09.11.2017 Елкендерә лә, илата ла, уйлата ла уның тамашалары
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Әлмира Ҡыуатова уҡытыусыларынан да, уҡыусыларынан да уңған
Баш ҡалабыҙҙағы бер мәҙәни саранан сығып киләм. Йола буйынса, халыҡ, тамаша тамамланғас, ҡайтырға сыҡҡанда күргәнен баһалай башлай. Был юлы ла шулай.
– Һүҙ юҡ, һәләтле ул беҙҙең халыҡ.
– Барыбер бөгөн ниҙер етмәне, күңел талпынманы...
– Ә бына режиссеры Әлмира Ҡыуатова булһамы-ы!
– Эйе, ул, ана, сибайҙары менән ниндәй концерттар алып килә торғайны. Береһенән-береһе шәберәк!..
Әлмира Ҡыуатова ҡуйған концерт, байрам, тантаналы сараларҙың, ысынлап та, һәр береһе ҡабатланмаҫ. Әммә уларҙың барыһында ла рух, иман, берҙәмлек, туған телгә, халҡыбыҙға һөйөү, данлы тарихыбыҙ ярылып ята. Әллә ҡайҙан таныйһың тамаша “автор”ын.
Ҡыуаныслы башланғыстар, “йөҙөп йөрөп” эшләү бәхете
Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова менән таныштырып тороу ҙа урынһыҙҙыр – беҙҙең гәзитте уҡыусылар араһында уны белмәүселәр һирәктер.
Ейәнсура ҡыҙы. Башҡорт дворяндары нәҫеленән. Әйткәндәй, уның һәр ваҡыт нәзәкәтле, ғорур, заманса ҡарашлы булыуы “аҡһөйәклеге”нән киләлер. Актриса. Ойоштороусы. Режиссер. “Идеялар комбайны”.
– Мине “икенсе открывашка” тип йөрөттөләр бит шаяртып, – ти ул.
Тәүгеһе кем булғанын беләһегеҙҙер. Һәр хәлдә, икеһе лә яҡшы мәғәнәлә, яратып ҡушылған. Шәхсән үҙем өсөн Әлмира Ҡыуатова актриса булараҡ иҫемдә ҡалған. Үҙенән дә һораным:
– Бала саҡтан бер образығыҙ күҙ алдымда тора. Яулыҡты муйынығыҙға ныҡлап урағанһығыҙ, йәш кенә, моңһоу ғынаһығыҙ…
– Был Салауат башҡорт драма театрында эшләгәндә “Тол ҡатын” (Ф. Әсәнов пьесаһы) спектаклендәге хат ташыусы роле.
Ҡарасәле, уның Салауат театрында эшләп китеүенә ни заман (ХХ быуаттың 80-се йылдары), ә хәтерҙә ҡалған. Ныҡ тәьҫир иткәндер инде. Юҡһа минең, ул ваҡытта баланың, күргәне нилектән һаман һаҡланһын?!
Һәм тағы ла. Беҙҙең республиканың “тауҙар аръяғындағы баш ҡалаһы” Сибайҙа бер мәл филармония асылды. Уларҙың гастролдәрен һәр ерҙә көтөп алдылар. Сағыу тауыштар, улай ғына ла түгел, ә яңы тауыштар. Концерттарҙың һәр береһе тотош ҙур тамашаға әүерелә. Кемдең ауыҙынан сыҡҡандыр, әммә дөрөҫтөр: Сибай филармонияһы тибеҙ ҙә, Әлмира Ҡыуатованы күҙ уңында тотабыҙ, Әлмира Ҡыуатова тиһәк, Сибай филармонияһы күҙ алдына килә. Йә ижади коллективтың художество етәксеһе булған һәләтле ханым күп таланттың үҫеүенә булышлыҡ итә. Бөгөн Сәғиҙулла Байегет булһынмы, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтармы, Лилиә Ишемйәровамы, Гөлсөм Бикбулатова йә Фирүзә Парижмы, Альберт Салауатов йәки Баязит Байназаровмы – һәр береһенең ауыҙынан Әлмира Ҡыуатоваға ҡарата рәхмәт һүҙен ишеткән бар.
– Юҡ, юҡ, Сибай дәүләт филармонияһына мин генә йән өргән тип уйламағыҙ. Бөтә эштәремде командам менән башҡарҙым. Юлымда уй-ниәттәремде хуплаған етәкселәр ҙә, дуҫтарым, яҡындарым да уңыш теләп торҙо. Төрлө саҡ булды инде, әммә күңелемдә орлоҡ һалған ниәтемде аҙағынаса алып барып еткерергә, теүәлерәге, халыҡҡа еткерергә тырыштым. Сәм дә бар инде үҙемдә, – тип, Әлмира Шәриф ҡыҙы бергә эшләгән хеҙмәттәштәренән, коллективтан байтаҡ исем-фамилияны атай.
Сибайҙа балалар театры асылыу башында ла Әлмира апай (теләктәштәре менән, әлбиттә) тора.
– Күп режиссерҙан айырмалы рәүештә, минең эшемде, юлымды дауам иткән һәләтле уҡыусыларым бар: Сулпан Асҡарова (Башҡорт дәүләт филармонияһында) һәм Нәсимә Ғиззәтуллина (Сибай концерт-театр берләшмәһендә) художество етәксеһе булып эшләй. Минең менән бергә Сибайҙа эш башлаған “тәүге ҡарлуғастар”ҙың барыһының да маҡтаулы исеме бар, күп фестиваль лауреаттары булдылар. Әлхәмдулилла, уңдым. Тырыштар, – ҙур ихтирам менән һөйләй әңгәмәсем.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында башланған ярһыу мәҙәни тормошобоҙ 2000 йылдарҙа ла дауам итте. Гөрләп торған концерттар, фестивалдәр, “йондоҙҙар”... Халыҡ һыуһынын ҡандыра алмаған кеүек.
2004 йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуҙы күләмле һәм дан итеп билдәләргә ҡарар иткәс, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы ойошторолдо. Батырҙың тыуған төйәгендә уҙған байрамға бара алманым, әммә әхирәтемдең смс-хәбәре аша нисек үткәнен төҫмөрләнем: “Йыйында булдым. Тетрәткес. Эй, иланым…”
Эйе, барыусылар, ҡатнашыусылар оҙаҡ һөйләне был сараны. Һуңынан телевизорҙан күрһәттеләр. Бығаса беҙҙә ундай тамаша булмаған! 350 һыбайлы! Шул сама тирәһе ҡурайсы! Асыҡ һауала! Күҙ алдына килтереүе лә тетрәндерә һәм ғорурландыра.
– Минеңсә, был сараның ғәҙәти байрам кеүек үтеүе мөмкин түгел ине. Режиссер булараҡ, уны әҙерләү миңә ышанып тапшырылғас, төн йоҡоларымды ҡалдырып, бөтә күңелем менән эшләргә тотондом, – Әлмира апайҙың һөйләүенән, тауышынан уҡ был йыйынды яратып ойоштороуы сағыла.
Ике йыл рәттән “Салауат йыйыны”ның режиссеры була ул. Хәҙер был сараның район кимәленә төшөп ҡалыуы йәл, әлбиттә.
Әлмира Ҡыуатованың ниндәй генә сараһын алма, ул мотлаҡ бай йөкмәткеле булыуы менән айырылып тора, күп халыҡ ҡатнашлығында үтә. Мәҫәлән, ҡурайсылар сәхнәгә һыймай, халыҡ араһына төшөп, теҙелеп тора икән йәки алып барыусының (төп ролде башҡарыусының) һүҙҙәренән тойғоларыңды тыя алмай, күҙҙәреңә йәш килә икән, был тамашаның режиссеры тап Ҡыуатовалыр әле, тигән уй тыуа.
“Ирәндек моңдары”, “Ҡурай байрамы”, “Оҙон көй” конкурс-фестивалдәрен дә үҙенсәлекле итеп үткәрә ул. Үҙе әйтергә яратҡанса, командаһы менән.
Тиңдәр араһында тиң булып…
Уны мин бөтә мәҙәни сараларҙа тиерлек, премьераларҙа йыш күрәм. Аптырарға түгел. Һуңғы ваҡытта залдарҙы тултырыу проблемаһы килеп тыуҙы. Теге йәки был йырсының исеме лә бар, тауышы ла тигәндәй, ә концертына халыҡ әҙ килә. Спектаклдәргә лә йөрөп бармайҙар.
– Тамашасы талапсан бит ул. Театр буш икән, тимәк, ҡыҙыҡ түгел, – яуап бер аҙ ҡатыраҡ та һымаҡ әле, әммә дөрөҫлөккә тап килә шул.
– Тамашасыны нисек ҡыҙыҡтырырға? – Әлмира апай һорауыма яуапты тура бирмәне.
Әммә һөйләүенән аңлашылды кеүек. Ул былтыр Ҡырғыҙстанға Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын ҡарарға барған. Сараны тантаналы асыу мәлендә яланда 1000 ҡумыҙсының сығыш яһауы, 1000 тирмә ҡоролғаны, кейемдәрҙең төрлөлөгө һәм бер-береһен ҡабатламауы, яҡтылыҡ ярҙамындағы махсус шоу, әлбиттә, уйындарҙың үҙе лә ныҡ тәьҫир иткән.
– Шул тиклем бай тойғо аҫтында ҡалаһың. Был – иҫ киткес. Бына шундай итеп үткәрергә кәрәк!
Беҙҙең бөтә донъяға күрһәтерлек тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, оҫталарыбыҙ етерлек.
– Донъяла иң моңло, иң матур биш телде айырып билдәләйҙәр икән. Шулар араһына башҡорт теле лә инә. Беҙҙең телебеҙ! Һаҡламайынса сарабыҙ юҡ, – Әлмира Ҡыуатованың нимә әйтергә теләгәнен аңлағанһығыҙҙыр.
Рәхмәтле уҡыусы, игелекле туған
Әлмира Ҡыуатова менән ниндәй генә темаға һүҙ башлама, ул иң тәүҙә уҡытыусыларын телгә ала. Ауылда, 1-се республика интернат-мәктәбендә (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты) уҡығанында ла, Өфө дәүләт сәнғәт институтында ла уны үҙ һөнәренә ғашиҡ уҡытыусылар уҡыта. Институттағы уҡытыусыһы иһә уның тормошонда мәңгелек остазға, дуҫҡа әйләнә. Профессор, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә Ҡасимова ул. Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының данлыҡлы уҡыусылары бик күп. Үҙенә генә билдәле үҙенсәлекле эш алымы менән йәш кешеләге һәләтте тойоп ҡалып үҫтергән, айырыуса шәхес итеп тәрбиәләүгә әһәмиәт биргән уҡытыусы ул. Олег Ханов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Хөрмәтулла Үтәшев, Байрас Ибраһимовтарҙы ғына атап та, был ижадсыларҙың киң яҡлы талант булыуын иҫәпкә алғанда, уҡытыусының эше бермә-бер күҙ алдына килә. Оҙаҡ йылдар үҙен актерҙар һәм режиссерҙар әҙерләүгә арнаған Фәрдүнә Ҡасимова, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә мәҙәни, сәнғәти донъябыҙ менән даими ҡыҙыҡһына (башҡаса булыуы мөмкинме ни?!), көйә, яна, ҡыуана. Әлмира Ҡыуатова ла уның менән йыш осрашырға тырыша.
Һеҙҙе аш-һыуға оҫта тиҙәр, тип һүҙ башлауыма ла, Әлмира апай, ә бына Фәрдүнә Ҡасимовнаның нисек әҙерләүен белһәгеҙ, тип йылмайҙы. Баҡһаң, был ике ижади шәхес сәнғәттә генә түгел, ә тормошта ла тығыҙ аралаша, аш-һыу серҙәре менән дә күптән уртаҡлаша икән.
Бөтә уҡыусылар ҙа уҡытыусыларына шулай рәхмәтле булһасы. Тимәк, Һөнәрсе Өйрәнсек күңеленә орлоҡтоң тосон, таҙаһын һалған.
– Ризыҡ әҙерләргә бала саҡтан әсәйем менән өләсәйем, Рәйлә апайым өйрәтте. Оҙайлы гастролдә йөрөгәндә үҙебеҙ төшкән йорт хужабикәләренән дә өйрәндем. Миңә оҫта кешеләр йыш осраны, – ти режиссер.
Барыһы ла – ғаиләнән. Әсәһе Зәйтүнә, атаһы Шәриф, өләсәләре Ғәзизә тәрбиәһенән, апаһы менән еҙнәһенән, ағалары йоғонтоһонан, ҡурсыуынан. Туғанлыҡ ептәренең ныҡлығы кәрәк, ти Әлмира апай.
…Һәм бөтәһе лә Алланан
Ижад кешеһе һәр ваҡыт күҙ алдында бит ул. Уларға һынап та, һоҡланып та, ҡайһы берҙә моңайып та ҡарайһың. Әлмира Ҡыуатова тамашасы алдына гел ҡупшы, сибәр һәм көр кәйефле булып сыҡты. Берҙән-бер көндө уны хиджабта, мосолман кейемендә күрҙем.
– Ниндәй генә эшкә тотонһам да, ҡайҙа ғына барһам да, барыһы ла Алла ҡушыуынан икәнен күңелем менән тоя инем. Социализм осоронда тыуып үҫһәк тә, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр Алланан ситләшмәне. Бер кем дә, мин диндә, тип ҡысҡырып йөрөмәне, имандары йөрәктәрендә булды. Минең дә шулай.
Олатайымды, мулла улы, кулак тип, Себергә ебәргәндәр. Өләсәйем ураҙаһын ҡалдырманы. Атайымдың әсәһе Сәхипъямал – мулла ҡыҙы. Шундай ғаиләнән булғас, иманға ҡайтыу юлы ла еңелерәк булғандыр. Минең барлыҡ замандашым да ундай шарттарҙа үҫмәгән.
Унан килеп, атай-әсәйем эштән ҡурҡмаҫҡа, хәләл менән хәрәмде айыра белергә, үҙ тиреңде түгеп тапҡан ризыҡтың айырыуса тәмле булғанын өйрәтте. Мин бит колхоз һарыҡтарын көтөп үҫкән бала.
Бер ваҡыт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә булғанымда, ниндәйҙер ғәжәп бер тойғо аша дингә килеү теләгем көсәйҙе, – ти Әлмира ханым.
Әлмира Ҡыуатова бөгөн бәхетле өләсәй ҙә. Улы Айтуған Ейәнсура районының Иҙәш ауылында йәшәй, эшле һәм ғаиләле: умарта тота, ҡатыны Юлиә – уҡытыусы, балалары Нәйлә, Батырхан үҫеп килә.
Ҡыҙы Алтынайҙы күбеһе бәләкәй генә сағынан белә. Алтынай Ибраһимованың “Һылыуҡай” конкурсында еңеүе лә, үрҙә телгә алған “Салауат йыйыны”нда Әминә ролен башҡарыуы ла күптәрҙең хәтерендә. “Һаумы-һаумы, әкиәт”тең башланғысында ла әсәһе менән ошо рухлы ҡыҙ тора. Атаһы ла, Байрас Нәҙим улы Ибраһимов, “Нур” татар дәүләт театрының баш режиссеры, әсәһе лә ижади шәхестәр булғас, алма ағасынан алыҫ төшәме ни? Алтынай һәм Рушан Буриндар әле Сочиҙа йәшәй, Тамерлан, Кәрим, Аиша исемле балалар үҫтерә.
…Етенсе тиҫтәне ваҡларға ла, үҙ һөнәренә мөкиббән киткән режиссерҙың күңеле тулы – мәҙәниәтебеҙҙең, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың киләсәге тураһында уйҙар. Йәштәрсә дәртле, эшлекле һәм иманлы ижадсынан яңынан-яңы тамашалар, сағыу саралар көтөп ҡалабыҙ.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»