27.09.2017 Әҙәби уҡыуҙар
Һыйламаға һыйың булмаһа ла, һыйпамаға телең булһын, ти халыҡ мәҡәле. Беҙҙең быуын ризыҡ мул, үҙ телебеҙҙә аралашып, радио тыңлап, театр-кино ҡарап, ҡыҫҡаһы, йөҙөп йөрөп эшләгән-йәшәгән дәүер тура килеүе менән бәхетле. Балалар, ейәндәребеҙгә лә шундай яҙмыш яҙһын. Телебеҙҙең күркәмлеге, һүҙ бәҫе, фекер үткерлеге «Юлдаш» каналы тәҡдим иткән әҙәби әҫәрҙәрҙә асыҡ күренә. Мәҫәлән, сентябрь башында ғалим һәм яҙыусы Әлфис Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы» драмаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡарыуында тәүге тапҡыр эфирға сыҡты. Алдағы көндәрҙә лә халыҡ күңеленә ятыр әҫәрҙәр даими яңғырап торасаҡ. Тиҙҙән яҙыусы һәм драматург, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғариповаға 70 йәш тула. Ошо уңайҙан «Бөйрәкәй» романынан өҙөктө автор уҡыуында тапшырабыҙ.
Радио фондына төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәр – оло хазина. Мәҫәлән, Юлай Зариповтың «Үпкә», Ғабдулла Байбуриндың «Йәмлиха ҡарсыҡ», Ғаян Лоҡмановтың «Бесән еҫе», Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу», Лариса Абдуллинаның «Мәтрүшкәле сәй», Рәйлә Сабитованың «Өлкәнәйеү» әҫәрҙәрен танылған артистарыбыҙ Хәмит Яруллин, Миңзәлә Хәйруллина, Рәмилә Сәлимгәрәева, Светлана Хәкимова, Алһыу Бәхтиева уҡый.
Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы ғына түгел, ҡатмарлы яҙмышының көҙгөһө булырҙай яңы әҫәрҙәр ҙә даими күҙ уңында тотола. Танылған әҙибәләребеҙ Гөлшат Әхмәтҡужина үҙенең «Бетеү» повесында, Гүзәл Ситдиҡова «Һәҙиә» поэмаһында уҙған дәүерҙең киҫкен боролоштарына, талантлы рәссам Мария Башкирцеваның, романсы Һәҙиә Дәүләтшинаның тойғо-хәсрәттәренә ҡабат-ҡабат ҡараш ташлай… Әҙәп-әхлаҡ ҡаҡшаған әлеге заманда Фәрзәнә Аҡбулатованың «Ғәфү ит, әсәй!», Әҡлимә Сафинаның «Күрше хаҡы» хикәйәләренең эфирға сығыуы ла урынлы булыр, тигән өмөттәбеҙ.
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»