31.08.2017 “Сәләм, студент!”
1 сентябрь. Салауат батыр майҙаны.
Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр. Баш ҡаланың юғары һәм махсус һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары был әйтем менән, һис шикһеҙ, килешәлер. Ғилем тауына артылыр алдынан, йәйге ялдың аҙаҡҡы шауҡымы булып Өфөлә 16-сы тапҡыр “Сәләм, студент!” исемле сара үтә. 1 сентябрҙә Салауат Юлаев һәйкәле янында йәштәр өсөн кисәләр ойоштороуҙың үҙенсәлекле йолаға әүерелгән сираттағыһы ла кәйефтәрҙе күтәрер, күңелдәргә дәрт-осҡон һалыр ваҡиға булырына шик юҡ.
Йыл һайын студенттар байрамына ун меңләп кеше килә. Батыр һәйкәле янындағы майҙанға Өфөлә белем эстәгән егет-ҡыҙҙар ғына түгел, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ла йыйыла. Быйыл “Сәләм, студент!” кисәһе төрлө милләт вәкилдәрен саҡыра. Баш ҡалабыҙҙа байтаҡ ил һәм төбәк вәкилдәре белем ала, һәм тап шундай шарттарҙа, йәштәр мөхитендә күркәм милләт-ара мөнәсәбәттәргә нигеҙ һалына. Быйылғы студенттар байрамы халыҡ-ара татыулыҡты нығытыу, баш ҡалабыҙҙа уҡыған һәр халыҡ вәкиленең дә мәҙәни зауыҡтарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатын ҡуя. Дуҫлыҡ-татыулыҡ, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ булған ерҙә энә менән ҡойо ҡаҙыу ҙа ул тиклем ауыр түгел.
Ә белем тауына үрләгәндә, ике тәгәрмәскә атланһаң, еңелерәктер. Шуға күрә быйыл да байрамдың төп бүләге – велосипед иң зирәк, иң етеҙ һәм иң тапҡыр ҡатнашыусыға инселәнгән. Унан башҡа кисәгә килгән ҡунаҡтарҙы шәп приздар, эстрада “йондоҙ”ҙарының сығыштары, күңелле уйындар, флешмоб көтә. Сара киске сәғәт биштә “Тамыр” студияһы балаларының концерты һәм квест менән башлана. Теүәл алтыла байрамға йыйылған бөтә Өфө студенттары йәштәр гимнын башҡарасаҡ, “Уфимская волна” конкурсы еңеүселәре менән яҡындан таныша ала, ә сәғәт етенән һуң иркен майҙанда “Юлдаш” каналы ойошторған бай йөкмәткеле концерт-дискотека йәштәрҙе һәм күңеле менән йәш ҡалғандарҙы бейетәсәк, кәйефтәрҙе күтәрәсәк. Яңы башланған уҡыу миҙгеленә дәрт һәм сәм тупларға теләгән егет һәм ҡыҙҙар, ялын күңелле үткәрә белгән һәр кем байрамға рәхим итһен!
Ғәзиз ӘБДЕЛМӘНОВ,
“Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
15.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”
20.04.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»