31.01.2018 Төп шарт – ғәҙеллек тантанаһы
Заман һайлауын киң мәғлүмәт сараларынан тыш үткәреү, ныҡ баҙнатлы уйҙа, бәлки, мөмкиндер, ә ғәмәлдә күҙ алдына килтергеһеҙ ҡатмарлы, әлбиттә. Беренсенән, һайлау тигәндә, етмәһә, тауыш күпселектә туранан-тура бирелгән беҙҙең илдә, үҙе үк асыҡлыҡ күҙҙә тотола, уртаға тап асыҡ эшмәкәрлек менән шөғөлләнәсәк кешеләр сыға; икенсенән, дөйөм мәғлүмәт тә кәрәк: ҡасан була, нисек була, кемдәр була һәм башҡалар. Әлеге һөнәри ҙә, ижтимағи ҙа бурыстың беҙҙә, хәбәрселәрҙә, ятҡанын өҫтәмә белдереп тормайыҡ. Ләкин был эштә лә, айырыуса ошондалыр ҙа, үҙенсәлектәр күп – һайлау кимәле ни тиклем юғарыраҡ, улар шул хәтлем етдиерәк тә. Үҙенсәлектәр тигәндә, яуаплылыҡты ла аңлау дөрөҫ. Ә яуаплылыҡ – һайлауға ҡағылышлы бөтә закон нормаларының теүәл, хәрефкә хәреф үтәлеүе.
Беҙҙең радионың ижтимағи-сәйәси йөкмәткеле төп проекты – “Асыҡ студия”ның был арала шул иҫәптән һайлауға арнап асылыуы тәбиғи ҡабул ителәлер ҙә. Шуның менән был ғәйәт мөһим эшкә, яңы тапшырыу һайын тәғәйен бер өлөшөнә, асыҡлыҡ индерелә. Сөнки юғары сифатҡа бында ла өлкәне тәрән төшөнөү булғанда ғына өлгәшелә бит. Ҙурҙан алғанда, үҙ кандидатың мәсьәләһендә лә ҡәтғи ҡарарға килергә ваҡыттыр, тип белдерелгәне лә булды – йәғни, 18 мартта бюллетень яңылыҡ булмаһын.
Тауыш тура бирелгәс, яуаплылығың да юғары икәнен таныйыҡ: паспортың күрһәтелеп, имзаң ҡуйылыу – ҡайһылыр фамилия эргәһендәге билдәң өсөн әлеге шул яуаплылығың да бит. Тауышың йәшерен бирелһә лә, ҡарарың өсөн үҙеңә бер нисек тә ҡырын ҡаралмаһа ла, кандидат эшмәкәрлеге – һинең эшмәкәрлегең дә. Кемдер булмаҫты вәғәҙәләй тип, ҡыҙыҡ өсөн генә тауыш биреүҙең дә булғаны, аҙаҡ көлөп һөйләнелгәне бар, юғиһә.
Алты йыл элекке президент һайлауынан быныһы күп яҡлап айырыла, беләбеҙ. Шул арала президент һайлау тураһындағы законға төҙәтмәләр 15 тапҡыр индерелде, 87 статьяның 59-ы үҙгәртелде, дүрт ҡушымтаһы ла бынһыҙ ҡалманы. Үҙгәреште һайлау хоҡуғының төп гарантиялары тураһындағы закон да кисерҙе. Бөтәһен дә теҙеп тормай, былтыр индерелгән төҙәтмәләргә диҡҡәт ҡылғанда – теркәүҙән төшөрөү танытмаларының ғәмәлдән сығарылыуы, тауышты йәшәгән ереңдән башҡа урында ла бирә алыу һәм, иғтибар ителһен, һайлауға йәмәғәт палаталарының күҙәтеүселәрен ебәрә алыуы.
Йәмәғәт палаталары бының менән ошоғаса ла шөғөлләнде, ә инде, “Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында” федераль законда Рәсәй Йәмәғәт палатаһының һәм төбәктәр йәмәғәт палаталарының һайлау комиссияларына күҙәтеүселәр тәғәйенләү хоҡуғы теркәлгәс, күренеш яңы баҫҡысҡа күтәрелде. Йәғни Үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙы ойоштора, ә йәмәғәт палаталары күҙәтә, ошо юл менән таҙалыҡ, үтә күренмәлелек тәьмин ителә.
Субъекттар палаталары тигәндә, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ла күҙҙә тотола, әлбиттә. Унда ла бөгөн әлеге ҙур эшкә әҙерлек бара. Әҙерлек кәрәк, сөнки яуаплылыҡ ифрат оло, был уяулыҡты ла, грамоталылыҡты ла талап итә.
Рәсүл СӘҒИТОВ,
“Юлдаш” радиоһының ижтимағи-сәйәси
тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»