RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эх, бейеүҙәре, күҙ теймәһен үҙенә!

18.02.2018 Эх, бейеүҙәре, күҙ теймәһен үҙенә!

Эх, бейеүҙәре, күҙ теймәһен үҙенә!
Саҡмағоштоң талантлы ҡыҙы яҡташтарына ҙур теләк менән башҡорт бейеүҙәрен өйрәтә

Һәр ауылдың үҙ артистары була. Өфө артистарына “зәңгәр экран” аша ғына ҡарап һоҡланған ауыл халҡы өсөн барыбер үҙҙәренең араһында йәшәгән, тормошон, көнкүрешен белгән, көн һайын аралашып, хәл белешеп йөрөгән үҙ таланттары яҡын була. Шуғалыр ҙа бөтә төбәктә лә мәҙәниәт йортонда үткән байрам концерттары, кисәләр, ҡуйылған спектаклдәр тулы зал менән үтә. Был йәһәттән уларға хатта дәүләт театрҙары, филармониялары көнләшә.

Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылының мәҙәниәт йортонда эшләүсе Гүзәл Фәрит ҡыҙы Хәйруллина – хәҙер инде ауылда ғына түгел, ә районда исеме билдәле кеше. Айырыуса “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының финалына үтеп, лайыҡлы рәүештә 3-сө урын алып ҡайтҡандан һуң. Бәйгелә ул жюри ағзаларынан, хатта иң талапсан Радмир Бәҙретдиновтан да тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетә. Гүзәл, видеояҙмаларҙан ҡарап, 1-се турға “Йүкәүр” бейеүен өйрәнһә, 2-се турға район мәҙәниәт йортонда хореограф булып эшләүсе Гөлсөм Хәжипова, ошо төбәккә генә хас булған алымдарҙы ҡулланып, “Саҡмағошса ләүсәтин” композицияһын һала. Ә мәҙәниәт бүлеге уға өр-яңы сәхнә костюмы тектертә, музыкаль биҙәлеш буйынса ла ярҙам итә. Хәҙер инде ул район кимәлендә үткән концерттарҙа ла йыш сығыш яһай, башҡа райондың бейеүселәре менән дә аралашып тора.
– Мәҙәниәт йортонда эшләү минең яҙмышым булғандыр, күрәһең. Сөнки 1983 йылда мәктәпте тамамлағас, колхоз етәкселеге ҡыҙҙарҙы – һауынсы, егеттәрҙе тракторсы йә мал ҡараусы итеп эшкә ҡалдырырға булды. Тик бер һүҙһеҙ ике кешенең ҡулына ғына аттестат тапшырылды. Береһе ауыл хужалығы институтына барыусы егеткә булһа, икенсеһе миңә ине. Бала саҡтан сәхнәлә йырлап-бейеп йөрөүемде күргән уҡытыусылар Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегенә барырға тәҡдим итте. Тик йәш саҡ – йүләр саҡ, тигәндәй, дуҫлашып йөрөгән клас­таш егетем Фәнил риза булмағас, Өфө ҡалаһындағы еңел сәнәғәт училищеһына уҡырға индем. Уҡыуҙы тамамлағас, бер төркөм йәштәрҙе йүнәлтмә буйынса Та­тарстандың Мамадыш ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр. Бер йыл үтеүгә, Фәнил Ульяновск ҡалаһынан әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып килешләй үк янымда туҡталып, ауылға бергә алып ҡайтып китте. 30 йылдан ашыу бергә ғүмер итәбеҙ, Аллаға шөкөр, улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа башлы-күҙле булып, Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. 28 йыл ҡәйнәм менән бер йортта йәшәнек, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ике йыл элек мәрхүмә булды. Ә яҙмышыма яҙылғас, 1993 йылда ауыл мәҙәниәт йортона эшкә саҡырыу алдым. Бына инде 25 йылға яҡын эшемде яратып башҡарам. Нәҫелебеҙҙә йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә бул­ғас, бала саҡта уҡ сәнғәт өлгөһөндә тәрбиәләндем. Күрше балалар менән урындыҡты сәхнә итеп, шаршау ҡороп, орсоҡто микрофон итеп уйнай торғайныҡ. Ирем дә, ҡәйнәм дә эшемде аңлап, ярҙам итеп торғас, ауырлыҡтар булманы. Хатта башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү өсөн аҙнаһына бер нисә тапҡыр 30 саҡрым үтеп, район мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор” бейеү ансамблендә шөғөлләндем. “Байыҡ”ҡа барып ҡайтҡандан һуң үҙемде сәхнәлә ҡыйыуыраҡ тота башланым, үҙ-үҙемә ышаныс барлыҡҡа килде.
Саҡмағош ерендә быға тиклем башҡорт бейеүҙәрен һалыу оло проблема булһа, хәҙер инде Гүзәл Фәрит ҡыҙы был йәһәттән эш башлаған да инде. Ауыл балаларына бейеүҙәр өйрәтә, мәҙәниәт йортондағы “Әхирәттәр” клубына йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бейей хәҙер. Әйткәндәй, ул оҫта бейеүсе булған кеүек, бик матур йырлай ҙа, һүҙ сәнғәтенә лә маһир. Һәр төбәккә хас бейеүҙәрҙе лә ныҡлап өйрәнгән. Бер туған апаһы – Мәсетле, ә әсәһенең апаһы Бөрйән районында йәшәй, уларға ҡунаҡҡа барған һайын Гүзәл Хәйруллина ундағы бейеүҙәрҙе өйрәнеп ҡайта.
Ғүмерен сәнғәткә арнамаһа ла, ҙур сәхнәләрҙә йыш сығыш яһамаһа ла, Гүзәл кеүек ҡатындар сәнғәтте өҙөлөп ярата, күңелдәрендә ғүмер буйы ошо һөйөү йәшәй.

Нургөл ШӘРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы