RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тауыштарҙа – заман һулышы

17.05.2018 Тауыштарҙа – заман һулышы

Тауыштарҙа – заман һулышы
“Колхозға радио килгән!” – шундай хәбәр йәшен тиҙлеге менән бөтә баҫыуға таралып та өлгөрҙө. Һылыу менән Сәхипъямал еңгәләр­ҙе башҡаларға ҡарағанда ла радио күберәк шатландырҙы. Улар… ҙур ашҡыныу менән ҡайтырға сыҡты. Бына клуб! Ниҙер уйнаған кеүек, гармун тауышы ла ишетелә. Ләкин бында артистар ҙа, гармунсы ла юҡ ине. Был тауыш…бер торбанан килә икән. Нимәлер пыш-пыш итте лә, теге торбанан һөйләшкән тауыштар ишетелә башланы.
– Хәҙер йыр –“Шәл бәйләнем”.
Сәхипъямал еңгәнең шатлығынан күҙҙәренән йәш бөртөктәре сыҡты”.
“Башҡортостан” газетаһы, 1936 йыл, 6 октябрь һанында донъя күргән мәҡәләлә радионың ул заман өсөн ниндәй ҙур яңылыҡ, хатта шаҡ ҡатырғыс күренеш булғаны сағыла.
Тормош шуны раҫлай: Башҡор­тос­танда тәүге радиостанция асылыуына туҡһан йыл тулып уҙһа ла, радионың әһәмиәте әлегәсә һис кәмемәй. Бер нисә тиҫтә йыл тик тура эфирҙа эшләгәнгә, ул замандарҙағы тапшырыуҙар ҙа, дикторҙар, сығыш яһаусылар, артис­тар, журналистар тауыштары ла һаҡланмаған. Ә 50-се йылдарҙа иһә, илебеҙ һуғыштан һуң аяҡҡа баҫҡас, техник йәһәттән тәьмин итеүгә лә мөмкинлек тыуа: нәҡ шул осорға ҡарай ҙа инде Башҡортостан радиоһы фондына һалын­ған беренсе яҙмалар, һәм уларҙы күпселек йырҙар тәшкил итә. Башҡорт дәүләт академтеатры артистары ҡатнашлығында яҙылған “Чапаев” радиоспектакле – бындай форматтағы “тәүге ҡарлуғас”тарҙан. Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең дә тере тауышы һаҡлана: 1956 йылда ул радиоға килеп, үҙенең патриотик рухтағы шиғырын уҡыған. “Алтын фондыбыҙҙа” тәүге башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмө­хәмәтов башҡарыуында йырҙар яҙылған 1930 йылғы грампластинканың күсермәһе лә бар. “Тәүге”ләрҙе артабан да һанап булыр ине. Шуныһын ғына әйтәйек: бынан 50 – 60 йылдар элек һалынған яҙмаларҙың сифаты апаруҡ яҡшы. Улар башта магнит таҫмаһына теркәлгән, махсус рулондарға уралып, тейешле шарттарҙа һаҡлауға ла иғтибар ҙур булған: быны тарихыбыҙ йылъяҙмасыһы ролен үтәгән радионың киләсәген хәстәрләү тип аңларға кәрәктер.
Архивыбыҙ артабан да тулылана, байый, тематик һәм жанр яғынан төрлөләнә. Әлбиттә, тәү сиратта йөкмәткеһе, биҙәлеше, зауыҡлы тыңлаусы талабына тура килгән, мәңгелек ҡиммәттәргә хеҙмәт иткән яҙмалар туплана.
Тулыһынса заманса технологияларға күсеү “алтын фондыбыҙҙы” байытыуҙа сикһеҙ иркенлек бирҙе. Театрҙарҙа ҡуйылған спектаклдәр, башҡорт телен­дәге әҙәби әҫәрҙәре, республика кимәлендәге мөһим сара-ваҡиғаларҙан репортаждар, төрлө йүнәлештәге автор программалары һәм рубрикалар, ҡурай, музыка, йыр сәнғәте өлгөләре, тура эфирҙағы тапшырыуҙарҙы ла яҙып алыу… Быларҙың барыһы ла – беҙҙең байлыҡ, сөнки әле яңғыраған һүҙ иртәгә үк бөгөнгө мәлдең үҙенсәлеген, заман йөҙөн сағылдырасаҡ, хәл-ваҡиғаларҙың шаһиты буласаҡ. Радио фонды, ысынлап та, бикле ятҡан хазина түгел. Уның ҡиммәте лә бит халыҡтың рухиәтен үҫтереүҙе, аң-зиһен даирәһен киңәйтеүҙе, хәтер яңыртыуҙы күҙҙә тота. Тупланған яҙмалар һәр көн эфирға сыға, был бигерәк тә әҙәби әҫәрҙәргә ҡағыла, уларҙы даими рәүештә тыңлаусыларға тәҡдим итәбеҙ. Бүтән ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар ҙа архив саңын ҡундырмай, эфир тулҡындарында ҡабатланып тора. Миҫалға, киләһе аҙна радио фондынан Ноғман Мусиндың “Ғәйет намаҙы, йәки ҡара шәлле ҡайын” әҫәре яңғыраясаҡ.
Беҙҙе рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин. Адресыбыҙ: юлдашфм.рф
Фәймә МӘЖИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы