RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Оло" театрҙың капитаны

24.03.2018 "Оло" театрҙың капитаны

"Оло" театрҙың капитаны
йәки Етәксе кеше ял итәме?

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илмар Рәзин улы ӘЛМӨХӘМӘТОВ – күп яҡлы талант эйәһе. Актер, тележурналист, драматург, режиссер, “Ҡолонсаҡ” һәм “Ниточка” театр фестивалдәрен ойоштороусы, Юғары театр мәктәбе уҡытыусыһы. Һәм тағы ла тынғыһыҙ, идеялы етәксе: башта – Ҡурсаҡ театры, ике йыл инде Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры “йөгөн” тарта. Уның менән ике ай дауамында осрашып аралашыу мөмкинлеге булманы, сөнки үҙен популярлаштырырға яратмаған баҫалҡы етәксе тығыҙ эш графигына үҙгәрештәр индерергә теләмәне. Барлыҡ “ҡорал”ды эшкә егеп, әңгәмәгә ризалыҡ алғас, аралашыу өс сәғәт дауам итте. Илмар Рәзин улының кабинет ишеген кисектергеһеҙ проблемалар менән әленән-әле театр хеҙмәткәрҙәре шаҡыны, телефоны ла бер туҡтауһыҙ “тауышланды”. Мин хатта был арала Париж менән һөйләшеүгә лә шаһит булдым.

– Ошо тынғыһыҙ вазифаны үҙ иңегеҙгә алыуығыҙға ике йылдан ашыу ваҡыт үтте. Бер ҡараһаң, әле генә кеүек, шул уҡ ваҡытта байтаҡ эш башҡарылды. Театрҙағы тәүге ауырлыҡ нимә булды?
– Тәүгеһе лә, хәҙергеһе лә бер – ваҡыт етмәү. Ҡайһы саҡта тәүлектең 24 сәғәт кенә булыуы эшкә ҡамасаулай. Тынғыһыҙ, талапсан кешемен, иртәнсәк ҡушылған эштең барышы менән кис үк ҡыҙыҡһына башлайым. Ә бит күп идеяны тормошҡа ашырыу өсөн уйларға, илһамланырға кәрәк. Быға аҙналар, айҙар талап ителә. Мөмкинлегем булһа, йылына ун спектакль сығарыр инем. Фести­валдәрҙе лә йышыраҡ ойошторорға булыр ине. Тик ижади мөмкинлектәр һәм ресурстар сикле.
Башҡарылған эштәргә килгәндә, улар тик минең генә ҡаҙаныш түгел. Аллаға шөкөр, эргәмдә мине аңлаған, башланғыстарҙы күтәреп ала белгән талантлы хеҙмәттәштәрем бар. Беҙҙең эш һөҙөмтәһе сәхнәлә күренә. Ниндәй тетрәнеүҙәр, ҡаршылыҡтар, бәхәстәр, ауырлыҡтар аша үткәнде үҙебеҙ генә беләбеҙ. Әммә шаршау асылып, тамаша башланыу менән уларҙың барыһы ла онотола, юҡҡа сыға. Шуға күрә бер ваҡытта ла ауырлыҡтар тураһында уйланмайым. Алға маҡсат ҡуйырға ла, уға ынтылырға кәрәк. Әһәмиәтле, кәрәкле эш башҡарыуымды аңлау көс-дәрт бирә.
– Драма актеры, Ҡурсаҡ театры директоры булған кешегә үҙенсәлекле сәнғәт төрө – опера һәм балет донъяһын аңлау, үҙ итеү ауыр булдымы?
– Әлбиттә. Театр сәнғәте, Ҡурсаҡ театры менән бала саҡтан уҡ таныш булһам, беренсе тапҡыр балет ҡарағанда миңә 21 йәш ине. “Сильфида” ине ул. Шул уҡ йылда, 1991 йылда, опера тыңланым. Аңламаным, спектаклдең тамамлан­ғанын көтөп ала алмай йонсоном. Драма театрын ярата инем, һаман да яратам. Ижадсы булараҡ эшләй-эшләй генә классик сәнғәтте аңлай, ярата башланым.
Өс ижади төркөм, ҙур цехтар, оркестр – был театрҙың үҙенсәлеген, эшләү алымдарын өйрәнергә ваҡыт талап ителә. Мәҫәлән, күҙаллаған берәй идеяны балет бейеүселәре эшләй ала, әммә уны музыкаль яҡтан биҙәргә оркестрҙың мөмкинлеге юҡ. Аңламаған нәмәләр күп ине, эшләй-эшләй, мең һорауға яуап эҙләй-эҙләй, өйрәнелде. Тиҙ арала (көлә).
– Үткән ижад миҙгелендә Заһир Исмәғилевтың “Сыңрау торна” балеты менән “Салауат Юлаев” операһының премьералары үтте. Киләһе йылдарҙа шундай милли сәнғәт өлгөләре сәхнәгә сығасаҡмы?
– Әлеге ваҡытта баш балетмейстер Леонора Сафа ҡыҙы Ҡыуатова менән яңы балет тураһында һөйләшеү алып барабыҙ. Уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ, уйлайбыҙ. Ниндәй генә классик әҫәрҙе алма, уны заманса ҡуйыу бәләкәй генә революцияға тиңләшә. Ә милли репертуар менән эшләү икеләтә ауыр. Һәр хәлдә, беҙ, милли республика булараҡ, үҙебеҙҙең композиторҙар менән эшләргә, әҫәрҙәрен сәхнәләштерергә тейешбеҙ. Ғәҙәттә, идеялар күп була, әммә уларҙы атҡарыусыһы ғына һирәк осрай. Беҙҙең дә идеялар бар, тормошҡа ашырыу өсөн көс түгәбеҙ.
– Тәүге профессияғыҙ буйынса медицина хеҙмәткәре, артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлағанһығыҙ. Һеҙҙе курсташтарығыҙ, талантлы, киләсәкле актер булыр ине, тип иҫләй. Ни өсөн хеҙмәт юлығыҙ икенсе йүнәлеш алды?
– Салауат медицина училищеһына туғандарымдың өгөтләүе буйынса барһам, Өфө дәүләт сәнғәт институтына үҙ теләгем менән килдем. Тик һәр ваҡыт режиссерҙар өсөн уңай­һыҙ актер булдым. Улар менән үҙ фекеремде яҡлап бәхәсләштем, күп һорау бирә инем, риза булмаған осраҡта ҡәтғи булдым. Шуға күрә, актер булараҡ талантым булһа ла, карьерам килеп сыҡмаҫ ине. Быны студент ваҡытта уҡ аңланым. Һис кенә лә үкенмәйем, күңелемдә, Гамлет ролен уйнаманым, тигән әрнеү юҡ. Ә бына режиссер булараҡ сәхнәләштерергә теләгән әҫәрҙәр байтаҡ, драматург булараҡ та яҙыр­ға идеялар бар. Бөгөнгө биләгән вазифа был хыялдарға ҡамасаулай, әлбиттә. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты булған кеүек, уларға ла сират етер.
– Һеҙ талапсан етәксеме? Ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул иткән саҡта кеше фекеренә ҡолаҡ һалаһығыҙмы?
– Хәл-торошҡа ҡарап. Элек, тәжрибәһеҙ саҡта, ҡыҙыу холоҡло инем. Хәҙер йәшәй-йәшәй кешеләрҙең фекерен һанларға, тыңларға өйрәндем. Етмәһә, беҙҙең эштә башҡа белгестәрҙең дә дәлилдәрен иҫәпкә алыу мотлаҡ. Мәҫәлән, өс ҡатлы йорт декорацияһын ҡабул итергә кәрәк. Мин тәүҙә инженер, цех етәксеһе менән кәңәшләшергә тейешмен. Ул артисты күтәрәме, сәхнәгә ныҡлы беркетеп буламы һәм башҡа һорауҙарға яуапты улар бирә. Икенсе миҫал: төп партияны башҡарған балеринаның тубығы ауырта. Гастролдәр графигын төҙөр алдынан икенсе кешене әҙерләргә кәрәк. Партнер менән тап киләме, физик мөмкинлеге бармы? Бер үҙем хәл итә алмайым. Ҙур театрҙың проблемалары ла ҙур булғанын бында эш башлағас ныҡлы аңланым.
– Талантлы опера һәм балет артис­тарына ихтыяж ҙур, элегерәк бик күп артист башҡа театрҙарға, хатта сит илдәргә эшкә китте. Һеҙ эш башлағас, китеүселәр бармы?
– Булды, әммә улар үкенес белдерә. Беренсенән, беҙҙә улар уйнарлыҡ яңынан-яңы спектаклдәр ҡуйыла. Икенсенән, эш хаҡы күтәрелде. Кире ҡайтыусылар бар. Конкурен­ция булыуы – ижади коллектив өсөн һәйбәт күренеш. Мин үҙем дә башҡаларҙың эш алымдарын өйрәнәм, һәйбәт яғын үҙебеҙгә алырға тырышам. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, дан көтөп ултырып булмай бит. Әйткәндәй, беҙҙә талантлы йырсы-бейеүселәр генә түгел, үҙ эшенең оҫтаһы булған тегенселәр, рәссамдар ҙа бар, ундайҙарға ла һорау ҙур.
– Был театрҙа спектакль сығарыу ниндәй суммаға барып баҫа?
– Төрлөсә. Мәҫәлән, хор ҡатнаша икән, тимәк, 60 костюм тектерергә кәрәк. Улар беренсе актта – ауыл хал­ҡын, икенсеһендә юлбаҫарҙарҙы уйнаһа, сығым икеләтә арта. Бынан тыш, төп партияларҙы башҡарған солистар бар, декорация, яҡтыртыу һәм башҡалар. Барлыҡ сығым сәхнәлә күренә. Шуға күрә дәүләт ярҙамы булмаһа, йәшәй алмайбыҙ. Мөһабәт бинаны ҡарау, транспорт сығымы ла байтаҡ.
– Һеҙҙең ҡул аҫтында нисә кеше эшләй?
– 600-ҙән ашыу. Уларҙың береһе генә булмаһын, механизмдың эш ритмы боҙола. Оркестрҙа – 60, балетта 60 кеше икән, уларҙың барыһы ла һау-сәләмәт булырға тейеш. Духовикта (тынлы музыка ҡоралында уйнаусы музыкант) герпес икән, ул матур итеп уйнай алмай. Ә был диагнозға “больничный” бирелмәй. Йырсы 2 – 3 сәғәт буйы тауыш менән эшләй, Аллам һаҡлаһын, тымау тейһә йәки тамағы шешһә! Балет артистары һәр көн ауыртыныу, һыҙланыу аша сәхнәгә сыға. Бынан тыш, үҙеңде һәр ваҡыт формала тоторға кәрәк. Беҙҙә батыр, ныҡышмал һәм көслө рухлы кешеләр генә эшләй ала.
Монтировщиктар өс смена эшләй. Ут дөрөҫ ҡуйылмаһа, тамашасылар ниндәйҙер элементтарҙы күрә алмай ҡаласаҡ. Асыулы гример солистың сәсен тараған ваҡытта йолҡҡолап бөтәсәк. Бейегәндә костюмдың төймәһе өҙөлһә, ни булырын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Күренмәгән фронт һуғышсылары, тип атайым ул һөнәр эйәләрен. Театр гардеробтан башлана, тигән әйтем шунан килеп сыҡҡан да инде. Тамашасыға беҙҙең проблемалар кәрәкмәй, ул ял итергә, юғары сәнғәт өлгөһөн ҡарарға килгән.
– Кадрҙар буйынса проблемалар бармы?
– Һәйбәт музыканттар һәр ваҡыт дефицит, ундайҙар күп булмай. Оркестр ҙур, күптәре оло йәштә. Ҡыллы музыканттар составы берәү генә. Ә ике состав уйнаһа, композиция байыраҡ, матурыраҡ булыр ине. Ләкин мөмкинлектәр сикле. Эш хаҡы ҙур, әммә килергә теләүселәр аҙ. Музыканттарҙы ла аңлайым: кемдең “яма”ға ултырғыһы килһен? Институтты тамамлаған талант сәхнәлә уйнарға теләй.
– Драма театры режиссеры һеҙҙә спектакль ҡуя аламы?
– Таланты булһа, опера сәнғәтенең үҙенсәлектәрен белһә, ҡуя ала, әлбиттә. Ә шәхсән үҙем батырсылыҡ итмәҫ инем. Етәкселек итә алам, ойоштора беләм, проблемаларҙы ла хәл итергә була. Ә бына “аһ” итерлек опера сығара алырыма икеләнәм.
– Эш сәғәте бөтөү менән тыныс ҡына ҡайтып киткән осраҡ һуңғы тапҡыр ҡасан булды?
– Хәтерләмәйем. Ике йыл аралыҡта, бәлки, ике тапҡыр булғандыр. Хатта ял көндәремдә лә, йоҡо туйҙырып алам да, төштән һуң эшкә киләм. Алдан әйтеп үткәнемсә, ваҡыт еткерә алмайым. Былтыр отпуск ваҡытында ике аҙна диңгеҙ буйында ял итеп, Өфөгә иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡайтып төштөм, 2-гә эшкә саҡырҙылар. Кис етеүгә ял иткән кеүек түгел инем инде. Йөкләмәләр күп, һәр ваҡыт театр тураһындағы борсолоуҙар менән йәшәйем. Был зарланыу түгел. Сөнки вазифа тапшырылғанда бер кем дә, еңел буласаҡ, тигән вәғәҙә бирмәне. Ауырлыҡтарға үҙем дә әҙер инем.
– Проблемалар, ғәҙәттә, кәйефте төшөрә...
– Минең кәйефем эштә сағылмай. Әгәр тауыш күтәрелеп, эмоциялар тышҡа сыға икән, тимәк, хеҙмәткәр үҙенең ялҡаулығы менән сәбәп биргән. Ҡулымдан килгән тиклем тыныс ҡалырға тырышам. Кемгәлер асыу­ланып, һаулығымды бөтөргөм килмәй. Артист талантлы икән, ялҡаулыҡтан башҡа күп нәмәне ғәфү итә алам, башҡа алама ғәҙәттәренән арындырыу юлдарын эҙләйем.
Етәксе эше – рәхмәтһеҙ хеҙмәт. Өләсәйем һәр ваҡыт: “Изгелек эшлә лә онот. Рәхмәт көтмә”, – тип әйтә ине. уның хаҡлы булыуын хәҙер генә аңлайым. Күп осраҡта тик насар яҡты ғына иҫкә төшөрәләр.
– Диндә булыу, ислам ҡанундары буйынса йәшәү биләгән вазифаға ҡамасауламаймы? Белеүемсә, һеҙ ике тапҡыр хажға барғанһығыҙ...
– 2009 һәм 2010 йылда хаж ҡылдым, Аллаһы Тәғәлә сауаптарын насип итһен. Иманға килеү мөмкинлеге һәр кемгә бирелә, аңлай белергә кәрәк. Ниндәйҙер мәлдә донъяға икенсе ҡараш менән ҡарайһың. Исламды ҡабул итеү, намаҙға баҫыу – етди аҙым, дисциплина, оло хеҙмәт. Эшемә ҡамасауламай, киреһенсә, ярҙам итә. Ниндәй генә хәл булмаһын, яңғыҙ түгеллегемде беләм. Аллаһы Тәғәлә һәр ваҡыт минең менән.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Илмар Рәзин улы. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар насип булһын!
– Үҙегеҙгә рәхмәт! Тамашасы­ларҙы үҙебеҙҙең спектаклдәрҙә көтөп ҡалабыҙ!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы