RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йырҙан яралған һөйөү

19.07.2018 Йырҙан яралған һөйөү

Йырҙан яралған һөйөү
Кешегә ғашиҡ булыр өсөн бер ҡараш етә, тиҙәр. Ә бына ошо хис оло мөхәббәткә әүерел­һен өсөн тормош һынауҙары аша үтергә, бер бот тоҙ ашарға, әллә күпме юл үтергә тура килә. Сибай театр-концерт берләшмәһенең матур ғаилә пары – Гөлнара һәм Баязит БАЙНАЗАРОВТАРҘЫҢ бергә булыуына 20 йыл ваҡыт үткән. Тәү ҡараштан булған ғашиҡлыҡ күптән инде ысын мөхәббәт булып, уларҙы тормош юлдарынан бергә алып бара.
Сибай сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә уҡып йөрөгән Бөрйән егете Баязит филармонияла эшләгән Гөлнара исемле матур ҡыҙ тураһында йыш ишетә. Әммә уларға бер тапҡыр ҙа осрашырға тура килмәй. 1998 йылдың йәмле май айында ул “Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнашыр­ға була. 1-се турҙа абруйлы жюри ағзалары алдында сығыш яһай ҙа, тулҡынланыуын баҫыр өсөн дуҫтары менән тышҡа сыға. Һөйләшеп торған егеттәр үтеп барған матур ҡыҙға һүҙ ҡуша, һәм шаярышып һөйләшә башлай. Араларындағы иң баҫалҡы Баязит ҡына ҡыҙҙың сибәрлегенә, йылмайыуына әсир булып, хәбәргә ҡушылмай. Шул саҡ Радмир Туйсин уны һөйрәп тигәндәй янына баҫтырып:
– Гөлнара, таныш бул, яҡташың, буласаҡ йырсы Баязит була! – тип таныштыра башлай.
– Мин бит уны яңы ғына конкурс­та тыңланым. Маладис, яҡташ, матур йырланың. Һиңә йә 1-се, йә 2-се урын буласаҡ! – тип әйтә. Маҡтау һүҙҙәрен нисек ҡабул итергә белмәгән егет теленә килгән тәүге хәбәрҙе әйтә:
– Юрағаның юш килһә, минән һиңә – гөлләмә һәм шоколад!
Гөлнара көлә-көлә юлын дауам итә. Ә икенсе көндө, гала-концерт ваҡытында егет үҙенең, ысынлап та, конкурста 2-се урын яулағанын белә. Ул шатлығынан, бүләккә бирелгән аҡсаға ҙур гөлләмә алып, яҡташы менән яҡындан танышыу өсөн филармония артистары янына юллана. Вәғәҙә ителгән бүләк һылтау ғына, ә ысынында иһә егет ҡыҙға тәү ҡараштан ғашиҡ була. Гөлнара тәүҙә үҙенең биш йәшкә өлкән булыуын һылтау итеп, дуҫлыҡты ҡабул итмәй. Әммә ныҡыш егет, Рәсәй эстрадаһындағы парҙар­ҙы миҫалға килтереп, әллә күпме мәхәббәт хаты яҙып, хистәренең ысын икәненә ышандыра.
Теүәл бер айҙан йәйге каникулға ҡайтып киткән егетте Сибай филармонияһына эшкә алырға булалар. Ҡыҙ шатлығынан дуҫына: “Тиҙ генә кил, һине эшкә алалар”, – тип телеграмма һуға. Баязит шул көндө үк 20 саҡрым ерҙе йәйәү үтеп, Баймаҡ ҡалаһынан такси яллап килеп етә. Ике йәш йөрәк бергә эшләй башлай. Был уларға бер-береһен ныҡлап һынарға, хистәренең ысынлығын иҫбатларға ярҙам итә. Бер йылдан, гастролдәр ваҡытында, Баязит һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. “Әгәр, ошо айҙа кейәүгә сыҡмаһаң, мин эштән китәм, уҡыуымды ла ташлайым!” – тип һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуя ул. Әлбиттә, ике яҡтың да ата-әсәләре менән танышҡансы, фатиха алғансы өс ай ваҡыт үтә, шулай ҙа Баязит үҙенең һүҙен һүҙ итә – йәштәр никах уҡыта. Теүәл бер йылдан туй тантанаһы үтә. 19 йәшлек егет туй сығымын тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Әйткәндәй, уны атҡарып сығырға ярҙам иткән, шул ваҡытта район хакимиәте башлығы булып эшләгән Ирек Фәсхетдин улы Зариповҡа ул һаман да рәхмәтле.
– Миңә тәү күрешкәндә үк Баязиттың тыныс холҡо оҡшағайны. Уға кейәүгә сығып яңылышманым. Ул шул тиклем тыныс һәм баҫалҡы, 20 йыл бергәбеҙ, уның миңә тырнаҡ менән дә сирткәне, бер генә лә ауыр һүҙ әйткәне юҡ һәм башҡаларҙан да әйттермәй. Тәртипле, әйткән һүҙендә тора белә, кеше менән матур итеп аралаша. Училищела уҡып ҡына йөрөүенә ҡарамаҫтан, туй мәшәҡәттәрен һәм сығымдарын үҙ иңенә алып, үҙенең ышаныслы, донъя көтөрлөк һәм һәр эште атҡарып сығырлыҡ тормош иптәше икәнен күрһәтте. Кейәүгә сыҡҡансы йыл һайын бесән саба торғайным, башҡа ауыр эштәрҙе лә ҡарап тормай эшләй инем. Баязит һаулығым өсөн борсолоп, ул эштәрҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Балаларҙы ла ҡарашты, хатта элек, кер йыуыу машинаһы булмағанда, йырлай-йырлай сабыйҙарыбыҙҙың кейемен йыуғаны бөгөнгөләй иҫемдә.
Мин Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанам. Бала саҡтан уҡ тап Баязит кеүек аҡыллы тормош иптәше һорай торғайным, юлыма сығарҙы. Үҙ йортобоҙ булһын, балалар үҫтерербеҙ тип хыялландым, улары ла тормошҡа ашты, – тип шатлығы менән бүлеште Гөлнара.
Өйләнеү менән йәш ғаиләнең тормошо ла, ижады ла гөрләп алға китә. Гөлнара юғары белем ала, режиссер булараҡ балалар өсөн әкиәттәр, концерт программалары сәхнәләштерә. Баязит бер-бер артлы төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, 2003 йылда “Йөрәгемде һиңә бүләк итәм” исемле тәүге айырым концертын ҡуя, альбом сығара. Тәүге ҡыҙҙары Элиза гастролдәрҙә үҫә. Уға өс ай тулыу менән әсәһе эшкә сыға. Сөнки алып барыусы булып эшләгән Гөлнараһыҙ бер концерт та үтмәй. Икенсе ҡыҙҙары Яҙгөл менән дә шул уҡ хәл ҡабатлана. Оҙайлы сәфәрҙәр ваҡытында ҡыҙҙар ауылдағы туғандарында ҡала ла, ҡайтыуҙарына атай-әсәйҙәрен танымай ултыра. 2008 йылда ул тулыһынса режиссер булараҡ эш башлап, гастролдәрҙән баш тарта. Әлеге ваҡытта Баяс улдары менән декрет ялында: “Өс йәше тулғансы ултырам, ҡыҙҙарымдың үҫкәнен дә күрмәй ҡалдым. Исмаһам, улымды иркәләтәйем”, – ти әсәй кеше.
– Ижад эшендәге ҡатын-ҡыҙға күп бала табыу оло батырлыҡ булып һанала. Ир-ат ҡатынынан һәр ваҡыт ир бала һорай, ә мин, киреһенсә, ҡыҙ балалар тураһында хыялландым. Гөлнараға ярҙамсы буласаҡтар, тип уйлай инем. Ике ҡыҙлы булғас, малай тураһында ла уйлана башланым. 35 йәшлек юбилейыма ике яҡтан да ҡунаҡтар килгәйне, дуҫтар, хеҙмәттәштәр йыйылып, оло табын ҡорҙоҡ. Шул саҡта: “Кәләш, һин генә миңә бүләгеңде бирмәй ҡалдың”, – тигәйнем, улар шаяртыу ҡатыш: “Һиңә малай бүләк итһен, һеҙҙең ғаиләгә малай кәрәк!” – тип һүҙ ҡуйыртты. Гөлнара ла шаяртыу менән вәғәҙәләп ҡуйҙы ла, һүҙендә торҙо. Теүәл бер йылдан, тыуған көнөмдә, миңә оҡшап торған 5080 грамлыҡ баһадир ул бүләк итте. Нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ?! Ир кеше булһам да, күҙ йәштәремде тыя алманым хатта. Мин – тулы бәхетле атай. Хоҙай минең, Гөлнарамдың, балаларымдың һаулығын, бәхетен, оҙон ғүмерен бирһен, яман күҙҙәр­ҙән, яуыз кешеләрҙән һаҡлаһын.
Тормош булғас төрлө хәл була, беҙҙең ғаилә тормошо ла гел генә шатлыҡлы мәлдәр­ҙән торманы. Гөлнара төҫкә матур ҡыҙ булғас, мин уны тәү осорҙа көнләшеп аптыраттым. Ә ул үҙенең аҡылы, тоғролоғо һәм сабырлығы менән ышанысымды яулай алды. Кеше һүҙе лә булды, тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар ҙа табылды. Балалар ауырып, ҡиммәтле дарыуҙар кәрәккән саҡтарҙа сәхнәнән китергә лә теләнем. Аллаға шөкөр, ул һынауҙарҙы беҙ лайыҡлы итеп үткәрә алдыҡ. Артабан да балалар шатлығында имен-аман донъя көтөргә яҙһын. Бәхетле ғаилә серҙәренең береһе менән бүлешкем килә. Йәш саҡта ауырлыҡтарға бирешмәйһең, ҡаратырышланып алға ынтылаһың. Көс тә, ҡеүәт тә, дәрт тә бар. Шуға күрә йәштән өйләнергә кәрәк. Өйләнгәндә миңә 19 йәш ине, 2-се курсты тамамлаған, аҡсаһыҙ, фатирһыҙ студент. Бер уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле матур, талантлы, аҡыллы Гөлнараға бөтә нәмәһе булған, бай һәм белемле тормош иптәше табыу бер ни түгел ине. Әммә ул мине һайланы. Донъяны беҙ икәүләп, дөйөм ятаҡ бүлмәһендә, ҡалаҡ менән табаҡҡа тиклем бергәләп йыя башланыҡ. Бер ваҡытта ла аҡса тапмайһың, тип битәрләмәне. Киреһенсә, ауырлыҡтар ваҡытлыса ғына бит ул, тип мине рухландырып алға барырға көс бирҙе. Миңә ҙур сәхнәгә юл һалышты, ижадымды үҫтерҙе. Конкурстарға көсләп ебәргән саҡтары ла булды, ә мин йыш ҡына еңеүҙәр яуланым. Кәрәк саҡта ҡыйыу булырға, ялҡаулығымды еңергә Гөлнарамдан өйрәндем. Ә минең өсөн ниндәй матур программалар эшләгәнен күрһәгеҙ! Йырсы өсөн тауыш ҡына етмәгәнен аңланым, уның янында мотлаҡ Гөлнара кеүек ҡатын кәрәк. Әйткәндәй, талантлы һүҙ оҫтаһы, режиссер ғына түгел, ә йырсы ла бит ул. Йырсы булараҡ карьера эшләргә күп өгөтләнем, әммә һайлаған һөнәренә тоғро ҡалды. Ҡатынымдың тырышлығы, көсө менән мин танылыу яуланым. Шуға күрә минең өсөн Гөлнара ҡәҙерле, һәр уңышым, бәхетем менән уға рәхмәтлемен! – ти Баязит ҡатыны тураһында. – Ә шулай ҙа бәхет байлыҡта ла, эштә лә түгел, ул сыр-сыу килгән, ҡатыным көтөп торған өйөмдә!
Тәү ҡараштан мөхәббәттең булыуына ышаныусылар ҙа, киреһен иҫбатлаусылар ҙа етерлек. Барыһы ла яҙмыштан тора әлбиттә. Гөлнара менән Баязит Байназаровтарҙың матур тормошона ҡарап: “Бар ул, бар тәү ҡараштан тыуған хистәр! Һәм был хистең исеме МӨХӘББӘТ!” – тип ҡуяһың.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы