14.03.2018 «Башҡорттар» тапшырыуы Рәсәйҙе иңләй
Ырымбурҙар, Сәлимә апайыбыҙ беҙҙеке, тиһә лә, Һамар еренә таштай батҡан, өлкә өсөн бик күп оло хеҙмәт түккән шәхес ул. «Юлдаш» радиоһындағы сираттағы тапшырыуҙа тап уның эшмәкәрлегенә бәйле асылыр Һамар башҡорттарының тормош-көнкүреше.
2017 йылға тиклем Ырымбур өлкәһендә «Каруанһарай» гәзите сығарылып килде. Әлегә ул нәшер ителеүҙән ваҡытлыса туҡтап тора. Силәбелә, киреһенсә, күпмелер ваҡыттан һуң «Уралым» гәзите яңынан баҫыла башланы һәм Силәбе өлкәһе телевидениеһында айына ике тапҡыр шул уҡ исемдәге телепрограмма эфирға сыға. Ә Һамар өлкәһендә инде бына 17 йыл «Ырғыҙ» гәзите донъя күрә.
«Ырғыҙ» гәзитенең алмаштырғыһыҙ баш мөхәррире – Ырымбур өлкәһенең Яйыҡ ауылы ҡыҙы, ғүмере буйы Һамар ҡалаһында йәшәүсе Сәлимә Басир ҡыҙы Краснова- Игенбәтова. Ул баш мөхәррир генә түгел, үҙе журналист та, корректор ҙа, баҫманың бағыусыһы ла. Сөнки өлкә хакимиәтенән аҡса бүленмәгән саҡтарҙа нәшриәткә үҙ кеҫәһенән сығарып аҡса түләгән осраҡтары ла бар. Шулай уҡ уның фекерҙәштәре Минғәзим Мәмбәтов, Ғәбделбар Сәүгәнов, Игорь Краснов баҫмаға һәр ваҡыт ихлас ярҙам итә. 2007 йылдан башлап «Беҙ – башҡорттар» тип аталған журнал да сығаралар. Уны төбәк-ара баҫма тигәндә лә хата булмаҫ. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы уның бер һаны Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе һуғыш ветерандарына арналған. Сәлимә Басир ҡыҙы шәхсән үҙе ҡарт яугирҙар тураһында бик күп мәғлүмәт йыйған. Ырымбурҙа Каруанһарай бинаһын, мәсетен төҙөгәндә Сәлимә Игенбәтованың ҡартатаһы ҡатнашҡан. Уны был мөһабәт архитектура ҡомартҡыһының яҙмышы ныҡ борсой. Ырымбур ҡалаһына юлы төшкән һайын Каруанһарай мәсетенә инергә тырыша. Тынғыһыҙ милләттәшебеҙ – үҙ еренең, халҡының арҙаҡлы ҡыҙы. Ырымбурҙа ла, Һамарҙа ла уны хөрмәт итәләр. Башҡортостандан ситтә лә, милләтем, тип янған, әүҙем эшмәкәрлек алып барған ошондай шәхестәргә таяна ла инде беҙҙең халыҡ.
10 мартта иртәнге сәғәт 10-сы 10 минутта һәм ҡабатлап киске сәғәт 10-сы 10 минутта «Юлдаш» тулҡындарында «Башҡорттар» тапшырыуын тыңлағыҙ.
Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»