулы зал, көслө алҡыштар менән йылы ҡабул итә. Тыуған яҡтарынан ситтә йәшәүгә ҡарамаҫтан, яҡташтары менән туған телдә аралашыуға мохтажлыҡ кисермәй, йыр-моңға һыуһап йәшәмәй бындағы халыҡ. Сорғот райондарындағы башҡорт-татар үҙәктәре әүҙем эш алып бара. Ханты-Манси Автоно­миялы Округында Башҡортостан Республикаһының үҙ вәкиле бар. Йыл һайын яҙ айҙарында ҡалала ғына түгел, яҡын тирәләге бәләкәй ҡасабаларҙа ла гөрләп һабантуйҙар уҙа. Һәүәҫкәр бейеүселәр, йырсыларҙан тупланған йыр һәм бейеү ансамблдәре, түңәрәктәре төрлө кисәләргә йәм өҫтәй.
Йәштәр һәм ололар менән берлектә башҡорттар һәм татарҙар өсөн бейеү кисәләре ҡалала күптән уҙғарыла ине. Бынан теүәл бер йыл элек Сорғот ҡалаһында йәшәгән хеҙмәттәшенә ҡунаҡҡа килгән еренән эшкә урынлашып, бында тороп ҡалған, Башҡортостанда күптәрҙең яратҡан йырсыһына әйләнгән башҡорт егете Венер Ишмырҙин тик йәштәр өсөн генә дискотекалар ойоштороп, йәш башҡорт-татар ҡыҙҙарын һәм егеттәрен бер урынға туплай башлай. Төмән ҡалаһында йәшәгән таныштары уға аппаратура менән ярҙам итә. Был сараға йәштәрҙе йәлеп итеү тәүҙә таныш-тоноштар араһында кеҫә телефондары аша смс-хәбәрҙәр ебәреү, урам буйында туҡталыштар­ға, подъездарға белдереүҙәр йәбештереү менән башланып китә. Инеү билеттары артына яҙып, йәштәр араһында телефон номерҙары таратыла. Тәүге дискотекаға бары утыҙ кеше генә йыйылһа, күп тә үтмәй, яҡташтарыбыҙҙың һаны өс йөҙгә барып етә. Хәҙерге ваҡытта иһә дискотеканың ҡасан һәм ҡайҙа үткәрелеүе хаҡында башҡорт һәм татар йәштәренә урындағы радио һәм телевидение аша мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Интернетта «Башҡорт һәм татар йәштәре дискотекаһы «Майҙан» исемле сайт булдырылған.
– Тәүге дискотека «Ауриз» исемле башҡорт кафеһында үтте. Гел шунда йыйыла инек, үкенескә күрә, кафе ябылды. Беҙгә зал табып, ярҙам иткән яҡташыбыҙ, ҡаланың «Арҡайым» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте, «ҡу­рай» башҡорт милли ойошмаһы етәксеһе Зөлфирә Тимерхан ҡыҙы Италмасоваға бөтөн башҡорт һәм татар йәштәре исеменән ҙур рәхмәтемде белдерергә теләйем. Беҙҙең төрлө кафеларҙы ҡуртымға алып, дискотекалар үткәреүебеҙ ваҡытлыса ғына. Үҙ бинабыҙ бына-бына ремонтланып бөтөргә генә тора. Шул бинаны фәҡәт башҡорт һәм татар халҡының күңел асыу, ял итеү үҙәгенә әйләндергән мәҙәниәт йорто итеп файҙаланыу – төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Башҡор­тос­тан һәм Татарстандан килгән йырсыларға ла сығыш яһау өсөн тәғәйен генә зал булһа, был тарафтарға тағы ла йышыраҡ килергә атлығып торорҙар ине. Мин иһә киләсәктә үҙем ойошторған дискотекаларға Башҡортостандан Рөстәм Ғиззәтуллин, Хәсән Усманов кеүек популяр йырсыларҙы саҡырып, йәштәрҙе тағы ла нығыраҡ йәлеп итеү хыялдары менән янам. Юғары урындарҙа эшләгән яҡташтарыбыҙ ярҙамдан бер ҡасан да баш тартмай. Башлап ебәреүсе булһа, матди ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торалар. Ханты-Манси Автономиялы Окру­гында Башҡортостан Респуб­ли­ка­һы вәкилдәренең етәксеһе, Лянтор ҡалаһында йәшәүсе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы ҡолманбәтовҡа күрһәткән ярҙамы өсөн айырыуса рәхмәтем ҙур, – ти Венер. Себер яҡтарына килгәнгә ҡәҙәр Башҡортостанда шоу-бизнес менән шөғөлләнгән егеттең туплаған тәжрибәһе, ойоштороу һәләте етерлек. Ул Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, БДУ-ның ошо ҡалалағы филиалын тамамлаған. Сорғоттағы «Энерго Пром» фирмаһында эшләп йөрөй.
Яңғыҙы башлап тотонған был сараны артабан үҫтерергә Венер яйлап үҙ командаһын йыйып ала. Дүрт кешенең һәр ҡайһыһына айырым вазифа йөкмәтелгән. Дискоте­каларҙы музыкаль яҡтан ди-д­жей Адлер Йәһүҙин биҙәй. Алеся Шархитова – реклама буйынса менеджер. Йырсы Рәзиф Хәсәнов яҡташтарына матур йырҙар бүләк итә. Командаһын эш хаҡы менән тәьмин итеү ҙә – Венерҙың бурысы.
Дискотека уҙғарыласаҡ кафеға килеп инеү менән үҙеңде тыуған яҡтарыңа ҡайтҡандай хис итәһең. Туған телдә яңғыраған йырҙар эскә әйҙәй. Төрлө уйындар, конкурстар­ҙа йәштәр бик әүҙем ҡатнаша. Иң шәп бейеүсе исеменә лайыҡ булыу­сы киләһе дискотекаға бушлай инә. Дискотекаларға ҡайһы ваҡыт Сорғоттағы «Шатлыҡ» бейеү ансамб­­лен дә сығыш яһарға саҡыралар. Залға инер алдынан һәр кеше етди контроль үтә. Спорт костюмында килеүселәр, иҫеректәр индерелмәй. Сит ерҙәрҙә үҙ ауылыңдың эте лә ҡәҙерле, тиҙәр бит. «Майҙан» дискотекаһы йәштәрҙә тыуған яҡты һағыныу, йыр-моңға, туған телдә аралашыуға һыуһау тойғоларын баҫалыр, моғайын. Бәләкәй генә Сорғот ҡалаһында милләттәштәребеҙҙең шул тиклем күп булыуына хайран ҡалырлыҡ. Йәштәр урын етмәүгә зарлана, ҡайһы ваҡыт эскә инә алмайынса, ишек төбөнән кире боролоп ҡайтып китергә лә мәжбүр булалар.
Дискотекаларҙың маҡсаты күңел асыу, бейеүҙә генә түгел, ә йәштәр­ҙе бер-береһе менән таныштырыу, дуҫлаштырыу, аралашыу мөмкинлеге биреү, яңғыҙ егет һәм ҡыҙҙарға үҙ милләтенән иш табырға ярҙам итеү. Бер йыл эсендә ошо дискотекалар ваҡытында танышып, алты ғаилә ҡоролған. Башҡа яҡтарҙан айырмалы рәүештә, Себерҙәге башҡорт һәм татар халҡы берҙәм ғаилә кеүек, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәй. Венер Ишмырҙин етәкселегендәге «Майҙан» йәштәр дискотекаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, ҡоролтай, Башҡорт йәштәре иттифағы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Анфис Ғарипов һәм Салауат Шәүәлиев, Тәтешле районының ҡоҙаш ауылы егеттәре:
– Беҙ Сорғотта монтажсы булып эшләйбеҙ. Мәктәп йылдарынан дуҫлыҡ һүрелгәне юҡ. Сит яҡтарҙа ла бергә эшләргә насип булды. Дискотекаға шәмбе һайын йөрөйбөҙ. Бик шәп сара, тип һанайбыҙ. Сөнки яңы дуҫтар табыу, сибәр башҡорт-татар ҡыҙҙары менән танышыу мөмкинлеге бар. Таңға тиклем туған телебеҙҙә йыр-моң тыңлап, аяҡ талғансы милли бейеүҙәр бейеп күңелебеҙ була, йөрәктәргә тағы ла бер аҙнаға етерлек дәрт-дарман өҫтәлә.
Ләйсән һәм Гүзәл:
– Беҙ Сорғот ҡалаһында тыуып үҫһәк тә, тыуған еребеҙҙе Башҡортостан тип һанайбыҙ. Йыл да өләсәй-олатайҙарыбыҙға ҡайтып торабыҙ, ауылда дуҫтарыбыҙ ҙа күп. «Майҙан» дискотекаһына йыш йөрөйбөҙ, сөнки башҡа ерҙә үҙебеҙҙең йырҙарҙы тыңлау, милли бейеүҙәр бейеү мөмкинлеге юҡ. Тиңдәштәребеҙ менән аралашыу телебеҙҙе шымартырға, онотмаҫҡа булышлыҡ итә.
Алина:
– Барыһы ла оҡшай, ишектән инеү менән ҡаршы алалар, урыныңды күрһәтеп, оҙатып ҡуялар. Теләгән йырыңды караокеға ҡушылып йырлап та була. Дискотеканың спиртлы эсемлектәр һатылған ерҙә ойошторолоуы ғына оҡшап етмәй.
Бына шулай, Башҡортостанда ауыл клубтарында йәштәребеҙ сит ил көйҙәренә үрле-ҡырлы һикергән ваҡытта, икешәр мең саҡрым ситтә ятҡан Сорғот ҡалаһындағы милләттәштәребеҙ рәхәтләнеп туған моңдар аҫтында үҙ милли бейеүҙәрен бейеп күңел аса. Был сараны ойошторған Венерҙың башына яңынан-яңы идеялар килеп тороуын, пландарының, яҡты хыялдарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.

Зимфира АБҮШАҺМАНОВА.
Төмән өлкәһе,
Сорғот ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы