28.03.2018 «Юлдаш»та «Тамыр» гөрләй
1989 йылдың 1 июнендә, балаларҙы яҡлау көнөндә беренсе «Иләү» тапшырыуы эфирға сыға. Хәҙер бик күп телерадиотапшырыуы булған «Тамыр» каналына тап шул көндө нигеҙ ташы һалына ла инде. «Иләү» – балаларҙың күп һорауына яуап биреүсе танып-белеү тапшырыуы, үҙенә күрә бер энциклопедия ул. Зөлфиә Даянова әҙерләп алып барған тапшырыу дүшәмбенән йомаға тиклем киске сәғәт 10-сы 15 минутта эфирға сыға.
«Тамыр»ҙа хәҙер күп тапшырыу тура эфирҙа бара. Был инде икеләтә яуаплылыҡ. 2000 йылда «Юлдаш» йыр-моң каналы асылып, балалар студияһына аҙнаһына бер тапҡыр тура эфирҙа эшләү мөмкинлеге бирелгәс, мөхәррир апай-ағайҙар тәүге тапҡыр балалар менән бергәләп тура эфирға сыға башланы. Дүшәмбелә «Тау-тау хәбәр» йәнә лә эфирға сығасаҡ. Үҫмерҙәр был тапшырыуға шылтыратып, үҙҙәренең яңылыҡтарын һөйләй, шатлыҡтары менән уртаҡлаша. Әлеге ваҡытта хәбәрҙәр тауын штаттан тыш хәбәрсебеҙ Айзилә Мөлөкова менән Наҙгөл Сәлихова өйә.
Шишәмбелә эфирға сыҡҡан «Зирәк» радиоуйынын ҡыҙҙар-малайҙар бигерәк тә ярата. Беҙҙең даими тыңлаусыларыбыҙ ҙа бар. Был аҙнала унда театр темаһына һорауҙар буласаҡ. Тапшырыуҙа ҡатнашып, үҙҙәренең зирәклеген күрһәтеүселәргә Фәрхәт Fәйнетдинов бүләктәр әҙерләгән.
2000 йылда эфирға сыға башлаған тапшырыу хәҙер «Күпер» тип атала. Тапшырыуҙы шаршамбыла киске сәғәт 8-се 15 минутта тыңлағыҙ. Уны был аҙнала мөхәррир Рәзилә Салауатова әҙерләп алып барасаҡ. Баш ҡалабыҙҙың төрлө мәктәбендә, юғары уҡыу йорттарында уҡыусы ҡыҙҙар-малайҙар, йәш хәбәрсе булараҡ, тапшырыуҙарҙы алып барырға ярҙам итә. Был аҙнала каникул икәнлеген иҫәпкә алып, «Күпер»ҙә уҡыусыларҙың ялында хәүефһеҙлек темаһына һөйләшеү ҡороласаҡ.
Һәр кесе йомала «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» тапшырыуында һөнәрҙәр тураһында һүҙ бара. Аҙна һайын Башҡортостан балаларын Һөнәрсе менән Өйрәнсек сәләмләй. Улар был аҙнала ҡыҙыҡлы һорауҙарын йырсы Айгиз Хановҡа бирҙе. Тапшырыу киске сәғәт 8-се 15 минутта башлана.
«Тамыр»ҙың 2014 йылда эфир даръяларына сыҡҡан сираттағы тапшырыуы «Кластан тыш» тип атала. Дәрестән һуң бала нимә эшләй, ниндәй түңәрәктә шөғөлләнә, ҡайһы спорт секцияһына өҫтөнлөк бирә? Ошо һорауҙарға яуап эҙләүсе «Кластан тыш»ты сценарий авторы һәм алып барыусы Рәзилә Салауатова, тауыш режиссеры Азат Рәхимов әҙерләй. Был сығарылышта шахмат секцияһында шөғөлләнеүсе менән таныштырырбыҙ. Тапшырыу йомала киске сәғәт 8-се 15 минутта башлана. Тыңламай ҡалмағыҙ!
Каникулдың йәкшәмбе иртәһендә теүәл 9 сәғәт 35 минутта «Йырлы кәрәҙ» тигән күңелле һәм дәртле йырҙарҙан торған тапшырыу радио тыңлаусыларҙың кәйефен күтәрәсәк.
«Юлдаш» тулҡындарында «Тамыр» студияһы менән бергә бала саҡ иленә рәхим итегеҙ!
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»