17.05.2018 Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
йәки ниңә Рәсүл Ҡарабулатов үҙен ҡыҙыу кеше тип һанай?
Талантлы, үткер ҡарашлы, моңло тауышлы, булмышынан бер аҙ талапсанлыҡ та, һөйкөмлөлөк тә, бәрелеп торған был ир-егет үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып бик күптәрҙең кумирына әйләнде. Бөгөн 50 йәшлек тормош үрен яулаған был уҙамандың яҙмышы көтөлмәгән боролоштарға, уйламаған ҡылыҡтарға бик бай.
Шулар һәм, ғөмүмән, ижад хаҡында Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Рафиҡ улы ҠАРАБУЛАТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рәсүл Рафиҡ улы, һеҙҙең талант, сәнғәткә ынтылыш ҡайҙан килә? Ейәнсура еренең бәрәкәтле тупрағынанмы, әллә нәҫелдәнме?
– “Ейәнсура ере – йырсылар иле”, – тип әйткән данлыҡлы сәнғәт әһеле Ишмулла Дилмөхәмәтов. Беҙҙең район башҡорт сәнғәтенә Иншар Солтанбаев, Нәжметдин Хәсәнов, Мәғфирә Ғәлиева, Сөләймән Абдуллин кеүек шәхестәрҙе биргән. Ә минең ҡартайым, Таһир Ҡарабулатов Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, районда данлыҡлы скрипкасы, йырсы булған. Әсәйем дә матур итеп халыҡ йырҙарын башҡара. Шуға күрә минең сәхнә кешеһе булып китеүемә нәҫел ебенең дә, тыуған ерҙең дә йоғонтоһо булғандыр. Үҙемде иң тәүҙә ҡурайсы тип һанайым. “Каруанһарай” төркөмөнә килгәс кенә, профессиональ сәхнәлә йырлай башланым.
– Ә ҡурайҙы ҡасан тәүге тапҡыр ҡулығыҙға алдығыҙ?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, бала саҡта ҡурайсы булырға хыялланманым. Мәктәптә уртаса уҡыным, гуманитар фәндәр еңел бирелһә лә, теүәл фәндәрҙән хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел ине. Етмәһә, саманан тыш шуҡлығым һәм шаянлығым менән уҡытыусыларҙың теңкәһенә күп тейҙем. Шуның өсөн атайҙан да йыш ҡына эләгә ине. Бер уҡытыусым туранан-тура күҙемә ҡарап: “Әгәр 9-сы класҡа уҡырға киләһең икән, йә мин – эштән, йә һин уҡыуҙан китәһең”, – тине. Шуға күрә, 8-се класты тамамлап, Өфө сәнғәт училищеһына йырсы йәки баянсы булырға тигән ниәт менән килдем. Тик, тауышың ултырып бөтмәгән тип, вокал бүлегенә, музыка мәктәбендә уҡымағанһың, тип баян класына уҡырға алманылар. Атайым менән артабан нимә эшләргә белмәй, училище коридорында торғанда, бер ағай яныбыҙға килеп (һуңынан, белеүебеҙсә, ул билдәле ҡурайсы, хәҙер Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов булып сыҡты): “Ҡурай бүлегенә барырға теләгең юҡмы?”– тип һораны. Ауыл мәктәбенә ҡайтмаҫ өсөн генә: “Эйе”, – тип яуапланым. Ул бер бүлмәгә индереп, ҡурайҙан тауыш сығарырға өйрәтте. Шул саҡта тәүге тапҡыр ҡулыма ҡурай алдым. Миңә ярты йылда башҡа курсташтарыңды ҡыуып етерлек итеп ҡурайҙа уйнап өйрәнергә, тигән шарт ҡуйылды. Тыуған йорттан сығып китеү, белмәгән ҡоралда уйнарға өйрәнеү, етмәһә, рус телен яҡшы белмәйем – тәүге осорҙа еңел булманы. Әммә, шул саҡта тормошома кәрәкле йүнәлеш биргән Ришат ағай Рәхимовҡа ғүмер буйы рәхмәтлемен.
– Ә ни өсөн юғары белемде театр сәнғәте буйынса алырға булдығыҙ?
– Училищены тамамлағас, күп кенә педагог вокал буйынса юғары белем алырға өндәне. Тик мин, колхоз стипендиаты булараҡ, ауылға ҡайтып, өс йыл буйы, мәҙәниәт йортонда эшләргә тейеш инем. Ҡайтып, үҙемсә ең һыҙғанып, эш башланым. Көҙ етеүгә, әсәйем, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына өҫтәмә студенттар йыйыуҙары тураһындағы иғланды күреп, мине шунда барырға өндәне. Ул саҡтағы колхоз рәйесе Сөләймән ағай Хәлитов: “Өҫкәлек буйынан да бер артист сыҡһын әле!”– тип ғаризаға ҡултамғаһын ҡуйып, сығарып ебәрҙе. Уның шулай алдан күрә белеүе, фатихаһын биреп, киләсәкке яҙмышыма юл асырға ярҙам итеүе өсөн ғүмергә рәхмәтлемен. Был юлы ла уңыш йылмайҙы – 1987 йылдың сентябрь айында тағы ла студент булып киттем. 1989 йылдың аҙағында Өфө дәүләт сәнғәт институтында театр факультетының төрлө курстарында уҡыған егеттәр – Вилдан Яруллин, Әмир Тойғонов, Мәхмүт Нәҙершин, Артур Туҡтағолов менән бергә “Каруанһарай” төркөмө ойоштороп ебәрҙек. Ул халыҡ араһында шул тиклем популяр булып китте, бындай уңыш тураһында беҙ хатта хыялланмай ҙа инек. Биш йыл тирәһе ваҡыт үткәс, төркөмдә бер аҙ ижади туҡталыш булып алды. Шул ваҡытта, артабан нимә эшләргә белмәй йөрөгәндә, режиссер Азат Нәҙерғолов яңы асылған Йәш тамашасылар театрына эшкә саҡырҙы. Шулай итеп, мин уҡыған һөнәрем буйынса эшләп киттем. Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһындағы төп роль өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты булдым. Әммә күңелем барыбер йырға, ҡурайға тартыла ине, эстрадала эшемде ташламаным. 1995 йылда “Каруанһарай”ҙы Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙ ҡанаты аҫтына алды һәм беҙ, егеттәр, барыбыҙ ҙа шунда эш башланыҡ. Республикабыҙ өсөн яңырыу осоро ине ул, яңы музыканттар килде, репертуар байыны, яңы концерт программалары сығарҙыҡ, альбомдар яҙҙырҙыҡ.
– Рәхәтләнеп, кинәнеп йырлап, ҡурайҙа уйнап йөрөгән ерҙән етәксе эшенә күсеү ауыр булдымы?
– Ысынлап та, артист булараҡ һәйбәт кенә эшләп йөрөгәндә, төҙөлә генә башлаған Конгресс-холл һарайына директор итеп тәғәйенләнеләр. Һәм мин баштан-аяҡ төҙөлөш эшенә сумдым. Йыр ҡайғыһы китте, көнө-төнө ҙур төҙөлөш барған ерҙә эшләйем, проектты өйрәнәм, сметалар, пландар менән булышам. Ләкин барыбер сәхнәне ташламаным. Оҙаҡ спорт менән шөғөлләнмәгән спортсы формаһын юғалтҡан кеүек, сәнғәт кешеһе лә сәхнәнән ситләшһә, профессиональ кимәлен юғалта башлай бит. Тәүҙә – Конгресс-холл, артабан Башҡорт дәүләт филармонияһы (элек бергә эшләгән дуҫтар, коллегалар өҫтөнән етәкселек итеү ҙә еңел түгел), ҡабат Конгресс-холл, инде хәҙер Химиктар мәҙәниәт һарайы директоры вазифаларын йөкмәнем. Ә ундай эштә эшләгәс, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт менән ижад икенсе планға күсә башлай.
– Студент саҡтан уҡ һеҙ – “йондоҙ” булып балҡыған, күп ҡыҙҙы йоҡоһоҙ иткән “Каруанһарай” егеттәренең береһе. “Йондоҙ” ауырыуы менән яфаланманығыҙмы?
– Ул саҡта беҙ үҙебеҙҙең “йондоҙ” икәнебеҙҙе белмәй инек. Ысынлап та, бер осорҙа сәхнәгә сыҡҡан бик күп йырсы, музыкант эскелек һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында юҡҡа сыҡты. Заманы ла ауыр ине бит. Совет осоро булһа, бәлки, ундай юғалтыуҙар булмаҫ ине. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, беҙ нисек теләйбеҙ – шулай ижад иттек, сиктәр ҡуйылманы. Аллаға шөкөр, “Каруанһарай”ҙар иректе яҡшы яҡтан аңлап, эшкә бирелгәйнек. Үҙ абруйыбыҙҙы төшөрөп, бәҫебеҙҙе бөтөрөп йөрөмәнек. Халыҡ менән һәр ваҡыт ихлас итеп, тиң күреп аралашабыҙ. Һуңғы тапҡыр элекке тулы состав менән быйыл 2 мартта үткән “Йондоҙло дискотека”ла сығыш яһаныҡ. Беҙҙең өсөн көслө алҡыштар менән тамашасыларҙың сәхнәнән сығармай тороуы оло баһа булды. Икенсенән, беҙҙең егеттәрҙең тормошо тик ал төҫтәргә генә мансылманы. Миҫал өсөн бер генә осраҡты һөйләп үтәм. Заманында, ҡулы таҙа булмаған “Каруанһарай” ижад фирмаһы етәксеһе арҡаһында егеттәр яңы ғына алған фатирҙарынан яҙып, урамда тороп ҡалды. Улар бит яңғыҙ түгел ине, һәр береһенең ғаиләһе, бәләкәй балалары бар. Шундай хәлде күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ошондай һынауҙарҙы, ә улар берәү генә булманы, һынмай үткәргән егеттәргә рәхмәт әйткем килә.
– 21 йәшлек ябай ауыл малайын зыялылар нәҫеленән булған билдәле шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев ҡайны булараҡ нисек ҡабул итте?
– Буласаҡ ҡатыным Айгөл менән беҙ театр факультетында бергә уҡыныҡ. Уҡыу башланған саҡта дуҫтарса аралаштыҡ. Ә бына әрме сафына алынғас, Айгөлдөң хаттары менән йәшәнем. Шул тиклем матур итеп яҙа ине уларҙы. Һауа пограничниктары ғәскәрендә (ПВО) хеҙмәт иттем, йыш ҡына уларҙың өй телефонына шылтыратып, һөйләшеп торҙоҡ. Әрмелә саҡта барлыҡҡа килгән йылы хистәр, ҡайтҡас, мөхәббәткә әүерелде. Ныҡлы дуҫлашып китеп, 1990 йылда өйләнештек. Айырым йәшәргә урын юҡ ине, ете йыл ҡайным-ҡәйнәмдәр менән бергә торҙоҡ. Тәртипле, әҙәпле кешеләр, минең ҡайһы бер ҡылыҡтарыма аптырап та ҡалғандарҙыр. Әммә бер ваҡытта ла һүҙгә килешмәнек, минең йәшлек аҡылһыҙлыҡтарымды аңлап ҡабул итергә тырыштылар. Ҡайным һәм ҡәйнәм менән һәр ваҡыт йылы мөнәсәбәттә булдыҡ, хәҙер ҙә шулай. Тормош көтөргә күп аҡылды уларҙан һәм атай-әсәйемдән алдым.
– Айгөл ханымдың театрҙа эшләүенә һеҙ ҡаршы булдығыҙмы?
– Юҡ, бергә уҡығас, ҡатынымдың сәнғәт кешеһе булыуына әҙер инем. Әммә ул ғаилә бәхетен карьеранан өҫтөн ҡуйҙы. Уның сәнғәт институтында уҡытырға ла, театрҙа эшләргә лә мөмкинлеге булды. Әммә минең йыш гастролдәргә сығыуымды, йәш белгес булараҡ эшләргә кәрәклеген иҫәпкә алып, бер-бер артлы тыуған балаларҙы башлыса үҙе тәрбиәләне. Гөлнур менән Ильяс икеһе лә һәләтле, бала саҡтан йыр-моңға ғашик балалар булды, “Тамыр” студияһының “Сәңгелдәк” тапшырыуында, төрлө фильмында, балалар байрамдарында ҡатнашып йөрөнөләр. Быларҙың барыһы ла – Айгөлдөң тырышлығы.
– Уларҙың сәнғәт юлынан китеүе бала саҡтан билдәле булғандыр, эйеме?
– Балаларҙың, айырыуса Гөлнур ҡыҙымдың, сәнғәт юлынан китеүенә күңелем менән һәр саҡ ҡаршы булдым. Артистарҙың еңел булмаған тормошон беләм бит. Йәй буйы, төрлө шартта концерттар ҡуйып, төрлө шарттарҙа йәшәп, юл мәшәҡәттәрен кисереп, ҡәҙерле кешеләремә ундай яҙмыш теләмәй инем. Тик ҡырҡа ҡаршы төшөп, күңелдәрен дә ҡыйғым килмәне. Гөлнур әле Санкт-Петербургта йәшәй, уҡып бөтөп, вокал, бейеү сәнғәте буйынса үҙ урынын, барыр юлын тапты. Ә Ильястың яҙмышы өсөн һаман да борсолам. Ул әле йәш, бәлки минең кәңәшемде тотоп, үҙен икенсе һөнәрҙә лә һынап ҡарар.
– Атайҙар һәм балалар проблемаһы һәр ваҡыт булып торған...
– Атайым мәрхүмгә оҡшап, мин дә мунса ташы кеүек, ҡыҙыу кешемен. Ошо сәбәпле, беҙ уның менән һуңғы көндәренә тиклем бәхәсләшеп китә торғайныҡ. Быны иреш-талаш тип аңларға кәрәкмәй. Ул миндә үҙенең йәш сағын күреп, төрлө яңылышлыҡтан һаҡларға теләгәнен хәҙер генә аңлайым. Айгөл, бергә тормош көтә башлаған осорҙа, мин ҡыҙып китһәм, аптырап ҡала ине, үҙе лә тоҡанып китә торғайны. Ваҡыт үтә килә, ул төрлө мәлде өндәшмәй үткәрергә өйрәнде. Мине ул хәҙер тынысландыра ла, һыуындыра ла белә. Уның тырышлығы, сабырлығы, аҡылы менән ғаилә имен ҡалғандыр ул. Элек атайым менән нисек бәхәсләштем, хәҙер балалар минең менән шулай бәхәсләшә. Гөлнур миңә оҡшап ныҡышмал кеше. Ә был – уңыш яулау өсөн кәрәкле холоҡ. Сағыу характерлы кеше, үҙ фекерен яҡлай белә. Ильяс та миңә оҡшаған, тик ул, апаһы менән сағыштырғанда, бер аҙ өндәшмәҫерәк. Ир-егет бит.
– Бөгөнгө йәшегеҙгә етеп, тормошоғоҙҙан ҡәнәғәт булмаған осраҡтар булдымы?
– Бик күп нимә менән ҡәнәғәт түгелмен. 50 йәштә ир-ат үҙенең тормошона яуланған һөҙөмтәләр менән һығымталар яһарға тейеш. Ә минең әле бик күп эшем тормошҡа ашмаған. Иң үкендергәне – ваҡытында вокал буйынса профессиональ белем алмауым. Йәшлеккә кире ҡайта алһам, бәлки, опера йырсыһы булыр инем. Миндәге ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ һәм мөмкинлектәр менән шул юлды һайлаһам, донъя кимәлендәге йырсы булыр инем, бәлки. Сит ил опера йырсыларын, үҙебеҙҙең мәшһүр Мәғәфүр Хисмәтуллинды яратып тыңлайым. Үҙемдә булған, тәбиғәттән бирелгән мөмкинлектәрҙең ҡәҙерен белмәгәнмен. Тормошта яңылышыуҙар күп була. Мин сит йәки яҡын кешеләремде генә түгел, хатта үҙемде үҙем рәнйеткән саҡтар ҙа булды. “Өләшһәләр, аҡыл алыр инеңме, әллә аҡсамы?”– тип һораһалар, мотлаҡ аҡылды һайлар инем. Кемгә нимә етмәй инде, тип төрттөрөүселәр табылыр. Шуны әйткем килә, кеше аҡыллы булып тыумай, ул аҡылды ғүмере буйына үҙенең яңылышлыҡтары, хаталаныуҙары, юғалтыуҙары аша, һабаҡ алып, туплай. Ҡартайғансы яңылыша, төҙәтә, аҡыл запасы туплай ҙа, ғүмеренең аҙағына килеп туҡтай. Ҡайһы бер “аҡыллы” баштар, оригиналь яуап бирәм тип, мин аҡсаны һайлар инем, ти. Тимәк, ул кешенең мейеһендә күптән аҡыл йыйыу процесы туҡтаған. Тормошомдоң ҡайһы бер өлөшө һөҙөмтәле, емешле булһа, ниндәйҙер бер өлөшө, хаталарым арҡаһында, әрәмгә үтте. Аллаһы Тәғәлә, ғүмер бирһә, үткәндәрҙән һабаҡ алып, киләсәктә үкенмәҫлек итеп, йәшәргә насип булһын, тип теләйем.
– Тамашасылар һеҙҙең йырҙар менән киләсәктә кинәнә алырмы?
– Әлбиттә. Мин инде бөгөнгө көнгә тиклем йәшәп, шуны аңланым: киләсәктә мотлаҡ ижад менән йәшәргә теләйем. Йырлайһы йырҙар барҙыр, тип өмөт итәм. Көҙ айҙарының береһендә юбилей кисәмде үткәрергә ниәтләйем.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»