RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Беҙҙе музыка бәйләне”

11.03.2018 “Беҙҙе музыка бәйләне”

“Беҙҙе музыка бәйләне”
йәки “неформат” ҡыҙҙың үҙ-үҙен эҙләүе

Рузилә ЙӘМИЛЕВА тигән талант менән “Ҡош юлы” проектында таныш­ҡайным. Уның Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыуын ишетеп, башҡорт эстрадаһында сағыу бер “йондоҙ”ҙоң мотлаҡ ҡабынасағына ышанып йөрөнөм. Ысынлап та, ул үҙенсәлекле тауышы һәм башҡаларҙы ҡабатламаҫ йырҙары менән “Башҡот йыры” проектында һәм “Төнгө ултырыш” концерттарында үҙ тыңлаусыларын таба башлағайны инде. Тик балҡып өлгөрмәгән “йондоҙ” юҡҡа сыҡты һәм... “Бәйләнештә” селтәрендә уның “Диңгеҙгә” тигән өр-яңы клибын күреп, ҡабат ҡабынды, тип әйтергә баҙнат итәм. Ябай клип, тик Рузиләгә генә хас моң, үҙенсәлекле аранжировка. Ниһайәт, тигән уйҙар менән йырсының үҙен әңгәмәгә саҡырҙым.

– Рузилә, осрашыуға ифрат шатмын. “Тәмле” генә йырҙарың менән тамаша­сылар­ҙы әүрәтә башланың да, ҡапыл юҡҡа сыҡтың... Сәйәхәтсе икәнеңде беләм, әллә был юлы ла берәй сит илгә киткәйнеңме?
– Юҡ, мин билдәле программист Илдар Кинйәбулатовҡа (“Башҡорт проекттары” интернет-берләшмәнең координаторы, “Бәйләнештә” селтәренең башҡорт телен­дәге интерфейсы тәржемәселәре төркөмө етәксеһе – авт.) кейәүгә сығып, Мәскәү ҡалаһында йәшәп ятам. Әле эштәр менән генә Өфөгә килгән ваҡытым.
– Был бик ҡыуаныслы ваҡиға. Ике белемле һәм талантлы йәш йөрәктең бергә ғаилә ҡороуы – беҙҙең өсөн оло һөйөнөс. Оҙайлы ялдан һуң, “Диңгеҙгә” клибы менән һин башҡорт эстрадаһына яңы һулыш өрҙөң. Был, тимәк, Мәскәү емеше?
– Илдарҙың дуҫтарынан тыш башҡа кеше белмәгән бер һәләте бар: ул – музыкант. “Диңгеҙгә” йыры – беҙҙең башҡорт телендә бергәләп ижад иткән тәүге эшебеҙ. Гөлнур Йәнбирҙина проза формаһында әйтергә теләгән һүҙҙәрҙе шиғыр юлдарына һалып бирҙе. Клип режиссеры – Илдарҙың туғаны Айрат Кинйәбулатов.
– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйһең? Ғаилә тормошоноң ығы-зығыһы йырға һөйөүҙе һүндермәнеме?
– Юҡ, һөйөү һүнмәне. Музыка менән шөғөлләнергә һәләт тә, теләк тә бар, артабан профессиональ кимәлдә эшләргә теләйем. Миңә башҡорт мотивтары оҡшай, шулай уҡ Илдар электроника стиле менән таныштырҙы. Киләсәктә ошо ике йүнәлеште берләштереп, берәй йыр яҙҙырып ҡарағым килә. Шул уҡ ваҡытта үҙемде ниндәйҙер ҡалыптар менән дә сикләгем килмәй. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта инглиз телендә – рок , “Ҡош юлы” проектында – бард, “Башҡорт йыры”нда – халыҡ ижадын, сәнғәт институтында джаз йырланым.
Әле үҙ йүнәлешемде эҙләйем. Шуға күрә, тамашасыларым, фанаттарым бар, тип тә маҡтана алмайым. Ысынын әйткәндә, ҙур аудитория йырсыһы түгелмен. Минең стилде аңлаусылар һирәк, шулай ҙа халыҡҡа оҡшаһын, тип кемгәлер эйәрмәйем. Тағы ла инглиз теле буйынса махсус белемем бар, киләсәктә тап ошо телдә ижад итергә теләйем. Иренмәҫкә, эҙләнергә, йырларға, тигән маҡсаттар менән яйлап ҡына донъя алға тәгәрләй.
– Ысынлап та, һине хатта “Башҡорт йыры” конкурсында профессиональ йырсылар ҙа аңлай алманы...
– Бары тик Рим Хәсәнов ҡына аңланы. Аранжировка үҙенсәлеген, тауышымдың мөмкинлектәрен билдәләп үтте. Ваҡытында бошонғанмындыр инде, хәтерләмәйем. Тимәк, был минең кимәл түгел, тип уйланым да, башҡаса ундай бәйгеләрҙә ҡатнашмаҫҡа булдым. Бер үк ҡарашта булған жюри һәм бер төрлө йырлаған йырсылар менән башҡорт эстрадаһында яңылыҡтар булмаясаҡ. Хәҙер бит ниндәйҙер үҙенсәлекле тембры булмаһа, йырсыларҙы тауышы һәм башҡарыу үҙенсәлеге буйынса айырып та булмай. Бөгөнгө йәштәргә аптырайым: ни өсөн йәп-йәш көйө ололарса йырларға һуң? Миңә шул тиклем башҡорт йырҙары оҡшай, тик бер төрлөлөк менән уларҙы үҙебеҙ боҙабыҙ, шикелле.
– “Диңгеҙгә” йырындағы “Ҡайтам Уралға” тигән һүҙҙәр күңелгә тынғылыҡ бирмәй. Тимәк, тыуған ер һеҙҙе үҙенә тарта, ә Мәскәү ваҡытлыса ғына?
– Беҙ әлегә бер генә урынға ныҡлы берекмәгәнбеҙ. Илдарҙың эше Мәскәү менән бәйле, шуға күрә беҙ әле унда. Мөмкинлек һәм эш булһа, бөгөн үк Башҡортостанға ҡайтыр инек. Сит илгә саҡырыу булһа, унан да баш тартмаясаҡбыҙ. Йәш саҡта күберәк йөрөргә, төрлө мөхитте күрергә, ҡайҙа уңайлы шунда йәшәргә кәрәк. Тыуған ер һағындыра, әлбиттә, дуҫтар, туғандар менән аралашҡы килә. Бер нәмәне теүәл әйтә алам: Мәскәү минең ҡалам түгел, ҡыйын. Һаман да дуҫтар таба алмайым, сөнки унда кешеләр тик үҙҙәре өсөн генә йәшәй. Буйға бәләкәй булғас, тәү осорҙа ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләрҙән этелеп, төртөлөп ҡала инем.
– Һин – сәнғәткә урау юлдар менән килгән кешеһең. Ни өсөн мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға барҙың?
– Ул ваҡытта минең тирәмдәге кешеләр ижади профессияларҙы етди ҡабул итмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был фекер миңә лә һеңгәйне, йырға тартылыуға ҡарамаҫтан, сит телдәр бүлегенә уҡырға индем. Үкенмәйем, әлеге ваҡытта “Coursera” сайтында төрлө музыкаль курсты үтергә инглиз телен белеүем ныҡ ярҙам итте. Американың билдәле уҡыу йортонан Berkeley педагогтары онлайн дәрес бирҙе. Уларҙың лекцияларын тыңлап, музыка, йыр сәнғәтендә үҙем өсөн бик күп яңылыҡ астым.
– Илдәр буйлап сәйәхәт итә торғайның, тел белеүең унда ла ярҙам иткәндер. Ниндәй илдәр оҡшаны?
– Нимәһе ҡыҙыҡ, бер ваҡытта ла сәйәхәт итеү, диңгеҙ буйында ял итеү тураһында хыялланманым. Барыһына ла мажаралар яратыусан холҡом “ғәйепле” булғандыр ул. Америкаға “Work and travel” (эшләү һәм сәйәхәт итеү) программаһы буйынса эләккәйнем, оҡшап ҡалды һәм башҡа илдәрҙе лә күрергә теләк тыуҙы. Португалиянан башҡа Европаның төньяҡ илдәренең барыһында ла булдым, көньяҡтың да данлыҡлы илдәрен йөрөп сыҡтым. Һиндостанға, Төркиәгә барҙым. Яратҡан илем – Италия, хатта беҙҙең рәсми туйыбыҙ шунда үтте. Итальяндар нимәһе менәндер башҡорттар­ға тартым. Шулай уҡ Америкала оҡшаны, мин был илгә өс тапҡыр барып ҡайттым. Унда дүрт айҙан да күберәк булманым, йәшәү нисектер – әйтә алмайым. Йәшәү менән сәйәхәткә барыу икеһе ике нәмә бит, айырма ҙур.
– Илдар менән нисек таныштығыҙ?
– Беҙҙе музыка бәйләне, тип әйтеү дөрөҫ булыр. Ул ваҡытта минең өсөн ауыр мәл ине. Сәнғәт академияһында уҡып йөрөйөм, үҙемдә ошо юлдан китеүемә үкенес тойғоһо бар. Йәш саҡ, амбициялар тормошҡа ашмағас, кәйеф юҡ. Ниңә кешеләр минең музыканы аңламай, ни өсөн улар бер ҡалып менән генә йәшәй, тигән уйҙарҙың башта ҡуйырған ваҡытында, Илдар интернет селтәрендә минең йырҙарҙы тыңлаған. Шунда уҡ миңә “Дуҫтар”ға өҫтәлде һәм хат яҙҙы. “Башҡорттар араһында ла һинең кеүек йырсылар бар икән?!”– тип һоҡланыуын белдерҙе. Уға тиклем интернет аша аралашып бармай инем, ә был юлы үҙемә ысын дуҫ таптым. Сәйәхәт, музыка, милләт һәм тел, тип борсолоуҙар – беҙҙең арала бик күп уртаҡлыҡ барлығы асыҡланды. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул эше буйынса Өфөгә ҡайтҡайны, күрешеп, яҡындан таныштыҡ. Ике йыл тирәһе дуҫлыҡтан һуң никах уҡыттыҡ. Иҙелхан исемле улыбыҙ үҫә. Мин элек-электән, улым тыуһа, исемендә хан тигән һүҙ буласаҡ тип уйлай инем. Илдарҙың, Батырхан тигән туғаны бар, башҡалар оҡшамай. Шул саҡта боронғо исемдәр тураһындағы китап ҡулыма эләкте, һәм Иҙелхан тигән исемде осратып, сат йәбештем.
– Әсәй булыу һине үҙгәрттеме?
– Эйе. Мәскәүгә күскәс, мине тормошҡа, йәшәйешкә ҡарата битарафлыҡ тойғоһо биләй башлағайны. Ундай хистәрҙе бер кемгә лә кисерергә яҙмаһын, ныҡ ауыр булды. Ауырға ҡалғас та үҙемдең бала сағыма кире ҡайта башланым. Элекке кеүек тормошҡа шатланып бағам, һәр нәмәгә ҡыуанам.
– Ябай попсаның һинеке түгел икәнен ҡасан аңланың? Был тәрбиәнән киләме?
– Юҡ, тәрбиәнән килмәй, әсәйем, киреһенсә ябай ҡатын, лирик йырҙарҙы ярата. Бәлки минең ижадымды ул аңлап та етмәйҙер, әммә әсә кеше бер ваҡытта ла балаһының күңелен төшөрөрҙәй һүҙ әйтмәйәсәк. Мәктәптә уҡығанда уҡ ниндәйҙер үҙенсәлекле алымдар эҙләй башлағайным инде. Башҡалар кеүек үк ул заманда популяр булған “Руки вверх” һәм башҡа төркөмдәрҙе тыңлап йөрөнөм дә, берҙән-бер көндө улар­ҙың миңә бөтөнләй сит булғанын аңланым. Сит ил йырҙарын тыңлай башланым. Йыр сәнғәтендә “неформат” тигән термин бар. Төрлө конкурста, концертта сығыш яһай торғас, белгестәр, жюри ағзалары фекеренсә, үҙемдең шул “неформат” икәнемде аңланым. “Ҡош юлы” ҡабул итте, әммә мин бард түгелмен. Бөгөн гитарала уйнайым, ә иртәгә кәйефем үҙгәрһә, уны ҡулыма ла алмайым. Бармаҡтарым да ҡыҫҡа, гитарала оҫта итеп уйнап булмай. Уртасалар рәтендә йөрөгөм килмәй. Ниндәйҙер ҡалыптарға һыймай, аңлау тапмайынса йөрөгәндә тәүҙә ауыр ине, хәҙер өйрәнелде. Бөтәһенә лә бер юлдан барырға тимәгән бит.
Ә бына Илдар бала саҡтан уҡ авангард, джаз, рок тыңлаған. Шуға ла ул музыканы яҡшы аңлай, тойомлауы көслө. Бына ни өсөн ул минең йырҙарымды йылы ҡабул иткән. Фекеренә ҡолаҡ һалам, кәңәш һорайым. Уның ярҙамы менән артабан да эшләргә ине, Алла бирһә!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рузилә! Һеҙҙең ғаиләгә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ һәм тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә көтөп ҡалабыҙ!

Гөлнур ЮЛДАШЕВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы