14.02.2018 “Әллә илап алаһы, әллә йырлап алаһы...”
«Юлдаш» радиоһында һәр йома һайын билдәле йырҙың ошо һүҙҙәре яңғырай. Улар «Көн йыры»н тыңларға саҡыра, тормошта осраған ҡыйынлыҡтарҙан бергә көлөп алырға әйҙәй.
«Иртәнсәккәй тороп» тапшырыуында «Көн йыры» рубрикаһы бына инде ярты йыл эфирға сыға. Ошо ваҡыт эсендә уның интернет селтәрендәге яҙмаларын меңәрләгән кеше ҡараған. Иртәнге эфирҙы алып барған егеттәр хеҙмәт аҙнаһының аҙаҡҡы көнөндә аҙнала булған иң мөһим ваҡиғаға бағышлап йыр башҡара. Маҡсат – билдәле көйҙәргә ижад ителгән был йырҙар тыңлаусыны берсә уйландырырға, берсә көлдөрөргә тейеш.
Йыр эфирҙа ғына яңғырамай, ә студияла уҡ видеоға төшөрөлөп, «Юлдаш» радиоһының рәсми төркөмөндә урын ала. Яҙмаларҙың барыһын да #КөнЙыры хэштегы буйынса «Бәйләнештә» социаль селтәрендә табырға була. Видеояҙмаларҙың таралғаны, ҡараусыларҙың һаны буйынса баһалағанда, егеттәрҙең былтыр туған тел мәсьәләһенә арналған йыры бәхәсһеҙ беренселекте яулай. Уны 218 меңдән ашыу кеше ҡараған.
«Салауат Юлаев» хоккей командаһының оҙайлы ғына уңышһыҙ серияһынан һуң сығарылған йыр ҙа бар егеттәрҙең репертуарында. Уны 30 меңдән ашыу кеше ҡараған. Ил башлығының Ҙур матбуғат конференцияһында уны «бабай» тип атағандан һуң егеттәр шунда уҡ йыр ижад итте. Өсөнсө урында килгән был яҙма, әйткәндәй, күрше төбәктәрҙә лә киң таралған. Спорт, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, сәйәсәт – егеттәрҙең тәнҡит ырғағынан бер тема ла ысҡына алмай.
Ә уҙған аҙнанан «Иртәнсәккәй тороп» тапшырыуын алып барған Йәмил, Филүс һәм Ғәзиз яңы алым ҡуллана башланы. «Көн йыры»ның көйөн саҡырылған профессиональ музыканттар студияла уйнай. Мәҫәлән, һуңғы йырҙарҙың береһе «Йәтаған» төркөмөнөң милли уйын ҡоралдарына ҡушылып башҡарылды. Был аҙнала иһә «Көн йыры» ниндәй мәсьәләне көйгә һалып, тәнҡит утында тотор? «Юлдаш» радиоһы тулҡындарында йомала 9 сәғәт 45 минутта тыңлағыҙ.
Ғәзиз Әбделмәнов.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»