RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зәйнетдин ҡайҙа ашҡына?

15.03.2018 Зәйнетдин ҡайҙа ашҡына?

Зәйнетдин ҡайҙа ашҡына?
Бөгөнгө көн геройы Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВТАН сабыйҙарса ихласлыҡ, башҡорт егеттәренә генә хас көс-дарман, мең кешегә етерлек тырышлыҡ, талант, мөләйемлек урғыла. Шуға ла сәхнәгә сығыу менән тамашасылар күңелен “һә” тигәнсе яулайҙыр ул. Күп яҡлы таланты менән халҡына хеҙмәт итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был йәш егеттең киләсәген күҙаллауы ауыр түгел: сәхнә! Дүрт йәшендә Өфө сәхнәһендә бейеп, республика башлығы ҡулынан бүләккә милли кейем алған кеше тап шулай булырға тейеш тә.

– Заһир, һинең Мәсетле районында тыуып үҫеүеңде ишетеп беләбеҙ. Данлыҡлы Зәйнетдиновтар нәҫеленең дауамыһың...
– Эйе, атайым Зөфәр Миңләхмәт улы ҙур, татыу ғаиләнең унынсы балаһы, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән бер туғандар. Балалар, килен-кейәүҙәр, ейән-ейәнсәр­ҙәр менән һанағанда, ике туғандар ғына 74 кешебеҙ. Арабыҙҙа уҡытыусылар ҙа, спортсылар ҙа, башҡа һөнәр эйәләре лә бар. Әммә бөтәбеҙ ҙә сәнғәткә, йыр-бейеүгә ғашиҡ, халыҡ ижадын, ҡурай-ҡумыҙ моңдарын яратабыҙ. Райондың барлыҡ са­раһында ғаилә ансамбле менән сығыш яһайбыҙ, йыш ҡына республика байрамдарында ла ҡатнаштыҡ.
Ә әсәйем яҡлап мин Ейәнсура егетемен. Ул Үтәғол ауылында тыуып үҫкән. Өләсәйем дә сәнғәткә битараф түгел, “Йәмһибә” фольклор ансаблен етәкләй. Атай-әсәйемдәр Күмертау педагогия училищеһында уҡығанда танышып ғаилә ҡорған.

– Сәхнә тураһында ҡасан хыяллана башланың?
– Сәхнә тураһында хыялланманым, ә шунда үҫтем. Атайым бала саҡтан артист булырға хыялланған. Әммә төрлө сәбәп менән уны тормошҡа ашыра алмаған. Йәш сағында бейеү менән сит илдәрҙә лә сығыш яһаған. Мин тыуыу менән ул үҙенә, улымды артист итәм, тигән маҡсат ҡуйған. Сәңгелдәктән ошо йүнәлештә тәрбиәләндем. Атайым ҡурай уйнап йоҡлатыр булған. Һөйләшә белмәгәндә лә йырлап өйрәндем, хатта “Уйыл”, “Томан” кеүек оҙон көйҙәрҙе көйләп маташа инем. Тәпәй баҫыу менән атайым гармун уйнап бейетә башланы. Талапсан булды. “Нығыраҡ баҫ! Күҙҙәрең янып торһон! Арҡаңды тура тот!” – тип һәр ваҡыт шелтәләрен әйтә ине. Үксәм ауырт­ҡас, аяғыма ойоҡбаш кейеп шөғөлләндем. Дүрт йәшем тулғас, ҡурай, ҡумыҙ уйнарға, тип атайымдың артынан эйәреп йөрөнөм. 1988 йылда, “Ғаилә мозаикаһы” республика конкурсында 1-се урын яуланыҡ. Ҙур сәхнәләге тәүге сығышым булды ул.
4-се класты тамамлағас Өфөгә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының тромбон класына уҡыр­ға килдем. Рәшиҙә Туйсина етәкселегендәге бейеү ансамбленә, ҡурай түңәрәгенә, вокал дәрестәренә йөрөнөм, спорт менән ныҡлап шөғөлләндем. Ун йәштәр тирәһе булғандыр, “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында репетициялар бара, беҙҙең бейеү ансамбле, үҙ сиратын көтөп, залда ултыра. Шул саҡ ниңәлер сәхнәгә ҡарап күңелдә: “Ҙурайғас бына ошо сәхнәлә концертым буласаҡ!”– тигән хыял барлыҡҡа килде. Ул йылдар үтеү менән маҡсатҡа әйләнде. Әлеге көндә шуны тормошҡа ашырыу өсөн ең һыҙғанып йүгереп йөрөүем.

– Һин бөгөнгө көндә – профессиональ бейеүсе, музыкант, режиссер. Икенсе юғары белем алып та йөрөйһөң шикелле. Был һөнәрҙәрҙе нисек үҙләштереп өлгөрҙөң?
– Бөтөн йүнәлеш менән дә шөғөлләнгәс, һөнәр һайлауы ауыр булды. Бик оҙаҡ ваҡыт ҡайһы йүнәлештә юғары белем алырға икән, тип баш ваттым. Күңелдә донъяны яуларға, тигән хыял йәшәй, бар яҡлап та үҫеш һорай. Тромбон, ҡурай буйынса саҡырыуҙар булды, әммә ул яҡтан профессиональ кимәлдә уйнай алғас, икенсе яҡтан камиллашырға булдым һәм режиссер һөнәрен һайланым. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға инеп, йыл буйы уҡып, актер оҫталығы, режиссер һөнәре, байрамдар, тамашалар ойоштороу буйынса белем алдым да, артабан ситтән тороп уҡыуға күстем. Төп нигеҙҙе аңлағас, йылдар буйы бер йүнәлештә генә эшләп, парта артында ултырғым килмәне.
Профессиональ кимәлдә бейергә тигән маҡсатым бар ине. Бала саҡтан яратып ҡараған Хәлил Ишбирҙин нигеҙ һалған Стәрлетамаҡ бейеү театрын яуларға киттем. Махсус белемемде һораған етәксегә үҫмерлек максимализмы менән: “Диплом бейемәй бит, кеше бейей!”– тигән яуабым өсөн генә һынамаҡҡа эшкә алындым. Миңә профессионалдар менән бер кимәлдә сығыш яһау өсөн әҙерләнергә өс ай ваҡыт бирелде. Теләк шул тиклем ҙур ине, көнө-төнө бейенем. Репертуарҙы өйрәндем, репетициялар яһаным, башҡалар ҡайтып китә ине. Мин ҡалып, балалар менән бергә классик бейеү буйынса дәрестәр алдым. Бер йылдан театрҙа солист булараҡ та сығыш яһай башланым. Шул саҡта тәүге йырымды сығарып, клип төшөр­ҙөм. Ике дуҫ егет менән тамада булып туйҙар, юбилейҙар үткәреп тә йөрөнөк. Быныһы инде аҡса табыу ысулы булды.
Ә икенсе юғары белемгә килгәндә, закондарҙы, үҙ хоҡуҡтарыңды белеү бер кемгә лә ҡамасауламай. Мөмкинлек булғанда уҡып ҡалырға кәрәк, тип уйлайым.
– Ә Айҙар Ғәлимов студияһында эшләүең ниндәй тәжрибә бирҙе?
– Сәхнә кешеһенә сәнғәт донъяһын өйрәнеү өсөн остаз кәрәк. Шуға ла Айҙар Ғәлимов студияһына саҡырыу булғас, ҡуш ҡуллап ризалаштым. Беренсенән, театрҙа халыҡ бейеүе менән сығыш яһаһаҡ, бында башлыса заманса стиль өҫтөнлөк итә. Хореографтар менән ошо йүнәлештә эшләнек. Икенсенән, уның командаһы 25 йыл дауамында тамашасыны ылыҡтырып тора, тулы зал йыя. Концерттар ойоштороу, гастролдәр графигы төҙөү, командала эшләү кеүек ҙур багаж тупланым. Бер йылда 150-нән ашыу концертта ҡатнашып, ил буйлап гастролдәргә йөрөп, профессиональ яҡтан үҫтем.

– Һин “Zainetdin” проекты менән бер йыл эсендә тигәндәй халыҡ күңелен яулай алдың. Ә ни өсөн этно йүнәлешен һайланың?
– Бейеп тә, йырлап та ҡараным, музыкант булараҡ та эшләнем. Ә этно-стиль шуларҙың бөтәһен бергә туплай. Был йүнәлеш бөгөн бөтә донъяла популяр. Бер көндө ҡумыҙ сиртеп ултырғанда, уның ритмына тап килтереп, заманса эшкәртелгән композиция яҙҙырыу идеяһы барлыҡҡа килде. Студиялар буйлап йөрөп, аранжировка эшләүселәр менән танышып, эҙләнеп, кәңәшләшеп, тәүге композиция яҙылды. Уның менән республиканың күп кенә мәҙәни сараһында, Алтайҙа, Төркиәлә һәм Ҡырғыҙстанда сығыш яһаным. Тамашасы бик йылы ҡабул итте. Был миңә һайлаған юлымдың дөрөҫ икәнен дәлилләне һәм артабан да ең һыҙғанып эшләргә стимул бирҙе.
Һәйбәт аранжировка, сифатлы итеп тауыш яҙҙырыу ҙур ғына сығым талап итә. Мәскәү, сит ил музыканттары менән танышып, улар менән хеҙмәттәшлек итәм. Бер ваҡытта ла эшләп биргән вариантҡа риза булып ултыра торған кеше түгелмен. Мотлаҡ төҙәтеүҙәр индерәм, идеяларымды, теләктәремде еткерәм. Әлеге ваҡытта барлыҡ эшләп тапҡан аҡсамды артабан эшләр, үҫеш өсөн тотонам. Яңы костюмдар, музыка ҡоралдары, яңы композициялар, гастролдәр өсөн китә улар. Мәскәү, сит ил артистарының концерттарына йөрөп, уларҙың эштәрен өйрәнәм. Беҙгә, башҡорт йәштәренә, улар кимәленә ынтылырға кәрәк.
– Башҡорт халыҡ ижады бик бай, нимәгә тотонһаҡ, шул бар: эпостар, музыка ҡоралдары, йырҙар, бейеүҙәр, ҡобайырҙар һәм башҡалар. Әммә башҡа халыҡтар кеүек этно йүнәлешендә донъяны яулай алмайбыҙ. Бының сәбәбе нимәлә?
– Беҙҙең халыҡ тик үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап өйрәнгән. Мин дә ошо “йомшаҡ зонала” ғына эшләй алам ул. Йырлап, бейеп, ҡурай тартып, йыйылма (солянка) концерттарҙа ҡатнашып, Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөһәм дә бик популяр булыр инем. Тик үҙемде лә, башҡорт халҡының ижадын да донъя кимәленә сығарғым килә. Сит илдәге йәштәштәрем дә беҙҙең ҡурайҙы, ҡумыҙҙы, йырҙарҙы тыңлаһын, бейеүҙәрҙе, кейемдәрҙе күрһен, башҡорт тигән милләт барлығын белһен, тигән теләк менән йәшәйем. Ун йәштә “Башҡортостан” концерт залы тураһында хыялланһам, 20 йәштә инде минең икенсе маҡсаттар булыр­ға тейеш һәм улар бар. Тәүге композицияларҙы яҙҙырғас, “Бәйләнештә” селтәренә һалманым, ә бөгөн һәр кем шулай популярлыҡ яулай. Ә мин интернет селтәренә инеп, төрлө халыҡ-ара фестиваль тураһында мәғлүмәттәр эҙләй башланым. Шулай итеп, Республика халыҡ ижады үҙәгенең ярҙамы менән Алтайҙа сығыш яһау бәхетенә ирештем. Шундағы сығышымдан һуң Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар (кочевников) уйындарына саҡырыу алдым.

– Һин тағы ла КВН уйындары буйынса ла танылған шәхес бит әле...
– Гимназияла 9-сы класта уҡығанда “Ҡыҙыҡ мажор” тигән команда тупланыҡ. “Шаяниум”да ике йыл рәттән “Өмөт” номинацияһы алғас, үҙебеҙгә мотлаҡ еңеү яулар­ға, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Марсель Мөхәмәт­йәновтан ярҙам һорап, ныҡлап әҙерләнеп, был маҡсатҡа ирештек. Аҙаҡ ул мине үҙҙәренең “Бытбылдыҡ” командаһына саҡырҙы. Стәрле­тамаҡҡа күскәс тә уларҙы ташламаным. Көндөҙ репетициялар тамамланғас автобус менән Өфөгә киләм, КВН-ға репетициялар яһайбыҙ ҙа, Марселгә барып йоҡлап, иртәнге сәғәт 6-лағы автобус менән Стәрлетамаҡҡа кире ҡайтып китәм. Эш көнө башланыуға бейеү менән шөғөлләнергә тотонабыҙ. Был режимды ла күтәрә алдым. Өс йыл йөрөп, “хаҡлы ялға” гран-при менән сығып киттек.
– Бөгөнгө тығыҙ эш графигында ялға, шәхси тормошҡа ваҡыт бүленгәнме? Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙың бармы?
– Өләсәйемдәр, ейәндәр һөйгө килә, тип өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы инде. Тик шәхси тормошҡа әлегә ваҡытым етмәй, ғаилә ҡорғансы ижади хыялдарҙы тормошҡа ашырырға тейешмен. Башҡорт ҡыҙына өйләнергә, балаларымды милли рухта тәрбиәләргә тигән маҡсатым бар. Алла бирһә, был киләсәктә ысынбарлыҡ булыр.
Ә ялға килгәндә, мөмкинлек булһа, йоҡо туйҙырып алам да, ҡабат музыка донъяһына сумам. Оҙайлы ял минең өсөн түгел, киреһенсә, арый башлайым. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, эштә булырға тейешмен, күңелем алға ынтыла.

– Атай-әсәйең бөтә балаларын да һинең кеүек рухлы итеп, йыр-моңда тәрбиәләнеме? Улар ниндәй һөнәр һайларға теләй?
– Эйе, барыбыҙ ҙа сәхнәлә үҫтек. Салауат ҡустым Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны тамамлап, Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында белем ала. Буласаҡ тәржемәсе. Бейеү ансамбленә йөрөнө, музыкаль һәләте лә бар. 9 йәшлек һеңлем Зөлфирә балерина булырға хыяллана. Ауылға ҡайтыр булһам, бүләккә мотлаҡ махсус кейем алам. Хореография училищеһына уҡырға килер, моғайын.

– Әле һин бала саҡ хыялыңды тормошҡа ашырыу өсөн йүгереп йөрөй­һөң. 4 мартта, “Башҡортостан” концерт залында һинең тәүге концертың үтә. Шул турала ла бер аҙ һөйләп үт әле?
– Был концертҡа былтыр уҡ әҙерләнә башланым. Сәхнәлә 15 төрлө музыка ҡоралында уйнаясаҡмын. Музыканттар, дүрт төркөм бейеүселәр һәм этник стилдәге шоу-концерт буласаҡ. Килгән тамашасы үкенмәйәсәк.

Ә артабан ниндәй пландар?
– Концерт үтеү менән Башҡортостан буйлап гастролгә сығам. Ай аҙағында махсус программа буйынса Европа илдәрендә сығыш яһайым. Ҡайтҡас, гастролдәр дауам итәсәк. Эшләргә, туҡталып ҡалмаҫҡа, алға барырға – минең ниәттәр!

– Уңыштар һиңә, Заһир! Хыялдарың һәр саҡ тормошҡа ашһын!

Гөлнур ЮЛДАШЕВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы