RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәйғор” балҡышы – театрҙа

17.02.2018 “Йәйғор” балҡышы – театрҙа

“Йәйғор” балҡышы – театрҙа
йәки Әбйәлилдәр бар яҡтан да талантлы
Бала саҡта кем генә артист булырға хыялланмай икән?! Сәхнәлә йырлаған йырсыны үҙҙәре тип хис иткән, йә булмаһа, бейеүсене күҙәткәндә һикереп төшөп бергә бейерҙәй булып ултырған кешеләр һәр ерҙә осрай. Ә сәхнәлә барған спектаклдә геройҙар менән бергә илап, көлөп, күңеленән генә үҙҙәренсә яуап биреп, театр донъяһында йәшәүселәр ҙә таныштыр, моғайын. Шуғалыр ҙа мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, төрлө уҡыу йортонда ижади түңәрәктәр уңышлы эшләй. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына һәр йыл һайын конкурс ҙур була. Тик һирәктәргә генә профессиональ сәхнәгә сығыу бәхете эләгә. Ә имтихандарҙы бирә алмағандар, шулай уҡ сәхнәгә ғашиҡ булып та, имтихандарға барырға батырсылыҡ итмәгәндәр ғүмере буйы күңелендә шул һөйөүҙе һаҡлай, күңелендә быҫҡып ҡына янған өмөттө йөрөтә. Башҡа һөнәрҙә үҙен таба, ғаилә ҡора, тормошо ла матур бара, әммә сәхнәгә сығып уйнау теләге һүрелмәй.

Әбйәлил районының “Йәйғор” халыҡ театры ана шундай ғашиҡ йәндәрҙе үҙенә туплаған. Илле йылға яҡын тарихы булған коллектив ниндәй генә спектаклдәр ҡуймаған да, кемдәрҙе генә сәхнәгә сығармаған икән?! 1970 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Заһрый ҡыҙы Солтанова район мәҙәниәт йортонда театр түңәрәге ойоштора. Уға 1991 йылда “халыҡ театры” тигән статус бирелә. Әбйәлил халҡы улар уйнаған “Зимагорҙар” ( С. Мифтахов, 1972 йыл), “Башмағым” (Х. Ибраһимов, 1975 йыл), “Әсә хөкөмө” (Ә. Атнабаев,1983 йыл) спектаклдәрен һаман да һағынып һөйләй. 2002 йылда халыҡ театрын етәкләү режиссер Илүзә Шәйәхмәтоваға тапшырыла. Ваҡытлыса китапханала эшләүен иҫәпләмәгәндә (унда ла өгөтләүгә бирелеп кенә ризалаша), ул театрға хыянат итмәй, ижади тормошон, һәләтен спектаклдәр сығарыуға, яңы таланттар эҙләүгә арнаған.
Коллективҡа башлыса 6 – 7 кеше йөрөй, сөнки спектаклдәрҙә ролдәр һаны шунан үтмәй. Ә теләүселәр, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар, күп. Әнғәм Атнабаевтың 13 – 15 кеше ҡатнашҡан “Бала­ҡайҙарым” әҫәре менән Ғабдулла Әхмәтшиндың “Тальян гармун”ын барыһы ла һағына. Репетициялар ҙа, ауылдар буйлап спектакль ҡуйыу ҙа күңелле һәм мажаралар­ға бай була. Берәү йән тирен сығарып эшләгәндә кемдер илке-һалҡы ғына йөрөһә, уңыштарға өлгәшеп булмай. Шуға күрә “Йәйғор”ға тик фанаттар ғына йыйылған, тип әйтергә мөмкин. Бер тулҡында булған, бер маҡсат менән янған, тырыш, талантлы, бер һүҙле, әммә төрлө йәштәге, төрлө ауылда йәшәгән төрлө һөнәр кешеләрен осраттым унда. Иң йәше – Иҙел Хәлимов 11-се класс уҡыусыһы булһа, иң ололары – Мәрғүбә апай Оморҙаҡова, Нуриҙә апай Илһамова. Уҡытыусы, тәрбиәсе, диспетчер, шофер һөнәренә эйә булған егет-ҡыҙҙар ысын артистарҙан кәм уйнамай.
Илгиз Истамғәлин һөнәре бу­йынса уҡытыусы. Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы уны Тал Ҡусҡары ауылында Айһылыу Йәғәфәрованың “Ҡып­саҡ ҡыҙы” спектакленән өҙөк уйнағанында күреп, үҙенә саҡыра.
– Бала саҡта инсценировкалар­ҙа, өҙөктәрҙә уйнап йөрөй торғайным. Гел генә берәй спектаклдә башынан алып аҙағына тиклем уйнарға хыялландым. Шуға күрә был саҡырыу минең өсөн күктән төшкән бәхет ине. Әле ике миҙгел генә эшләйем, “Ҡыҙҙар ниңә илай?” (Ф. Бүләков) һәм “Йәшлегем тирәктәре” (К. Аҡбашев) драмаларында ҡатнаштым. Ре­жиссерҙың өйрәтеүе һәр кешегә тормошта кәрәк, сәхнәләге ситуация тормошта осраһа, тиҙ генә уның кәңәштәре иҫемә төшә. Тәүҙә ҡаушау, оялыу бар ине, хәҙер рәхәтләнеп уйнайым. Әйтерһең дә, сәх­нә өсөн генә тыуғанмын. Таныштарым тәүҙә ап­тырай ине, хәҙер, быйыл нимәне ҡуяһығыҙ, һин уйнайһыңмы, тип һорай башланы, – тип үҙе менән таныштырҙы Илгиз Истамғәлин.
Театр труппаһы күптән бер туғандар кеүек йәшәй. Хәл-әхүәлдәрен белешәләр, ҡунаҡҡа йөрөшәләр. “Алтын тирмә” тапшырыуына барып, Ҡыйғы халыҡ театры менән белем һәм отҡорлоҡта көс һынашҡандар. Хатта ошонда уйнап йөрөп, Марат Фәттәхов менән Зәлиә Хәлисова араһында мөхәббәт уты тоҡанып, ғаилә ҡорғандар. Яңғыҙы өс ул үҫтергән дуҫтарының изге күңелле, етмәһә, уның ҡыҙыҡһыныуын аңлаған ҡатынды осратыуына айырыуса шатлана “Йәйғор”ҙар. Фәттәхов­тарҙы театраль ғаилә тип тә атарға була хәҙер, сөнки “Ҡыҙҙар ниңә илай?” спектаклендә уртансы улдары Нияз да ҡатнаш­ҡан. Балалар тигәндәй, бында йөрөгән үҙешмәкәр артистарҙың күбеһе – күп балалы ата-әсәләр. Улар үҙҙәренең балалары ҡатнашлығында айырым әкиәт сәхнәләштерергә хыяллана.
Халыҡ театры режиссеры рәссам да, декоратор ҙа, музыкаль биҙәүсе лә ролен үтәй. Репертуар һайлағанда ул актерҙар менән бергә фекер алыша, уларҙың талантын, йәшен, буй-һынын, дикцияһын, холоҡ-фиғелен күҙ уңында тотоп, ролдәр бирә. Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы ир-егеттәр роленә кеше етмәгән саҡта төрлө ойошмаға барып та таланттар эҙләгән. Тап шул саҡта Буранбай Һөйәр­ғолов, Айҙар Шәкиров менән таныша. Улар бөгөн талантлы артистар булараҡ танылыу яу­лаған. Халыҡ театрҙары араһында үткәрелгән “Алтын тирмә” республика фестивалендә 3-сө урын яулау – “Йәйғор”ҙоң ныҡышмалылыҡ, берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм талант емеше ул.
Коллективтың уңыштары тура­һында һүҙ йөрөткәндә, уның етәксеһе тураһында ла яҙып үтеү мотлаҡ. Мәктәп йылдарында сәхнәнән төшә белмәгән Бөрйән ҡыҙы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында Флүрә Мотаһар ҡыҙы Хөсәйенова класында белем ала. Тағы ла был ҡала уны буласаҡ ире, Әбйәлил егете Азамат менән таныштыра. Диплом алған йәш белгесте күлдәр һәм талантлылар төйәге үҙенә килен итеп төшөрә лә, таштай батыра. Ситтән тороп Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссерҙар бүлеген тамамлай. Азамат Ғәли улы ҡатынының эшен аңлап, яратып ҡабул итә. Хатта эш сәғәте бөткәндән һуң йыйылған артистарға, улар менән бергә репетиция үткәргән ҡатынына төрлө тәмлекәс килтереп, сәй ҙә эсереп китә икән. Өс ҡыҙҙары буй еткереп килә, олоһо – Азалия “Йәшлегем тирәктәре” спектаклендә төп ролде уйнаған.
– Халыҡ театрҙары, режиссер­ҙары өсөн осрашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыу етмәй. Башҡа райондар һәүәҫкәрҙәренең дә спектаклен күрге килә. Аллаға шөкөр, беҙҙә ныҡлы база, кәңәшләшер коллегаларым бар. Әбйәлил бит бар яҡтан да талантлы төбәк, райо­ныбыҙҙа биш халыҡ театры эшләй. Байым, Дәүләт, Ташбулат, Амангилде ауылдарының артистары, уларҙың етәкселәре менән аралаша алабыҙ. Шулай ҙа эшебеҙҙе республика кимәлендә лә күрһәтке килә, – тип теләктәрен еткерҙе “Йәйғор” етәксеһе. – Үҙемдең күңелемә драма жанры оҡшай. Бөгөнгө көндөң проблемаларына ауаздаш булған “Юлдар ярҙа өҙөлә” (Н. Ғәйетбаев), “Балаҡайҙарым” (Ә. Атнабаев), “Ҡыҙҙар ниңә илай?” (Ф. Бүләков) спектаклдәрен сәхнәләштерҙек. Шулай ҙа тамашасылар беҙҙән комедия ла һорай. Тәжрибә бар, 2010 йылда коллектив менән Әминә Яхинаның “Аҡҡошом минең” пьесаһы буйынса спектакль ҡуйғайныҡ. Был ижад миҙгелендә лә йән дуҫтарыма әүерелгән артистарым менән эшләргә яҙһын!
Күңел төпкөлөндәге хыялдарын тормошҡа ашырып, ябай тамашасыны артист булараҡ сәхнәгә алып сыҡҡан “Йәйғор” балҡышы оҙаҡ йылдар сәхнәләрҙе балҡытһын ине. Әбйәлил ере – таланттарға бай төбәк, хыялдарын тормошҡа ашырырға теләүселәр ҙә күп унда. Ә ул хыялдар ҙур сәхнәләргә ҡарап барлыҡҡа килһә лә, тап урындарҙа мөмкинлек булдырғанда ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.
“Йәйғор” балҡышы – театрҙа










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы