25.10.2017 Руль артында йырлай Буранбай
Ат йәки машина күрһәләр, малайҙарҙың иҫе китә. Барлыҡ донъяһын онотоп, беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, аңлайышһыҙ дүрт тәгәрмәсле тимер өйөмө янында нимәлер эшләһендәрме йәки “ат”тары менән һөйләшһендәрме... Был ҡылыҡтарынан алған күңел бөтөнлөгө башҡа затҡа һәр ваҡыт сер булып ҡала килә. Хәйбулла егете Буранбай Билаловтың да, машиналар күрһә, иҫе китә. Машина ене ҡағылған, тиҙәр ундайҙар хаҡында.
Тәүге тапҡыр руль артына ултырғанда уға ун йәш була. Атаһының машинаһында йөрөп өйрәнә лә, ауыл араһында тегеләй-былай тәгәрмәс өҫтөндә саба бирә. Миңләхмәт ағай ҙа, бәләкәй малайҙың ынтылышын күреп, ирек ҡуя. 18 йәше тулыу менән Буранбай курстарға яҙыла һәм бәлиғ булыуына үҙ-үҙенә бүләк эшләй: шоферлыҡҡа танытма ала. Бер йәй эсендә атаһының машинаһы менән “таксовать” итеп, тәүге машинаһы – 7-се моделле “Жигули” өсөн аҡса туплай. Шунан башлана ла инде күңелле көндәр: юл яратҡан кешегә үҙ машинаһында йөрөүҙән дә рәхәтерәк нимә бар һуң?! Ике ҡустыһына ла шоферлыҡ серҙәрен өйрәтә. Алты йылда дүрт тапҡыр “тимер ат”ын алмаштыра. Студент кешенең кеҫә яғы һай була бит инде, өр-яңы машина алырға мөмкинлеге булмағас, булғанын йүнәтергә лә, төҙәтергә лә үҙенә өйрәнергә тура килә. Бөгөн иһә ул гөрләгән тауышын тыңлап йәки йөрөүенә ҡарап та машиналарҙың торошон һәм “һаулығын” белерлек оҫтаға әүерелгән. Руль артында бөтә Башҡортостанды, күрше Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрен урап сыҡҡан. Әле Буранбай “иномарка” алыу тураһында хыяллана.
Хәйбулла районының Федоровка ауылында тыуып үҫкән егет менән “Гәлсәр һандуғас” конкурсында таныштыҡ. Бер ҡараһаң, “тимер ат” эйәрләгән егеттең киләсәктә йырсы булырға теләүе – ғәҙәти хәл. Сөнки Буранбай, баш ҡалала Республика иҡтисад лицей-интернатын тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжының музыка бүлегендә белем алған. Ауыл мәктәбенең 2-се класында уҡығанда уҡ уның йырға һәләте барлығын белгән уҡытыусыһы Венера Мөхәмәтйән ҡыҙы Ҡыуандыҡова “Ай-һай, гөлкәйем” йырын өйрәтеп, сәхнәгә сығара. Артабан район кимәлендә үткән барлыҡ конкурста, концертта ихлас ҡатнашып, Буранбай яҡташтарының ихтирамын яулаған. Өфөлә лә йырҙан айырылмай, ә Сибайҙа уҡығанда иһә билдәле йырсы Йәғәфәр Нәҙершинға вокал дәрестәренә йөрөй. Районда үткән “Гәлсәр һандуғас” конкурсында еңеү яулағандан һуң ул, проектта ҡатнашырға теләп, Земфира Байбулдинаға хат яҙа.
– Йырҙан бер ваҡытта ла айырылғаным булманы. Беҙҙең факультетта мотлаҡ музыка ҡоралында уйнарға кәрәк, ә мин күберәк вокал менән ҡыҙыҡһындым. Тәүҙә бары тик эстрада менән генә мауыҡһам, Йәғәфәр Сәфәрғәле улы халыҡ йырҙарына ла иғтибар итергә өйрәтте. Училищеның барлыҡ сараһында ҡатнашып, әүҙем тормош алып барҙым, шуғалыр ҙа биш йыл ваҡыт “һә” тигәнсе үтеп тә китте. Артабан юғары белем алырға кәрәк, ә мин ниндәй юл һайларға белмәй, аптырап ҡалдым. Быға тиклем республика кимәлендәге бер генә бәйгелә лә ҡатнашҡаным булманы, шуғалыр ҙа үҙ-үҙемә, әгәр “Гәлсәр һандуғас”та уңышлы сығыш яһаһам, тормошом сәнғәт юлынан китәсәк, тип һүҙ биргәйнем. Аллаға шөкөр, өс турҙы ла уңышлы үтеп, гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғы алдым. Тимәк, артабан да йырларға, башҡорт эстрадаһын яуларға мөмкинлектәр буласаҡ. Киләһе йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инергә, профессиональ яҡтан үҫергә, тигән маҡсаттар ҡуйҙым. Хыялдарымды ысынбарлыҡ итергә ярҙам иткән, тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһарға мөмкинлек биргән “Гәлсәр һандуғас” продюсерлыҡ үҙәгенә, “Туған тел” телеканалына рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Шулай уҡ үҙҙәре ябай ауыл кешеләре булып та, йыр яратҡан, сәнғәтте үҙ иткән, беҙҙе, биш балаһын да, ошо йүнәлештә тәрбиәләгән атай-әсәйемә лә рәхмәтлемен. Икеләнгән саҡтарымда ла улар ышанысын һүрелтмәне, киреһенсә, йылы һүҙҙәре менән миндә лә өмөт уяттылар, – тип бәйән итте Буранбай үҙе тураһында.
Әлеге ваҡытта машина ене ҡағылған егет “Гәлсәр һандуғас” конкурсының 2 ноябрҙә үтәсәк гала-концертына әҙерләнә. Ваҡыты булғанда “Аҡъяр – Өфө – Аҡъяр” маршрутында пассажирҙар ташый. 550 саҡрым араны “һә” тигәнсе үтеп тә китә, сөнки Буранбай руль артына ултырыу менән йырлай башлай. Ул тормошон йырһыҙ һәм машинаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Күрәһең, күңеленә йырсы һандуғас та оя ҡорғандыр.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»