RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Буйға ҡарағанда уй матур

03.03.2018 Буйға ҡарағанда уй матур

Буйға ҡарағанда уй матур
Интервью алыу – журналистиканың үҙенсәлекле жанры. Башлыса публицистика өлкәһендә яҙышҡас, минең өсөн интервью – мәшәҡәтле лә, әллә ни ҡыҙыҡ та булмаған нәмә. Уның өсөн тейешле герой килеп сыҡһа ла, төрлө һылтау-сәбәп табып, баш тартам. Әммә был геройым, минән йәшерәк булһа ла, ниндәйҙер бер сихри көсө менән үҙенә тартып торҙо. Уны осратһам, гел генә бер-ике һүҙ ҡушып китә инем. Башҡаларҙан ҙур кәүҙәһе менән айырылып торған был башҡорт ир-егетенең күңелендә ниндәй уйҙар ятҡанын асыҡлау минең өсөн бик ҡыҙыҡ тойолдо.

– Хәким, үҙең менән ҡыҫҡаса таныштырып үт әле...
– Мин 1975 йылда Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуғанмын. Шул ауылда урта мәктәпте тамамланым. Туғыҙ айлыҡ сағымда атайым инфаркттан үлгән. Беҙ алты бала ҡалдыҡ. Әсәйем ғүмер буйы колхозда һыйыр һауҙы. Махсус белеме булмаһа ла, бик мәҙәниәтле, уҡымышлы кеше, яҙыу-һыҙыуға бик оҫта. Ғаризалар, ниндәйҙер рәсми хат яҙырға кәрәк булһа, күптәр уға мөрәжәғәт итә торғайны. Әсәйем рус мәктәбен тамамлағас, был йәһәттән уның ярҙамы кешеләргә бик ныҡ тейҙе. Өҫтәүенә, ете йыл район советы, бер саҡырылыш Башҡор­тостан Юғары Советы депутаты булды. 1989 йылда Өфөнән уны Мәскәүгә депутатлыҡҡа “ҡоҙаларға” ике кеше килде. Аҙна тирәһе һөйләшеү алып барҙылар. Пенсияға сығырға ике йыл ғына ҡалғас, донъяла буталсыҡ башланғас, әсәйем ризалығын бирмәне. Төрк­мәнстандың Чарджоу өлкәһендә тыуып үҫкән әсәйем 1955 йылда Башҡортостанға – күрше Иҙелбәк ауылына күсеп ҡайта.
Атайым тракторсы, бригадир булып эшләгән, сәнғәтте яратҡаны өсөн клуб директоры итеп ҡуялар. Ул – “Урман шаулай” тигән спектакль ҡуйып, бейеү ансамбле ойоштороп, костюмдар тектереп, агитбригадалар менән йөрөгән кеше. Клубтың дәрәжәһен ныҡ күтәргән. Шиғыр яҙырға ла оҫталығы булған. Атаһы – Хәсән ҡартатайым һуғышта Шайморатов дивизияһында хеҙмәт иткән. Хәбәрһеҙ юғал­ған, уны эҙләп, һаман да таба алмайбыҙ. Килештереп таҡмаҡ, һандуғас тауыштары сығарған. Әсәйемдең атаһы скрипкала үҙ аллы уйнарға өйрәнгән, 1910 йылда хеҙмәт армияһынан ҡайтып барғанда вагонда 10 миллион һум аҡсаға скрипка һатып алған. Уның бер ситендә, 1875 йылда эшләнгән, тигән яҙыуы ла бар ине.
Бына шулай, беҙҙең ғаиләлә ике яҡтан да сәнғәткә яҡынлыҡ булһа ла, мин тәүге профессиональ артист булып киттем. Мәктәптә уҡығанда бик оялсан инем. Шунлыҡтан был һөнәрҙе һайлауыма күптәр ышанманы. Хатта ҡартәсәйем дә, вафатына бер аҙ ваҡыт ҡалғас: “Улым, һөнәр һайлағанһың икән, әсәйеңдең, туғандарыңдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булмаһын”, – тип үҙенең фатихаһын биреп ҡалдырҙы.
СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатованың өләсәйем яғынан миңә бишенсе быуын туғанлығы бар. Быны белмәҫ инем, актрисаның гәзиттә некрологы сыҡҡас, әсәйем һөйләне. Әсәйемдең өләсәһе Шәмсинур әбей сығышы буйынса Шишмә районының Сәфәр ауылынан, фамилияһы Әсәҙуллина. “Өфөгә барһағыҙ, инәйегеҙ театрҙа эшләй, шуны табығыҙ”, – тип әйтә торған булған.
– Ағайыңдар ҙа һинең һымаҡ ҙур кәүҙәлеме?
– Юҡ, кинйә булһам да, туғандарым араһында иң ҙуры мин. Ауырлығым 150 килограмм тирәһе, буйым ике метр. Мәктәптә Торна тип тә йөрөттөләр, Ҡолға тип тә көлдөләр. Был беҙҙең атай яғынан килә. Мине ҙур кәүҙәле Мортаза бабайыма оҡшаталар. Ул гел аҡ кейем кейеп йөрөгән, ҡорт тотҡан, зәңгәр күҙле, көрәк һаҡаллы булған.
– Ҙур кәүҙәле кеше, ғәҙәттә, йомшаҡ, нескә күңелле, мәрхәмәтле, шәфҡәтле була торған. Һине театрҙа юҡҡа ғына Бәпес тип йөрөтмәйҙәрҙер. Ошо холҡоң актер булырға ҡамасауламаймы? Ни тиһәң дә, ижади коллективтарҙа була торған конкуренция өсөн башҡа сифаттар кәрәк…
– Был тәбиғәт биргән һыҙатымды кәмселек итеп ҡабул итмәйем, ә, киреһенсә, тик үҙемә генә хас бүләк тип ҡарайым. Мәктәптә уҡығанда, буйсан булыу сәбәпле, кейем табыуы ла ҙур проблемаға әйләнә торғайны. Салауат театрында эшләгәндә, нәҙек оҙон булдым. Хәрби комиссариатта минең һымаҡ оҙон ун егетте теҙеп ҡуйҙылар. Шулар араһында тик мин генә кәүҙәмде тура тоттом, ә ҡалғандары көмрәйеп тора ине. Урамда ла туҡтатып, ошо һорауҙы биргәндәре булды. Был көмрәйеү үҙ кәүҙәңдән оялыуҙан килә бит. Үҙеңде бәләкәйерәк күрһәтергә тырышыу тора-бара үҙенә күрә бер комплексҡа әйләнеп китә.
Өфөгә килгәс, үҙемә, ни өсөн оҙон кәүҙәмдән оялырға тейешмен, тигән һорау ҡуя инем. Беҙҙе сәнғәт институтында Тамара Хоҙайбирҙина, Рәйсә Хәбирова кеүек таныл­ған шәхестәр уҡытты. Улар алдында кәкрәйеп йөрөп ҡара, кәрәкте бирәләр генә.
Икенсе яҡтан, “башҡорт – ҡыҫыҡ күҙле, кәкре аяҡлы” тигән стереотип йәшәп килә. Был ҡайҙан килә һуң? Халҡыбыҙ төрлө булған: урман, тау, ялан башҡорттары бар. Мәҫәлән, беҙҙең Үҫәргән башҡорттары араһында буйсан, славян типтағы кешеләр йыш осрай. Шунлыҡтан беҙҙең милләттәш­тәр­ҙе бер ҡалыпҡа һалыу дөрөҫ түгел.
Бәпес ҡушаматы хаҡында ҡыҙыҡһынғаным бар. Күптәр: “Һиңә башҡаса әйтеп булмай”, – ти. Сөнки театрға килеп ингәс тә, вахтала ултырған хеҙмәткәрҙәр янында туҡтап күрешәм, хәл-әхүәлдәрен белешәм. “Күңелеңдә бер ниндәй ҙә бысраҡ юҡ, ул бәпестәрҙеке һымаҡ саф, таҙа. Һин килеп инһәң, донъя яҡтырып китә”, – ти торғайны беренсе булып әйткән Абдулла ағай. Ысынлап та, кешегә тик яҡшылыҡ теләйем. Көнләшмәйем, кешеләргә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Кәңәш һорап киләләр. Һүҙ йөрөтмәйем. “Ағай, әйҙә, һөйләшеп алайыҡ әле”, – тип килгән коллегаларым да бар. Миңә тартылып торалар.
Донъяла төрлө саҡ була. Берәйһе менән әрләшкән, һүҙгә килгән мәлдәр ҙә була. Әммә быны күңелемдә һаҡларға тырышмайым.
Бөгөн театрҙа Бәпес тип йөрөткән бер нисә генә кеше ҡалды. Бәғзеләр миңә Хәким тип мөрәжәғәт итә.
– Хәким тигән исем һирәк осрай. Ул бик матур. Исемеңдең яҙмышыңда тотҡан роле нисек?
– Күптәрҙең, һиңә берәй етәксе булырға кәрәк, тигәне булды. Етәксе булыу өсөн диплом алыу ғына етмәй шул. Ул һыҙат күңелеңдә булырға тейеш.
Исемдең кеше өсөн әһәмиәте бик ҙур. Малайыбыҙ тыуғас, ҡатыным Ихсан тигән исемде ҡушты. Изгелек, яҡшылыҡ таратыусы тигән мәғәнә улыбыҙҙың булмышына тура килде. Уны эйәртеп сыҡһаң, бөтә проблема еңел генә хәл ителә лә ҡуя. Ҡыҙыбыҙға исемде Аҡйондоҙ тип үҙем ҡуштым. Ул үҙенең “йондоҙлоғон” белеп тора.
– Һинең бөтә ғүмерең театр менән бәйле. Һәр ижади коллективта көнсөллөк тигән нәмә осрай. Ошо сабыйлығыңды файҙаланып, төрлөсә рәнйеткән, ситләткән осраҡтар йыш булдымы?
– Өфөгә эшкә күскәс, коллектив йылы ҡабул итте, уйнаған ролдәрем дә күп булды. Был йәһәттән режиссерҙарыма, етәкселәремә рәхмәтлемен. Айына 30 спектакль ҡуйыл­һа, шуларҙың 28 – 29-ында уйнай торғайным. Көнләшеүселәр бар ине. Миңә ипләп кенә төрттөрҙөләр, тураһын да әйттеләр. Был осорҙа театрҙа уҡытыусыларым Хөрмәт Үтәшев, Рәфил Нәбиуллин, Нурия Ирсаева һәм башҡалар эшләне. Шуға әллә ни ныҡ ҡағылманылыр. Бөтәһе лә һәйбәт барһа, ҡыҙыҡ та түгел. Сөнки ҡағылып-һуғылып үҫһәң, нығыраҡ булаһың. Әллә ни ҡурҡманым, кәрәк урында “теш”емде күрһәтә инем.
2008 йылда яман сир үткәрҙем. Үлеп терелгәндән һуң донъяға ҡарашым үҙгәрҙе. Хәҙер ундай ваҡ-төйәккә ситтән ҡарайым. Минең менән булышалар икән, тимәк, кәрәкмен. Насар итеп һөйләһәләр ҙә – реклама, яҡшы итеп һөйләһәләр ҙә – реклама.
Мөжәүир хәҙрәт: “Кешене бер ваҡытта ла ҡарғамағыҙ”, – тигән. Ҡарғыш кешенең үҙенә кире ҡайта. Кешенән рәнйеш алыуҙан ҡур­ҡырға кәрәк. Ҡарғышҡа ҡарағанда рәнйеш тиҙерәк төшә.
“Нишләп бармайһың, һинең һүҙең үтә бит”, – тиһәләр ҙә, бер ҡасан да үҙем өсөн бер нәмә лә һорап йөрөмәнем. “Теге-был роль һиңә ныҡ килешә, бар, шуны инеп һорап ал әле”, – тигәндәре лә булды. Әгәр ҙә режиссер һине ул ролдә күрмәй икән (ә режиссер кеше артистың холоҡ-фиғелен күреп, белеп, ролде бирә), нишләп мин уның эшенә ҡыҫылырға тейешмен?
Режиссерҙарҙан уңдым, Аллаға шөкөр, ролһеҙ ултырмайым. Ҙур роль бирәләрме, бәләкәйенме – айырма юҡ. Иң мөһиме, уны яҡшы итеп уйнарға тейешмен. Тимәк, режиссер мине ошо бәләкәй эпизодта күрә, уға ошондай кеше кәрәк. Йәштәргә гел әйтәм, бер ваҡытта ла юҡҡа асыуланып йөрөмәгеҙ, тип.
– Йыш ҡына артистарҙан: “Мин шул ролде башҡарыр инем”, – тигәнде ишетергә тура килә. Һинең ошондай хыялың юҡмы ни?
– Был үҙеңдең күңелеңдә ултырған, кешегә әйтеп еткерергә теләгән уйыңды, шул образ аша әйтә, еткерә алам, тигәнде аңлата. Халыҡҡа нығыраҡ еткерә алам, тигән һүҙ ул. Минән был турала һорағандары бар. Уларға Петр батша роле тураһында әйттем.
– Хәким, беләһеңме, һиңә “Сүлдең аҡ ҡояшы” фильмындағы таможенник Павел Верещагин роле тап килер ине. Ул үҙ ватаны тураһында ҡайғыртҡан ябай дәүләт кешеһе булһа ла, беҙҙең күңелдә ҙур урын биләп ҡалды…
– Артистың кинола 70 – 80 роль уйнап та кешеләр хәтерендә ҡалмауы бар, әммә ошо бер роль уны халыҡ хәтерендә мәңгелеккә ҡалдыра. Был ролде башҡарған Павел Луспекаев менән минең типаж оҡшаған. Уның ошо ролдә бөтә булмышы, эсендәге уйҙары тышҡа сыға.
Мине ғүмер буйы комедия актеры итеп ҡабул иттеләр, бынан бер ваҡытта ла оялманым. Комик образдарҙы һәр кем дә башҡара алмай. Театрҙа 23 йыл эшләп, быны ныҡлы итеп әйтә алам. Бер ролде өс актерға бир, һәр береһе үҙенсә уйнаясаҡ, сөнки образды һәр кем үҙенсә күрә.
Бынан бер нисә йыл элек Василий Шукшиндың биш хикәйәһен бер спектакль итеп ҡуйҙыҡ. Бер мәл “Ҡоҙаса” спектакленән һуң Айрат Әбүшаһманов саҡыра. Шукшиндың “Ышанам” тигән бик матур хикәйәһе бар. Туберкулез сире менән яфаланған поп төпкөл ауылда йәшәгән туғандарына бурһыҡ майы менән дауаланырға килә. Был уның өсөн һуңғы сара булып тора. Режиссер миңә ошо поп ролен бирҙе.
“Айрат Әхтәм улы! Премьераға аҙ ғына ваҡыт ҡалған, мин быны нисек уйнайым?” – мәйтәм. Бындай ролдәрҙе, ғөмүмән, уйнағаным юҡ. Был ролде миңә бирер алдынан режиссер, тимәк, эске донъямды күргән, нисектер минең уны башҡарып сыға алыуыма ышанған. Репетицияла, нисек кенә тырышмаһам да, поптан комик килә лә сыға – егерме йыл буйына был амплуа ҡаныма һеңгән булып сыҡты. Аҙна-ун көндә үҙеңде үҙгәртеп булмай ҙа ҡуя. Айрат Әхтәм улы, ай-вайыма ҡарамай, образды талап итә. Репетициянан һуң минең менән ҡалып, өс-дүрт тапҡыр оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы. Был хәл әлеге яман сирҙән һуң булды. Режиссер: “Һинең эсеңдә ошо образ ята бит, һин шуны халыҡҡа күрһәтергә тейешһең”, – ти. Һин, бәлки, уны миңә лә әйтә алмайһыңдыр, әммә уны халыҡҡа еткерергә тейешһең, тине.
Әммә образ килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Шунда режиссер миңә: “Һин бында йырларға тейеш­һең”, – ти. “Клен ты мой, опавший” тигән романсты. Минең, ғөмүмән, йырлағаным юҡ. “Өйрән!” – ти был.
Премьераға бер-ике көн ҡалғас, Айрат Әхтәм улы: “Йә, күрһәт”, – тип талап итте. Бына шунда бер мөғжизә барлыҡҡа килде: режиссер, йыуғысты ныҡ итеп һыҡҡан һымаҡ, поптың образын минән һығып сығарҙы ла ҡуйҙы. “Һин тамашасыға бөтәһен дә тулыһынса сығарма, самалап ҡына сығар”, – тип кәңәш бирҙе. Роль килеп сыҡты. Спектаклдән һуң күптәр: “Хәким, һин тағы бер баҫҡысҡа күтәрелдең, хәҙер бөтә жанрҙа ла уйнай алаһың. Был карьераңдағы яңы ҙур этап булды”, – тине.
Театрҙа төрлө ваҡыт була. Әммә иң мөһиме – кешелек сифатын юғалтырға ярамай. Түбән кимәлгә төшөргә кәрәкмәй. Нисек кенә булмаһын, һин улар менән бер сәхнәгә сығаһың, бергә уйнайһың, уларҙың күҙенә ҡарарға, һуңынан бер табында ултырырға тура килеүе бар. Нисек итеп кеше менән этләшергә булалыр?
– Үҙеңде, ярты етем үҫтем, тинең. Атай тәрбиәһе тураһында нимә әйтер инең?
– Ғаиләлә атай абруйы әсәйҙекенә ҡарағанда мөһимерәк, юғарыраҡ. Минең өс ағайым булды. Үҫкән саҡта атай менән әсәй – бала өсөн ике ныҡ терәк. Ике кешенең йылыһын тойоп үҫкән бала аяғында нығыраҡ баҫып тора. Шунлыҡтан: “Нишләп мин ир ҡарап ултырырға тейешмен?” – тигән һылтау менән балаһын атайһыҙ ҡалдырған ҡатын­дар­ҙы аңлап етмәйем. Был ҡатын-ҡыҙға, бәлки, ғаилә төҙөү кәрәкмәйҙер ҙә? Ул рухи яҡтан ғаилә тормошона, әсә, ҡатын булырға әҙер түгелдер.

Илдар ҒӘБИТОВ әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы