04.08.2018 Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
Ғүмерҙе моңло йырға тиңләһәләр, ә уның концерттарында булыу – үҙе бер ғүмер. Йәйҙең иң йәмле кисендә, 28 июлдә, Ришат Төхвәтуллиндың бына инде туғыҙынсы мәртәбә матур изге йолаға әйләнгән хәйриә концерты барыһын да хайран ҡалдырып, талантына һоҡландырып, юғары кимәлдә үтте. Ҡарамалы-Ғөбәйгә кескенәһенән башлап олоһона тиклем яҡынса ун меңдән ашыу халыҡ йыйылды.
Ундағы һәр бер үлән-ағас, ағастағы япраҡ та, күҙҙең яуын алырлыҡ хуш еҫле сәскәләр ҙә, мәтрүшкәләр ҙә, ҡоштар ҙа, хатта янда ғына ағып ятҡан саф һыулы Өсән йылғаһындағы балыҡтар ҙа Ришатҡа ҡушылып йырлап-бейене төҫлө! Талантлы, тырыш, моңло йырсының ижадташ дуҫтары – Гүзәл Уразова, Илдар Хәкимов, Рифат Шәрәфетдинов, киләсәге өмөтлө, ижадта яңы идеялар менән янып йөрөүсе Илнур Рамазанов (продюсеры Риф Арыҫлан да килгәйне), Резеда Бүләкова, Октябрьский музыка колледжының йәш таланттары ла сығыш яһаны. Ришаттың Октябрьский колледжында уҡыған саҡта белем биргән остаздары уның, моңло һәм маһир йырсы булыуынан тыш, шәп ойоштороусы, бер ниндәй ҙә ҡара эштән ҡурҡып тормаусы шәхес булыуына һоҡланыуын белдерҙе.
Тамашасыларҙы иң беренсе сәхнә биҙәлеше хайран ҡалдырҙы. Шулай булмай ни?! Бындай сәхнәне ҡайһы саҡ баш ҡала урамдарында ла күрмәҫһең. Ундағы ҙур, мөһабәт экран, заманса, яуым-төшөмгә сыҙамлы материалдан эшләнгән япмалар, тупһалар, сәхнәлә тик затлы йырсылар ғына сығыш яһаһын өсөн ҡулайлаштырылған музыкаль аппаратура, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ, йәйғор нурҙарындай төрлө төҫтәге уттар, байрамса биҙәлгән тирмә, телеңде йоторлоҡ итеп яланда бешерелгән тәмле аш еҫе, ихлас тамашасыларҙың ай яҡтыһында балҡыған йөҙҙәре... Уйлап ҡараһаң, бының өсөн күпме көс, физик һәм рухи ныҡлыҡ, матди сығым талап ителгәнлеген Ришат һәм уның яҡын дуҫтары, яҡындары, командаһы, концерттарҙың директоры, ауылдаштары ғына беләлер. Бынан тыш, әллә күпме ойоштороу эшен дә башҡарған улар: артистарҙы ашатыу, ял иттереү, ситтән килгән сығыш яһаусыларға ҡунырға урын хәстәрләү, «Роспотребнадзор», һаҡ, медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү (улар бындай сарала мотлаҡ булырға тейеш, ҡанун шулай талап итә). Иң мөһиме, – тамашасылар өсөн оҙон-оҙон эскәмйәләр, Италиялағы асыҡ һауалағы боронғо концерт залын хәтерләтеп, тау битләүенә ҡунған турғай балалары кеүек теҙелешеп һуҙылып киткәйне. Асыҡ һауалағы «Ҡарамалы-Ғөбәй амфитеатры»н барлыҡҡа килтереү өсөн әллә күпме физик һәм матди сығым талап ителгән! Ҡыҫҡаһы, һанап бөткөһөҙ мәшәҡәт. Ә күңелдә шундай рәхәтлек, сөнки һин бит изге эш эшләйһең, был бит хәйриә концерты, һәр бер өнөңә, моңоңа тиклем – һәммәһе лә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарыла. Шуларҙы иҫкә төшөрһәң, бөтә арыу онотола! Ҡайҙан ғына килмәгән Ришаттың ижадын һөйөүселәр – Мәскәү, Ҡазан, Яр Саллы, Өфө, Пермь, Екатеринбург ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән... Хатта Ырымбурҙағы дуҫтары был төбәккә генә хас булған эксклюзив ашамлыҡ килтергән! Концертта ҡурай, баян моңдары ла яңғыраны, гитара ҡылдары ла күңелдәрҙе тирбәлтте, саксофон тауышына ҡарағайҙар бейене, ҡайын шауланы, иҫ китмәле камил бер моңло тәбиғәт картинаһы хасил булды! Хатта Ришаттың ауылына дан йырын әрмән телендә лә башҡарҙылар. Әлбиттә, йырсының концерты уның һөйкөмлө әсәһенең йырлауынан тыш үтеүе мөмкин түгел. Хөрмәтле Розалия Нурулла ҡыҙы ла ҙур тулҡынланыу һәм ихласлыҡ менән тәрән мәғәнәле өр-яңы йыр башҡарҙы. Егәрле Ришат иһә, ғәҙәттәгесә, үҙенең өр-яңы йырҙары менән дә һөйөндөрҙө, беҙ яратып ҡабат-ҡабат тыңлағандарын да башҡарҙы. Хатта музыкаль оҙатыуһыҙ «Ағым һыу» менән «Турғай»ҙы тамашасылар һорауы буйынса иҫ киткес хисле һәм яғымлы итеп йырланы. Матур салют аҫтында Ришаттың йырҙарын тыңлаусы һәр бер тамашасы ошо биш сәғәттә иң яҡты, матур һәм изге хис-тойғолар кисергәндер. һауала осоп йөрөүсе тимер ҡанатлы сюрприз да концертҡа биҙәк өҫтәне.
Концерттан килгән аҡса ауылдың балалар баҡсаһына, мәсеткә йүнәлтелһә, бер өлөшө мохтаж балаға медицина ярҙамы күрһәтеүгә бирелде. Концертҡа фатиха биреп асып ебәреүсе ауыл имамы Хәлит Ришат Айрат улының даими рәүештә башҡарған изге эше өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ярайһы ғына ҙур булған Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы урамындағы асфальт тап Ришаттың хәйриә ярҙамы менән төҙөкләндерелде һәм сүп-сарҙан таҙартылды. Уны төҙөкләндереүҙә ярҙам иткән барлыҡ эшселәргә, ауылдаштарына – Марсель Хәкимов, Нәркиз Шәрәфиев, Айнур Зиязетдинов һәм Ренат Төхвәтуллинға, өсөнсө төҙөлөш идаралығы етәксеһе Илфир Миңлебаевҡа рәхмәт һүҙҙәрен бөтә ауылдаштары исеменән Ришат үҙе ҙур ғорурлыҡ менән еткерҙе. Бөтә яҡтан да уйлап эш итеүсе йырсы бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, ихлас күңелдән шатланып, балаларса эскерһеҙлек менән балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә ярҙам иткән дуҫтары Илһам Шәриповҡа, Ильяс һәм Илсаф Ғимадутиновтарға ла барлыҡ ауыл халҡы исеменән рәхмәт юлланы. Киләсәктә лә шулай дәррәү һәм берҙәм, татыу булып, ярҙам ҡулы һуҙышып йәшәйәсәктәренә баҫым яһап, ул тыуған Башҡортостанының сәскә атыуы, бөхтәлеге, матурлығы өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерә алыуын үҙенең ауылы миҫалында иҫбат итте һәм был изге эштең артабан да дауам иттереләсәгенә вәғәҙә бирҙе! Был изге йола шулай киләсәктә лә дауам итһен, Ришаттың ижад ҡанаттары талмаһын, һәр саҡ үҙенең ижадын яратыусыларҙың рухи һыуһынын ҡандырып торһон!
Наҡыя ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты.
Өфө ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»