25.01.2018 Ер менән күк араһында
йәки Урал ИҘЕЛБАЕВ машинала тыныс йөрөй алмай
Уның мөләйем, һөйкөмлө ҡиәфәтенә ҡараһаң, 35-тән күпте биреп булмай. Ә ижади багажы тотош быуат йәшәгән аҡһаҡал ирҙеке кеүек. Йырҙарын ғына түгел, ә эшләгән жанрҙарын, йүнәлештәрен һанарға ла ҡул бармаҡтары етмәҫ.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Мирас улы ИҘЕЛБАЕВ.
– Һеҙҙең кеүек уңған, ижадҡа, үҙ эшенә мөкиббән киткәндәргә ҡарайым да, ҡайһы саҡта: “Был кеше ял итәме икән?”– тигән уй килә. Ижад кешеһе булараҡ, тормош-көнкүрешкә яраҡлашҡанһығыҙмы?
– Ысынлап та, ял итергә ваҡытымды йәлләйем мин. Бер эште тамамлау менән икенсеһенә тотонам. Йә спектаклде биҙәйем, йә яңы проектты тормошҡа ашырам, йә йырҙар яҙам. Йәй айҙарында ғына бер аҙ тынлыҡ мәле булып ала. Ул да оҙаҡҡа бармай, күңелдәге моңдо сығарыу өсөн музыка ҡоралына тотонам. Тормошта ҡәҙимгесә булырға тырышам. Бала саҡтан ашарға бешерергә өйрәндем, ас ҡалыу ҡурҡынысы юҡ. Шулай ҙа тормош мәшәҡәттәренә тулыһынса яраҡлашмағанмын. Машинала китеп барғанда музыка тыңлай алмайым. Кемдер өсөн ул фон булһа, минең өсөн – эш. Үҙем дә һиҙмәҫтән анализлай башлайым, хаталары табыла. Донъяла ниндәй хәлдәр булғанын белер өсөн яңылыҡтар тапшырыуын ҡарайым. Нисек кенә булмаһын, беҙ, ижад кешеләре, икенсерәк ҡамырҙан яһалғандыр ул.
– Моң һеҙҙең тормошҡа ҡасан килеп инде? Сығарып ташлар мәлдәрегеҙ булдымы?
– Музыкаға ғашиҡ булған саҡта миңә биш йәш ине. Хәреф яҙа белмәгәндә үк ноталарҙы яҙырға, уҡырға өйрәнгәйнем. Махсус музыка мәктәбенә уҡырға ингәс, атайым менән әсәйем кредитҡа 655 һумлыҡ “Гамма” фортепианоһын алып бирҙе. “Һыйыр хаҡындай әриәне балаға ултыртып ҡуйҙығыҙ!”– тип ҡартатайымдың әрләгәне хәтеремдә ҡалған. Бары бер генә тапҡыр, 6-сы класта уҡығанда, сумкамды ташлап ебәреп: “Әсәй, мин башҡаса музыка мәктәбенә йөрөмәйем!”– тип әйткәйнем. Ә ул сабыр ғына итеп: “Тамамларға бер йыл ғына ҡалды, сабыр ит”, – тип кәңәш бирҙе һәм проблеманың нимәлә икәнен белеп, икенсе уҡытыусы менән һөйләшеп, уға уҡырға күсерҙе. Уҡытыусымдан уңдым, күп нәмәгә өйрәтте, уның ярҙамы менән мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамланым. Ундағы алған база училищела уҡығанда ныҡ ярҙам итте. Ә моңдо аңларға, ижадҡа яңы ишектәрҙе асырға тап училище ярҙам итте.
Тик миңә музыка тураһында һөйләү йәки уйнау түгел, ә үҙемә ижад итеү кәрәк ине. Шуға күрә уҡыуымды Өфө дәүләт сәнғәт институтының “Композиция” бүлегендә дауам иттем. Заһир Исмәғилев ул саҡта бер нисә студентты һайлап алып ҡына өйҙә уҡыта ине. Мин дә шул бәхетлеләр араһына эләктем. Тормошоноң ҡыҙыҡ хәлдәрен һөйләп, дәрестәрҙе күңелле алып бара торғайны. Дәрес һайын әйткән: “Көн һайын яҙығыҙ һәм халыҡҡа яҡын булығыҙ”, – тигән нәсихәтен ул саҡта аңлап етмәгәнмен, хәҙерге аҡылым менән генә төшөнә башланым. Шулай уҡ Рәшит Йыһановта ла уҡыным. “Быға тиклем уҡығандарыңды, тыңлағандарыңды онот та, үҙең ижадҡа тотон”, – тигәйне ул.
– Театрҙа эшләү ауырмы?
– Спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәргә Рим Хәсәнов үҙе фатиха бирҙе. Ул мине “Аҡйондоҙ” йырҙары аша белә ине. Режиссер Петр Шейн академтеатрҙа Хәлил Джебрандың “Бәйғәмбәр”ен сәхнәләштергәйне, Рим ағай сит илгә китергә булғас, урынына мине тәҡдим иткән. Олег Ханов тәүҙә 19 йәшлек егетте күреп, шикләнә биреберәк ҡараны. Шулай ҙа ҡуйылған бурысты лайыҡлы атҡарып сыға алдым шикелле, режиссер шунда уҡ икенсе спектаклендә эшләргә саҡырҙы. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, театрҙың үҙенә эшкә килдем. Авторҙың һәм режиссерҙың нимә әйтергә теләгәнен, геройҙарҙың характерын аңлаһаң, музыка яҙыу ауыр түгел. Бары тик ҡайһы берҙәрен ваҡытында өлгөртөү генә ҡыйынға тура килә. Мәҫәлән, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ла – 21, “Нәркәс”тә 12 йыр яңғырай, ә улар тиҙ генә ижад итә торған эш түгел.
– Башҡортса әкиәттәрҙән диск сығарған Әлмира Ҡыуатова һеҙҙең актерлыҡ һәләтегеҙ тураһында маҡтап һөйләгәйне. Белеүемсә, һеҙ бер нисә ролде уҡығанһығыҙ. “Рәхмәт” фильмында ла уйнанығыҙ...
– Мин театр менән эшләгәндә, шаяртып әйткән һүҙем бар. “Ғүмер буйы актер булырға хыялландым, тик талант булмағас, бына музыка яҙып булһа ла янығыҙҙа йөрөйөм, – тим. Тыуған көнөм 15 декабрҙә, Яңы йыл байрамдарына әҙерлектең иң ҡыҙған мәлендә.
Студияла эш ҡайнай, персонаждарҙың һүҙҙәрен, йырҙарын яҙҙырабыҙ. Ҡотлауҙар яуа, кемдер шылтырата, кемдер килә. Эш ҡайнап тора ла, көн аҙағында режиссер менән икәү ҡалып, монтаж эшләй башлаһаҡ, ниндәйҙер персонаждарҙың килмәй ҡалғаны билдәле була. Тотҡарлыҡ булмаһын өсөн уларҙы тиҙ генә үҙебеҙ һөйләп яҙҙырабыҙ. Йәки, музыкаль әкиәткә көй яҙһам, актерға йырҙың характерын аңлатыр өсөн йырлап күрһәтәм. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” дисктарын сығарғанда ла шулай булды. Әлмира Шәриф ҡыҙына ҡарт бүре ролен “Йәш ғүмер бер уҙғас...” йыры менән уйнап күрһәткәйнем, ул үҙемде яҙҙырҙы. Һәләтем бәлки барҙыр, әммә был эшкә етди ҡарамайым.
– Билдәле әҙәбиәт әһелдәренең ғаиләһендә тыуып үҫкән бала булараҡ, һеҙҙә әҙәби талант та барҙыр ул?
– Юҡ, әҙәбиәт – минең өсөн юғары бейеклек. Мәктәп йылдарында уҡытыусыларым иншаларымды маҡтай торғайны. Йыр яҙғанда, көйгә тап килһен өсөн шиғырҙағы ҡайһы бер һүҙҙәрҙең урындарын алмаштырырға, синонимдарын эҙләргә тура килгеләй. Тарихи һәм фәлсәфәүи әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһынам. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы арала китап уҡырға ла ваҡыт әҙ ҡала.
– Йыш ҡына һеҙҙе төрлө фестивалдә жюри составында ла күрәбеҙ...
– Киреһенсә, мин күп осраҡта жюри ағзаһы булыуҙан баш тартам. “Иҙел”, “Йәшлек-шоу”, “Керәшен һыуыҡтары” һәм “Урал моңо” бәйгеләрендә даими эшләйем. Үҙемә ҡарата талапсан булһам да, кешеләрҙе баһалау миңә ныҡ ауыр. Бәйгегә килеүселәр араһында арыҫландар ҙа, ҡуяндар ҙа, төлкөләр ҙә осрай бит. Берәйһенең кимәле түбән булһа ла: “Ярай, был егет эсеп, тәртип боҙоп йөрөмәй. Сәнғәт ярата, сәхнәгә ынтыла”, – тип яҡлап сығам. Ҡулымдан килһә, барыһына ла урындар биреп, бүләктәр тапшырыр инем. Әммә еңеүсене һәр ваҡыт ғәҙел билдәләйем.
Ниндәйҙер конкурста урын алманым тип, йәштәргә күңелдәрен төшөрөргә ярамай. Еңеүсе булып та ижад юлында туҡтап ҡалғандар бар йәки киреһенсә. Бер коллегам, сираттағы конкурста йәш егеттең күңелен төшөрмәҫ өсөн генә: “Икенсе йыл килерһең, быйылға әҙер түгелһең”, – тип, кире бороп сығарғанын һөйләгәйне. Ә ул егет Радик Юлъяҡшин булып сыҡҡан, йылдар үткәс, Мәскәүҙе яулап, үҙен коллегамдың иҫенә төшөрҙө.
– Бөгөн күптәр ижад менән аҡса эшләргә теләй. Был мөмкинме?
– Һәр кем эшләгән эшенә хаҡ алырға тейеш. Иогаанн Себастьян Бахҡа 20 балаһын ашатырға кәрәк булғанға ла әүҙем ижад иткәндер, тип уйлайым. Ә Моцарт һәр операһын заказ буйынса ижад иткән. Шуға күрә яҙған өсөн аҡса алыу – ғәҙәти күренеш. Тик Башҡортостанда әле шоу-бизнесҡа иғтибар әҙ бүленә, продюсерҙар юҡ. Сығымдарҙың килемдән бер нисә тапҡырға күберәк булыуы ла мөмкин. Шулай уҡ килем аудиториянан да тора. Америка композиторы инглиз телендә йыр ижад итһә, ул донъя буйлап миллиондар эшләй ала. Ә башҡорт йырын ижад итһәң, 54 район кешеләре генә тыңлай. Интернет селтәре дисктар, альбомдар һатыуҙы бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Шуға ла, эстраданы аҡса эшләү майҙаны, тип уйлағандар бик тиҙ яңылышҡанын аңлай.
– Донъяның ығы-зығыһы һеҙгә ҡамасауламаймы?
– Ижад кешеһенә рәхәтерәк, сөнки улар ер менән күк араһында йәшәй. Тормош мәшәҡәттәре беҙгә теймәй үтеп китә кеүек. Бөгөн мәғлүмәт ямғыры шул тиклем күп, йәштәрҙе йәлләп тә ҡуям. Ни тиһәң дә беҙ – пионер булып, рухи тәрбиәлә ниндәйҙер йүнәлеш алған быуын. Иң мөһиме – донъяла именлек булһын, ә көнкүрештәге кире хәлдәргә мин иғтибар итмәҫкә тырышам. Бәхетле булғың килһә, бул, тиҙәр бит. Һәр нәмәнән шатлыҡ күрергә тырышырға кәрәк. Ата-әсәйем, ғаиләм, дуҫтарым, туғандарым, тыуған ерем, ижадым бар. 45 йәшемә етеп, үҙемдең бик бай һәм бәхетле кеше икәнемде аңланым. Ә күңелһеҙ хәлдәр ваҡытлыса күренеш, барыбер үтеп китәсәк.
– Юбилей тамашаларына килгәндә, программаның бик бай булыуын ишетеп беләбеҙ...
– Ҡасандыр, Айҙар Ғәлимовтың 30 йәшлек юбилейын билдәләп, ҙур концерт биргәнен күреп, һоҡланғайным. Бер нисә йылдан миңә лә ошо датаны үткәреү бәхете тейҙе. Артабан 35 йәшемде билдәләнем. Дүрт сәғәткә һуҙылған тамаша булды ул, әммә байтаҡ ижадташ дуҫты программаға индерә алманым. Аҙаҡ үпкәләп йөрөүселәр ҙә булды. Шуға күрә бына быйыл, теүәл ун йыл үткәс, үҙемдең ижадыма тағы ла бер байҡау яһап алырға теләйем. 30 ғинуарҙа – “Дива” төркөмө “Сүл легендаһы” тамашаһын һәм балалар бейеү студияһы “Секундочка” балетын күрһәтә. 2 февралдә, “Урал легендалары” тип аталған этник музыка концерты буласаҡ. Унда Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры, “Йатаған” этно-төркөмө, шулай уҡ Роберт Юлдашев, Рәсүл Ҡарабулатов, Рәйес Низаметдинов һәм башҡа билдәле артистар ҡатнаша.Тарихи спектаклдәргә яҙылған йырҙар, минең эшкәртеүҙәге халыҡ ижады, этник стилдәге музыкаль әҫәрҙәрем сағыласаҡ. 3 февралдә үтәсәк “Урал аҫылташтары” тамашаһында Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Руслан Сәйфетдинов, Марсель Ҡотоев, Айгиз Ханов һәм башҡа йырсылар, республиканың төрлө театрҙары, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы коллективтары ҡатнаша.
Тамашаларҙың барыһы ла “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Маҡсатым маҡтауҙарға күмелеү, бүләктәр, сәскәләр йыйыу түгел. Ә ижадымдың иң-иң тос емештәрен йыйып, иң сағыу артистар менән халыҡҡа еткереү. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасыларым!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Гөлнур ЮЛДАШЕВА
әңгәмәләште.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»