18.08.2018 Ике Бабичлы ғаилә
Ике музыкант, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһының ике лауреаты, ике Ғафаров. Ике дәүер, башҡорт музыка сәнғәтенә һөйөү менән типкән ике йөрәк. Был һөйөү тәрбиәнән киләме әллә гендарҙа бармы? Атай кеше улына талапсан булырға тейешме? Ошо хаҡта 1990 йылдарҙа “Ант” төркөмөн ойоштороп, ҙур популярлыҡ яулаған, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алмас ҒАФАРОВТЫҢ улы Искәндәр менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Искәндәр, һине тәүге тапҡыр музыка мәктәбенә кем алып барҙы?
– Минең бала саҡтан абсолют ишетеү һәләте булған. “Денди” уйынын уйнап ултырған саҡта, унан сыҡҡан тауыштарҙы теүәл итеп ҡабатлағанымды ишеткәс, атай-әсәйем мине урта махсус музыка колледжына алып барҙы. Миңә өс йәш ярым ине. Беренсе көндән үк сихри музыка донъяһына сумдым. Тауыштар бейеклеге, ноталар, бас һәм скрипка асҡыстары, фортепианоның аҡ һәм ҡара клавишалары – бөтәһе лә мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Дәрестәргә ҡыуанып, шатланып, китаптарымды күтәреп, әсәйемдән алда йүгерә торғайным. Музыка донъяһы минең өсөн мөғжизәле, сихри йыһан кеүек булып тойолдо, ғүмерлеккә күңелемдә оло тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әле лә музыканы тылсым эйәһе итеп хис итәм. Фортепиано музыкаһы, заманса аранжировкалар йәки симфоник оркестр башҡарған классик әҫәр булһынмы – бөтәһе лә минең өсөн ҡәҙерле һәм изге.
Атайым – музыкант, әсәйем – педагог, художество мәктәбен тамамлаған, шуға тәүге уйынсыҡтарым да буяу-бумала һәм, әлбиттә, синтезатор булды.
– Бала саҡта ниндәй инең? Атай-әсәйең һиңә ҡарата талапсан булдымы?
– Әлбиттә, шаян булһам да, бик тәртипле бала инем. Телем асылғас та, үҙемде “аҡыллы малай” тип йөрөттөм. Ә мәктәптә класташтарым миңә “профессор” тигән ҡушамат бирҙе. Һәйбәт уҡығаным һәм етди характерым өсөн ине ул. Шуға күрә атай-әсәйемде борсоуға һалырлыҡ, талапсан булырлыҡ бала саҡ оҙаҡҡа һуҙылманы.
Атайым башлыса аранжировка эшләүсе булараҡ тәнҡит һүҙҙәре еткерә, кәңәштәрен бирә. Студент йылдарынан алып хәҙергә тиклем Башҡорт дәүләт университетының музыка студияһында атайым менән бергә эшләйем. Хеҙмәтен дауам итеүсе булараҡ, уның тәнҡит һүҙҙәрен аңлап ҡабул итәм, кәрәк тип тапҡандарын тормошҡа ашырам. Хеҙмәттәштәр булараҡ та, атайлы-уллы булараҡ та, Аллаға шөкөр, аңлашылмаусанлыҡтар юҡ.
– Музыкаль талантың бар, ә башҡа фәндәр нисек бирелде?
– Аттестатымда һәм дипломда тик “4” һәм ”5” билдәләре генә. Барлыҡ фәндәрҙе лә һәйбәт белдем, тик, конкурсҡа күп йөрөү сәбәпле, дәрестәр ҡала торғайны. Шуға айырыуса тырышырға тура килде.
– Һин үҙеңдең билдәле кеше балаһы икәнеңде белә инеңме?
– Бик иртә аңлай башланым. Сөнки атай ҡатнашҡан концерттарға әсәйем, туғандар менән бара торғайныҡ. 90-сы йылдар – “Ант” төркөмөнөң иң популяр мәлдәре, һәр сарала ҡатнаша, йыл әйләнәһенә гастролдә йөрөй торғайнылар.
– Һин, тимәк, сәхнә артында үҫкән бала?
– Артында түгел, сәхнәнең үҙендә үҫтем. Дүрт йәштә тәүге тапҡыр сыҡҡайным, 2-се класты тамамлағанда музыка мәктәбендә үҙемдең тәүге концертымды бирҙем. Ярайһы уңышлы ғына килеп сыҡты. Был эште атҡарыр өсөн көнө-төнө репетиция яһарға, ҡатмарлы әҫәрҙәр өйрәнергә кәрәк ине.
– Атайың һинең өсөн танышлыҡтарын, үҙенең абруйын ҡулланғаны булдымы?
– Атайым үҙе лә эше менән дан ҡаҙанған кеше һәм миңә лә шундай талап ҡуйҙы. Кеше үҙенең эше, тырышлығы менән бейеклектәргә ирешергә тейеш, тине. 5-се класта фортепиано буйынса уҡыуымды Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Рөстәм Шәйхетдиновтың класында дауам иттем. Ул осор минең өсөн оло бәхет булды. Барлыҡ уңыштарым, ҡаҙаныштарым өсөн уға рәхмәтлемен, ул минән ысын музыкант яһаны.
Рәсәй һәм халыҡ-ара музыка конкурстарында Италия, Украина, Болгария, Чехияға барып, беренсе урынға лайыҡ булдым. Парижда үткән Х Александр Скрябин исемендәге халыҡ-ара пианистар конкурсында Скрябин, Гендель, Прокофьев, Дебюсси һәм беҙҙең башҡорт композиторы Айрат Ҡобағошов әҫәрҙәренән торған 40 минутлыҡ программа башҡарып, 1-се урын яуланым. Венгрияла Ференц Листың 200 йыллығына бағышланған халыҡ-ара конкурс-фестивалдә лә еңеүсе булдым.
– Шулай ҙа һине хәҙер йырҙарға аранжировкалар эшләүсе булараҡ беләбеҙ. Ҡасандан эстрадаға күстең?
– Фортепианола башлыса классик әҫәрҙәр уйнаһам да, һәр ваҡыт эстраданы тыңланым. Хәҙер заманса музыка менән шөғөлләнһәм дә, ваҡыты-ваҡыты менән элекке программаларҙы ҡабатлап алам. Йылдар буйы уҡып тәжрибә тупланған: бармаҡтар фортепиано телдәрен онотмай. Шуға күрә, килдең йә киттең, күстең, тип әйтеү миңә ҡарата дөрөҫ булмаҫ. Музыканың барлыҡ йүнәлештәре лә күңелемә яҡын.
Тәүҙә атайымдың бер йырына аранжировка эшләп ҡараным, аҙаҡ тағы береһенә. Шулай итеп, һуңғы йылдарҙа ошо шөғөлгә ныҡлап тотоноп киттем.
– Ә халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
– Әлбиттә. Халыҡ йырҙары, көйҙәре, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ һәм өзләү тауыштары бала саҡтан уҡ йөрәгемә һеңеп ҡалды. Этностилдә эшкәрткән бик күп аранжировка бар. Йыш ҡына конкурстарҙа ла милли әҫәрҙәр менән сығыш яһаным.
– Алмас ағайҙың йырлауы оҡшаймы? Һиндә ундай талант бармы?
– Ныҡ оҡшай, яратып тыңлайым, уның йырҙарын тыңлап үҫтем бит. Атайым тамашасыларҙы ла үҙенсәлекле тембры менән йәлеп итте. Тауышын башҡалар менән бутап булмай. Әлбиттә, мин дә йырлайым, тауышың атайыңдыҡына оҡшаған, тиҙәр. Ваҡыт етмәү сәбәпле, йыр менән шөғөлләнеп булмай. Мәктәптә уҡығанда уҡ, тауышың, моңоң бар, тип уҡытыусылар маҡтай торғайны, уны үҫтерер, камиллаштырыр өсөн даими эшләргә кәрәк бит.
– Алмас ағайҙың күңелеңә яҡын ниндәй сифаттарын билдәләп үтер инең?
– Юмор яратыуын һәм һәр нәмәнән яҡшы кәйеф таба белеүен. Бөгөн был сифаттар йыш осрамай. Икенсенән, ул кешеләргә ҡарата гел һәйбәт мөнәсәбәттә.
– Һин музыкаға фанаттарса табынған кешеме әллә ялҡып киткән осраҡтар буламы?
– Ул һәр бер ижадсыла була торған күренеш. Аҡыллы итеп үткәрә белергә кәрәк. Мин өс йыл әҙерлек кластарында, артабан 11 йыл төп һәм махсус белем буйынса мәктәптә, биш йыл Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыным. Ниндәй генә фанат булһаң да, 21 йыл буйы 7 – 8 сәғәт фортепианола уйнап ултырыу ялҡытып китә. Шуға күрә спорт менән шөғөлләнәм йәки заманса музыка тыңлайым. Бала саҡтан уҡ компьютер музыка программалары менән ҡыҙыҡһындым. һөнәремде яратҡан шөғөл менән берләштерҙем.
– Әсәйең һөнәре буйынса кем?
– Әсәйем Йәмилә Ғафарова – педагог, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, күп йылдар Эске эштәр министрлығының мәҙәниәт үҙәгендә эшләне. Сәнғәткә ғашиҡ кеше, ныҡышмалыҡ, маҡсатҡа ынтылыусан характерым унан килә. Ул мине артыҡ иркәләтеп торманы, үтә талапсан да булманы.
– Буласаҡ тормош иптәшеңде нисек күҙ алдыңа килтерәһең? Өйләнгән саҡта атай-әсәйеңдең фекеренә ҡолаҡ һаласаҡһыңмы?
– Ғаилә ҡороу өсөн мотлаҡ бер-береңде аңлау, уртаҡ фекерҙә булыу кәрәк. Плюс минусты тарта, тигән ҡараш менән килешмәйем. Әгәр ике кеше ике төрлө ҡараш менән, төрлө маҡсаттар менән йәшәһә, ул ғаилә була алмай.
Мин инде балалыҡ осоронан сыҡҡанмын, уйламаған аҡылһыҙ аҙымдарға бармайым. Тормош иптәше һайлауға ла етди ҡараштамын, шуға күрә яҡын кешеләрем ғаилә ҡорорға тигән ҡарарымды аңлап ҡабул итер, тип уйлайым.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Искәндәр! Артабан да ижади уңыштар насип булһын! Атайыңдың юлын лайыҡлы дауам итергә яҙһын!
– Рәхмәт.
Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»