13.09.2017 “Самауыр янында”
Сәй – һыуҙан ҡала иң күп ҡулланылған эсемлек. Был берәүҙә лә бәхәс уятмай. Шуға ла ҡытайҙар ҙың: “Бөтә донъя сәйнүк эсенә һыя” тигәне менән
нисек килешмәйһең инде?! Тик был әйтемде бер аҙ үҙгәртеп: “Бөтә донъя бер самауырға һыя”, – тип әйтергә йөрьәт итәбеҙ.
Беҙҙең халыҡта сәйләү йолаһы күптән йәшәй. Сәй табыны артындағы матур әңгәмә лә – күптәнге йола.
“Юлдаш” радиоһы эфирында төш ваҡытында эфирға сыҡҡан интерактив тапшырыу тап “Самауыр янында” тип атала. Ялға туҡтаған, эш-мәшәҡәттән бер ни тиклем ял иткән арала тыңлаусыларыбыҙ менән төрлө темаға әңгәмә ҡорабыҙ, бәхәсләшәбеҙ, фекер уртаҡлашабыҙ. Тормош, йәшәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, әхлаҡ, кеше яҙмыштары, тәбиғәт, һаулыҡ, социаль мәсьәләләр – төшкө ҡорҙа күтәрелгән темалар төрлөлөгө менән айырылып тора. Самауыр сәйенә ҡунаҡтар ҙа йыш саҡырыла. Билдәле йырсылар, артистар, әҙиптәр йырлы табында ҙур ихласлыҡ менән беҙҙең һәм тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Әйткәндәй, хөрмәтле дуҫтар, “Самауыр янында” киләсәктә ҡунаҡ сифатында кемдәрҙе күрергә теләүегеҙ тураһында хәбәр итә алаһығыҙ. Ҡыҙыҡлы темалар буйынса ла теләк-тәҡдимдәрҙе еткерергә мөмкин. Электрон почта: guzelzaripova79@mail.ru. Рәхим итегеҙ.
Дүшәмбенән йомаға тиклем “Самауыр” ҡайнай. Икенсе ун минутта беҙ тыңлаусыларыбыҙҙы йырлы табынға саҡырабыҙ.
Гүзәл ЗАРИПОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»