RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәшәү йәме”н тапҡандар

19.10.2017 “Йәшәү йәме”н тапҡандар

“Йәшәү йәме”н тапҡандар
Бындай кешеләр тураһында һөйләр булһалар, һөнәрҙәштәрем, ғәҙәттә, “көслө рухлы” тигән һүҙбәйләнеште ҡуллана. Башҡаларҙан айырылам, тиеберәк уйланғанда, эҙләнгәндә, тапшырыу геройы менән таныштырыуҙы ни рәүешле баш­ларға тигәндә лә, әллә күпме вариант барланды. Әммә башта әлеге лә баяғы тик ошо ике һүҙ генә уралды: “көслө рухлы...”
Ҡырмыҫҡалы районының Би­шауыл-Уңғар ауылынан Гөлфая Сәғәҙиеваға был һүҙҙәр ифрат тура килә, уның бар булмышын асып һала. Ғәжәйеп яҙмышлы, көслө рухлы замандашыбыҙ “Юлдаш” радиоһы эфирында сыҡҡан “Йәшәү йәме” тапшырыуының геройы бул­ды. Гөлфая Сәғәҙиева менән танышыу хәтергә ныҡ уйылып ҡалды. “Бала сағым кәртә йәки тирәк башында ғына үтте, тип әйтергә мөмкин. Бик тиктормаҫ бала инем. Малайҙарҙың командиры булдым, бар шуҡлыҡ, шаянлыҡ минән сыға торғайны. Еңел атлетика менән мауыҡтым. Уҡытыусыларым “беҙ­ҙең чемпион” тип маҡтай торғайны”, – тип хәтерләй Гөлфая апай. Бала саҡтан тиктормаҫ Гөлфая ханым, мәктәпте тамамлап, үҙ аллы тормош ҡороп, эшләй башлағас та тынғы белмәй. Әммә берҙән-бер көндө ул тырышып, күңел биреп башҡарған эшендә бәләгә тарый. Заводта авария булып, ике аяҡһыҙ тороп ҡала. Табиптар уға “йөрөмәҫ, бер ҡасан да аяҡҡа баҫмаҫ” тигән хөкөм сығара. “Бәлки, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, йөрөй алырһың”, – тип өмөтләндерергә тырышҡан табипҡа ҡарап, сәмсел Гөлфая Сәғәҙиева: “йөрөйәсәкмен, мотлаҡ йөрөйәсәкмен, әммә ҡултыҡ таяҡтарын ҡулыма ла алмаясаҡмын”, – тип үҙенә һүҙ бирә. Һәм әйткәнен үтәй. Бөгөн ул аяғында ныҡлы баҫып тора, матур итеп донъя көтә. Төрлө курстар тамамлап, үҙенә кәрәкле һөнәрҙәр үҙләштерә. Үҙе кеүек хәлгә тарығандар менән аралаша, уларҙа йәшәүгә көс, дәрт уятырға тырыша. Һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикле булһа ла, йәшәүгә булған ынтылышы сикһеҙ уның. Тап ошоноң менән ул беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итте.
Гөлфая Сәғәҙиева кеүек геройҙарыбыҙ бик күп. Уларҙың һәр береһе тураһында айырым-айырым оҙаҡ һөйләргә мөмкин. “Йәшәү йәме” тапшырыуында матур, ҡыҙыҡлы, аяныслы, ғәжәйеп, бәхетле яҙмыштар, кеше ышанмаҫлыҡ, әммә тормошта булған хәлдәр, шул хәлдәр солғанышында юғалып ҡалмағандар, алға, маҡсатҡа ынтылғандар, тормошто яратҡандар хаҡында бәйән итәбеҙ. Үҙ эшен яратып башҡарғандарҙы иғтибар үҙәгенә сығарабыҙ. Билдәле башҡорт спортсыһы Денис Шафиҡов, уның әсәһе Бүләкәй апай, Хәйбулла район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Әнисә Һөйәрғолова, мәғариф ветераны Зәһүрә Байтурина, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә үҙенең рәсемдәре менән танылыу алған оҫта Марат Ғафаров, һоҡлан­ғыс ҡул эше оҫталары Резеда Шәһиева, Гөлсара Салауатова тураһындағы тапшырыуҙарҙы тыңлаусылар йылы ҡабул итте. Был яҙмаларҙы радионың рәсми сайтында тыңларға мөмкин. Яңы сығарылыштарҙы эфирҙа шәмбелә 11 сәғәт 15 минутта, ҡабатлауҙы киске сәғәт 9-сы 15 минутта тыңлағыҙ.

Гүзәл Зарипова.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы