17.03.2018 “Сулпан”дың яҡты нуры
йәки Нуриман ҡыҙының Сибайҙы яратыуы
“Сулпан” балалар театры артистарын гәзит уҡыусылар араһында белеүселәр һирәк. Сөнки уларҙың тамашасыһы – кескәй балалар һәм уҡыусылар. Ә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фиуза САФИНАНЫ күптәр белә: театр асылған көндән эш башлаған ханымдың тәүге тамашасылары күптән инде атай-әсәй булып, үҙҙәренең балаларын театрға йөрөтә. Үҙем дә уны “Бүре башы ун ике”лә Әбей, “Етем төлкө”лә Әтәс, “Тирмәкәй”ҙә Төлкө ролдәре аша яҡшы хәтерләйем. Һығылмалы, көслө тауышлы, талантлы һәм ихлас уйнаған артист мәңгелеккә күңелдә уйылып ҡалды. Бөгөн уның менән осрашып, яҡындан танышып, ижад һәм театр сәнғәте тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Фиуза Хажми ҡыҙы, 25 йыл буйы “Сулпан”ға тоғро булған ҡатын ҡайҙа тыуып үҫкән? Ғәҙәттә, Сибай сәнғәте күгендә Баймаҡ һәм Урал аръяғының башҡа райондары таланттары “йондоҙ” булып балҡый...
– 33 йыл ғүмерем ошо ҡалала үтһә лә, тыуып үҫкән яҡтарым Өфө аръяғында: Нуриман районының Ишморат ауылы. Атай-әсәйем ябай кешеләр, ғүмер буйы колхозда эшләнеләр, сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуҙары артыҡ һиҙелмәне. Әммә талант, һәләт булғандыр ул, юҡҡа ғына ғаиләләге ете баланың икәүһе профессиональ сәхнәлә уйнамаған бит. Хатта Фәнүз ағайым да, артист булырға теләп, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурсаҡ театры өсөн махсус курсында уҡый башлағайны. Тик бер йылдан, атайым үлеү сәбәпле, уға ауылға ҡайтырға тура килде. Ә Хәниф ағайым, ошо уҡ уҡыу йортон тамамлап, оҙаҡ йылдар Сибай театрында уйнаны. Ситтән тороп ГИТИС-та белем алды, “Сулпан” балалар театрына башланғыс булыусы Легендалар һәм риүәйәттәр театр-студияһына нигеҙ һалды. Училищела уҡығанда ялға ҡайта ла, бирелеп китеп буласаҡ һөнәре тураһында һөйләй ине. Күңелемдә үҙенән-үҙе сәнғәткә тартылыу барлыҡҡа килде. Мәктәптең һуңғы кластарында уҡығанда сәхнәлә уйнарға тигән хыял менән йәшәнем.
– Һәм ҡулығыҙға аттестат алыу менән сәнғәт училищеһына юлландығыҙмы?
– Юҡ шул, был хыялымды кешегә һөйләмәнем. Мәктәпте тамамлағас, бер йыл унда география фәнен уҡыттым. Аҙаҡ класташтарым менән бергә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә урынлашып, өс йыл эшләнем. Белем алырға кәрәк, тип уйлана башлағайным инде, Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр бүлегенең әҙерлек курсына йөрөнөм, имтихандар тапшырҙым. Конкурстан үткәс кенә һөнәргә күңелем ятмағанын аңланым. Бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырырға кәрәк, тип ҡапыл ғына ҡарар иттем дә, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына юлландым. Яратҡан һөнәр булғанғамы, рәхәтләнеп, күңел биреп уҡыным. Татарстандың халыҡ артисы Жәүит Шәкиров менән бергә уҡыныҡ, уның менән аралашып торабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр Сибайға концерт менән килгәнендә осраша алманыҡ, мин гастролгә киткәйнем. Шулай уҡ билдәле ҡумыҙсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Диләрә Рафиҡова, Хәйбулла районының мәҙәниәт йортонда эшләүсе Нәзифә Ҡыҙрасова, Түбәнге Кама театры актеры Альберт Ибраһимов менән һаман да аралашып йәшәйбеҙ. Студент йылдарымды ныҡ һағынам.
– Дипломлы белгес булараҡ ҡайҙа эш башланығыҙ?
– Элек эшкә йүнәлтмә буйынса ебәрәләр ине бит. Мине Әбйәлил районына халыҡ театры режиссеры итеп ебәрҙеләр. Унда бер йыл ғына эшләп өлгөрҙөм. Шулай ҙа Ғабдулла Әхмәтшиндың “Тальян гармун” пьесаһын сәхнәләштереп, район буйлап гастролдә йөрөнөк. Икенсе йылына мине еңгәйем, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Әҙелшина тәҡдиме менән Сибай халыҡ театрына саҡырҙылар. Ағайым ғаиләһе менән унда торғас, бергә-бергә аралашып йәшәр өсөн ризалаштым. Яҙмышымды ошо ҡала менән бәйләгәнгә бына инде 33 йыл үтеп тә киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайым ҡаты ауырыуҙан һуң бик иртә вафат булды.
– 33 йыл, тип әйтеүе генә еңел. Ә ошо аралыҡта ниндәй генә хәл булмаған, хатта халыҡ театры ла Легендалар һәм риүәйәттәр театр-студияһына, аҙаҡ “Сулпан” балалар театрына әүерелгән. Һеҙҙең тормошта ла шундай үҙгәрештәр булдымы?
– Ысынлап та, төрлөһө кисерелде, ауыр саҡтар ҙа булды. Күҙгә йәш төйөлһә лә, ваҡытында үҙемде ҡулға алырға тырыштым. Бер уйлап ҡараһаң, тыуған яҡта йәки Өфөлә дуҫтарым да, туғандарым да байтаҡ, күсеп китһәм, еңелерәк булыр ине. Улым Рауил да баш ҡалала белем ала. Ә мин ошо ҡалаға береккән дә ҡуйғанмын инде, китә алмайым. Икенсенән, беҙҙең театрҙы булдырыр өсөн Хәниф ағайым һаулығын һәм ғүмерен бирҙе. Ниндәй генә етәксе булмаһын, режиссер эшләмәһен, үҙемде уның һаҡсыһы кеүек тоям. Шундай яуаплылыҡ тойғоһо ла мине был театрҙа тоталыр.
– Һеҙҙе элекке һәм бөгөнгө хеҙмәттәштәрегеҙ, тура һүҙле, ғәҙел, тәртип яратҡан һәм талапсан кеше, тип баһалай. Ә бындай сифаттарҙы ҡайһы бер кешеләр оҡшатып етмәй...
– Ысынлап та, тура һүҙле булыуым һәм ялағайлана белмәүем арҡаһында нахаҡҡа эштән бушатылып, биш ай өйҙә ултырҙым. Хатта театр тупһаһына аяҡ баҫырға рөхсәт булманы. Шулай ҙа үкенмәйем, эшһеҙлектең, аҡсаһыҙлыҡтың нимә икәнен татыным, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәндем. Ғәҙеллек яратҡан, хәлемде аңлаған кешеләр осрап, эшемә кире ҡайттым һәм, Аллаға шөкөр, бөгөн дә яратҡан театрымдамын.
– Ә шундай ауыр саҡтарҙа теш-тырнағығыҙ менән көрәшәһегеҙме әллә, киреһенсә, барыһы ла үтер, тип тыныс ҡына ултыраһығыҙмы?
– Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә һәм ярҙамына тапшырып, доғалар уҡыйым да, барыһын да үҙ яйына ҡуям. Ҡасандыр ҡаршы эшләгән кешеләрҙе дошмандарым тип әйтә алмайым, улар бит үҙҙәре лә һиҙмәйенсә миңә яҡшылыҡ эшләй. Ҡаршылыҡтар, һынауҙар кешене сыныҡтыра, характерын тәрбиәләй һәм йәшәргә өйрәтә. Шуға күрә бер кемгә лә рәнйемәйем, үпкәләрҙе күңелемдән ебәрәм дә онотам. Хоҙай барыһын да күрә, тимәк, барыбыҙ ҙа уның алдында яуап тотабыҙ. Беҙҙең, балалар менән эшләгән артистарҙың, күңеле айырыуса яҡты булырға тейеш. Һәр ҡаршылыҡҡа әрләшеп, яманлашып йөрөһәң, беҙҙә был яҡтылыҡ күптән һүнер ине...
– Режиссерға уҡып та, артист булып эшләйһегеҙ, ғәҙәттә, киреһенсә була...
– Сәхнәлә уйнау оҡшай. Әлбиттә, Хәниф ағайым режиссер булыуымды теләне, тик ул саҡта тәжрибә һәм белем етмәне. Әгәр ул иҫән булып, бергә эшләй бирһәк, моғайын, теләгенә ирешер ине. Бер нисә тапҡыр ошо йүнәлештә юғары белем алырға ынтылып ҡараным, әммә ғаилә мәшәҡәттәре менән, уҡырға инһәм дә, бара алманым. Уйлап ҡараһаң, режиссер ҡатын-ҡыҙ эше түгел бит ул. Беҙ артыҡ нескә күңелле, йомшаҡ һәм күңелсәк затбыҙ, хистәр менән эш итергә яратабыҙ. Ә был эш аҡыл һәм етдилек талап итә.
– Балалар театры ул – әкиәттәр донъяһы. Ҙур театрҙа етди ролдәр уйнарға теләгегеҙ булманымы?
– Ысынлап та, беҙҙең эш башҡа театр артистарыныҡынан айырыла. Драматик ролдәр юҡ кимәлдә, спектаклдәр ҙә ҡыҫҡа ғына. 25 йыл аралыҡта ниндәй генә ролде уйнаманым: мин һынландырмаған йәнлек ҡалмағандыр. Ә бына халыҡ театры һәм студия булараҡ эшләгәндә, драмаларҙа етди ролдәрҙе лә уйнарға тура килде. “Өҙөлгән туй”ҙа Хәнифә, “Гөлбәҙәр”ҙә Һылыуҡай, “Таһир менән Зөһрә”лә Ханса һәм башҡалар. Шуға күрә артыҡ үкенесем юҡ.
Ошо театрҙа эшләргә яҙмыш тарафынан яҙылғандыр ул. Мәҙәниәт техникумын тамамлаған сағым. Ағайым әле Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында эшләй ине, мине “Ҡара сәскәләр” драмаһында уйнарға саҡырҙылар. Тик төрлө сәбәп арҡаһында бара алманым. Шул саҡта уйнаһам, яҙмышым бөтөнләй икенсе юлдан китеп, икенсе театрҙа булыр ине.
– Ижад кешеләренә яңғыҙлыҡ, тормош драмаһы хас, тиҙәр...
– Был фекер менән ризалашмайым. Дуҫтарым, туғандарым менән аралашып, күңелле йәшәйем. Ирем Радик менән Хәниф ағайымдың ҡыҙының туйында танышҡайныҡ, шул тиклем һәйбәт, киң күңелле кеше булды, мәрхүмкәйем. Уның вафатынан һуң ҡабат кейәүгә сығып, балаларымды сит кеше күҙенә ҡаратып ултыртҡым килмәне. Ҡыҙым Ҡәҙриә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй, кино һәм телевидение университетын тамамланы. Студент йылдарында уҡ үҙ аллы тормош көтә башлағайны инде. Эшләп тә йөрөнө, уҡыны ла, ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа төшөрҙө. Тик 4-се курста уҡығанда уҡытыусыһы, диплом етәксеһе вафат булғайны, бер аҙ күңеле төштө. Әлегә ижад менән шөғөлләнмәй, игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерә. Улым Рауил Өфөлә белем ала, буласаҡ гидролог. Улар йәйге ялға ҡайта, ҡышҡыһын үҙем барып ҡайтам. Аллаға шөкөр, яңғыҙ түгелмен.
– “Сулпан” театры эшләй башлағанда, бүре башына тире булмағас, тунығыҙҙан теккәндәр, тип һөйләгәйнеләр...
– Ул режиссер Әлмира Ҡыуатованың этлеге ине (көлә). Иҫке тун кейеп йөрөмә инде, яңыһын ал, тип, өҫтөмдән һалдырып тигәндәй алғайны. Һәр эште башлап ебәреү ауыр. Ә театр асылған 90-сы йылдар айырыуса ҡатмарлы булды. Тәүҙә кешелә аҡса бар ине, ә магазиндарҙа ризыҡ та, әйбер ҙә юҡ. Аҙаҡ бөтә ил буйынса аҡсаһыҙлыҡ башланды. Сәхнәнең иҫке ҡорғандарынан да костюмдар теккәйнек, декорацияларҙы егеттәр үҙҙәре эшләй торғайны. Шундай ауыр ваҡыттарҙа ағайым нигеҙ һалған театр-студияны профессиональ театр статусына күтәргән Әлмира Ҡыуатова менән Фәтих Хөснөтдиновҡа рәхмәтлемен. Әгәр ваҡытында улар йөрөмәһә, бөгөнгө “Сулпан” булмаҫ ине. Һәм ошо ике шәхестең эшен лайыҡлы дауам иткән, филармония менән театрҙың көрсөк мәлендә килеп, ҡотҡарыусы ролен үтәгән Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошевтың да эшен билдәләп үткем килә. Тынғыһыҙ, идеяларға бай етәксе булғанда артистар ҙа эшләргә ынтылып тора бит. Уның беҙгә эшкә килеүенә ныҡ шатмын, ағайымдың да рухы ризалыр, тип уйлайым.
Элекке составтан театрҙа бер үҙем генә ҡалдым. Күптәр мәрхүм булды, хаҡлы ялға китеүселәр ҙә байтаҡ. Йәш актерҙар башҡа театрҙарға китте. Шулай ҙа бөгөнгө труппаны яратам. Гөлназ Исламғоловаға өмөтөм ҙур, талантлы һәм тырыш ҡыҙ. Төрлө режиссер менән эшләү бәхете тейҙе. Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе Сибай ҡыҙы Нәркәс Искәндәрова менән эшләү – актер өсөн оло мәктәп. Ә ул беҙҙә барлығы дүрт әкиәт сәхнәләштерҙе.
– Театр донъяһында һеҙҙең өсөн кемдәр кумир?
– Беҙ башлыса Сибай спектаклдәрен ҡарағас, яратҡандарым да үҙебеҙҙең аранан. Риф Сәйфуллин, Нурзиә Әбдрәшитова, Рәмилә Хоҙайғоловаларҙың уйнауын кинәнеп ҡарайым. Хисмәт ағай Дәүләтовты һәм оҙаҡ йылдар партнерым булған Вәлләм ағай Мусинды һағынам. Улар мәрхүм инде. Актер өсөн партнерыңдың уйнауы ла мөһим фактор бит ул. Энергетикам көслө, сәхнәгә сығам икән, бөтә күңелемде, булмышымды бирәм, өс минутлыҡ ролдәргә лә яуаплылыҡ менән ҡарайым. Партнерҙан да шуны талап итәм, илке-һалҡы йөрөгәндәрҙе яратмайым. Был йәһәттән Вәлләм ағайҙан ныҡ уңдым. Ул да янып, ихлас итеп уйнай ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ундайҙар һирәк осрай.
– Сәхнәнән арыған саҡтарығыҙ буламы?
– Юҡ, әммә күңелгә бер аҙ тынлыҡ кәрәк булып китә. Әлеге ваҡытта тап шундай мәлем. Әммә барыбер тыныс ҡына ултыра алмайым: сәхнәгә сыҡмаған буш ваҡыттарҙа ең һыҙғанып театрҙа администратор вазифаһын башҡарам. Ә ул бик мәшәҡәтле эш, бөтә коллектив һиңә ҡарап торған кеүек. Шулай ҙа, роль бирһәләр, баш тартҡаным юҡ.
– Тормошта һеҙ ниндәй кеше?
– Ҡәҙимгесә йәшәйем, башҡаларҙан әллә ни айырылып тормайым. Бешеренергә яратам. Шөкөр, өйөмдән ҡунаҡтар өҙөлмәй. Элек китап уҡый инем, тик һуңғы арала оҙаҡ текәлеп ултыра алмайым, күҙҙәрем ауырта. Ейәнсәрҙәрем менән уйнарға, уларҙы өләсәйҙәрсә тәрбиәләргә тырышам. “Һинең менән күңелле”, – ти яҡындарым. Ысынлап та, күңелһеҙләнеп ултырырға яратмайым. Эргәмдәге кешеләрҙең дә күңелен күтәрергә тырышам. Ғүмер ҡыҫҡа ғына бит ул. Уны үкенмәҫлек итеп йәшәргә кәрәк.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фиуза апай! “Сулпан”дың яҡты нуры булып, тағы ла оҙаҡ йылдар сәхнәлә балҡырға яҙһын һеҙгә!
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әңгәмәләште
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»