RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күк йөҙөндә болот булһа ла, йырҙар ҡояшлы беҙҙә!

01.07.2018 Күк йөҙөндә болот булһа ла, йырҙар ҡояшлы беҙҙә!

Күк йөҙөндә болот булһа ла,  йырҙар ҡояшлы беҙҙә!
Быйыл йәй башы һис кенә лә йәйгә оҡшаманы. Һыуыҡ ел, өҙлөк­һөҙ ямғыр яуыуы, күк йөҙөн баҫып алған һоро болоттар кешеләрҙең кәйефенә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, һүҙ иң тәүҙә көн торошона барып тоташа ла, зарланыр­ға тотонабыҙ. Ысынлап та, һыуыҡ ҡыштан, бысраҡ яҙҙан һуң күңел йылы, ҡояшлы йәйҙе теләй шул.
Ә бына башҡорт эстрадаһы «йондоҙ»ҙары һис кенә лә бошонор­ға уйламай кеүек. Уларға йылы ни, ямғыр ни, ел ни – барыбер. Кемеһе менән генә аралашма, күтәренке кәйефтә.

1) Йәй башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, Альбина КИЛДЕЙӘРОВА Мәскәү, Смоленск ҡалаларына сәйәхәт итеп тә өлгөргән.
– Көндәрҙең һалҡын тороуына бер ҙә бошонмайым, сөнки ураҙа тотоу өсөн бик уңайлы. Ниәт итеп, быйыл беренсе тапҡыр ураҙаға индем. Рәдиф Зариповтар менән Учалы районына гастролгә барғайныҡ, шунда бергәләп башлап ебәрҙек. Тыуған яғыма – Әбйәлил районына ҡайтып, һабантуй байрамында ҡатнашып килдем. Дуҫтар менән аралашам.
Бошоноп, төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға ваҡыт та, теләк тә юҡ. Хәйер, мин эшһеҙ ултырған саҡта ғына депрессияға бирелә башлайым. Ә эш тә, һаулыҡ та булһа, кәйеф үҙенән-үҙе күтәренке була бит. Аллаға шөкөр, эш етерлек, ә сәләмәт булыу өсөн микроэлементтарға бай булған финик емешен ашайым, сәй урынына төрлө үлән төнәтмәһе эсәм. Бәлки шуға ураҙа тотоуы еңелдер, – тип хәл-әхүәле менән таныштырҙы йырсы.

2) Әлфиә ӘМИРХАНОВАНЫҢ да ямғырҙарға ҡарап, бошоноп ултырырға ваҡыты юҡ. Улы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына хоккей йыйынына барғандар, уны көн һайын күнекмәләргә йөрөтә. Буш ваҡытында ең һыҙғанып ошо ҡалала шәхси йортта йәшәүсе ата-әсәһенә баҡса эштәрендә ярҙам итә. Сәскәләр, йәшелсә ултыртҡандар, ә уларға көн дә тәрбиә кәрәк. “Йәшел һуған, укроп, редиска өлгөрҙө, көн һайын уларҙан төрлө салат яһап ашайым, ҡарағат, бөтнөк япраҡтары менән сәй эсәм”, – тип һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф серҙәре менән бүлеште ул.
Ә Өфөгә ҡайтыу менән йырсы өр-яңы “Дуҫыма” йырына клип төшөрәсәк. Тағы ла Ҡырымға барып, диңгеҙ буйында ял итергә хыяллана.

3) Йырсы, ҡурайсы, пародиялар оҫтаһы Илсур ТАЙСИН да ураҙа тота һәм көндәрҙең һалҡын тороуына ҡыуанып бөтә алмай. “Ямғырҙар – Хоҙай бүләге, ураҙа тотоусыларға– еңеллек, ергә бәрәкәт бирә”, – ти ул.
Көн һайын сәхәрҙә – баллап сәй, ауыҙ асҡанда ҡымыҙ эсә. Ямғыр яумаған арала ғаиләһе менән баҡсала эшләй, ә көн боҙолоп китһә, ял итеп ала, яңы йырҙар өйрәнә. Әлегә йәйге ял буйынса аныҡ ҡына планы юҡ. Әммә ул мотлаҡ тыуған яҡтарына ҡайтып

4) Ә бына Гөлсинә МӨХӘМӘҘИЕВАНЫҢ кәйефе бер аҙ төшөнкө:
– Беҙ Марат менән көн торошона артыҡ иғтибар итмәйбеҙ ул. Ә бына балаларҙың тышта уйнағыһы, тәбиғәттә йөрөгөһө килә. Әлегә, көндәр торошо артыҡ һөйөндөрмәгән мәлдә, өйҙә ултырабыҙ. Ғаиләмде тәмле ризыҡтар бешереп һыйлайым, китап уҡыйбыҙ, йәнһүрәттәр ҡарайбыҙ. Тышта оҙаҡ йөрөп булмай, Әмир менән Әминәгә һыуыҡ тейеп ҡуймаһын тип ҡурҡам, – тип борсолоу­ҙары менән уртаҡлашты йырсы.
Шулай ҙа ул бошоноп ҡына ултырмай. Өфө ҡалаһында үткән концерттарҙа, төрлө мәҙәни сарала ҡатнаша, мөрәжәғәт иткән йәштәрҙең туйҙарын үткәрә. Әүҙем ижад миҙгеле башланыуға ул тамашасыларҙы өр-яңы йырҙары менән шатландырасаҡ.

5) Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә ПАРИЖ (АЛЛАЯРОВА) йәйҙе Ишембай районында ҡаршылаған. Артабан юлы Көйөргәҙе, Мәләүез, Күгәрсен райондарында дауам иткән.
– Артист тормошо шулай: көндөҙ – юл, кис – концерт. Көн торошона артыҡ иғтибар итмәйем, сөнки кәйеф булмаһа, тамашасы алдында матур сығыш яһап булмаясаҡ. Киреһенсә, мин тамашасыларға үҙемдең йырҙарым менән яҡшы кәйеф, күңелле ял бүләк итергә тейешмен. Июнь айы бөткәнсе гастролдәр дауам итә, артабан да ҡул ҡаушырып ултырыр­ға йыйынмайым.
Әйткәндәй, көндәр һалҡын булһа ла тирә-яҡ йәм-йәшел, аяҡ аҫты тулы дауа. Юлда йөрөгән арала буш ваҡытымда сөйәл үләненән ҡышҡа етерлек шифалы һут эшләнем, ул организмды барлыҡ ауырыуҙан, паразиттан таҙарта. Тағы ла үлән сәйҙәре әҙерләргә кәрәк, унан инде емеш-еләк өлгөрә башлай, – тип уй-ниәттәрен гәзит уҡыусыларға бәйән итте йырсы.

6) – Ямғыр яуһа – ҡулсатыр алып, һыуытһа йылы кейенеп йөрөһәң, көн торошоноң насар булыуына иғтибар итмәй башлайһың. Әлбиттә, көн ҡояшлы булһа, һәйбәтерәк булыр ине, әммә уны үҙгәртеү беҙҙең ҡулдан килмәй. Ә хәлде үҙгәртеп булмай икән, ни өсөн ҡайғырып ултырырға һуң? Ямғыр ҙа, ел дә ваҡытлыса ғына, барыһы ла үтә ул. Иң мөһиме – донъя имен, тыныс булһын! Һәр көндө мин, Аллаға шөкөр, тип тамамлайым. Ниндәй генә хәлдәр булһа ла, тормош девизыма әйләнгән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым: ни булһа ла, яҡшы тамамланасаҡ! – тип яҡшы кәйефе, яҡты уйҙары менән бүлеште йырсы-композитор, шағирә һәм рәссам Флера ШӘРИПОВА.

7) – Насар көн торошона, ямғыр­ҙарға кәйефегеҙ төшһә, уларҙы күтәрергә концерттарға йөрөгөҙ! – тип “Йәшлек” гәзитен уҡыусылар­ға мөрәжәғәт итә йырсы, композитор Рәил ӨМӨТБАЕВ. Ул йәй башланыу менән тамашасылар хөкөмөнә Гөлнара Шәймө­хәмәтова һүҙҙәренә ижад иткән “Кил” йырын тәҡдим итте. Ә июнь һәм август айҙарында ижадташ дуҫтары менән Хәйбулла, Күгәрсен, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Белорет райондарына оҙайлы гастролгә сыға. Әлегә Рәилдең насар көн торошона зарланып ултырырға ваҡыты юҡ: репертуарын барлай, ойоштороу эштәрен алып бара. Тағы ла үткән аҙнала өлкән улы менән тыуған яғына ҡайтып килгән.

8) Йырсы Гөлназ ҠӘҘЕРБИРҘИНА иһә ике улы менән йылы, ҡояшлы Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан. Шуға күрә уның кәйефе шәп, күңеле күтәренке. Башҡортостандағы насар көн торошо диңгеҙ буйындағы тәьҫораттарҙы әлегә юя алмай. Әле йырсы оло улын мәктәпкә әҙерләй башлаған: һанарға, уҡырға өйрәнәләр, кейем, уҡыу кәрәк-яраҡтары барлай башлағандар. Бер нисә аҙнаға бөтә ғаилә менән Мәсетле яҡтарына ла ҡайтыр­ға ниәтләйҙәр.
– Ә бына ауылға ҡайтҡанда һәйбәт көндәр ҡамасауламаҫ ине. Малайҙар һыу инергә, ишек алдында йүгереп уйнарға, олаталары менән тәбиғәткә сығырға ярата. Ә ямғырлы һыуыҡ көндәрҙә артыҡ кинәнеп йөрөп булмай, – ти йырсы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы