19.09.2017 Эфир тулҡындарында - "Шиғриәт минуттары"
Шиғыр кеүек булһын бар
тормошоң,
Тормош кеүек булһын
шиғырың –
Шулай йәшәргә бит тырыштым
мин,
Икеһен дә бергә һыйҙырып!..
Рәми Ғарипов үҙенең шағирлыҡ тәғәйенләнешен шулай билдәләгән. Булмыштарына шиғри моң һалынған талант эйәләре рух илселәре миссияһын үтәй: шиғриәт, бәҫле һүҙ осҡоно менән тормошобоҙҙо яҡтырта, йөрәктәребеҙҙе сафлыҡ нурына һуғара. Заман заңын үтә лә нескә тойған, йөрәк һыҙланыуҙары аша үткәргән шағирҙар ижады күңелдәрҙә ауаздашлыҡ таба, иң тәрән эске донъябыҙ сөңгөлөнә үтеп инә. Һәм был “Юлдаш” радиоһында ла сағылыш тапмай ҡалмай.
Башҡорт әҙиптәренең шиғри ижадын халыҡҡа танытыу йәһәтенән “Юлдаш” маҡсатлы эш алып бара. Яҙыусылар союзы ағзаһы булыу-булмауҙың әһәмиәте юҡ, төп баһа – авторҙың үҙ һүҙен әйтә алыуында, һәләтен аса белеүендә.
Радионың яҙмалар тупланмаһы бик бай: Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулланан башлап, замандаш ижадсыларҙың шиғырҙары, поэмалары ла күренекле актерҙар уҡыуында башҡарылып, музыкаль яҡтан биҙәлеп, фондҡа һалына. Улар, әлбиттә, хәрәкәтһеҙ ятмай, эфирҙа даими яңғырай. Әҙиптәрҙең шиғырҙарын үҙҙәре уҡыуы ла ҙур ҡиммәткә эйә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙән башлап шиғриәт яланына яңы быуатта ғына аяҡ баҫҡандарҙың да тауыштарын ишеттереп торабыҙ. Ваҡытлы матбуғатта йә нәшриәттә донъя күргән шәлкемдәрҙән тыш, әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәрҙе лә йәһәтерәк яҙып алып радио тулҡындары аша халыҡҡа еткерергә ынтылабыҙ.
Байрамдар, юбилейҙар, күренекле даталар күҙ уңынан ысҡындырылмай. Сөнки улар һәр әҙиптең ижади үҫешенә, атҡарған хеҙмәтенә ҡараш ташлап, һығымталар яһау, яңы бурыстар билдәләүҙә бер бейеклек бит. Сентябрь – декабрь айҙарында беҙҙең эфирҙа быйыл “түңәрәк даталарын” туйлаясаҡ Таңсулпан Ғарипова, Лилиә Һаҡмар, Әхмәҙин Әфтәх, Йомабикә Ильясова, Йыһат Солтанов, Фәнил Күзбәковтың шиғри шәлкемдәре яңғыраясаҡ.
“Юлдаш” тулҡындарында һәр йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-сы 10 минуттан һуң хөрмәтле тыңлаусыларҙы “Шиғриәт минуттары” көтә.
Яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин. Адресы: юлдашфм.рф
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»